Яҡшығолов Сафуан Суфиян улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яҡшығолов Сафуан Суфиян улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1871
Тыуған урыны Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1931
Вафат булған урыны Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир

Яҡшығолов Сафуан Суфиян улы (апрель 1871июль 1931) —мәғрифәтсе-шағир, мулла һәм уҡытыусы. 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сафуан Суфиян улы Яҡшығолов 1871 йылдың апрелендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенә ҡараған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы) Илсеғол ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. Үҙ ауылында мәҙрәсәлә уҡый[1].

1895 йылда Дәүләкән мәҙрәсәһен тамамлай, Яңы Яппар ауылына мулла итеп тәғәйенләнә. Ауылда мәҙрәсә аса, унда рус теленән белем бирә.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1904 йылда рус-япон һуғышында ҡатнаша. Был турала яҙған «Порт-Артурҙан» тигән шиғыры бар. 1906 йылдан уның шиғырҙары матбуғатта күренә башлай.

«Мөғәллим Солтангилде әфәнденең мәрҫиәһе»(Ҡаҙан, 1908), «Башҡорт хәлдәре», Стәрлетамаҡ (1911), «Дим буйы» (Ҡаҙан, 1912) шиғри йыйынтыҡтары Сафуан Яҡшығоловтоң ысын мәғәнәһендә мәғрифәтсе шағир булып китеүен таныта, ул башҡорт ерҙәрен талауға һәм тыуған яғын коллонизациялауға ҡаршы сығыш яһай. Ә уның «Күңел ялҡындары»(Өфө, 1916) йыйынтығындағы шиғырҙарында үҙ халҡы яҙмышы тураһындағы филисофик лирика өҫтөнлөк итә.

«Башҡорт хәлдәре» тип аталған йыйынтығына Өфөнөң «Ваҡыт» гәзите шундай баһа бирә:

«Китап шиғыр илә ватандаштарыбыҙ башҡорттар хәлен гүзәл һүрәттә бәйән ҡылған, шуға тәртип ҡылыусыһы ла (яҙыусыһы) С.Яҡшығолов ысын башҡорттан булғанлығы сәбәпле, тағы әһәмиәте ҙур. Был шиғыр башҡорттар менән бәйле бөтәһе тураһында ла башҡорттарҙың үҙ ҡулдары менән яҙылғанлыҡтан,тарихта лайыҡлы урын алырға хаҡлы, тип белдерһәк,һис кенә лә арттырыу булмаҫ»

«Ватандаш» журналындағы мәҡәлә

.

Шиғырҙарында Сафуан Яҡшығолов дин әһелдәрен тәнҡитләй, батшалыҡтың коллониаль сәйәсәтенә ҡаршы сығыш яһай, ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарын яҡлап сыға. Октябрь ихтилалын сәләмләп, «1917 йылғы Октябрь революцияһы байрамы уңайынан» (1919) тигән шиғырын яҙа.

И. А. Крылов, И. И. Дмитриев, Л. Н. Толстой мәҫәлдәрен башҡортсаға тәржемә итә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында, властарҙың эҙәрлекләүҙәренә дусар булғанлыҡтан, ижади эшмәкәрлектән ситләшергә мәжбүр була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]