Эйәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эйәр
Рәсем
 Эйәр Викимилектә
Ҡатайҙарҙың йылан башлы эш эйәре. 1930-сы йй
Хәҙерге замандың универсаль эйәре

Эйәр — рус. Седло́ - һыбай һәм йөк ташыу өсөн менге малдың һыртына һалына торған ҡулайлама, амуниция өлөшө.

Иң таралған төрө - ат эйәре, дөйә һәм фил өсөн эшләнгән махсус эйәрҙәр ҙә була[1][2].

Бик боронғо осорҙа ҡайыштар ярҙамында беркетелгән ат япмаһы ҡулланылған, ә хәҙерге эйәрҙәр бик ҡатмарлы итеп эшләнә һәм йыш ҡына үтә ҡыйбат тора. Ат һыртына насар яйлаштырылған биллекле эйәр аттың арҡаһын һуғыуы (яралауы) ихтимал[3] [4]. Был хатта башҡорт халыҡ йыры "Тәфтиләү"ҙә лә сағылыш тапҡан:

Аҫтындағы эйәр атҡа тейәр,

Эйәре лә белмәҫ, ат белә.

Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен

Үҙе белмәһә лә, хал(ы)ҡ белә. [5]

Эйәр — хайуандарҙы ҡурсыу һәм һыбайлы өсөн уңайлылыҡ булдырыу маҡсатына хеҙмәт итә. Дөрөҫ эшләнгән эйәрҙә һыбайлының ауырлығы мал һыртына тигеҙ баҫа[6].

Эйәрсе —рус. сёдельщик - эйәр эшләү оҫтаһы.

Башҡорт эйәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттарҙа атланып йөрөргә менге аттар һәм айырым яу аттары булған. Ә был аттар өсөн эйәрҙәрҙең төрлө эшләнешлеләре ҡулланылған, эш эйәре, яу эйәре, ҡунаҡҡа тотонола торған һәм башҡа төр эйәрҙәр булған. Эш эйәренән башҡалары биҙәп, ҡаш ҡуйып та эшләнгән. Мәҫәлән, Абдрахман йырынан:

Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,

Егет, һалдыр эйәр ҡашыңа.

Атам дуҫы тиеп ышанма, егет,

Атаң дуҫы етер башыңа.


Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Frank Vincent. The Land of the White Elephant: Travels, Adventures, and Discoveries in Burma, Siam, Cambodia, and Cochin-China. — Indochina: Harper & Brothers, 1882. — 383 с.
  2. Richard Bulliet, Pamela Crossley, Daniel Headrick, Steven Hirsch, Lyman Johnson. The Earth and Its Peoples: A Global History. — Wadsworth Publishing; 6 edition, 2014. — С. 480. — ISBN 978-1285436913.
  3. Сара Муэ, Дебби Слай. Энциклопедия верховой езды. Лошадь и всадник. — М.: Росмэн, 2002. — С. 11—27. — ISBN 5-353-00691-7.
  4. Лошади. Большая энциклопедия. — АСТ. — 2016. — С. 80—82. — ISBN 978-5-17-096073-6.
  5. https://pesniclub.com 2020 йыл 24 февраль архивланған.
  6. Bennett, Deb.Bennett, Deb. Conquerors: The Roots of New World Horsemanship. — 1st edition. — Amigo Publications Inc, 1998. — P. 100. — ISBN 0-9658533-0-6.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сёдла // Товарный словарь / И. А. Пугачёв (главный редактор). — М.: Государственное издательство торговой литературы, 1960. — Т. VIII. — Стб. 35—41