Ғәмәл Әлбинсәйет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәмәл Әлбинсәйет
индон. Gamal Albinsaid
Тыуған көнө

8 сентябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (34 йәш)

Тыуған урыны

Маланг, Көнсығыш Ява, Индонезия

Гражданлығы

Индонезия Индонезия

Эшмәкәрлеге

табип, эшҡыуар

Ғәмәл Әлбинсәйет (индон. Gamal Albinsaid; 8 сентябрь 1989 йыл) — Индонезия табибы, 2013 йылда, 24 йәшлек сағында, «Garbage Clinical Insurance» («Сүп-сар медицина страховкаһы») проектын аса. Проекттың асылы шунан тора: һәр бер фәҡир, сүп-сар йыйып, уны табипҡа түләүһеҙ күренеү йә балаһын балалар баҡсаһына алып барыу хоҡуғын бирә торған купонға алмаштыра ала. Проект бәләкәй килемле кешеләргә квалификациялы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген биреп кенә ҡалмай, илдең сүп-сарҙан таҙарыуына ла булышлыҡ итә. Әлбинсәйет ойошторған коммерция предприятиеһының бөтә килеме ошо проектты киңәйтеүгә китә (икенсел сеймалды ҡабул итеү пункттары асыуға)[1][2][3][4][5].

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә проект 2 мең фәҡиргә ярҙам итә һәм донъяла киң билдәлелек ала (2015 йылдың апреленә «Garbage Clinical Insurance» 3,5 мең кешегә ярҙам күрһәткән). Башланғыс осорҙа Әлбинсәйеттең компанияһы Маланг ҡалаһындағы биш клиниканы аккредитациялай, улар фәҡирҙәр тарафынан сүп-сарға алмаштырып алынған купондарҙы ҡабул итә. Органик ҡалдыҡтар ашлама итеп эшкәртелә, ә органик булмағандары сүп-сар эшкәртеүсе махсус компанияларға тапшырыла. Алынған килемдәр проект ағзаларының медицина сығымдарын ҡаплауға тотонола (Әлбинсәйет проектта эшләүгә 88 медицина ирекмәне, 15 табип һәм 12 шәфҡәт туташы яллай, шулай уҡ башҡа акушеркалар, фармацевтар һәм дантистар менән килешеүҙәр төҙөй). Бер аҙҙан Әлбинсәйет ҙур булмаған үҙ клиникаһын асыуға өлгәшә[4][6].

Әлбинсәйет шулай уҡ Indonesia Medika медицина үҫеше ойошмаһын аса һәм уның генераль директоры булып тора. Ул — Prince of Wales Young Sustainability Entrepreneur Prize[7], Индонезияның тикшеренеүҙәр һәм технологиялар министрлығының Inspiring Scientific Award, AusAID Indonesian Social Innovator Award лауреаты, Unilever компанияһынан Unilever Sustainable Living Young Entrepreneur Awards финалсыһы. Ул шулай уҡ Ашока фондының Ashoka Young Changemaker ағзаһы[6][8][9].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ата-әсәһе медицина ярҙамына түләй алмағанлыҡтан эсе китеп вафат булған 3 йәшлек ҡыҙ тураһында ишеткән Әлбинсәйеттә проект идеяһы тыуа. Халҡының 60%-ы самаһының медицина страховкаһы булмаған Индонезия өсөн был киң таралған проблема булып тора. Шул уҡ ваҡытта Индонезия ауылдарында сүп-сарҙы йыйып эшкәртеү ҡабул ителмәгән, ҡатырға менән пластмассаны сүп эшкәртеүселәргә һатырға мөмкин булыр ине (илдә сүптең яртыһы ғына йыйыла). Шулай итеп, Әлбинсәйет фәҡир кешеләр өсөн медицина хеҙмәттәре күрһәтеү юлын таба: билдәле күләмдә ҡатырға, пластик шешәләр һәм башҡа пластмасса тапшырған ярлы кеше айына ике мәртәбә клиникаға барыу мөмкинлеген биргән иң ябай страховка ала. Тиҙҙән Әлбинсәйеттән өлгө алыусылар идеяны һаулыҡ һаҡлауға ғына түгел, сифатлы белем биреү өлкәһендә лә ҡуллана башлай[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Индонезия: чистота – залог здоровья. euronews. Дата обращения: 1 май 2015.
  2. Собираешь мусор — бесплатно идешь к врачу. Милосердие.ru. Дата обращения: 1 май 2015.
  3. Индонезия: чистота – залог здоровья. Waste Managment System. Дата обращения: 1 май 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 In Indonesia, Patients Can Trade Trash For Free Health Care (ингл.). Fast Company & Inc. Дата обращения: 1 май 2015.
  5. This Doctor Lets Poor Patients In Indonesia Pay For Their Health Care With Recyclable Trash (ингл.). The Huffington Post. Дата обращения: 1 май 2015.
  6. 6,0 6,1 Gamal Albinsaid (ингл.). Ashoka Changemakers. Дата обращения: 1 май 2015. 2015 йыл 28 март архивланған.
  7. Garbage Clinical Insurance: Young Indonesian Doctor Receives Award From Prince of Wales (ингл.). The Establishment Post. Дата обращения: 1 май 2015. 2015 йыл 14 апрель архивланған.
  8. Indonesian youth wins first Prince of Wales Young Sustainability Entrepreneur Prize (ингл.). Eco-Business. Дата обращения: 1 май 2015.
  9. Dari Malang ke Istana Buckhingham berkat sampah. BBC Indonesia. Дата обращения: 1 май 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]