Әзербайжан шарлауыҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әзербайжан шарлауыҡтары
Дәүләт  Әзербайжан
Был исемлектә Шарлауыҡ

Әзербайжан шарлауыҡтарыӘзербайжан Республикаһы территорияһында урылашҡан шарлауыҡтар. Төп шарлауыҡтарға «7 һылыуҡай», Афурджа, Катехчай, Такдам, Пазмари, Мамырлы, Галабин, Каскад Абдал, Рам-Рама инә.

Әзербайжан шарлауыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"7 һылыуҡай" шарлауығы
Галабин шарлауығы.

7 һылыуҡай[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афурджа шарлауығы
Лаз шарлауығы
Джалаладин шарлауығы.Абдал шарлауығының 8 каскадының береһе

«7 һылыуҡай» шарлауығы Габала ҡалаһы янында, Вандам ауылынан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Шарлауыҡ төрлө бейеклектәге 7 каскадтан тора, шунан «7 һылыуҡай» атамаһы барлыҡҡа килгән. Шарлауыҡтың дүртенсе каскадына тиклем баҫҡыс һуҙылған[1][2][3].

Рам- Рама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рам-Рама шарлауығы Гах районының Илису ауылында урынлашҡан. Рам-Рама Әзербайжан территорияһында иң бейек шарлауыҡ булып тора, уның бейеклеге 75 метрға етә[4].

Мамырлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мамырлы шарлауығы Гах районының Лекит ауылында урынлашҡан. Тәржемәлә шарлауыҡтың исеме «Мүкле» тигәнде аңлата һәм шарлауыҡтың йәшел мүк менән күп йыллыҡ ҡапланыуына бәйле. Шарлауыҡ диңгеҙ кимәленән 550 метр бейеклектә урынлашҡан. Шарлауыҡтың 30 метрлыҡ киңлеге менән бейеклеге 15 метрға етә. Әзербайжан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 2006 йылдың 5 авгусындағы ҡарары менән, Мамырла шарлауығы -Гах тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә һәм дәүләт һаҡлауы аҫтына алына[5][6].

Пазмар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пазмари шарлауығы Айичинлыг йылғаһында урынлашҡан, диңгеҙ кимәленән 3707 метр бейеклектә, Нахичеван Автономиялы Республикаһының Ордубад районында ята. Шарлауыҡ һыуы составында гидрокарбонаттар, кальций һәм минералдар бар. Шарлауыҡтың бейеклеге 16 метрға етә. Пазмари шарлауығы Нахичеванила иң ҙур шарлауыҡтарҙың береһе булып тора һәм ҙур кинетик энергияға эйә[7].

Катехчай[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Катехчай шарлауығы Балакен районында урынлашҡан. Был шарлауыҡ Закаталы ҡурсаулығында урынлашҡан 10 шарлауыҡ эсенә инә. Шарлауыҡтың бейеклеге 20 метрға етә.

Эксперт баһалары буйынса, шарлауыҡ энергетик ресурстарға эйә, ул энергия сығарыу буйынса станцияны яйға һалғанда бөтөн районды электр менән тәьмин итергә һәләтле[8].

Афурджа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афурджа Губин районы территорияһында Афурджа ауылы янында, Вельвеличай йылғаһында урынлашҡан. Шарлауыҡтың бейеклеге 70 метрға етә. Афурджа шарлауығы Әзербайжан тәбиғәт ҡомартҡыһы исемлегенә инә һәм властар һаҡлауы аҫтында[9].

Лаза[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шарлауыҡтың исеме Гусар районындағы Лаза ауылы исеменән килеп сыҡҡан. Ауыл диңгеҙ кимәленән 1700 метр самаһы бейеклектә, Ҙур Кавказдың төньяҡ-көнсығышҡа табан тауҙар теҙмәһендә ята. Лаза ауылында, «Яйлаг Шаһ» тау итәгендә 10-ға яҡын шарлауыҡ урынлашҡан[10].

Такдам[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Такдам шарлауығы Ярдымлин районы биләмәһендә урынлашҡан. Шарлауыҡтың бейеклеге 34 метрға етә[11].

Галабин[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галабин шарлауығы Лерик районының шул уҡ исемле ауылында Талиш тауының иң үрендә урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән 1000 метр бейеклектә ята һәм бейеклеге 65-70 метр[12].

Абдал каскады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Товуз районы аша аҡҡан Абдал йылғаһында Абдал шарлауыҡтарының каскады урынлашҡан. Абдал шарлауыҡтары каскады төрлө бейеклектәге һигеҙ шарлауыҡты эсенә ала. Төп ике шарлауыҡтың бейеклеге 15 һәм 20 метр. Рәсми һәр айырым шарлауыҡтың исеме юҡ, әммә шарлауыҡтарҙы беренсе асыусы каскадтағы һуңғы шарлауыҡты Джалаладин тип, ә һуңғыһы Солтан тип атаған. Әзербайжан Тәбиғәт Ресурстары һәм Экологияһы Министрлығы шарлауыҡты Тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан итә[13].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Philine von Oppeln, Frank Schüttig. Aserbaidschan: Mit Baku, Kaukasus und Kaspischem Meer. — Trescher Verlag, 2016-04-29. — 330 с. — ISBN 9783897943452.
  2. Sputnik. Сказочная красота водопада "7 красавиц". ru.sputnik.az. Дата обращения: 23 июль 2018.
  3. Самые красивые водопады Азербайджана  (әзерб.). 23 июль 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 3 август архивланған.
  4. Узел, Кавказский. Водопад Рам-Рама в Илису ВИДЕО, Кавказский Узел. 23 июль 2018 тикшерелгән.
  5. Красоты Азербайджана: водопад Мамырлы в селе Лекит - ФОТО  (әзерб.). 23 июль 2018 тикшерелгән. 2017 йыл 28 июль архивланған.
  6. Путешествуем по Азербайджану: знаменитый водопад «Мамырлы» – РЕПОРТАЖ+ВИДЕО  (рус.), Yenicag.Ru. 23 июль 2018 тикшерелгән. 2017 йыл 1 сентябрь архивланған.
  7. Tuncay Hüseynzadə. Naxçıvan abidələri ensiklopediyası :: Prezident Kitabxanası. Elektron kitablar :: Prezident Kitabxanası. Дата обращения: 23 июль 2018.
  8. Alazan/Qanıx çayı hövzəsi üçün Pilot Çay Hövzəsinin İdarəçiliyi Planı, Azərbaycan. [http://kura-aras.iwlearn.org/EU-Azeri_Language_files/Ganikh_pilot_RBMP_Azeri.pdf Jesper Ansbaek, Anatoli Pichugin, Peter Roncak, Vəfadar İsmayılov, Fərda İmanov, Rafiq Verdiyev].
  9. Qubanın təbiət gözəli - Afurca şəlaləsi - VİDEO - FOTO  (әзерб.), Matbuat.az. 23 июль 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 20 октябрь архивланған.
  10. Azärbaycan Respublikasının qanunvericilik toplusu. — Azärbaycan Respublikası Prezidentinin näşri, 1998. — 1408 с.
  11. Гейбуллаев, Гиясаддин Аскер оглы. Топонимия Азербайджана. — Баку, Элм, 1986-08-28. — 198 с.
  12. UZUNÖMÜRLÜLƏR DİYARI LERİKDƏ YERLƏŞƏN MÖHTƏŞƏM, EMTV.az. 23 июль 2018 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  13. Археологические и этнографические изыскания в Азербайджане. — Изд-во "Ėлм,", 1986. — 166 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Министерство Экологии и Природных ресурсов Азербайджана