Эмпайр-стейт-билдинг

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нью-Йорктағы үтә бейек йорт
Эмпайр-стейт-билдинг
ингл. Empire State Building
Координаты: пропущена долгота
Период строительства1929—1931 
NRHP исемлегендә17 ноябрь 1982 
NHL статусы24 июнь 1986 
NYCL статусы19 май 1981 
Стильар-деко 
Материалдарҡорос, алюминий, гранит, бетон, эзбизташ 
Бейеклеге443,2 м
Ҡыйыҡҡа тиклем бейеклеге381 м
Өҫкө этаж бейеклеге373,1 м
Күҙәтеү майҙансығы бейеклеге373,1 м
Киңлеге140 м
Биналар майҙаны208 879 м²
Лифттар иҫәбе73 
Ҡаттар иҫәбе103[1] 
Финанс характеристикаһы
Хаҡы41 млн $ (629 млн $ в 2014 году) 
ПроектлыусыShreve, Lamb and Harmon 
МилексеW&H Properties 
ДевелоперStarrett Brothers and Eken 
Урынлашыуы
АдресМанхэттен, Бишенсе авеню, 350 
Метро34-се урам – Геральд-сквер (Нью-Йоркск метроһы) 
Почта индексы10118[2] 
Нью-Йорк
Красная точка
Эмпайр-стейт-билдинг
Emporis114095 
SkyscraperPage23 
Сайтesbnyc.com 
 Эмпайр-стейт-билдинг Викимилектә

Эмпайр-стейт-билдинг[3][4] (англ. Empire State Building) — Нью-Йорк ҡалаһының Манхэттен утрауындағы 103 ҡатлы йорт. Офис бинаһы. 1931 йылдан 1970 йылға тиклем, Бөтөн донъя сауҙа үҙәгенең Төньяҡ башняһы асылғансы, донъяның иң бейек бинаһы иҫәпләнә. 2001 йылда Бөтөн донъя сауҙа үҙәгенең башнялары ҡолағас, 2012 йылға тиклем тағы ла Нью-Йорктың иң бейек йорто булып ҡала. 2012 йылда 1-се Бөтөн донъя сауҙа үҙәге бейеклеге буйынса уны уҙып китә. Бинаның архитектураһы ар-деко стиленә ҡарай.

1986 йылда Эмпайр-стейт-билдинг АҠШ-ның милли тарихи һәйкәлдәре исемлегенә ингән[5][6][7]. 2007 йылда Америка архитекторҙары институты һайлауы буйынса, беренсе һанлы бина иң яҡшы Америка архитектура сиселеше исемлегенә индерелә[8] Владельцем и управляющим зданием является компания W&H Properties.[9]. Бинаның хужаһы һәм идарасыһы булып W&H Properties компанияһы тора[10]. Башня Бишенсе авенюла, Көнсығыш 33-сө һәм 34-се урамдары араһында урынлашҡан.

Эмпайр-стейт-билдинг хәҙерге мәлдә бейеклеге буйынса Ҡушма Штаттарҙа дүртенсе урында, ул Нью-Йорктағы Иреклек Башняһы, Чикаголағы Уиллис-тауэр, Халыҡ-ара отель һәм Трамп башняһынан ғына ҡалыша. Донъяла бейеклеге буйынса 22-се урында. Бинаны әлеге мәлдә 550 млн долларға реконструкциялайҙар, 120 млн доллар бинаны энергияны аҙ ҡулланыусы экологик структураға әйләндереүгә тотонола.

