Череповец дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Череповецкий государственный университет
(ЧГУ)
Халыҡ-ара исеме

Cherepovets State University

Девиз

Docendo discimus (Обучая, учимся сами)

Асылған йылы

1996

Тип

Государственный

Ректор

Дмитрий Владимирович Афанасьев

Студенттар

6500

Аспирантура

300

Докторҙар

86

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Череповец

Кампус

Советский пр., 8, Советский пр., 10, Советский пр., 25, пр. Победы, 12, ул. Дзержинского, 30, ул. М. Горького, 12, ул. М. Горького, 14, ул. Мира, 7, ул. М. Горького, 42, ул. Пионерская, 14

Юридик адресы

162600, г. Череповец, просп. Луначарского, 5,

Сайт

http://www.chsu.ru/

Череповецкий дәүләт университеты (ЧДУ) — юғары уҡыу йорто. Ул Вологда өлкәһенең Череповец ҡалаһында урынлашҡан. Төбәктең терәк университеттарының береһе.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1996 йылда [1][2] Вологда политехник институтының Череповец филиалы базаһында (1993 йылдың 1 июлендә ойошторолған) Череповецкий дәүләт индустриаль институтыӨҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; исемһеҙ төшөрмәнең эстәлеге булырға тейеш. (1986 йылда Төн-яҡ-Көнбайыш политехник институтының Череповец филиалындағы индустриаль факультет базаһында ойошторола (Төньяҡ-Көнбайыш ситтән тороп уҡыу политехник институтының уҡыу-консультация бүлеге булараҡ 1956 йылда ойошторолған) һәм Вологда политехник институтының төҙөлөш факультеты менән Череповец дәүләт педагогия институтының (1875 йылда Вологда уҡытыусылар семинарияһынан төҙөлгән; 1919 йылда Череповец алыҡ мәғарифы институты; 1939 йылда — Череповец уҡытыусылар институты; 1954 йылдан алып — Череповец дәүләт педагогия институты) базаһында төҙөлә.

2002 йылдан башлап университеттарҙың Евразия ассоциацияһының ағзаһы булып тора.[3]

2017 йылдың апрелендә төбәктең терәк университеты булып китә.Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; исемһеҙ төшөрмәнең эстәлеге булырға тейеш.[4][5]

Университет структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университет составында биш институт:

  • Информацион технологиялар институты
    • Автоматлаштырыу һәм идара итеү кафедраһы
    • Инфокоммуникационный технологиялар һәм хәүефһеҙлек кафедраһы
    • ЭВМ программаһы менән тәьмин итеү һәм математикака федраһы
    • Математика һәм информатика кафедраһы
    • Физика кафедраһы
  • Гуманитар институт
    • Герман филологияһы һәм мәҙәни-ара коммуникациялар кафедраһыы
    • Философия һәм тарих кафедраһы
    • Сит ил телдәре кафедраһы
    • Ватан филологияһы һәм ғәмәли коммуникациялар кафедраһы
    • Йәмәғәтселек менән бәйләнеш , реклама һәм журналистика кафедраһы
    • Социология һәм социаль технологиялар кафедраһы
  • Инженер-техник институты
    • Архитектура мөхитенең дизайны кафедраһы
    • Металлургия, машиналар эшләү ҡорамалдар һәм технологик ҡорамалдар кафедраһы
    • Төҙөлөшкафедраһы
    • Электорэнергетика һәм йылылыҡ техникаһы кафедраһы
    • Транспорт саралары һәм техносфера хәүефһеҙлек кафедраһы
    • Электроэнергетика һәм электротехника кафедраһы
    • Химик технологиялар кафедраһы
  • Педагогика һәм психология институты
    • Дефектологик белем биреү кафедраһы
    • Мәктәпкәсә белем биреү кафедраһы
    • Башланғыс белем биреү, дөйөм һәм социаль педагогика кафедраһы
    • Психология кафедраһы
    • Профессиональ һәм технологик белем биреү кафедраһы
  • Бизнес-мәктәп (институт)
    • Иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы

Бер факультеты:

  • Кеше һаулығы һәм биология факультеты;
    • Биология кафедраһы
    • Физик культура һәм спорт теорияһы һәм методикаһы кафедраһы
    • Физик культура кафедраһы

Студенттар ойошмаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Уҡыусыларҙың берләшкән советы, уға Череповец дәүләт университетының бөтә йәмәғәт берекмәләре һәм ойошмаларының вәкилдәре инә.
  2. ЧГМОО "ЧДУ студенттарын берләшмәһе". 1998 йылда булдырылған.[6]
  3. Биология кафедраһы янындағы йәштәрҙең экологик үҙәге.
  4. Студенттар агитбригадаһы.
  5. Череповецкий РАССО бүлексәһе.[7]
  6. Студенттарға психологик хеҙмәт. 2007 йылда педагогика һәм психология институтының психология кафедраһы эргәһендә ойошторола. Студенттарға юғары уҡыу йортонда уҡығанда психологик ярҙам итеү хеҙмәте.[8]
  7. Барлыҡ факультеттарының һәм институттарының студенттары советы.
  8. "Students' Press" студент гәзите ойошмаһы
  9. Студент отрядтары

Университет статусы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университет эшмәкәрлеге өс тапҡыр уңышлы рәүештәскомплекслы баһалау үтә: 2001 йылдың февралендә, 2006 йылдың февралендә һәм 2011 йылдың февралендә[9]

2005 йылдың сентябрь айында [10] Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзының «Бизнес өлкәһендә эффектлы партнерлыҡ итеү һәм яңы быуын профессионалдарын һөҙөмтәле әҙерләү хеҙмәттәшлеге өсөн» дипломы менән бүләкләнә. ЧДУ эш биреүселәр баһаһы буйынса, Рәсәйҙәге классик 120 классик университеттар араһында 53-сө урынды биләй (рейтинг белгестәргә һорау буйынса төҙөлгән, унда 600-ләп эш биреүсе баһа биргән).

2008 йылда ЧДУ СМК сифат сертификаты[11] ала,ЧДУ-ның сифат менеджменты системаһы ISO 9001 стандарттарына тап килә тип танылған.

Йыл һайын [сығанаҡ 1267 көн күрһәтелмәгән] Череповец дәүләт университеты РФ Фән һәм белем биреү министрлығының юғары уҡыу йорттарын мониторглау һөҙөмтәләре буйынса уңышлы эшләй тип табыла.

Ректорҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1996-2009: Грызлов Владимир Сергеевич[12]
  • 2009-2019: Афанасьев Дмитрий Владимирович[13]

Билдәле тамамлаусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Валерий Вениаминович Воронов
  • Дмитрий Вячеславович Новицкий
  • Евгений Владимирович Макеев
  • Вадим Александрович Шипачёв
  • Максим Валерьевич Чудинов

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Указ Президента Российской Федерации от 3 июня 1996 года № 801 "О создании Череповецкого государственного университета".
  2. Постановление Правительства Российской Федерации от 24 июня 1996 года № 742 "О Череповецком государственном университете".
  3. Официальный сайт Евразийской ассоциации университетов.
  4. Макеева А. Вызов для вузов // Коммерсантъ, 17.04.2017
  5. По итогам второго конкурсного отбора программы создания опорных университетов 22 вуза станут опорными 2017 йыл 27 апрель архивланған. // Министерство образования и науки Российской Федерации, 18.04.2017 года.
  6. Объединение студентов ЧГУ
  7. РАССО 2014 йыл 22 февраль архивланған.
  8. Студенческая психологическая служба ЧГУ
  9. Официальная информация 2011 йыл 11 ноябрь архивланған.
  10. Достижения Череповецкого государственного университета
  11. Сертификат системы менеджмента качества ISO 9001:2000(недоступная ссылка)
  12. Бывший ректор ЧГУ Владимир Грызлов скончался в череповецком моногоспитале
  13. Афанасьев Дмитрий Владимирович // Законодательное собрание Вологодской области

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]