Ғазиантеп

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғазиантеп
төр. Gaziantep
Рәсем
Рәсми атамаһы Gaziantep
Дәүләт  Төркиә
Административ үҙәге Ғәзиантеп[d]
Административ-территориаль берәмек Ғәзиантеп[d], Алеппо[d] һәм Айнтаб[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Ойошма ағзаһы Creative Cities Network[d]
Халыҡ һаны 1 567 205 кеше (31 декабрь 2017),
853 513 кеше (2000),
1 775 904 кеше (31 декабрь 2021)[1],
1 278 676 кеше (31 декабрь 2009)[1],
1 680 723 кеше (31 декабрь 2022)[1],
1 421 457 кеше (31 декабрь 2013)[1],
603 434 кеше (1990),
478 635 кеше (1985),
374 290 кеше (1980)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 850 метр
Туғандаш ҡала Әл-Күвәйт, Дуйсбург, Флоренция, Алеппо, Дубай, Керманшах[d], Сёдертелье[d], Неймеген, Людвигсхафен-ам-Райн[d], Вибо-Валентия[d], Харьков, Ирбид[d], Карлстад[d][2], Северная Никосия[d], Питтсбург[d][3] һәм Минск[4]
Майҙан 7642 км²
Почта индексы 27 000
Рәсми сайт gaziantep.bel.tr
Городское население 160 152, 227 652, 300 882, 374 290 һәм 478 635
Сельское население 75 320, 71 197, 72 056, 75 102 һәм 80 476
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 221 140 һәм 12 100 ± 99[5]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Gaziantep[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Gaziantep[d]
Карта
 Ғазиантеп Викимилектә

Ғазиантеп (рус. Газиантеп, төр. Gaziantep) — Төркиәнең көньяғындағы ҡала, Ғазиантеп провинцияһының административ үҙәге.

Ҡалала 1 560 023 кеше йәшәй, был һан буйынса ул илдә алтынсы урында тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала антик Тавр Антиохияһы булған (Antiochia ad Taurum) тип фаразлана. Урта быуаттарҙа Антеп (әрм. Այնթապ/Айнтап, курд. Dîlok) атамаһы нығынған.

1921 йылдың 8 февралендә Төркиәнең Бөйөк милли мәжлесе «француз оккупанттары менән көрәштә ҡала халҡының ҡаҙаныштары» өсөн ҡала атамаһына «ғази» («еңеүсе»)титулын өҫтәп Ғазиантеп тип йөрөтә башлағандар [6].

Ғазиантеп деликатестары менән билдәле төбәк. Ҡала Көньяҡ-Көнсығыш һәм Көнсығыш Төркиәнең иҡтисади үҙәге булып тора. Ғазиантептағы эре сәнәғәт предприятиелары һаны, тотош төрөк сәнәғәтенең дүрт процентын тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта ваҡ тармаҡтарҙа был һан алты процентҡа етә. Бынан тыш, Ғазиантеп ойошторолған эре сәнәғәт зоналарына эйә, экспорт һәм импортт буйынса беренсе урынды биләй [7]. Ҡала йәшел зәйтүн майы нигеҙендә һабын етештереү үҙәге булып тора.

Ғазиантепта туризм индустрияһы яҡшы үҫешә. Келәм етештереү буйынса донъя йөҙөндә алдынғы урындар биләй, ҡалала йөҙҙән ашыу келәм етештереү ҡоролмаһы бар. Фисташка үҫтереү үҙәге булараҡ билдәле

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала Тавр һыртының көньяҡ итәгенжә, Евфраттан 40 км көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғазиантеп климаты Урта диңгеҙҙекенә яҡын, әммә континенталь йәһәттән күпкә ҡырҡараҡ. Урта диңгеҙ климатынан айырмалы, ҡыш һалҡынсараҡ һәм йәй эҫерәк. Ямғырлы ҡыш, ҡар һәм рашҡы яуыусан, ваҡытлыса ҡар ҡатламы барлыҡҡа килеүе мөмкин.


Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 19,0 21,0 27,4 34,0 37,8 39,6 44,0 42,0 40,8 34,4 27,3 25,2 44,0
Уртаса максимум, °C 8,0 9,6 14,3 19,9 25,7 31,5 35,6 35,6 31,4 24,4 16,2 10,0 21,45
Уртаса температура, °C 3,1 4,4 8,4 13,3 18,7 24,1 27,8 27,5 22,9 16,4 9,3 4,8 15,1
Уртаса минимум, °C −0,8 0,1 3,2 7,5 12,0 17,1 21,0 21,0 16,3 10,5 4,5 1,0 9,45
Абсолют минимум, °C −16,8 −15,6 −11 −2,5 3,2 7,1 11,8 12,7 6,4 −1,3 −7 −13,4 −16,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 90,2 83,3 74,5 56,1 29,3 7,9 6,3 6,6 7,8 38,7 68,3 93,6 562,6
Сығанаҡ: Dmi.gov.tr

[8]

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала боронғо Зевгма ҡалаһынан килтерелгән мозаика музейы. Ул 2011 йылдың 9 сентябрендә асылған. Музей нигеҙен археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында Зевгма ҡалаһында табылған артефакттар, башлыса мозаика, тәшкил итә. Уларҙы Биреджик плотинаһы төҙөгән саҡта һыу аҫтында ҡалмаһын өсөн күсереп алғандар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Mehmet Önal: Mosaics of Zeugma. A Turizm Yayınları, Istanbul 2002. ISBN 975719994-X

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]