Черногория

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Черногория
Црна Гора / Crna Gora
Черногория гербы
Флаг
Гимн: «Ој свијетла мајска зоро»
Үҙаллылыҡ датаһы 21 май 2006 ( Сербия һәм Черногория дәүләт союзынан)
Рәсми тел черногор'
Баш ҡала Цетине (баш ҡала), Подгорица (төп ҡала)
Эре ҡалалар Подгорица, Никшич, Плевля, Биело-Поле, Херцег-Нови, Беране, Цетине, Будва
Идара итеү төрө Республика
Президент

Премьер-министр

Мило Джуканович

Игор Лукшич

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
155
13 812 км²
1,50%
Халыҡ
• Һаны (2011)
• Халыҡ тығыҙлығы

626 000 чел. (167)
50 чел./км²
Валюта Евро (EUR, код 978) Де-факто; формально страна не входит в зону евро
Интернет-домены .yu.cs.me Ысынбарлыҡта дөйөм югослав домене .yu ҡулланыла; Сербия һәм Черногория өсөн .cs домены булдырыла, әммә ул ҡулланышта юҡ; яңы милли .me домены 2008 йылдың 17 июлендә 15:00 UTC теркәлә.
Код ISO ME
МОК коды MNE
Телефон коды +382 Введён с 23 июня 2007 года. До этого был +381, общий с Сербией
Сәғәт бүлкәте 1

Черногория, Монтенегро йәки Ҡаратау — Көньяҡ-Көнсығыш Европалағы дәүләт, Балҡан ярымутрауының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Халҡы серб телендә аралаша.

Көньяҡ-көнбайышын Адриатик диңгеҙе йыуа, көнбайышта Хорватия, Босния һәм Герцеговина—төньяҡ-көнбайышта, Сербия—төньяҡ-көнсығышта, Косово Республикаһы[1] һәм Албания (көньяҡ-көнсығыш) менән сиктәш. 2006 йылдың 3 июнендә үҙаллылыҡ иғлан итеүгә тиклем был ил конфедератив Сербия һәм Черногория Дәүләт Союзында була һәм уның 13,5% территорияһын тәшкил итә. 2010 йылда Европа берлеге ағзалығына кандидат[2] булараҡ илгә рәсми статус бирелә. 2017 йылдан алып НАТО ағзаһы[3] . Еврозонаға инмәһә лә, илдә евро ҡулланыла. Баш ҡалаларҙың береһе һәм иң ҙур ҡала булып Подгорица һанала. Тарихи һәм мәҙәни баш ҡалаһы—Цетине.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдең атамаһы көнбайыш европа телдәренең күбеһендә венет телендәге Montenegro (от mons «тау» + niger «ҡара») һүҙенең адаптацияһы булып тора, йәғни Ловчен тауының мәңге йәшел ҡуйы урмандар менән ҡапланғанына, "ҡара тау" тип әйтелгәненән килә. Башҡа телдәрҙә "ҡара тау" һүҙбәйләнеше тура тәржемә ителә, мәҫәлән, алб. Mali i Zi, грек. Μαυροβούνιο, төрөк Karadağ һәм татарса Карадаг.

Сербса Црна Гора 15 быуатта хәҙерге Черногорияның ҙур өлөшөн аңлатҡан[4]. Тәүҙә ул паштровичи ырыуы йәшәгән кескәй генә ер телгәһенә әйтелгән, һуңынан инде Черноевичи династияһы батшалыҡ иткән дөйөм таулы районды билдәләү өсөн ҡулланыла башлаған. Юғары ла әйтелгән өлкә 19 быуатта "Иҫке Черногория" (серб. Стара Црна Гора) булараҡ билдәле була. 20 быуаттың башындағы Балҡан һуғыштарында Черногория Черногор Герцеговинаһы, Метохия һәм көньяҡ Рашка ҡушылыу һөҙөмтәһендә үҙ территорияһын бер нисә тапҡырға ҙурайта. Черногория өсөн код ISO альфа-2 — ME и код ISO альфа-3 — MNE[5]

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногорияның картаһы
Черногорияның физик картаһы

Илдең территорияһын шартлыса өс өлөшкә бүлергә була: Адриатик диңгеҙенең яр буйы, уның ике ҙур Подгорица һәм Никшич ҡалалары урынлашҡан сағыштырмаса үҙәк тигеҙ өлөшө һәм көнсығыштағы тау системалары.

Дәүләттең ҡоро ер сиктәренең оҙонлоғо 614 км тәшкил итә: көнбайышта Хорватия менән 14 км, төньяҡ-көнбайышта Босния һәм Герцеговина менән 225 км, төньяҡ-көнсығышта Сербия һәм Косово Республикаһы менән 203 км, көньяҡ-көнсығышта Албания менән 172 км.

Черногорияның континенталь яр һыҙығының оҙонлоғо 300 км етә. Был илгә диңгеҙҙәге 14 утрау ҡарай, уларҙың дөйөм яр буйы линияһының оҙонлоғо 15,6 км тәшкил итә. Илдең көньяҡ-көнбайышында һыу өҫтөнөң майҙаны 87,3 квадрат километры һәм 29,6 километрға ҡоро ергә уйылған Бока Которска эре диңгеҙ ҡултығы урынлашҡан.

