Шривиджая

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шривиджая
Нигеҙләү датаһы 650
Дәүләт  Индонезия
Административ үҙәк Палембанг[d]
Урын Южная Суматра[d] һәм Палембанг[d]
Алмаштырылған Kingdom of Palembang[d] һәм Королевство Сингапура[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1377
Урынлашыу картаһы
Карта
 Шривиджая Викимилектә

Борободур ҡорам комплексы, IX быуат
Шривиджая стилендәге будда ҡорамы (пагода), Чайя, Таиланд

Шривиджая (Шривиджайя, Сривиджайя) (ҡыт. 三佛齐, 室利佛逝 200—1400) — үҙәге Суматра утрауында урынлашҡан боронғо Малайзия батшалығы, Малай архипелагы утрауҙарына һәм Көньяҡ-көнсығыш Азия ярҙарына ла йәйелгән була. Төрлө сығанаҡтарҙа күрһәтелгәнсә, беҙҙең эраның 200 һәм 500 йылдары араһында барлыҡҡа килә. Санскритан тәржемә иткәндә атамаһы таң ҡалырлыҡ еңеү тигән мәғәнәне бирә.

Шривиджаяла ваджраяна буддизмы сәскә атҡан, мәҙәниәт һәм сауҙа ныҡ үҫешкән, ә будда университеттары абруйлы һәм киң танылған була.

Үҙенең иң юғары үҫеше осоронда Шривиджая Суматра утрауы, Ява утрауының көнбайыш өлөшө, Калимантан утрауының бер өлөшө, Малакка ярымутрауы һәм хәҙерге Таиландтың бер өлөшө менән хакимлыҡ итә.

Тарихи мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заман көнбайыш тарих фәне өсөн Шривиджая бары тик 1918 йылда ғына, Францияның тарихсы ғалимдары санскритта яҙылған «Шри Виджая» исемен исламдағы «Срибуза» һәм ҡытай телендәге «Сань-фо-ци» атамалары менән сағыштырып ҡарағандан һуң ғына асыла.

Суматра утрауындағы Палембанг дәүләттең баш ҡалаһы була, һәм уның боронғо дәүнрҙә урынлашыуы хәҙерге ҡала урыны менән тап килеүе бик тә ихтимал. Индуизмдағы аҡыллыҡ һәм именлек аллаһы Ганешаның ҙур статуяһының нәҡ ошонда табылыуы быға турана-тура ишара тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Төрлө ҡоролма һәм объекттарҙың урынлашыуҙары буйынса ла төрлө фараздар килтерелә, мәҫәлән, Шри Виджая изге тауы хәҙерге Букит Сегунтанг тауы менән тап килә. Сығыштары менән шулай уҡ фаразланыуынса Ява утрауынан булған Шайлендрҙар династияһы дәүләт менән хакимлек иткән.

Шривиджаяға 500 йылға тиклем нигеҙ һалына, фараз буйынса ул Кантоли (Kan-t’o-li) дәүләте урынында барлыҡҡа килә. Ҡытай сығанаҡтарында йөҙ йылдан һуң Суматра утрауындағы ике батшалыҡ телгә алына — Джамби һәм Палембанг. Шул уҡ ваҡытта Джамби тигәне, етерлек дәрәжәлә көслө һәм ҡеүәтле булып, Ҡытай менән ныҡлы бәйләнеш урынлаштырып, тотороҡло мөнәсәбәттәр тотоп көн итә. Изге урындарға сәфәр ҡылыусы будда дине вәкиле И Цзин яҙып ҡалдырыуынса, 686 йылда Джамби Шривиджая тарафынан баҫып алына.

Сауҙа юлдарындағы уңайлы гаванда урынлашыуы Палембанг батшалығының сәскә атыуына булышлыҡ итә: бында төрлө туҡымалар, ҡиммәтле таштар, фил һөйәге, көмөш, камфара, ағастың затлы төрҙәре, татлы тәмләткестәр, төтәҫтәр, хатта филдәр менән һатыу итеү әүҙем һәм юғары кимәлдә ойошҡан рәүештә була. Сауҙа караптары Малакка һәм Зонд боғаҙҙары аша йөрөгән, улар Һиндостан, Ҡытай һәм Ғәрәбстан ярымутрауы тауарҙары менән алышҡан. Малакка боғаҙын шулай уҡ «диңгеҙ ебәк юлы» тип тә атағандар.

Иң юғары күтәрелеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]