Һумаюн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Насир әд-Дин Мөхәммәт Һумаюн
نصيرالدين محمو همايون
Насир әд-Дин Мөхәммәт Һумаюн
Флаг
Флаг
Бөйөк Моголдар империяһы
падишаһы
26 декабрь 1530 — 17 май 1540
22 февраль 1555 — 27 ғинуар 1556
Алдан килеүсе: Бабур
Дауамсы: Әкбәр I
 
Дине: Ислам
Тыуған: 17 март 1508({{padleft:1508|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Кабул
Үлгән: 27 ғинуар 1556({{padleft:1556|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (47 йәш)
Дели
Ерләнгән: Һумаюн төрбәһе, Нью-Дели
Нәҫел: Бөйөк Моголдар
Атаһы: Бабур
Әсәһе: Махам Бегум[d]
Ҡатыны: Хәмиҙә Баныу бәйем
Балалары: улдары: Әкбәр I һәм Мөхәммәт Хаким-мырҙа, шулай уҡ 2 ҡыҙы

Һумаюн (тулы исеме Насир әд-Дин Мөхәммәт Һумаюн; 6 март 1508 йыл, Кабул — 27 ғинуар 1556 йыл, Дели) — Бөйөк Моголдар империяһы падишаһы, Бабурҙың улы һәм Әкбәрҙең атаһы. Төньяҡ Һиндостанда хакимлыҡ итеү өсөн Суридтар менән ғүмере буйы көрәшә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1530 йылда Һумаюн атаһы Бабурҙан һинд биләмәләренә вариҫ була. Уның афғандар һәм раджпуттар өҫтөндәге хакимлығы үҙгәреүсән булып торған, ә Гуджарат солтаны Баһадиршаһ асыҡ рәүештә йәш падишаһтың биләмәләренә дәғүәһен белдерә һәм 1531 йылда Малаваны баҫып ала. 1535 йылда Һумаюндың ғәскәрҙәре Гуджаратты тулыһынса тиерлек яулап алалар, әммә һуғыш ике йылдан һуң Баһадиршаһ португалдар менән алышта һәләк булғанға ҡәҙәр дауам итә.

Шул уҡ ваҡытта Һумаюнға элекке Бабурҙың ғәскәр башлығы Биһар хакимы Шершаһ ҡаршы сыға. 1539 йылда Чауса яныдағы һәм 1540 йылда Канаудже яныдағы алыштарҙа еңелгәндән һуң Һумаюн Шершаһҡа һинд биләмәләрен бирергә мәжбүр була. Һумаюн ғаиләһе менән ҡасып тәүҙә Синдта, ә һуңынан Мәрүәрҙә йәшәй. 1544 йылда Тахмасп I сәфәүи шаһынан ярҙам ала һәм икенсе йылға ҡарай ағаһы Кәмрән мырҙанан Кандагарҙы һәм Кабулды тартып ала. 1545—1550 йылдарҙа Кәмрән мырҙа менән һуғышҡан осорҙа уға ике тапҡыр кабулдан китергә тура килә.

Шершаһ вафат булғас, уның вариҫтары тәхет өсөн бер-береһенә ҡаршы көрәшә башлайҙар. Бының менән Һумаюн файҙаланып, 1555 йылдың февралендә Лаһорҙы яулап ала, сурид хакимы Сикәндәршаһ III тар-мар итеп, июлдә Аграны һәм Делиҙы ҡайтара.

Күп кенә ата-бабалары кеүек Һумаюн астрология һәм астрономия менән ҡыҙыҡһынған. Бер ваҡыт китапхананан бер өйөм китап менән төшкәндә, аҙан тауышы ишетелә. Диндар хаким тубыҡҡа тиклем эйелмәк була, әммә кейемендә бутала һәм баҫҡыс буйлап тәгәрәп төшә. Бер нисә көн үткәс, ҡолағанда алынған мейе-баш һөйәк йәрәхәтенән вафат була.

Һумаюндың тормошо хаҡында уның һеңлеһе Гөлбәҙән бәйем яҙып ҡалдыра. Делиҙағы Һумаюн төрбәһе Таж Мәхәлдең киләсәктәге өлгөһө булып торған һәм хәҙерге ваҡытта Бөтә донъя мираҫы исемлегенә керә.