Черногория пляждарының оҙонлоғо - 73 км[6]. Ете ай дауамында диңгеҙ һыуҙарының температураһы 12-26°C диапазонда тирбәлә, диңгеҙ һыуҙарының үтә күренеүсәнлеге урыны менән 35 метрҙан ашып китә.

Черногорияның иң оҙон йылғалары: Тара (144 км), Лим (123 км), Чеотина (100 км), Морача (99 км), Зета (65 км) и Бояна (30 км). 52,2% яҡын йылғалар Ҡара диңгеҙ бассейнына ҡарай, 47,8%—Адриатик диңгеҙгә. Морача һәм Зета йылғалары тулыһынса Черногорияның территорияһында ағалар. Бояна алдан Черногорияла судоходство өсөн яраҡлы берҙән-бер йылға булған, әммә әлеге ваҡытта судоходство өсөн яраҡһыҙ. Бында күбеһенсә тау йылғалары, улар тәрән каньондар барлыҡҡа килтергәндәр. Тара йылғаһының каньонының тәрәнлеге 1200 метрға етә һәм ул Европала иң тәрәне. Черногория йылғалары 1 квадрат километрға 115 кВт энергетик потенциалға эйә—был бик юғары күрһәткес. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында гидроэнергетика илдә үҫешмәгән.

Црно-Езеро күле

Скадар күле—Черногорияла һәм Балҡан ярымутрауында иң ҙур күл. Уның һыу өҫтөнөң дөйөм майҙаны 369,7 квадрат километр тәшкил итә. Күлдең өстән ике өлөшө (майҙан буйынса)—Черногория биләмәһендә, өстән бер өлөшө Албания биләмәһендә урынлашҡан. Икенсе урында майҙан буйынса - Улциня янында урынлашҡан Шасский күле (3,64 квадрат километр) тора. Шулай уҡ 29 тау күлдәре бар, уларҙың дөйөм майҙаны 3,89 квадрат километр тәшкил итә.

Ил майҙанының 41 проценттан ашыуы—урман һәм урман ерҙәре, 39,58%—көтөүлек. Үҫемлектәр донъяһы бай: ил территорияһында бөтәһе 2833 үҫемлек төрө теркәлгән, шуларҙың 212-һе - Балҡан ярымутрауы эндемиктарыы, 22-һе - Черногория эндемик тары. Конституциялары буйынса, был республика "экологик дәүләт" булып һанала, шуға ла илдең 8,1 процентында—айырым һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре булдырылған.

Климат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногорияның төньяғында климат уртаса континенталь, ә Адриатик дингеҙе буйында—Урта диңгеҙ климаты. Диңгеҙ буйы өлкәһендә йәй ғәҙәттә оҙайлы, эҫе (+23 — +25°C) һәм ярайһы уҡ ҡоро, ҡыҫҡа һәм һалҡынса ҡыш (+3 — +7°C). Таулы райондарҙа йәйҙең уртаса йылы булыуы (+19 — +25°C) һәм сағыштырмаса һыуыҡ ҡыш (+5-тән алып −10°C тиклем) хас; ҡар япмаһы йылына 5 айға тиклем ята.

Ил буйынса яуым-төшөм уртаса —4 йылына 500-ҙән 1500 миллиметрға тиклем, диңгеҙ буйындағы тауҙарҙа урыны менән 3000 миллиметрҙан ашыу ямғыр яуа. Ҡояшлы сәғәттәр һаны йылына: Игалола — 2386, Улцинда — 2700.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногория XVIII быуатта бойондороҡһоҙ ил булараҡ барлыҡҡа килә, һәм Балҡан ярымутрауында тәүгеләрҙән булып Ғосман империяһынан айырыла. Баш ҡалаһы Цетина була. Ошондай хәлдә Беренсе донъя һуғышына тиклем үҙгәрешһеҙ тора. Һуғыштан һуң сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге составына инә. Югославия тарҡалғандан һуң Югославия Союз Республикаһының составында була, 2003 йылдың 4 февралендә ул Сербия һәм Черногория Дәүләт Союзына әйләнә. 2006 йылдың 21 майында үткән Черногорияның үҙаллылығы тураһындағы референдумда һаҡлаусыларҙың 55,5 % союздан сығыуға тауыш бирәләр һәм 2006 йылдың 3 июнендә Черногория бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. Баш ҡала — Подгорица, төп ҡала — Цетине.

VI быуатта Черногория ерҙәренә славяндар килә һәм урындағы иллирий ҡәбиләләре менән ҡатышалар.

1042 йыл — Византияны еңгәс тә Дукля серб дәүләте иғлан ителә.

1077 йыл — Рим Папаһы Григорий VII Дукля дәүләтен таный һәм уның беренсе хакимына Воиславовичи династияһынан кенәз Михаилға rex Dioclea (Дукля короле) титулын тапшыра. Ошонан һуң ил Зета тип атала башлай.

1185 йыл — Зета Рашкаға ҡушыла.

1326 йыл — Зета бойондороҡһоҙлоғон кире ҡайтара.

1389 йылдың 15 июнендә Косово яланындағы алышта күрше Морав Сербияһынан еңелгәндән һуң, Төркиәнең илгә баҫып алыу ҡурҡынысы янай. Күпмелер ваҡыт Венециан Республикаһының протектораты был ваҡиғаны сигендереүгә булышлыҡ итә.

