Альфред Хичкок: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
47 юл: 47 юл:
[[1923 йыл]]да «[[Женщина — женщине (фильм)|Женщина — женщине]]» фильмын төшөрөү үтә. Был төшөрөүҙә Хичкок сценарий авторҙашы, рәссам-ҡуйыусы һәм режиссёр ассистенты ролендә эшләй<ref name="Ру-биография-Альфред"/>. Шул уҡ йылда Альфред Альмаға тәҡдим яһай.
[[1923 йыл]]да «[[Женщина — женщине (фильм)|Женщина — женщине]]» фильмын төшөрөү үтә. Был төшөрөүҙә Хичкок сценарий авторҙашы, рәссам-ҡуйыусы һәм режиссёр ассистенты ролендә эшләй<ref name="Ру-биография-Альфред"/>. Шул уҡ йылда Альфред Альмаға тәҡдим яһай.


Режиссёр ролендә Альфред Хичкок [[1925 йыл]]да үҙенең тәүге «[[Сад наслаждений (фильм, 1925)|Сад наслаждений]]» ({{lang-en|The Pleasure Garden}}) фильмын төшөрә, ул [[Мюнхен]]дә төшөрөлә һәм инглиз-герман производствоһы фильмы һанала<ref name="ИН-биография-Хичкок"><ref name="ИН-биография-Хичкок">{{cite web|url=http://www.hitchcock.tv/bio/bio.html|title=Biography|lang=en|accessdate=2012-05-13|archiveurl=https://www.webcitation.org/68e5ZV2Cv|archivedate=2012-06-24}}</ref>.
Режиссёр ролендә Альфред Хичкок [[1925 йыл]]да үҙенең тәүге «[[Сад наслаждений (фильм, 1925)|Сад наслаждений]]» ({{lang-en|The Pleasure Garden}}) фильмын төшөрә, ул [[Мюнхен]]дә төшөрөлә һәм инглиз-герман производствоһы фильмы һанала<ref name="ИН-биография-Хичкок">{{cite web|url=http://www.hitchcock.tv/bio/bio.html|title=Biography|lang=en|accessdate=2012-05-13|archiveurl=https://www.webcitation.org/68e5ZV2Cv|archivedate=2012-06-24}}</ref>.


== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==

17:13, 4 ғинуар 2021 өлгөһө

Альфред Хичкок
Alfred Hitchcock
Тыуған көнө

13 август 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны

Лондон, Бөйөк Британия

Вафат көнө

29 апрель 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (80 йәш)

Вафат урыны

Лос-Анджелес, АҠШ

Гражданлығы

Бөйөк Британия Бөйөк Британия
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

кинорежиссёр, сценарист, продюсер

Карьераһы

1921—1976

Наградалары
Британия империяһы ордены кавалеры
Британия империяһы ордены кавалеры
Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены кавалеры
IMDb

ID 0000033

 Альфред Хичкок Викимилектә

Сэр А́льфред Джозеф Хичкок, (ингл. Sir Alfred Joseph Hitchcock; 13 август 1899(18990813) — 29 апрель 1980) — Бөйөк Британия һәм АҠШ кинорежиссёры, продюсер, сценарист. 1939 йылғаса Бөйөк Британияла эшләй, шунан — АҠШ-та.

Хичкок — «триллер» жанрында эшләгән кинорежиссёр (ингл. thrill — «ҡалтырау») һәм «саспенс» (ингл. suspense — «көсөргәнеш»). Хичкок фильмдарында һағайтыу, хафалы көтөү атмосфераһы тыуҙыра белә.

Ғүмеренең һуңғы йылында Америка кино институты премияһы ала, ә королева Елизавета II рыцарь исеме бирә.

