Ҡибла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ислам · Мәсет · Хаж

Ҡәғбә өлөштәре:

1 — Ҡара таш , 2 — Ҡәғбәгә ингән ер, 3 — улаҡ, 4 — шадырван, 5 — әл-хәтим, 6 — мөлтазам, 7 — Мәҡамы Ибраһим, 8 — Шәрҡи, 9 — Йәмәни, 10 — Шами (Сүриә), 11 — Ғираҡи, 12 — Ҡәғбәнең кисүәһе, 13 — тауафтың башланыуын белдереүсе һыҙат, 14 — Мәҡамы Ябраил

Шулай уҡ ҡарағыҙ

әл-ХарамЗәм-зәмҠиблаТауаф Бәни ШайбаҮмрә

Викисклад
Ҡибла
Рәсем
Карта
 Ҡибла Викимилектә

Ҡибла (һирәкләп ҡыбла, ғәр. قبلة‎ — йүнәлеш; нимәгәлер ҡапма-ҡаршы‎) — Исламда — ер йөҙөнөң теләгән бер урынынан Мәккәләге Ҡәғбә мәсетенә туп-тура ҡараған йүнәлеш, мосолман һәр намаҙын тик ҡиблаға ҡарап ҡына уҡырға тейеш, ҡайһы бер башҡа йолалар ҙа ҡиблаға йүнәлтеп эшләнә. Мәсетте лә ҡайҙа булһа ла ҡибла йүнәлешен иҫәптә тотоп һалалар.

Ҡибла алмашыныу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡибла 21°25′20″ с. ш. 39°49′34″ в. д.HGЯO
«Ике ҡибла мәсете», ошонда ҡибла алмаштырыу тураһында вәхи килгән
Ҡибланы математика ысулы менән билдәләү
Компаслы намаҙлыҡ

Мөхәммәт Пәйғәмбәргә рәсүлиәт килгән баштағы осорҙа ҡибла (610—623 йылдарҙа) Иерусалим (ғәрәпсә — әл-Ҡудси) тарафында тип билдәләнгән булған, һуңғараҡ шунда әл-Аҡса мәсете төҙөлгән[1]. Риүәйәттәр буйынса, хәҙер «Ике ҡибла мәсете» тип аталған ғибәҙәтханала өйлә намаҙы ваҡытында Мөхәммәт Пәйғәмбәргә ҡибланы алмаштырыу тураһында вәхи инә. Әйтеүҙәренсә, намаҙҙы элеккесә башлайҙар ҙа, уны өҙмәйенсә Мәккә яғына ҡарап тамамлап ҡуялар. Бының сәбәбе Ҡөрьән Кәримдең әл-Бәҡара сүрәһендә аңлатыла (2:142-150).

Ҡибланың Ҡәғбә тарафына үҙгәреүе мосолман донъяһы өсөн Ислам үҙаллы дин тип таныу булып тора. Һөҙөмтәлә «ҡибла кешеләре һәм йәмәғәт» тигән төшөнсәләр барлыҡҡа килә (ғәр. أهل القبلة والجماعة‎ — «әһлү-л-ҡибла -үә йәмәғә»).

Әл-Бәҡара сүрәһе (2:142-150)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

« Бына кешеләр араһынан ахмаҡтары: «Уларҙы элек тотҡан ҡиблаларынан нимә дүндерҙе һуң?» — тип әйтерҙәр. «Мәшриҡ тә, Мәғрип тә Алланыҡы. Ул теләгән бәндәһен тура юлға күндерә»,— тип әйт. Шулай итеп, һеҙҙе кешеләргә ҡарата шаһит булыу өсөн һәм рәсүл дә һеҙгә ҡарата шаһит булһын өсөн һеҙҙе урталыҡта тороусы өммәт иттек. Һәм һин баҡҡан ҡибланы Беҙ артҡа боролған кешеләрҙең ҡайһыһы рәсүлгә эйәрә икәнлеген белеү өсөн генә ҡуйҙыҡ. Һәм был ауыр эш, ләкин Аллаһ тарафынан тура юлға күндерелгәндәргә ауыр түгел: Алла һеҙҙең иманығыҙҙы юҡҡа сығарыусыларҙан түгел бит! Ғәмәлдә иһә, Аллаһ кешеләр менән баҫынҡы, рәхимле! Беҙ һинең йөҙөңдөң Күккә табан йүнәлдерелгәнлеген күрәбеҙ һәм Беҙ һине шундай ҡиблаға йүнәлдерәбеҙ, һин уға ҡәнәғәт булырһың. Йөҙөңдө «Харам мәсет» тарафына йүнәлдер. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа йөҙөгөҙҙө шул яҡҡа ҡаратығыҙ. Китап бирелгән кешеләр бының, ысынлап та, Раббыларынан бирелгән хәҡиҡәт икәнлеген белә бит. Ысынлап та, Алла уларҙың эшләгән эштәренә иғтибарһыҙ түгел! Һин китап бирелгән кешеләргә төрлө-төрлө аяттар килтерһәң, улар һинең ҡиблаңа йүнәлмәҫ һәм һин дә уларҙың ҡиблаһына йүнәлмәҫһең. Уларҙың да ҡайһы берҙәре башҡаларҙың ҡиблаһына йүнәлмәй. Әгәр белем бирелгәндән һуң да уларҙың хыял-шәһүәттәренә эйәрһәң, әлбиттә, һин ул уаҡытта залимдарҙан булырһың. Китап бирелгән кешеләр уны үҙ балаларын таныған кеүек таный. Әммә бер төркөмө хәҡиҡәтте белһә лә йәшерә. 147. Хәҡиҡәт — һинең Раббыңдан, шикләнеүселәрҙән була күрмә! Һәр кемдең үҙе тотҡан йүнәлеше бар. Хәйерле эштәрҙә бер-берегеҙҙе уҙырға тырышығыҙ! Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Алла һеҙҙең барығыҙҙы ла килтерер. Ысынлап та, Аллаһ һәр нәмәғә ҡөҙрәтле! Ҡайҙа ғына сыҡһаң да, һин йөҙөңдө «Харам мәсет» тарафына йүнәлдер. Ысынлап та, был хәҡиҡәт — һинең Раббыңдан, һәм, ысынлап та, Алла һеҙ эшләгән эштәргә иғтибарһыҙ түгел! Ҡайҙа ғына сыҡһаң да, һин йөҙөңдө «Харам мәсет» яғына йүнәлдер. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, йөҙҙәрегеҙҙе уның яғына йүнәлтегеҙ, залимдарҙан башҡа кешеләр һеҙгә ҡаршы дәлил тапмаһын өсөн. Уларҙан ҡурҡмағыҙ, ниғмәтемде һеҙгә тамам итә алыу өсөн, Минән ҡурҡығыҙ — моғайын, һеҙ тура юлда булырһығыҙ!
»