1485 йыл — кенәз Иван Чёрноевич яңы баш ҡалаға — Цетинеға нигеҙ һала.

Беренсе Балҡан һуғышы, 1913

1496 йыл — Черногория Ғосман империяһының протекторатын ҡабул итә, әммә бер ҡасан да уның тулы хакимлегендә булмай (төрөктәр тик элекке Зетаның көньяҡ-көнсығыш территорияһын ғына контролдә тоталар)

1516—1852 йылда Черногория теократик дәүләт була, унда епископ титулы ла булған кенәздәр етәкселек иткән. Баш ҡала — Цетине.

1852 йылда Черногория донъяуи дәүләткә әйләнә: Петровичи-Негоши династияһынан хаким Данило II үҙен кенәз Данило I тип иғлан итә, ә уның вариҫы Николай I (1841—1921) — король тип (1913).

3 март 1878 йыл — Сан-Стефан тыныслыҡ килешеүе буйынса Черногория элекке төрөк ерҙәре иҫәбенә үҙенең территорияһын ҙурайта.

13 июль 1878 йыл — Берлин трактаты буйынса Черногория 27-се суверенлы ил тип таныла; өлөшләтә уның яңы территориаль биләмәләре раҫлана.

1910 йылдың 28 авгусында, дөйөм Европа традицияларына эйәреп, шулай уҡ ҡеүәтле власын нығытып, Никола I Черногория кенәзлеген короллек тип иғлан итә һәм уның тәүге короле була. Дүрт йылдан һуң, Беренсе донъя һуғышы алдынан, ул үҙенә самодержавие монархының ғәҙәттән тыш вәкәләттәрен ала.

XIX—XX быуаттарҙа Черногорияның территориаль үҫеше

1912—1913 йылдарҙа ил Беренсе һәм Икенсе Балҡан һуғыштарында ҡатнаша.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында австро-венгр ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына (1916). 1918 йылда серб армияһы тарафынан азат ителә.

1918 йылдың 3 октябрендә Николай I тәхеттән баш тартҡандан һуң, Бөйөк Халыҡ скупщинаһы 28 ноябрҙә Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге составына инеү өсөн тауыш бирәләр.

1919—1924 йылдарҙа — серб идараһына ҡаршы Раштыуа ихтилалы.

1941 йылдың 12 июндән алып 1943 йылғаса Югославияның итальян-немец оккупацияһынан һуң Черногория формаль рәүештә Италия протектораты аҫтында короллек тип һанала (ысынында король һайланмай, ә коллаборацион администрацияһының башлығы Секула Дрлевич була).

1943—1944 йылдар — немец оккупацияһы аҫтында.

1944—1945 йылдарҙа югослав партизандары контролендә була.

31 ғинуар 1946 йыл — 26 апрель 1992 йыл — Югославия Социалистик Федератив Республикаһы составында Черногория Социалистик Республикаһы.

1992 йылдың 1 мартында үткән референдумда һайлаусыларҙың 95,96 % яңырған Югославияға ҡушылыу өсөн тауыш бирәләр. Тауыш биреүҙә бөтәһе 66 % Черногорияла йәшәгән Социалистик Федератив Югославия граждандары ҡатнаша[7], ә шул уҡ ваҡытта республикала йәшәүсе албандар, хорваттар һәм босниялылар һайлауҙарға ҡаршы бойкот иғлан итәләр.

1992 йылдың 27 апрелендә — 2006 йылдың 3 июнендә — Союз Югославия Республикаһы составында, 2003 йылдың 4 февралендә Дәүләт Сербия һәм Черногория союзы статусын ала.

Черногория Социалистик Федератив Югославия Республикаһы составында

1990-сы йылдар аҙағында черногор лидеры Мило Джуканович Слободан Милошевичтың көрәштәшенән уның дошманына әйләнә, был шунда уҡ халыҡ-ара берләшмә һәм серб оппозицияның иғтибарын йәлеп итә. Джуканович башта Милошевичтан Черногорияға үҙаллы тышҡы сәйәсәт алып барыуын һорай, ә һуңынан үҙ алдына бойондороҡһоҙлоҡ алыу маҡсатын ҡуя. Ул саҡта Черногорияның юридик бойондороҡһоҙлоҡ алыуҙа Европа Союзы ҡамасаулай.

2000 йылда Черногория немец маркаһына күсә, ә 2002 йылдың ғинуарынан алып дәүләттә аҡса берәмеге булып евро йөрөй.

Сербия һәм Черногорияның дәүләт берләшмәһе Хавьера Соланың әүҙем ҡатнашлығында ойошторола. Яңы дәүләттең конституцион хартияһына ярашлы, 2005 йылдың февралендә уның закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙар үтергә тейеш була, ә 2006 йылдан республикалар бойондороҡһоҙлоҡ алыу буйынса референдум үткәреүгә хоҡуҡ ала. Әммә һайлауҙар булмай — СиЧ президенты черногорец Светозар Марович, закондар базаһы булмауына һылтанып, уларҙы үткәреү датаһын тәғәйенләмәй. Һөҙөмтәлә 2005 йылдың март башынан, мандат ваҡыты үткәндән һуң, парламент берләшмәһе депутаттары, уның министрҙары һәм президент үҙе юридик ҡараштан шәхси кешеләр булып китә. Яҡынса шул уҡ ваҡытта Джуканович һәм черногор президенты Филип Вуянович яңы план — Дәүләт берешмәһен бойондороҡһоҙ дәүләттәр союзына әүерелдереү тураһында сығыш яһайҙар.

