Хоҙайбирҙе (Белорет районы): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
30 юл: 30 юл:
{{Иҫкәрмәләр}}
{{Иҫкәрмәләр}}
{{Белорет районы ауылдары}}
{{Белорет районы ауылдары}}

== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==


[[Категория:Белорет районының бөткән ауылдары]]
[[Категория:Белорет районының бөткән ауылдары]]

09:14, 14 март 2021 өлгөһө

Хоҙайбирҙе
Дәүләт  СССР
Административ-территориаль берәмек Егәҙе ауыл Советы һәм Белорет районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 12 декабрь 1986
Карта

Хоҙайбирҙин (башҡ. Хоҙайбирҙин) — 1986 йылда бөтөрөлгән Башҡорт АССР-ы Белорет районының Егәҙе ауыл Советы ауылы. Елмерҙәк һырты янындағы Кейәү Аты Үлгән йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауыл ике урамдан (Мостафин һәм Ғ. Хоҙайбирҙин урамдары) торған.

Тарихы

Ауылдың атамаһы антропонимик характерҙа. Рәүиз материалдары буйынса Әсфәндияров күсенеүсе тураһында ла, уның улдары тураһында мәғлүмәттәр таба алмай

V рәүиз мәғлүмәттәре буйынса ауыл 80 кешеһе менән 22 хужалыҡтан торған. 55 йылдан һуң 39 йортта 250 кеше йәшәй. 1920 йылда 56 йортта 277 кеше йәшәгән. Ауылдың ярым күсәк халҡының 150 аты, 100 һыйыры, 58 һарығы булған. 40 умарта, 8 солоҡ тотҡан[1].

Совет осоронда ир-аттар урман киҫеүсе, ағас йығыусы, ботаҡ ҡырҡыусы, ыҫмала һәм сайыр йыйыусы булып эшләгән, ҡатын-ҡыҙҙар башлыса хужабикә булған.

1952 йылда — Хоҙайбирҙин ауыл советына ингән ауыл район үҙәге — Белорет ҡалаһынан 138 км, ауыл советы үҙәге — Ботай ауылынан 13 км һәм Белорет тар колеялы тимер юлының Туҡан станцияһынан 22 алыҫлыҡта булған.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге Н 6-2/39Н 6-2/396 « Ҡайһы бер торак пункттарҙы иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренән төшерөп ҡалдырыу тураһында» Указы менән бөтөрөлә[2]

Хәтер

Хоҙайбирҙин ауылынан сыҡҡан яҙыусы һәм журналистар — Нәсибулла Ғүмәров, Ғимранов Исмәғил, Нурислам һәм Рамаҙан Шәйхуловтар, Нәбиулла Төхвәтуллиндар тарафынан Хоҙайбирҙин ауылы халҡына, тәбиғәтенә һәм тарихына арналған әҫәрҙәр яҙыла. Улар араһында Шәйхулов Нурисламдың «Шаулай Еҙем», «Һағындырыр һандуғас», «Суҡмуйыл» повестары, Рамаҙан Шәйхуловтың «Тамамланмаған этюд» китабы, Г. Мостафинаның «Елмерҙәк әсирҙәре» повесы бар.

Билдәле кешеләре

Вәлиев Камил Абдрахман улы (23 февраль 1934 йыл, БАССР Белорет районының Хоҙайбирҙин ауылы — 26 март 2000 йыл, Өфө) — Рәсәй башҡорт ғалимы. Доктор.

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр