Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны
Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны
Ил Башҡортостан АССР-ы
Үҙәге Ермолаевка ауылы
Ойошторолған 1919
Майҙаны 7 448 км²
Халҡы 112 371 кеше (1920)
Рәсми телдәр башҡорт теле

Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны (рус. Кипчак-Джитировский кантон) — Башҡортостан АССР-ы кантоны.

Административ үҙәге — Ермолаевка ауылы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1919 йылдың июлендә АСБР составында Ете ырыу кантоны һәм Ҡыпсаҡ кантоны улустарынан ойошторола.

3 күн заводы, поташ заводы, 2 һабын ҡайнатыу заводы эшләгән. 1921 йылда 19 китапхана иҫәпләнгән.

1922 йылдың 5 октябрендә кантон бөтөрөлә, территорияһы (16 улус) Йылайыр кантоны составына инә.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халҡы 1920 йылда — 112371 кеше.

Башҡортостан кантондары, 1920

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙаны — 7 448 км². Төньяҡта Юрматы кантоны, төньяҡ-көнсығышта — Бөрйән-Түңгәүер кантоны, көньяҡ-көнсығышта — Үҫәргән кантоны, көньяҡта, көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта Ырымбур өйәҙе менән сиктәш була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]