Оҙонлоғо 30 метр, бейеклеге 3 ҡат холл мәрмәр менән ҡапланған һәм донъяның 7 мөғжизәһен һәм 8-сеһен — Эмпайр-Стейт-Билдингтың үҙен һүрәтләгән 8 панно менән биҙәлгән. «Гиннестар рекорды» залында ҡыҙыҡлы рекордтар коллекцияһы тупланған. Лифтта 86-сы, шулай уҡ 102-се ҡаттағы күҙәтеү майҙансығына күтәрелергә була.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Проектлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башняның атамаһы Нью-Йорк штатының халыҡ телендәге исеменән килеп сыҡҡан, уны «империя штаты» тип йөрөтәләр. Башняның исемен «Империя штаты йорто» тип тәржемә итергә була, уның проектың «Шрив, Лэм и Хармон» (англ. Shreve, Lamb and Harmon) архитектура фирмаһы төҙөй (проекттың төп архитекторы Уилльям Ф. Лэмб). Алдараҡ Уинстон-Сейлемдағы Рейнольдс-билдинг, Төньяҡ Каролина һәм Цинциннатилағы Керью Тауэр (англ. Carew Tower), Огайо биналарын эшләгәндәге һыҙмалар ҡулланылған. Шундай бер йола бар: Эмпайр-стейт-билдинг хеҙмәткәрҙәре йыл һайын Атайҙар көнөндә (июндең өсөнсө йәкшәмбеһе) ихтирам йөҙөнән Рейнольдс-билдинг хеҙмәткәрҙәренә открытка ебәрә.

Төҙөлөштөң төп подрядсылары The Starrett Brothers and Eken, проект Джон Раскоб (англ. John J. Raskob) һәм DuPont президенты Пьер Дюпон тарафынан финанслана.

Төҙөлөш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эштәр 1930 йылдың 22 ғинауарында, башняны төҙөү 17 мартта Изге Патрик көнөндә башлана. Төҙөлөштә 3400 эшсе ҡатнаша, уларҙың күбеһе Европанан килгән эмигранттар була, шулай уҡ Монреаль эргәһендәге Канаваке резервацияһынан килгән мохокиҙар (могавктар) ҡәбиләһе вәкилдәре — ҡорос конструкцияларҙы төҙөүсе-монтажлаусылар һаны бер нисә йөҙ тәшкил итә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, төҙөлөш барғанда үлемгә килтергән алты осраҡ теркәлә[11].

Фотограф Льюис Векес Хайндың һүрәттәре төҙөлөштөң төрлө этаптарын сағылдырған мөһим тарихи сығанаҡ ҡына түгел, унда эшселәрҙең тормошон һәм эшләү шарттарын күрергә була. Ҡорос урҙала ултырған монтажсы шул дәүерҙең символына әүерелә. Бина төҙөлөшө Нью-Йоркта шул мәлдә күҙәтелгән бейек йорттар төҙөү буйынса үҙенсәлекле ярыштың бер өлөшөнә әүерелә. Тағы ике проект — Уолл-стрит, 40 менән Крайслер Билдинг был мәлдә төҙөлөп бөтөп барған була, Эмпайр-стейт-билдинг ҡалҡып сыҡҡанға тиклем уларҙың икеһе лә бер нисә ай буйына иң бейек йорт булып иҫәпләнә. Төҙөлөш 410 көн бара. Бер аҙна эсендә яҡынса дүрт ҡат төҙөлә, бер ваҡыт ун көн эсендә 14 ҡат эшләнеп бөтә. Рәсми асыу тантанаһы 1931 йылдың 1 майында була. АҠШ Президенты Герберт Гувер Вашингтондан тороп төймәгә генә баҫып, бинала ут яҡтырта. Киләһе йылына бинаның башындағы яҡтыртыу ҡорамалдарын беренсе тапҡыр ҡулланып, 1932 йылдың ноябрендәге президент һайлауҙарында Гуверҙы үтеп киткән Рузвельт еңеүен байрам итә[12].

Башня төҙөлөшөндә урҙаны тоташтырыусы эшсе. Артҡы планда Крайслер Билдингты күрергә була.


Асыу тантанаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1931 йылдың 1 майында губернатор Смиттың балалары таҫманы киҫкәндә, АҠШ-ла Бөйөк депрессия мәле була. Шуға ла биналағы бар урындарҙы ла ҡуртымға биреп бөтөп булмай, һөҙөмтәлә уны «Буш-стейт-билдинг» (англ. Empty State Building) тип атай башлайҙар. Бөтөн урындар ҙа тулыу өсөн ун йыл ваҡыт кәрәк була[13][14]. Бина 1950 йылға тиклем хужаларына килем килтермәй. 1951 йылда Роджер Стивенс һәм уның партнерҙарына 51 млн долларға һатҡандан һуң (ул мәлдә бер бина өсөн түләнгән иң ҙур хаҡ) бина зыянлы булыуҙан туҡтай[15].

Ваҡиғалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эксплуатация башланғас, бинаның шпилен дирижаблдәр бәйләй торған мачта итеп ҡулланырға уйлайҙар. 102-се ҡат махсус туҡтау платформаһы итеп ҡулланыла, 86-сы ҡаттан 102-се ҡатҡа йөрөгән махсус лифт пассажирҙарҙы ташырға, уларҙы теркәү 86-сы ҡатта булырға тейеш була[16]. Әммә хәүефлек йәһәтенән был идеяны тормошҡа ашырыу мөмкин булмай. 1952 йылда терминал урынына телекоммуникацион ҡоролма ҡуйыла.

1945 йылдың 28 июлендә ҡуйы томан эсендә подполковник Уильям Смит тарафынан идара ителгән АҠШ-тың ВВС бомбардировщигы В-25 «Митчелл» бинаның төньяҡ фасадына бәрелә. Бер двигатель башняны үтеп сығып, күрше бинаға ҡолай, икенсеһе лифт шахтаһына төшә. Был бәрелеш һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғын 40 минут эсендә һүндерелә. Инцидентта 14 кеше һәләк була[17][18]. Лифтсы Бетти Лу Оливер лифтта 75-се ҡаттан ҡолап төшөп иҫән ҡала һәм Гиннестар китабына инә[19].

Небоскреб фасадындағы бомбардировщик ҡалдыҡтары

Үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыу осраҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бина ҡулланыла башлағандан алып бындай 30 осраҡ теркәлә[20]. Беренсеһе төҙөлөш тамамлағас та, күптән түгел эштән ҡыуылған эшсе тарафынан эшләнә. 1947 йылда күҙәтеү майҙансығы тирәләй һаҡлаусы ҡоролма ла ҡуйыла, сөнки 3 аҙна эсендә 5 тапҡыр суицид яһарға тырышыу була[21]. 1979 йылда мисс Элвита Адамс 86-сы ҡаттан һикерә. Әммә көслә ел уны 85-се ҡатҡа алып ташлай. Һуңғы суицид осрағы 2007 йылдың 13 апрелендә теркәлә, һөнәри эшмәкәрлегендә уңышһыҙлыҡ кисергән адвокат 69-сы ҡаттан һикерә[22].

Бейеклеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бинаның бейеклеге шпилгә тиклем — 443.2 м һәм ҡыйығына тиклем 381 м. 41 йыл буйына ул Нью-Йорктың, 23 йыл дауамында донъяның иң бейек йорто иҫәпләнә. 1972 йылда Бөтөн донъя сауҙа үҙәгенең төньяҡ башняһы Эмпайр-стейт-билдингты үтеп китә. 2001 йылдың 11 сентябрендәге террористик акт һөҙөмтәһендә сауҙа үҙәгенең башнялары емерелә һәм ул тағы ла Нью-Йорктың иң бейек бинаһы булып ҡала һәм 2009 йылға тиклем АҠШ-та бейеклеге буйынса Чикагоның Уиллис-Тауэрынан ҡала икенсе урында тора. Бөгөнгө көндә ул бейеклеге буйынса Америкала бишенсе урында.

Бина Манхэттендың иң матур йорттары исемлегендә дүртенсе урында.

Параметрҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Архитектура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бинала 103 ҡат, уның бейеклеге — 381,3 метр. Үткән быуаттың 50-се йылдарында ҡуйылған телевизион башня менән дөйөм бейеклеге — 443 метр. Нигеҙендәге киңлеге яҡынса 140 метр. Коммерция майҙандары бинаның 85 ҡатын ала (257 211 м²). Ҡалған 16 ҡат ар-деко стилендәге төҙөлөш, 102-се ҡатта күҙәтеү майҙансығы урынлашҡан. Эмпайр-стейт-билдинг — 100-ҙән ашыу ҡаты булған донъялағы беренсе бина. Башняла 6500 тәҙрә, 73 лифт бар. Бинаның ауырлығы 331 000 тонна, ул ике ҡат нигеҙгә ҡоролған һәм ауырлығы 54 400 тонна булған ҡорос конструкция менән нығытылған. Уны төҙөүгә 10 млн кирбес, 700 километр кабель киткән. Тәҙрәләрҙең дөйөм майҙаны — 2 гектар, нигеҙҙең майҙаны — 8 мең м². Баҫҡыста 1860 тупһа, йылына бер тапҡыр баҫҡыс буйлап күтәрелеү буйынса ярыш ойошторола. Офис бүлмәләренә 15 000 кеше һыя, лифттар бер сәғәт эсендә 10 000 кешене йөрөтә ала. Башняла яҡынса 1000 офис, хеҙмәткәрҙәр һаны 21 000 кеше, Эспайр-стейт-билдинг хеҙмәткәрҙәр иҫәбе буйынса Пентагондан ҡала икенсе урында тора. Торбаларҙ дөйөм оҙонлоғо — 113 метр, электр үткәргестәрҙеке — 760 км[23]. Быу менән йылытыла.