Серб властарының ошо йәһәттән фекерҙәре төрлөсә була: шул ваҡытта премьер-министр Воислав Коштуница был тәҡдимде кире ҡаға,ә Сербия президенты Борис Тадич уның ҡарауы мөмкин тип белдерә.

Черногория бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң, үҙ халыҡ-ара мөнәсәбәттәрен яңынан төҙөй.

Бойондороҡһоҙлоҡ тураһында референдум (2006)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногория властары менән референдумды үткәреү шарттары тураһында һөйләшеүҙәр 2006 йылдың башынан алып барыла. Тәү сиратта Черногория үҙаллылығына ҡаршы сығыш яһаған оппозиция хатта референдум үткәреү идеяһын тикшереүҙән ҡәтғи рәүештә баш тарта. Евросоюз үҙенең аралашсылығын тәҡдим итә. Был миссия ЕС-тың махсус вәкиле Мирослава Лайчакаға йөкмәтелә.

Оппозиция артабан фекер алышыу барышында референдум идеяһын ҡабул итә һәм уны үткәреү шарттары тураһында етәксе коалиция менән һөйләшеп килешә. Шуға ҡарамаҫтан, төп мәсьәлә буйынса ҡапма-ҡаршылыҡтар була — күбеһенсә ҡарарҙар ҡабул итеү буйынса.

Черногорияның референдум буйынса законына ҡарар ҡабул итеү өсөн һайлаусыларҙың 50 % плюс 1 тауышын йыйырға кәрәк, шул уҡ ваҡытта мотлаҡ килеүселәр һаны 50%-тан кәм булырға тейеш түгел. Оппозиция референдумда Черногория халҡы ғына түгел, Сербияла йәшәүсе черногорецтарҙың да ҡатнашыуын талап итә. Бындай шарттарҙа Мирослава Лайчака үҙенең формулаһын тәҡдим итә: әгәр референдумда ҡатнашыусыларҙың 55 проценты тауыш бирһә, Евросоюз Черногорияның бойондороҡһоҙлоғон таный. Был формула Черногорияла үтә кире реакция тыуҙыра. Премьер-министр Мило Джуканович әйтеүенсә, ул Черногорияның тотороҡлоғо өсөн хәүеф янай.

Черногорияла бойондороҡһоҙлоҡ тураһында референдум 2006 йылдың 21 майында ойошторола. Тауыш бирергә килеүселәрҙең һаны 86%-тан артып китә, һәм референдум рәсми рәүештә таныла. Референдум һөҙөмтәләре буйынса күпселек тауыш Сербиянан айырылыу өсөн бирелә (быға тиклем Черногория Сербиянан айырым валюта һәм уның менән таможня сиге була). Тауыш биреүҙә һайлаусыларҙың 55,4 проценты — бойондороҡһоҙлоҡ өсөн, ә 44,6 проценты Сербия составында ҡалыу өсөн тауыш бирә.

Бойондороҡһоҙ Черногория[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылдың 3 июнендә — Скупщина (парламент) Черногория республиканың бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. 2006 йылдың 15 июнендә Черногорияның бойондороҡһоҙлоғон Сербия таный, ә июнь аҙағында Черногория БМО-ла ҡабул ителә.

2007 йылдың 22 октябрендә Черногория Конституцияһы иғлан ителә.

2008 йылда Черногорияның Косовоның бойондороҡһоҙлоғон таныуҙан һуң, серб оппозицияһы парламенттан сыға һәм "Мило Джуканович режимы"на ҡаршы парламенттан тыш көрәш башланыуы хаҡында белдерә.

2008 йылдың 15 декабрендә Черногория Европа берләшмәһенә инеүгә ғариза бирә[8].

2016 йылдың октябрендә, парламент һайлау көнөндә, күҙалланған дәүләт түңкәрелеше ойошторорға тырышалар, уны ойоштороуҙа ил етәкселеге Сербия, Черногория һәм Рәсәй граждандары төркөмөн ғәйепләй.

Дәүләт-сәйәси ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2007 йылдың 20 октябрендә Черногория Конституцияһы ҡабул ителә[9]. Конституцияның беренсе статьяһына ярашлы, Черногория — закон өҫтөнлөгө принциптарына нигеҙләнгән ирекле, демократик, экологик дәүләт. Economist Intelligence Unit буйынса ил демократия индексы буйынса 2018 йылда гибрид режим булараҡ баһаланған[10].

Политик ҡоролмаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Конституцияға ярашлы, власть закондар сығарыу, башҡарма һәм суд власына бүленгән. Президент формаль рәүештә властарҙы бүлеү системаһына инмәй.

Закондар сығарыу власы Скупщинаға (парламентҡа), ә башҡарма власть — президентҡа һәм Черногория хөкүмәте — Владҡа ҡарай. Был власть структуралары баш ҡалала урынлашҡан.

Президент дөйөм тура йәшерен тауыш биреү юлы менән биш йылға һайлана. 2003 йылдың 22 майынан 2018 йылдың 22 майына тиклем Черногория президенты вазифаһын Филип Вуянович биләгән. Әлеге ваҡытта президент — Мило Джуканович.

