Ҡондоҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡондоҙ
Ҡондоҙ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Отряд: Кимереүселәр
Ғаилә: Ҡондоҙ һымаҡтар
Ырыу: Ҡондоҙ
Төр: Ҡондоҙ
Латинса исеме
Castor fiber
Linnaeus, 1758
Ареал
рәсем
ITIS 573165
NCBI 10185

Ҡондоҙ (лат. Castor fiber) — Кимереүселәр төркөмөнә ҡараған көрән йөнлө, яҫы ҡойроҡло, тиреһе затлы һыу буйы йәнлеге[1]. Ҡондоҙ имеҙеүселәр класына, кимереүселәр отрядына ҡараған йәнлек.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ЙЫЛҒА ҠОНДОҘО кимереүселәр отрядының ҡондоҙҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның урман зонаһынан алып дала зонаһына тиклем таралған.

Ҡондоҙ (бобр) — кимереүселәр араһында иң ҙуры. Кәүҙә оҙонлоғо — 120 см самаһы. Ауырлығы 35 кг тирәһе. Тиреһе ҡуйы йөн менән ҡапланған. Төҫө асыҡ көрәндән алып ҡара көрәнгә тиклем. Йөн япма ике ҡатлы: йылҡылдап торған өҫкөһө һәм ҡуйы, һыу үткәрмәҫ аҫҡыһы.

Ҡолаҡ япраҡтары һәм танау тишектәре һыу аҫтында ябыла. Алғы тәпейҙәре ҡыҫҡа, кеше ҡулына оҡшаған, хатта бармаҡтарына тиклем кешенекенә тартым. Шул ҡулдар менән ағастар, ташый, быуа төҙөй, өйөнә үлән, аҙыҡ килтерә, балаларын тәрбиәләй. Артҡы аяҡтары оҙон, бик көслө. Бармаҡтары араһында ярыһы бар, йөҙөү өсөн бик уңайлы. Ҡойроғо (30 см тиклем) яҫы, ялпаҡ. Мөгөҙ пластинкалар менән ҡапланған. Ҡойроғо руль булараҡ хеҙмәт итә. Кәрәк саҡта шул уҡ ҡойроҡ өҫтөнә балаларын ултыртып һөйрәй.

Төп ҡоралы - өҫтән һәм аҫтан берәр пар бысаҡ кеүек үткер тештәре. Оҙон булып алғараҡ сығып тора, бер туҡтауһыҙ үҫәләр. Шуның өсөн бер туҡтауһыҙ кимерергә мәжбүрҙәр. Йыуан ағастарҙы ла тиҙ генә йыға алалар.

Бик һаҡ хайуандар: көндөҙ ял итәләр, төнө буйы эшләйҙәр. Саҡ ҡына шикле тауыш ишетеү менән һыуға сумып юҡ була улар. Кәрәк мәлдә ошо уҡ тештәр менән дошманына ҡаршы үлемесле алышҡа сыға.

20 быуаттың 60-сы йылдарында Республикала ҡондоҙҙарҙы яңынан тергеҙеү буйынса эштәр башлана. Воронеж өлкәһенән, Белорус ССР-ынан һәм Мари АССР-ынан ҡондоҙҙар алып киләләр. Балаҡатай, Ғафури, Дим һәм Эҫем-Инйәр ғаиләләре булдырыла. Улар үрсеп, Башҡотостандың башҡа райондарындағы һыу ятҡылыҡтарына тәбиғи рәүештә тарала.

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡондоҙҙар төркөм-төркөм булып йәшәй. Яңғыҙ ғүмер иткәндәре бик һирәк. Тынысыраҡ урында торлаҡ “төҙөйҙәр”. Шуға ла, төйәк иткән ерҙәре тыныслыҡҡа һәм дә йылға ярының уңайлылығына ныҡ бәйле. Аҙыҡ запасын һыуҙа туплайҙар.

Ғаилә ҡороп йәшәйҙәр. Моногамлы һаналалар, йәғни бер генә иш менән ҡауыша. Енси яҡтан 2 йылда өлгөрә. Балалары йәйен донъяға килә. Й ылына 1 тапҡыр 1—5 бала тыуҙыра. 20—26 йыл йәшәй.

Ҡондоҙҙар, башлыса, төнөн “донъя көтә” башлай. Бар мәшәҡәттәре — ағас кимереү, оя ҡороу, бәләкәстәрҙе үҙҙәре белгән һөнәрҙәргә өйрәтеү. Туҡланыу яғына килгәндә, үлән, ағас ботаҡтарының ҡайырыһын, тамырҙарын тәғәм итәләр. Төнөн уларҙың тормошо әүҙемләшә, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләгән саҡта (көҙөн) көндөҙ ҙә мәшәҡәткә сумалар.

Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ағас ҡабығы, йәш ботаҡтары менән туҡлана. Ярым һыу хайуаны, һыу-һаҙлыҡ үҫемлектәренә бай булған һыу ятҡылыҡтарын төйәк итә.

Ваҡ йылғаларҙа һәм инештәрҙә быуа һикәлтәләре барлыҡҡа килтергән ваҡытлы быуалар төҙөй. Һыуҙағы аҙыҡ һаҡламдарын күсереү осон каналдар яһай. Биләмәләренең сиген ҡондоҙ "ағымы" (парлы мисек биҙе бүлеп сығарған еҫле матдә) менән билдәләйҙәр.

