Щелкачёв Владимир Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Владимир Николаевич Щелкачёв
Тыуған көнө

21 ноябрь 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Владикавказ, Терек өлкәһе, Рәсәй Империяһы

Вафат көнө

13 апрель 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (97 йәш)

Вафат урыны

Мәскәү, Рәсәй

Ил

Рәсәй Империяһы Рәсәй Империяһы
СССР СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

математика

Альма-матер

МДУ

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
«Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
«Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Сталин премияһы — 1950
Тышҡы һүрәттәр
Владимир Щелкачёв

Щелкачёв Владимир Николаевич (21 ноябрь 1907 йыл, Владикавказ, Терек өлкәһе, Рәсәй Империяһы — 13 апрель 2005 йыл, Мәскәү, Рәсәй) — инженер‑механик-ғалим, математик. Техник фәндәр докторы (1941), профессор (1941). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1968), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1996) һәм РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995), Башҡортостан Республикаһының (1997) һәм Татарстан Республикаһының (1997) атҡаҙанған нефтсеһе, Сталин премияһы лауреаты (1950). Ленин (1971), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948, 1957, 1980) һәм 4‑се дәрәжәлә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (1997) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Щелкачёв Владимир Николаевич 1907 йылдың 21 ноябрендә Рәсәй Империяһының Владикавказ ҡалаһында тыуа.

1922—1928 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында уҡый. 1930 йылға тиклем Мәскәүҙә Дәүләт нефть тикшереүҙәр институтында ғилми хеҙмәткәр, Халыҡ хужалыҡ институтының энергетик факультетында һәм Киске эшсән машина төҙөү институтының теоретик механика кафедраһында ассистент булып эшләй.

1930 йылда дини ойошма эше буйынса ҡулға алына. Суд ҡарары — концлагерҙә 3 йыл Алматыла һөргөнгә алмаштырыла. 1994 йылда реабилитациялана.

1931—1932 йылдарҙа Алматыла Иҫәп-иҡтисад техникумында математика уҡытыусыһы булып эшләй. 1932—1933 — Ҡаҙаҡ педагогия институтында юғары математика кафедраһының доценты. 1934—1939 йылдарҙа Грозный нефть институтында теоретик механика кафедраһының доценты һәм мөдире була. Киләһе ике йыл Владимир Николаевич Днепропетровск дәүләт университетының теоретик механика кафедраһының доценты вазифаһын биләй.

1941 йылда кире Грозный нефть институтына эшләргә ҡайта. 1944—1946 — Мәскәүҙә Наркомнефть нефть сығарыуының интексификацияһы буйынса махсус төркөмдөң хеҙмәткәре. 1992 йылға тиклем И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтында теоретик механика кафедраһының профессоры һәм мөдире булып эшләй.

1941 йылда «техник фәндәр докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 1942 йылда профессор вазифаһына лайыҡ була.

1971—1974 йылдарҙа ваҡытлыса нефть сыҡҡан урындарҙы эшкәртеү кафедраһының мөдире була. 1969 йылдан алып 1991 йылға тиклем Румынияла, Венгрияла, ГДР-ҙа, Ҡытайҙа һәм Сирияла нефть сыҡҡан урындарҙы эшкәртеү, ер аҫтында гидродинамика, юғары мәктәптә педагогика мәсьәләләре буйынса лекция циклдарын уҡый. Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының ағзаһы.

Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә, ер аҫты гидродинамикаһын һәм ғәмәли математика мәсьәләләрен өйрәнеүгә арналған. Туймазы нефть ятҡылығын продуктив ҡатламдарға һыу ебәреп үҙләштереү проектын төҙөүселәр араһында була.

Щелкачёв 350 тирәһе ғилми эштәр авторы була. Щелкачёв етәкселегендә техник фәндәренең 42 кандидат һәм 19 докторҙар әҙерләнә.

2005 йылдың 13 апрелендә Мәскәүҙә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1-се дәрәжә Сталин премияһы (1950)
  • Ленин ордены (1971)
  • өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1948, 1957, 1980)
  • 4‑се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены[1] (1997)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре
  • РСФСР газ һәм нефть сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре
  • РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1997)
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1997)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1996)

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Разработка нефтеводоносных пластов при упругом режиме. Мәскәү, 1959
  • Анализ современного состояния нефтедобычи и разработки нефтяных месторождений США. Мәскәү, 1961

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]