Скупщина — илдең бер палаталы парламенты, 81 депутаттан тора. Депутаттар бөтә халыҡ тауыш биреү юлы менән 4 йылға һайлана. Һайлауҙар пропорциональ система буйынса үтә. 76 депутат һәм 5 албан вәкилдәре һайлана.

Башҡарма власты Хөкүмәт (Влада) тормошҡа ашыра. Хөкүмәт составы президент тәҡдиме буйынса раҫлана.

Суд системаһы ике кимәлле. Черногорияның Юғары суды республиканың бөтә территорияһында хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһенең берҙәмлеген тәьмин итә.

Ике кимәлле суд системаһынан тыш, конституция суды ла бар.

Тышҡы сәйәсәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң, Черногория 179 дәүләт — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзалары менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштыра.

2014 йылдың март аҙағында, ЕС-тың рәсми кандидат статусына эйә булған Черногория Рәсәйгә ҡаршы санкцияларға ҡушылыу тураһында иғлан итә. 2016 йылдың 2 июнендә Черногория Рәсәйҙең һәм Украинаның 149 гражданына ҡаршы өҫтәмә санкциялар индерә.

Черногория етәкселеге шулай уҡ НАТО менән яҡынайыуға курс ала[11]. Ошо маҡсатта Черногория һәм НАТО вәкилдәре 2016 йылдың майында ил блогына инеү тураһында протоколға ҡул ҡуя. Ошо протоколға ҡул ҡуйғандан һуң, Черногория НАТО-ның бөтә ултырыштарында күҙәтеүсе статусына эйә була[12].

2017 йылдың 12 майына НАТО-ның бөтә ил-ағзалары Черногорияның альянсҡа инеүе тураһындағы протоколды раҫлайҙар[13][14][15]. 2017 йылдың 5 июнендә Вашингтонда АҠШ Дәүләт департаменты бинаһында Черногорияның альянсҡа рәсми рәүештә ҡушылыу тантанаһы уҙа[16].

Политик партиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногория власының башҡарма органдары һәм закондар сығарыу органдары «Коалиция за европейскую Черногорию» — ДПСЧ һәм Черногория социал-демократик партияһы тарафынан контролдә тотола.

Административ бүленеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногория территорияһы 24 общинаға бүленгән. Общиналар уларҙың үҙәк ҡалаларының атамалары буйынса аталған:

Черногорияның административ бүленеше
  • Андриевица
  • Бар
  • Беране
  • Биело-Поле
  • Будва
  • Гусине
  • Даниловград
  • Жабляк
  • Колашин
  • Котор
  • Мойковац
  • Никшич
  • Плав
  • Плужине
  • Плевля
  • баш ҡала Подгорица
  • Тузи
  • Рожае
  • Тиват
  • Улцинь
  • Херцег-Нови
  • Цетине
  • Шавник

Халыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Этник составы, 2011 год

2003 йылдағы халыҡ иҫәбе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылда үткән халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса Черногорияла 620145 кеше йәшәгән (йыллыҡ үҫеш — 3,5%)[17][18].

Халыҡтың милли составы:

  • черногорецтар — 43,16 %
  • сербтар — 31,99 %
  • босняктар (босниецтар) — 7,77 %
  • албандар — 5,03 %
  • мосолмандар— 3,97 %
  • хорваттар — 1,10 %
  • сиғандар — 0,42 %
  • югославтар — 0,30 %
  • башҡалар — 6,26 %

Туған телдәр:

  • серб теле — 63,6 %
  • черногор теле — 22 %
  • босния теле — 5,5 %
  • албан теле — 5,3 %
  • башҡа телдәр— 3,7 %
Телдәр составы, 2011 год

Дин:

  • православие — 74,24 %
  • ислам — 17,74 %
  • католицизм — 3,54 %

2011 йылғы халыҡ иҫәбе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дин буйынса состав, 2011 год

2011 йылдың халыҡ иҫәбенең мәғлүмәттәре[19] буйынса Черногорияла 620029 кеше йәшәй[20][21].

Халыҡтың милли составы:

  • черногорецтар — 44,98 %
  • сербтар — 28,73 %
  • босняктар (босниецтар) — 8,71 %
  • албандао — 4,91 %
  • славян-мосолмандар — 3,31 %
  • сиғандар — 1,01 %
  • хорваттар — 0,97 %
  • башҡалар — 2,52 %
  • белмәгәндәр — 4,87 %
Серб православ сиркәүе, Котор

Туған тел:[20]

  • серб теле — 42,88 %
  • черногор теле — 36,97 %
  • босния теле — 5,93 %
  • албан теле— 5,27 %
  • сербса-хорват теле— 2,03 %
  • сиған теле — 0,83 %
  • хорват теле — 0,45 %
  • рус теле— 0,17 %
  • башҡа телдәр — 1,48 %
  • белмәгәндәр — 3,99 %
Мәсет

Дин:

  • православие — 74,00 %
  • ислам — 19,62 %
  • католицизм — 3,53 %
  • атеизм —1,27 %

Иҡтисад һәм финанстар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәғәлә:Черногория иҡтисады

Өҫтөнлөктәр: тотороҡло баҙар иҡтисадына уңышлы күскән. Түбән инфляция (0,9%)[22]. Сағыштырмаса юғары иҡтисади үҫеш (Европаның уртаса темптарынан юғарыраҡ) һәм түбән дәүләт бурысы . Тағы ла башҡа Европа илдәре менән сағыштырғанда, осһоҙ һәм яҡшы белемле эш көсө бар. Эшһеҙлек кимәленең ҡапыл түбәнәйеүе һәм эшсе көсө дефицитын көсәйеүе шарттарында 2019 йылға эш хаҡы үҫеше иҡтисади үҫеш темптарының аҡрынайыуы менән тотҡарланмай.

