Экологик һәләкәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Экологик һәләкәт — тәбиғәт комплекстарының тере организмдарҙың күпләп һәләк булыуы менән барған кире ҡайтарғыһыҙ үҙгәреше.

Классификация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәләкәт төрө: локаль һәм глобаль.

Локаль экологик һәләкәт бер йәки бер нисә локаль экологик системаның һәләк булыуына йәки етди боҙолоуына килтерә.

Глобаль экологик һәләкәт — глобаль экологик системаға, йәғни биосфераға, ниндәй ҙә булһа тышҡы йә эске тәьҫирҙең (тәьҫирҙәрҙең) мөмкин булған бөтә сиктәрҙе үтеп китеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүе ихтимал булған фараз ителгән ваҡиға (мәҫәлән, «Ядро ҡышы»).

Ҙур экологик һәләкәттәргә миҫалдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғи һәләкәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кислород һәләкәте
  • Ер-ҡар
  • Вулкандар урғылыу
  • Лимнологик һәләкәт

Техноген һәләкәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чернобыль һәләкәте, СССР — Украина, өлөшләтә Белоруссия һәм Рәсәй территориияһының радиация менән бысраныуы
  • Севезо химия заводында (Италия) авария
  • Бхопалда (Һиндостан) цианлы берләшмәләрҙың һауаға сығарылыуы
  • Эсәр һыуҙың ағыуланыуы, Бангладеш, Һиндостан
  • Арал диңгеҙенең һәләк булыуы, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан— диңгеҙҙең юҡҡа сығыуы
  • Һауала СО2 күбәйеү, глобаль йылыныу һәм мәрйендәрҙең һәләк булыуы
  • 1991 йылғы һуғыш ваҡытында Ираҡ армияһы тарафынан Фарсы ҡултығына нефть түгелеү
  • 1970 йылдағы Канада  экологик һәләкәте
  • 2010 йылда Венгриялағы экологик һәләкәт — алюмин етештереү заводында дамба өҙөлә, һөҙөмтәлә йөҙҙәрсә гектар ер, Дунай йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары «ҡыҙыл шлам» менән бысратыла
  • Мексика ҡултығында Deepwater Horizon нефть платформаһының шартлауы
  • ЯпониялаФукусима АЭС-ындағы авария

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]