Административ эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һумаюн административ һәләтлеге менән айырылып тормаған. Ул идара итеү нескәлектәренә ҡарағанда фарсы шиғриәте менән нығыраҡ ҡыҙыҡһынған. Һумаюн үҙенең ойоштороу күҙаллауҙарын бик көтөлмәгән шиғри формаларға әйләндергән. Быға асыҡ миҫал итеп Һумаюндың хөкүмәтте ойоштороуҙы килтерергә мөмкин. Хөкүмәт дүрт ведомстволарҙан торған: «Ут идараһы» — хәрби мәсьәләләр менән етәкселек иткән; «Һыу идараһы» — һуғарыуҙы ойоштороу һәм һарайға шарап килтереүҙе тәьмин иткән; «Ер идараһы» — һалымдар һалыу мәсьәләләре шөғөлләнгән һәм дәүләт ерҙәре менән идара иткән; «Һауа идараһы» — мосолман руханиҙары, һарай шиғриәте һәм историография эштәре менән етәкселек иткән[1].

Һумаюндың ҡатындарының береһе Хәмиҙә Баныу бәйим — падишаһ Әкбәр I әсәһе.

Ҡатындары һәм балалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һумаюндың дүрт ҡатындарынан барлығы 4 ул һәм 8 ҡыҙ бала донъяға килә, уларҙың күбеһе сабый йәки бала сағында вафат булған[2]:

  • (яҡынса 1527 йылдан) Бега-бәйим Сәхибә (Хужа-бәйим) (1511—1582), падишаһтың төп ҡатыны, Йәҙгәр мырҙа Тагайҙың ҡыҙы;
    • шаһзада Аламан-мырҙа (1528 йылда тыуған, сабый сағында үлгән)
  • (1539 йылдан) Гөлбар-бәйим Сәхибә (1543 йылдан һуң вафат булған), Бабурҙың вәзире Хужа Низаметдин Ғәли Барлас хәлифәнең ҡыҙы;
  • (????) Баныу-бәйим Сәхибә;
  • (1541 йылдан) Хәмиҙә Баныу бәйим (1527—1604), фарсы шиғый шәйехе Ғәлиәкбәр Джамиҙың ҡыҙы;
  • (1546 йылдан) Маһ-и-Көсөк-бәйим Сәхибә (1564 йылда үлтерелгән), Аргундан Байрам-уландың һеңлеһе;
    • шаһзада Мөхәммәт Фаррух-Фал-мырҙа (1547—1553)
    • шаһзада Мөхәммәт Хаким-мырҙа (1553—1585), Кабул хакимы (1556—1581)
  • (1552 йылға тиклем), Шаһзада Ханым, Бадахшан әмире Сөләймән Шаһмыҙаның ҡыҙы;
  • (1556 йылға тиклем) Меваттағы Джамал-хандың өлкән ҡыҙы.
Һумаюн төрбәһе, Нью-Дели.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. История Востока. Т. III. Восток на рубеже средневековья и нового времени. XVI—XVIII вв. (главная редколлегия под председательством Р. Б. Рыбакова). — Москва: Издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2000. — С. 151. — 696 с. — (Научное издание). — ISBN 5-02-018102-1.
  2. The Timurid Dynasty// www.royalark.net

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гаскойн Б. Великие Моголы. — М., 2004.
  • История Востока. Т. III. Восток на рубеже средневековья и нового времени. XVI—XVIII вв. (главная редколлегия под председательством Р.Б.Рыбакова). — Москва: Издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2000. — С. 151-153. — 696 с. — (Научное издание). — ISBN 5-02-018102-1.
  • Һумаюндың биографияһы (Һумаюннамә)
  • Cambridge History of India, Vol. III & IV, «Turks and Afghan» and «The Mughal Period». (Cambridge) 1928.
  • Banerji S. K. Humayun Badshah. Humphrey Milford Oxford University Press.
Бөйөк Моголдар империяһы падишаһы
Алдан килеүсе:
Бабур
15301540
15551556
Вариҫы:
Әкбәр I