Етешһеҙлектәре: ярлы сеймал базаһы. Коррупция көслө. Яй күтәрелгән баҙар реформалары. Инфраструктураға һәм НИОКР-ға инвестициялар күләме аҙ. Йылдан-йыл хеҙмәт көсөнөң етмәүе, пенсионерҙарҙың һаны артыуы, тыуым кимәленең түбән булыуы һәм халыҡтың башҡа, бай, донъя илдәренә күсеү бәйле юғары эмиграцияһы арҡаһында йылдан-йыл арта барыуы ҙур проблема булып тора.

Дөйөм торошо, төп күрһәткестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылда Черногорияның эске тулайым продукт күләме 9,423 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән — донъяла 151-се урын[23] (йән башына 15100 АҠШ доллары тура килә — донъяла 103-сө урын)[24]. 2014 йылда теркәлгән иҡтисади үҫеш темптары - 1,5 % самаһы (донъяла 166 урын)[24]. 2014 йылда дәүләт бюджетының килем өлөшө - 1,56 миллиард АҠШ доллары, сығым - 1,63 миллиард АҠШ доллары, бюджет дефициты - эске тулайым продукттан 1,5%[24].

Аҡса берәмеге - евро. Әммә, еврозона ағзаһы булмағанда, ил евроға эмиссия яһарға хоҡуғы юҡ һәм сит ил туристарынан килгән аҡсалар менән ҡәнәғәт булырға мәжбүр.

2014 йыл йомғаҡтары буйынса 0,7% дефляция теркәлгән[24].

Иҡтисад характеры - баҙарса. 2013 йылға сәнәғәт производствоһының эске тулайым продукты күләмендә өлөшө - 21,2%, хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе - 70,5%, ауыл хужалығы 8,3% тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта эшсән халыҡтың сәнәғәттә - 17,9%, ауыл хужалығында - 5,3% һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә - 76,8% мәшғүл. Эшкә һәләтле халыҡтың дөйөм һаны - 263 200 кеше (донъяла 164-се урын), эшһеҙлек кимәле - 18,5% (донъяла 162-се урын)[24].

2018 йылдың ноябренә ҡарата Черногорияла хеҙмәт хаҡының уртаса күләме €769($863,79, брутто) һәм €538[25] ($575,11, нетто) тәшкил итә. 2019 йылдың 1 июленән хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (нетто) €222 тәшкил итә [26][27][28]. Кейтц индексы 2019 йылдың 1 июленән 43% тәшкил итә[29][30][31][32].

Сәнәғәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылға эске тулайым продукт структураһында сәнәғәт производствоһы өлөшө 21,2 процент тәшкил итә, был күләмдең өстән ике өлөшөнән ашыуы металлургия өлкәһенә тура килә. Шул уҡ ваҡытта сәнәғәттә эшләүселәр һаны аҙыраҡ - эшкә һәләтле халыҡтың 17,9 проценты йәлеп ителгән. Иҡтисад буйынса үҫеш темптары дөйөм алғанда юғарыраҡ — 2013 йылға яҡынса 4,5%. Ғәҙәттәгесә, Черногорияның иҡтисад нигеҙен ҡара металлургия (үҙәге Никшич), алюминий эшкәртеү (Подгорица), электротехник сәнәғәт (Цетине), туҡыу сәнәғәте (Биело Поле), суднолар төҙөү һәм ремонтлау (Биела, Бар), еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте (Никшич, Бар), ағас эшкәртеү (Рожае, Беране, Плевля, Никшич) тәшкил итә. Бокситтар, тимер мәғдәне һәм күмер иң мөһим файҙалы ҡаҙылмалар булып тора. Төп сәнәғәт эшмәкәрлеге тоҙ сығарыу, тәмәке үҫтереү һәм алюминий етештереү менән бәйле.

Ауыл хужалығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иген, картуф, тәмәке, виноград, цитрус, маслина һәм инжир төп ауыл хужалығы культуралары булып торалар.

Черногория Югославия заманында дотацион федерация республикаһы була. Ил иҡтисады ярайһы уҡ ҙур кимәлдә 1990-сы йылдарҙағы һуғыштарҙа ҡаҡшай. Быға ҡарамаҫтан, 2000-се йылдар башында Черногория халыҡ-ара аренала үҙенең урынын таба ала, йәйге һәм ҡышҡы туризмға йәлеп итеусе объектҡа әйләнә; шул ваҡыттан алып илдә йыл һайын иҡтисади үҫеш күҙәтелә. 2014 йылда илдең туризмдан килгән килеме эске тулайым продукттың 20 процентын тәшкил иткән. Эксперттар киләһе 10 йыл дауамында килемдең йыл һайын 7,7 процентҡа артыуын фаразлай. Херцег-Нови, Буике, Бечичи, Петровац ҡалаларындағы халыҡ-ара курорттар, шулай уҡ тарихи һәм тәбиғи иҫтәлекле урындар — Цетина, Скадар күле, Ловчен тауы, юғары тау Острог монастыры, Тара йылғаһындағы каньон һәм башҡалар бик популяр. Дәүләт сәйәсәте туристик өлкәне һәр яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелгән, уға сәнәғәт һәм ауыл хужалығы алдында өҫтөнлөктәр бирелгән.