Текә ярҙарҙа 1—2 м тәрәнлектә һыу аҫтына килеп сыға торған юлы булған 8—10 м оҙонлоғондағы өң ҡаҙый. Түбән батҡыл ярҙарҙа йыуан ботаҡтарҙан, сыбыҡтарҙан һәм ләмдән 1—3 м бейеклектәге "өйҙәр" төҙөй.

Быуалар ҡора, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасы туплай, кеше һымаҡ эшләйҙәр, ял иткәндә бер-береһенә нимәлер һөйләйҙәр. Уларҙың аҡылына һәм эшһөйәрлегенә хайран ҡалырлыҡ. Хатта һөйләшеүҙәренә тиклем кешенекенә оҡшап ҡуя.

Быуа уртаһындағы ҡалҡыу ергә ағастан өй төҙөйҙәр: ағасты кимереп йығалар, тейешле оҙонлоҡта бүрәнәләргә турайҙар һәм кәрәк урынға алып баралар. Йыуан бүрәнәләрҙән ҡыуыш төҙөп, ярыҡтарына мүк тултырып, тыштан балсыҡ менән һылап ҡуялар. Йылы өй шулай барлыҡҡа килә.

Әҙер өй өҫтөнә арҡыс-торҡос итеп эре ағастар өйәләр. Диаметры - 3, бейеклеге 2 метр тирәһе, кәбәнде хәтерләткән ҙур өй хасил була.

Был өйөмдөң ситтәре һыу эсенә батып тора: ҡоро ерҙән дә, һыу эсенән дә өйгә инерлек түгел. Йәй көнө өйҙө киң быуа һыуы йыртҡыстарҙан һаҡлай, ә ҡыш боҙ өҫтөнән килгән йыртҡыстар һыуға ҡуша туңған ағастарҙы бер нисек тә аҡтара алмай. Шулай ҡондоҙҙар һаҡланыу сараһын да күрә белә. Быуа йырылһа, уларға үлем килә. Сөнки улар йыртҡыс түгел, тыныс хеҙмәтте генә белә, үлән һәм ағас ҡайырыһы менән туҡланып көн итә.

Ҡондоҙҙоң өйөнә тик һыуҙан ғына, үҙҙәре генә белгән ерҙән инергә мөмкин. Үҙҙәре һыйырлыҡ ҡына тар тоннель аша өйҙөң ситенә килеп сыға.

Тышҡа килеп сыҡҡан ерҙә, ҡыйыҡ һымаҡ булып, өй өҫтөнә өйөлгән бүрәнәләрҙең сите сығып тора, ҡапыл ғына табырлыҡ түгел. Запас юлдары ла була.

Һыуҙан тоннель буйлап килеп сыҡҡан ҡондоҙ тәүҙә һыу һарҡыта торған майҙансыҡҡа баҫа. Шунда тиреһенең һыуын һарҡыта, йөнөн һыға, ҡорота, тарай. Оҙаҡ ҡына үҙен тәртипкә килтерә. Ҡороған йөнөн яҡшылап тарау өсөн уның махсус тырнағы ла бар. Тамам таҙарынғас ҡына өҫкәрәк күтәрелә: унда ҡоро хуш еҫле үлән түшәлгән майҙансыҡ. Шунда ял итәләр, йоҡлайҙар, балалары уйнай.

Өй эсе шаҡтай ҙур, хатта эсенә оло кеше бөкләнеп һыя ала. Аҙыҡ запасы ла өй эргәһендә генә, һыуҙа һал кеүек йөҙөп йөрөй. Алыҫ китмәһен өсөн өй ситенә беркетелгән. Өҫтө-өҫтөнә өйөлгән ағас һыуға тәрән батып, һыу өҫтөндәгеһе саҡ ҡына күренеп тора. Шулай кәрәк тә: ағастар кипмәй, һәр ваҡыт яңы булып һаҡлана.

Аҙыҡҡа сыҡҡан ҡондоҙ һал аҫтынан ағасты алып, тоннель буйлап өйгә индерә. Йылы өй эсендә рәхәтләнеп кимерәләр. Ҡайырыһы кимерелгән ағасты өйөм ситенә ҡуялар. Шулай, өйҙө ҡаплаған өйөм аҫтан да үҫә.

Башҡортостанда борон ҡондоҙ күп булған. Ҡиммәтле тиреле һунар йәнлеге, кешенең нәфсеһен генә уятҡан. Бынан тыш, ҡондоҙ "ағымы" парфюмерияла һәм халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Йәнлекте күпләп ҡырыу уларҙы бөтөү сигенә килтереп еткергән. Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Тик үткән быуаттың 60–70-се йылдарында ғына уны тәбиғи шарттарҙа үрсетеү тураһында ҡайғырта башлағандар, һунар итеү ҡәтғи тыйылған. Архангел, Ғафури, Балаҡатай, Өфө райондары биләмәләренә үрсетер өсөн ситтән йәнлектәр алып ҡайтып ебәргәндәр. Әйтергә кәрәк, улар ерһенеп китә. Ебәрелгән райондарҙа һандары кәрәкле кимәлгә етә, башҡа биләмәләргә тарала башлай. Бөгөн ҡондоҙҙар Башҡортостандың 21 районында осрай. Һандары яҡынса 2 меңдән ашып киткән инде.

Килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе ҡондоҙҙарҙың ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтары Азияла табыла. Иң билдәле юҡҡа сыҡҡан ҡондоҙҙар − плейстоцен дәүеренән ҡалған себер Trogontherium cuvieri һәм Төньяҡ Америка Castoroides ohioensis гигант ҡондоҙҙары. Баш һөйәгенең ҙурлығына ҡарап буйы 2,75 м, массаһы 350 кг булған.

Ҡондоҙ

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)