Ҡайһы бер заманса бейек йорттарҙан айырмалы рәүештә, башня фасады классик стилдә эшләнгән[8]. Эстәге холдың оҙонлоғо 30 метр, бейеклеге 3 ҡат. Ул донъяның ете мөғжизәһе һүрәттәре менән биҙәлгән, тик уларға 8-се мөғжизә — Эмпайр-стейт-билдинг үҙе өҫтәлгән.

Башняның урамдан күренеше

Яҡтыртыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1964 йылда прожектор менән яҡтыртыу системаһы ҡуйыла, ҡайһы бер иҫтәлекле даталар ваҡытында бинаның өҫкә өлөшө төрлө төҫтәр менән яҡтыртыла. Мәҫәлән, Фрэнк Синатраның 80 йәшлек юбилейынан һәм йырсының үлемен һуң бина күк төҫтә яҡтыртыла, сөнки йырсыны «Күк күҙле мистер» тип йөрөтәләр. 2004 йылдың 8 авгусында актриса Фэй Рэй үлгәс, бяшныла 15 минутҡа ут һүндерелә[24].

Ғәҙәти яҡтыртыуға өҫтәп, Нью-Йорктың спорт командалары ярыштары үткәндә бина был командаларҙың төҫөнә биҙәлә.US Open теннис турниры мәлендә һары төҫ өҫтәнлөк итә. Бөйөк Британияның Берләштерелгән Короллеге һәм Төньяҡ Ирландия Королеваһы Елизавета II юбилейын билдәләгәндә көрән-алтын төҫ ҡулланыла. Гей-парадтар мәлендә башня йәйғор флагы төҫөнә биҙәлә[25].

Яҡтыртыуҙың бер варианты

Күҙәтеү майҙандары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эмпайр-стейт-билдингтың күҙәтеү майҙандары туристарҙың иң яратҡан урыны. 86-сы ҡаттан киң панорама күренә. Бында 110 млн кеше менгән. 102-се ҡатта тағы бер күҙәтеү майҙансығы бар, 1999 йылда ул ябыла һәм 2005 йылда ҡабаттан асыла. Өҫкө майҙансыҡ тулыһынса ябыҡ, уның майҙаны бер аҙ бәләкәйерәк. Кеше күп булған саҡта уны ябып торалар. Туристар күҙәтеү майҙандары өсөн хаҡты 86-сы ҡаттағы кассала түләй, 102-се ҡат өсөн хаҡ айырым[26].

Эмпайр-стейт-билдингтан Нью-Йоркка панорама. 2005 йылдың яҙы.
Эмпайр-стейт-билдингтан Нью-Йоркка панорама. 2005 йылдың яҙы.

Аттракциондар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе ҡатта 1994 йылда аттракцион асыла. Ул New York Skyride тип атала һәм ҡала буйлап һауанан сәйәхә итеү имитацияһын тыуҙыра. Аттракциондың оҙайлығы — 25 минут. 1994 йылдан 2002 йылға тиклем аттракциондың иҫке версияһы эшләй, унда «Звездный путь» сериалынан Джеймс Духан менән Скотт самолет пилоты сифатында юмористик стилдә шторм мәлендә самолетты контролдә тоторға тырыша. 2001 йылдың 11 сентябрендәге теракттан һуң был аттракцион ябыла. Яңы версияла сюжет һаҡлана, әммә декорацияларҙан Бөтөн донъя сауҙа үҙәге башняһы алына, Духан урынына Кевин Бэйкон пилот була. Уға шулай уҡ патриотик элементтар индерелгән.

Эмпайр-стейт-билдинг сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1933 йылда сыҡҡан «Кинг-Конг» фильмындағы гигант горилла менән алыш тап Эмпайр-стейт-билдинг башында була. Бинаның образы миллион тамашасыларҙың хәтеренә уйылып ҡала. 1983 йылда фильмдың 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә шарҙар менән тәбиғи ҙурлығына өрөп тултырылған Кинг-Конг бинаның ҡыйығына урынлаштырыла. 2005 йылда был фильмға ремейк төшөрөлә, финал сәхнә шулай уҡ бяшняла бара.

1964 йылда Энди Уорхолдың «Эмпайр» тигән документаль фильмы сыға. Ул 8 сәғәт 5 минут бара. Кинематографик картиналар исемлеге бинаның рәсми сайтында алып барыла[27].

Спорт ярыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эмпайр-стейт-билдинг йүгереү майҙансығы ла. 5 февраль көнө уның баҫҡыстары буйлап ярыш үтә. Кемдер 1576 баҫҡысты бер нисә минутта үтә. 2003 йылда Пол Крейк рекорд ҡуя, уны әлегә тиклем бер кем дә үтмәгән — 9 минут 33 секунд. Бынан тыш, янғын һүндереүселәр, полиция хеҙмәткәрҙәре араһында ла ярыштар үтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Inaccessible New York: Up To The 103rd Floor Of The Empire State Building.
  2. 2,0 2,1 https://commercialobserver.com/2012/09/the-vanity-zip/
  3. Эмпайр-стейт-билдинг, -а и нескл., м. (здание в Нью-Йорке). Ҡалып:Книга:Прописная или строчная
  4. Также встречаются иные варианты написания, например, в книге Д. И. Ермоловича «Имена собственные на стыке языков и культур» (издание 2001 года) в главе 4.1.2 «Топонимы в переводе» приводится написание «Эмпайр Стейт Билдинг»
  5. Empire State Building. Список национальных исторических памятников. National Park Service (11 сентябрь 2007). Архивировано 28 август 2011 года. 2012 йыл 18 апрель архивланған. (инг.)
  6. Empire State Building Кандидаты на звание национального исторического памятника. National Park Service (26 апрель 1985). 2009 йыл 29 март архивланған. (инг.)
  7. Фотографии здания и интерьеров, 1978. Национальный реестр исторических мест США. National Park Service (26 апрель 1985). 2009 йыл 29 март архивланған. (инг.)
  8. 8,0 8,1 White, Norval & Willensky, Elliot; AIA Guide to New York City, 4th Edition; New York Chapter, American Institute of Architects; Crown Publishers. 2000. p.226.
  9. W&H Properties — Empire State Building (инг.)
  10. W&H Properties — Empire State Building (инг.)
  11. about.com Интересные факты об Эмпайр-стейт-билдинг (инг.)
  12. История освещения здания 2003 йыл 31 июль архивланған. (инг.)
  13. NYT Travel: Empire State Building (инг.)
  14. A Renters' Market in London 2010 йыл 19 апрель архивланған. (инг.)
  15. [1](недоступная ссылка)Документальный фильм о Нью-Йорке.
  16. Kenneth T. Jackson: The Encyclopedia of New York City: The New York Historical Society; Yale University Press; 1995. стр. 375—376. (инг.)
  17. «Empire State Building Withstood Airplane Impact» (инг.)
  18. «Plane Hits Building — Woman Survives 75-Story Fall» 2011 йыл 18 март архивланған. (инг.)
  19. guinnessworldrecords.com
  20. iht.com
  21. Compass American Guides: Manhattan, 4th Edition. Reavill, Gil and Zimmerman, Jean P. 160.
  22. New York Daily News 2009 йыл 17 декабрь архивланған.
  23. Официальный сайт 2009 йыл 18 сентябрь архивланған. (инг.)
  24. [2] 2011 йыл 12 май архивланған. thevillager.com
  25. The Empire State Building Lit Up With Rainbow Colors In Honor of New York City Pride Week
  26. Empire State Building : Official Internet Site 2008 йыл 11 декабрь архивланған.
  27. ESB in the Movies (ингл.). Empire State Building Company LLC. Дата обращения: 17 апрель 2012. Архивировано 31 май 2012 года. 2012 йыл 26 апрель архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]