Тышҡы сауҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылда тышҡы сауҙа күләме — 2806 миллион доллар тәшкил иткән[33]. Экспорт: алюминий, караптар, транспорт, аҙыҡ-түлек һәм шарап[34].. Импорт: яғыулыҡ, машиналар һәм ҡорамалдар, ҡулланыу тауарҙары[35]. Черногорияның тышҡы сауҙаһының географик бүленеше (2014 йыл)[33]>:

  • ЕС илдәре — 44,0 % (1238 млн доллар).
  • Африки илдәре — 14 % (0,5 млрд доллар)
  • Ҡытай — 6,4 % (179 млн доллар)
  • Төркиә — 2,0 % (55 млн долларов)
  • Америка илдәре — 1,9 % (53 млн доллар)
  • Рәсәй — 0,3 % (10 млн доллар)

Мәҙәниәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Госпа од Шкрпела утрауы

Архитектура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногорияла байтаҡ мәҙәни һәм тарихи иҫтәлекле урындар, шул иҫәптән дороман осоро, романтик сәнғәт, готика һәм барокко һәйкәлдәре бар.

Черногор яр буйы төбәге айырыуса үҙенең мәҙәни ҡомартҡылары, шул иҫәптән Изге Трифон соборы, Изге Луки базиликаһы, Будвала Изге Иоанн Креститель соборы, Шкрпела ҡаяһында Богоматерь ғибәҙәтханаһы, Савина монастыры, Цетин монастыры һәм башҡалар менән киң билдәле.

Был район ҡайһы берҙә Венеция Черногорияһы йәки Венециан Албанияһы тип атала, бында венециан архитектураһы күп, башлыса был Каттаро (Котор) һәм Перасто (Пераст): Боронғо Котор ҡалаһы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

Архитектурала һәм дини сәнғәттә Византияның йоғонтоһо айырыуса илдең урта өлөшөндә һиҙелә.

Черногория архитектураһы күбеһенсә— византия, латин йәки венециан (готик, романтик, барокко) һәм ғосман архитектураларынан тора.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Свети-Стефан

Черногорияның әҙәби бите XII быуаттың икенсе яртыһында ойошторолған беренсе яҙма һәйкәлдәр: Дуклянин һәм Евангелия Мирослава йылъяҙмалар бәйләнгән, тап уларҙан черногор һүҙе башланған. Георгий Черноевивич һәм иеромонах Макарий Черногорияға тәүге хәреф йыйыу станогы индерәләр һәм унда тәүге «Октоих Первогласник» тигән китап баҫыла.

Артабанғы быуаттарҙа яңы литератур исемдәр барлыҡҡа килеүе менән билдәләнә, уларҙың иҫәбенә шағир һәм дин белгесе Андрия Змаевич, яҙыусылар һәм хакимдар Пётр I һәм Пётр Петрович II (Негоша), шағирҙар Ристо Раткович, Радован Зогович, прозаик Михайло Лалич һәм башҡалар инә.

Котор ҡултығы

XIX быуаттың аҙағы Черногория театры өсөн триумфаль була, урындағы һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәре илдең биш театрҙарында күрһәтелә, Икенсе донъя һуғышынан һуң Черногория театры кинематография мәҙәниәтенә позицияһын тапшыра башлай.

Шағирҙар:

  • Никола I Петрович Негош
  • Пётр II Петрович Негош
  • Секулович, Горан
  • Станишич, Йоле

Черногория мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лорд Джордж Байрон Черногория тураһында былайтып яҙа:
    «В момент рождения нашей планеты, самая прекрасная из встреч земли и моря произошла в Черногории… Когда сеялись жемчужины природы, на эту землю пришлась целая пригоршня…»
  • Пушкинда черногорецтар ошолайтып иҫкә алына:

Черногорцы? Что такое?
Бонапарте вопросил.
Правда ль это племя злое
Не боится наших сил?

Мне одного рожденья мало,
расти бы мне из двух корней,
Жаль, Черногория не стала
второю родиной моей.

(Уның иҫтәлегенә Подгорицала Миллениум күпере янында һәйкәл ҡуйылған)

  • "Граф Монтенегро" рәсәй мажаралы фильмының ваҡиғалары тап ошо Черногорияла бара.
  • Тап Черногория Ф. Легарҙың "Веселая вдова" опереттаһындағы "Понтевердо кенәзлеге" прототибы була.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Fokker 100 Montenegro Airlines
Черногорияла дингеҙ паромы. Сентябрь 2018.
Тау юлындағы тоннель

Тимер юл ике төп йүнәлешкә эйә: Подгорицанан төньяҡҡа Белградҡа һәм Никшичҡа тиклем, Подгорицанан алып көньяҡҡа Бараға тиклем.