Сығышы

Альфред Хичкоктың ҡарт олатаһы Чарльз Хичкок Лондон янындағы Стратфордта йәшәгән һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән[сығанаҡ 1250  көн күрһәтелмәгән]. Уның улы Джозеф та атаһы, ағалары һәм иптәштәре менән бергә башта балыҡсылыҡ кәсебе менән аҡса эшләгән, 1851 йылда ирланд ҡыҙы Энн Махониға өйләнгәс, тиҙҙән был шөғөлөн ташлай һәм йәшелсә менән сауҙа итә башлай. Джозеф менән Энндың туғыҙ балаһы була. Альфред Хичкоктың буласаҡ атаһы Уильям, тормош юлын һайлап, атаһы юлынан китергә була. 1887 йылда ул никахка инә. Өс йылдан һуң, 1890 йылда, атаһының хөрмәтенә аталған Уильям исемле улы тыуа, ә тағы ике йылдан һуң (1892 йылда) ҡыҙы, Эллен Кэтлин донъяға килә. 1896 йылда ғаилә Лейтонстонға күсенеп килә, унда Хичкоктар бәләкәй генә генә йорт һалалар. Ул ваҡытта Лейтонстоун Лондондың ҙур булмаған ҡалаһы булған, ул Лондондың үҙәк өлөшөнән төньяҡҡа ҡарай 5 миль алыҫлыҡта, Темзаға ҡоя торған Ли йылғаһы янында урынлаша.

Бала сағы

Альфред Хичкок 1899 йылдың 13 авгусында Лейтонстоунда[1], бакалеясы Уильям Хичкоктың (1862—1914) һәм Эмма Джейн Уиландың (1863—1942) католик ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуа[2].

1910 йылдан 1913 йылға тиклем Альфред Лондонда Изге Игнатий колледжында уҡый[2]. 1914 йылда Хичкок инженер-навигация мәктәбенә уҡырға инә[3]. Бер үк ваҡытта Лондон университетында ул сәнғәт ғилеме буйынса лекция тыңлай[2]. 1914 йылдың 12 декабрендә атаһы вафат була[2]. 1915 йылда Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Хичкок армияға үҙ ирке менән яҙыла, ләкин артыҡ тән ауырлығы арҡаһында уны кире ҡағалар һәм резервҡа яҙалар, унда ул шартлатыу эшен өйрәнә[3].

Үҫеше

1920 йылдан Хичкок кинстудияла электрик булып эшләй башлай[2]. Тиҙҙән ул реклама бүлегенең рәссамы булып китә. Шул уҡ 1920 йылда Альфред «Famous Players-Lasky» кинокомпанияһында титрҙар дизайнеры булып эшкә урынлаша. Башта уның бурысына титрҙар өсөн актёрҙарҙың исемдәре менән карточкалар яһау инә, артабан ул сценарийҙар ижад итә һәм режиссёрҙарға ассистентлыҡ итә башлай.

1921 йылда «Famous Players-Lasky» компанияһына буласаҡ ҡатыны Альма Ревилдең монтажлаусыһы булып эшкә килә[2].

1922 йылда Хичкок — режиссёрҙаш ролендә — «Всегда говори своей жене» фильмын һәм тамаланмай ҡалған «Номер 13» фильмын төшөрә[2].

1923 йылда «Женщина — женщине» фильмын төшөрөү үтә. Был төшөрөүҙә Хичкок сценарий авторҙашы, рәссам-ҡуйыусы һәм режиссёр ассистенты ролендә эшләй[2]. Шул уҡ йылда Альфред Альмаға тәҡдим яһай.

Режиссёр ролендә Альфред Хичкок 1925 йылда үҙенең тәүге «Сад наслаждений» (ингл. The Pleasure Garden) фильмын төшөрә, ул Мюнхендә төшөрөлә һәм инглиз-герман производствоһы фильмы һанала[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Альфред Хичкок камеоһы — Альфред Хичкоктың үҙ фильмдарында уйнаған эпизодик ролдәре(камео), улар режиссёрҙың фирма стиленә әүерелә.
  • Альфред Хичкок һәм Өс Сыщик

Әҙәбиәт

  • Трюффо Ф. Хичкок / Перевод, фильмография, примечания М. Ямпольского и Н. Цыркун. — М.: Эйзенштейновский центр исследований кинокультуры, 1996. — 224 с.

Һылтанмалар


  1. Биография Альфреда Хичкока. Дата обращения: 13 май 2012.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Ру-биография-Альфред төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  3. 3,0 3,1 WebCite query result
  4. Biography (ингл.). Дата обращения: 13 май 2012. Архивировано 24 июнь 2012 года.