«Ҡибла» һүҙе башҡорт телендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халҡында «Ҡибланы төҙләү» тигән ғибәрә бар. Был тормошта дөрөҫ юл, йүнәлеш табыу мәғәнәһендә әйтелә. «Ҡибла яҡтан иҫкән ел» төшөнсәһе лә ҡулланыла. Йырға ла ингән ул был һүҙ:Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан, Урал тауы буйлап көн битләп.

«Дүрт яғың ҡибла» — үҙе иркеңдә, теләһәң ҡайҙа кит мәғәнәһендә әйтелә[2]


Ҡибланы билдәләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡибланы математика ысулы менән билдәләү
Михраб

Ҡибланы билдәләү намаҙ уҡығанда бик мөһим шарт булғанға күрә, уны табыуҙың төрлө ысулдарын ҡулланалар. Ә билдәле бер йүнәлеш аңлайышлы булмаған шарттарҙа сәфәрҙәгеләр өсөн был ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырған. Ислам донъяһында география, математика, астрономия һәм башҡа фәндәрҙең үҫеше ҡибла билдәләү зарурлығы менән дә бәйле. Шул фәндәргә таянып, ҡибла табыуҙың күп ысулдары билдәләнгән, хәҙер компас та ҡулланыла.

Транспортта барыусылар өсөн ҡибла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Транспортта барыусылар өсөн иң яҡын йүнәлеш йәки хәрәкәт йүнәлеше ҡибла тип иҫәпләнә.

Космонавттар өсөн ҡибла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәйех Мозафар Шукор — Малайзияның тәүге космонавты

Космосҡа осош мосолмандар өсөн ҡибланы билдәләүҙә ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Малайзия космонавты Шәйех Мозафар Шукор Йыһанға осҡас, 2007 йылдың 25 апрелендә илдә белгестәр, ғөләмәләр йыйылып, ике көнлөк семинар үткәрелә.[3]. Һөҙөмтәлә, космонавт «үҙ мөмкинлегенән сығып ҡибла билдәләй» тигән һығымтаға киләләр.

Уға тиклем космоста ике мосолман булып өлгөргән: 1985 йылда Шаттл Дискавери экипажында Сәғүдиә принцы Солтан бин Сәлмән булған, 2006 йылда МКС-та иран сығышлы американка Ануш Ансари булып киткән. Ике космонавт та орбитала нисек намаҙ уҡыуҙы үҙҙәре хәл иткән[4].


Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Первая кибла мусульман: мечеть аль-Акса 2015 йыл 22 ғинуар архивланған.
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993. — 663-сө бит.
  3. В Малайзии обсуждают, как молиться на орбите 2013 йыл 2 июнь архивланған.
  4. Намаз в космосе

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Резван Е. А. ал-Кибла // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 137.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993. — 663-сө бит.
  • Атагаррыев М. Н. Применение стереографической проекции к определению азимута кыблы: ал-Беруни, ал-Чагмини и ат-Туркумани. Историко-математические исследования, 29, 1985, С.44-47.
  • Матвиевская Г. П. Очерки истории тригонометрии. Ташкент: Фан, 1990.
  • Бартольд В. В.. Сочинения. 1—9. М., 1963—1977, — Т.6 С.537—542
  • King D. A. The sacred direction in Islam. A study of the interaction of religion and science in the Middle Ages. Interdisciplinary science reviews, 10, 1985, — p. 315—328
  • W. M. Watt. Muhammad: Prophet and statesman. L., 1969, — p. 112—318
  • J. Waardenburg. Towards a periodization of earliest Islam according to its relations with other religions.— Proceedings, — p. 304—326
  • A. J. Wensinck. Kibla 1. Ritual and Legal. Aspects. — The Encyclopaedia of Islam. New ed. Leiden-London. — 5, 82—83;