Черногорияла ҡала транспорты насар үҫешкән. Илдең таулы рельефы һәм машиналарҙың насар хәлдә булыу арҡаһында ҡала-ара автобус ташыу йыш ҡына расписание буйынса үткәрелмәй.

Илдә ике халыҡ-ара аэропорты эшләй. Подгорица аэропорты башлыса даими рейстарға, ә Тиват — чартер рейстарға иҫәп тота. Черногорияның милли авиаташыусыһы - Монтенегро авиалиниялары, ул Европа ҡалаларына рейстар башҡара.

Илдә өс телефон операторҙары бао: m: tel[en], Црногорски Телеком[sr] һәм Telenor.

Спорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күп спорт төрҙәре буйынса төрлө ярыштар үтә. Футболда бер нисә лигала чемпионаттар үткәрелә. 2008 йылдың йәйге Олимпия уйындарында Пекинда айырым йыйылма командаһы менән сығыш яһай. 2012 йылда Лондонда бойондороҡһоҙ Черногория тарихында тәүге Олимпия наградаһын илдең гандбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы килтерә, улар көмөш миҙал яулай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Черногория признала независимость Косово
  2. Евросоюз одобрил начало переговоров о вступлении Черногории в ЕС
  3. Черногория вступила в НАТО
  4. Fine 1994, p. 532
  5. ISO 3166-1 Newsletter No. V-12, Date: 26 September 2006. Дата обращения: 22 июнь 2016. Архивировано из оригинала 20 август 2008 года. 2008 йыл 20 август архивланған.
  6. RuWeb.net. Дата обращения: 27 ноябрь 2008. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  7. Сербия и Черногория — Кругосвет энциклопедияһынан
  8. Черногория подала заявку на вступление в Евросоюз
  9. Конституция Черногории на официальном сайте Скупщины (недоступная ссылка — история).
  10. Democracy Index 2018: Me too? Political participation, protest and democracy. The Economist Intelligence Unit (The EIU). Дата обращения: 25 ғинуар 2019.
  11. Montenegro nimmt Kurs auf EU und NATO (нем.) (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  12. Трамп подписал протокол о вступлении Черногории в НАТО. РИА Новости. Дата обращения: 26 апрель 2017.
  13. Все страны НАТО ратифицировали протокол о вступлении Черногории в альянс. РИА Новости. Дата обращения: 26 май 2017.
  14. Все члены НАТО ратифицировали протокол о вступлении Черногории. Дата обращения: 26 май 2017.
  15. Громов, Алексей Ратифицирован протокол о вступлении Черногории в НАТО. Федеральное агентство новостей No.1. Дата обращения: 26 май 2017. 2020 йыл 3 август архивланған.
  16. Черногория вступила в НАТО (5 июнь 2017).
  17. Официальные данные о переписи населения Черногории, на черногорском
  18. Zavod za statistiku Crne Gore — MONSTAT
  19. Стали известны результаты переписи населения в Черногории. Сеница.ру (30 июль 2011). Дата обращения: 30 май 2012. Архивировано из оригинала 6 март 2012 года. 2012 йыл 6 март архивланған.
  20. 20,0 20,1 Popis stanovništva, domaćinstava i stanova u Crnoj Gori 2011. godine Izdaje i štampa Zavod za statistiku Crne Gore — MONSTAT
  21. Montenegro: Ethnic composition: 2011 census
  22. World Economic Outlook Database, April 2019. IMF.org. International Monetary Fund. Дата обращения: 11 апрель 2019.
  23. CIA — The World Factbook — Country Comparison:: National product 2011 йыл 4 июнь архивланған. // CIA; в рейтинге ЦРУ у Черногории 159-е место, минус Евросоюз, который не является страной
  24. 24,0 24,1 24,2 24,3 24,4 Montenegro (ингл.). CIA (8 декабрь 2015). — Справка по Черногории на официальном сайте ЦРУ. Дата обращения: 8 декабрь 2015. 2020 йыл 16 октябрь архивланған.
  25. Statistical Office of Montenegro, Average earnings (wages) November 2018. Monstat.org. Дата обращения: 28 декабрь 2018.
  26. Crna Gora: Od 1. jula minimalna zarada 222 eura | Crna Gora | Al Jazeera Balkans
  27. Minimalna zarada od 1. jula 222 evra | Novosti.RS
  28. Crnogorci povećali minimalac na 222 € — Biznis Telegraf.rs
  29. Dobra vijest za zaposlene: Minimalac od 1. jula 222 eura — CdM
  30. RTCG — Radio Televizija Crne Gore — Nacionalni javni servis :: Ekonomija :: Od 1. jula minimalna zarada 222 eura
  31. Povećanje minimalne zarade će bitno popraviti status zaposlenih | MINA
  32. Minimalna zarada u Crnoj Gori povećana na 222 evra
  33. 33,0 33,1 Максакова М. А. Тенденции развития экономического сотрудничества России и стран Западных Балкан 2021 йыл 17 май архивланған.. Диссертация на соискание ученой степени кандидата экономических наук. — М., 2015. — С. 40-41.
  34. По данным портала atlas.media.mit.edu 2016 йыл 13 май архивланған..
  35. По данным портала atlas.media.mit.edu 2016 йыл 13 май архивланған..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]