Ҡасҡын Һамаров

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡасҡын Һамаров
Зат ир-ат
Тыуған урыны Мәләүез районы

Ҡасҡын Һамаров — поход старшинаһы (1773). 1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нуғай даруғаһы Тамъян улусы Мостафа (Һәйет) ауылы башҡорто, XVI быуатта йәшәгән башҡорт кенәзе һәм тарханы, Тамъян ҡәбиләһе бейе Шәғәле Шаҡман вариҫы.

1771—1773 йылдарҙа Бар конфедераттарына ҡаршы Польша походында ҡатнаша. Был походҡа 3 мең башҡорт ебәрелә, уларҙан 300-әр кешенән торған 10 партия ойошторола. Ҡасҡын Һамаров 10-сы партия менән командалыҡ итә[1].

Баш күтәреүселәргә 1773 йылдың октябрендә ҡушыла. 12 октябрҙә Ҡасҡын Һамаров отряды Воскресенка заводын (баш күтәреүселәр армияһына 600-гә яҡын завод крәҫтиәне йәлеп ителә), 19 ноябрҙә Өфө провинцияһының Стәрлетамаҡ пристанен (баш күтәреүселәргә 600-гә яҡын башҡорт һәм мишәр ҡушыла), һуңыраҡ Табын ҡәлғәһен баҫып ала. Декабрҙән алып Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәге етәкселәренең береһе. Өфөнө ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша, 6 декабрҙә Ҡазан даруғаһы Аҡбаш ауылы янында Речь Посполитаянан ҡайтҡан 400-гә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 700-гә) яҡын башҡортто баш күтәреүселәр яғына ауҙара. 1774 йылдың март аҙағында ғәйебен танып И. И. Михельсонға, октябрҙә И. А. Тимашевҡа килә; май-сентябрҙә Ҡаранай Моратов, Ҡәнзәфәр Усаев һәм Салауат Юлаев менән берлектә Нуғай даруғаһында көрәшен дауам итә. Ҡазан йәшерен комиссияһында һәм Сенаттың Йәшерен экспедицияһында тикшереү аҫтында була. 1775 йылдың мартында азат ителә.

1777 йылдан Тамъян улусы старшинаһы була.

Артабанғы яҙмышы билдәле түгел.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]