Лех Валенса: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
37 юл: 37 юл:
=== Ғаиләһе ===
=== Ғаиләһе ===
Ҡатыны [[Валенса, Данута|Данута]] менән 8 бала — 4 ул һәм 4 ҡыҙ тәрбиәләй. 2017 йылдың 9 ғинуарында Валенсаның өсөнсө улы 43 йәшлек Пшемыслав үҙенең Гданскиҙағы фатирында үлгән килеш табыла<ref>[https://lenta.ru/news/2017/01/09/son/ Сын Леха Валенсы найден мертвым]</ref>.
Ҡатыны [[Валенса, Данута|Данута]] менән 8 бала — 4 ул һәм 4 ҡыҙ тәрбиәләй. 2017 йылдың 9 ғинуарында Валенсаның өсөнсө улы 43 йәшлек Пшемыслав үҙенең Гданскиҙағы фатирында үлгән килеш табыла<ref>[https://lenta.ru/news/2017/01/09/son/ Сын Леха Валенсы найден мертвым]</ref>.

== Әйтелгән фекерҙәре ==
Некоторые высказывания Лех Валенсаның ҡайһы бер тапҡыр һүҙҙәре халыҡ араһында киң ҡулланыла, һәм улар йыйылма рәүештә «[[валенсизм|валенсизмдар]]» тип атала.
* [[2013 йыл]]дың [[1 март]]ында TVN 24 телеканалына биргән интервьюһында Лех Валенса, [[гомосексуальность|гомосексуалдар]] парламентта башҡа депутаттарҙан айырым, хатта стена артында ултырырға тейеш, тип белдерә. Был һүҙҙәре өсөн уны Сеймдың ҡайһы бер депутатттары тәнҡитләй<ref>[http://www.vesti.ru/doc.html?id=1047266&cid=520 Вести. Ru: Экс-президент Польши Лех Валенса решил отгородиться от геев стеной]</ref><ref>[http://lenta.ru/news/2013/03/04/walesa/ Lenta.ru: Мир: Общество: Валенсу решили засудить за гомофобию]</ref>.
* 2014 йылдың 4 майында BBC-ға биргән интервьюһында түбәндәгеләрҙе әйтә:
{{начало цитаты}}
Йәш сағымда, һин лидер булаһың һәм [[коммунизм]]ды еңәһең, тип әйтһәләр, мин һис кенә лә ышанмаҫ инем. … Бына шуға күрә лә мин Галактикалағы иң бәхетле кеше.
{{oq|en|
If somebody had told me [when I was younger] that I would be the leader to bring down communism... I never would have believed them. That is why I am the happiest man in the whole galaxy
}}
{{конец цитаты|источник=[http://www.bbc.com/news/business-27222992 «Lech Walesa:'My work here is done'»]}}


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==

15:07, 25 апрель 2021 өлгөһө

Лех Валенса (пол. Lech Wałęsa, [ˈlɛx vaˈwɛ̃sa]; 1943 йылдың 27 сентябрендә/һарысайында Польшаның Тлухово гминаһы Попово ҡасабаһында тыуған) — поляк дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, кеше хоҡуҡтарын әүҙем яҡлаусы активист, "Теләктәшлек" (пол. Solidarność) профсоюз ойошмаһы етәксеһе, 1990—1995 йылдарҙа Польша Президенты, 1983 йылғы Тыныслыҡ өсөн Нобель Премияһы Лауреаты, һөнәре буйынса электрик.

Биографияһы

Атаһы

1943 йылдың 29 сентябрендә Попово ауылында балта оҫтаһы ғаиләһендә тыуа, аннексированного нацистской Германией Помор воеводаһы территорияһында тыуа. Атаһы Болеслав Валенса немец оккупацион ғәскәрҙәре тарафынан тотоп алына һәм Лех тыуғансы уҡ холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына оҙатыла. Һуғыш бөтөүгә бер ни тиклем ваҡыт ҡалғас (1945 йылдың апрель башында) Болеслав ҡаты сирле килеш йортона ҡайта һәм 1945 йылдың 16 июнендә вафат була.

Белем алыуы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

1961 йылда профессиональ училищены тамамлай. 1961 йылдан 1965 йылға тиклем автомеханик булып эшләй, 1967 йылдың июленән Гданьск судоверфендә электрик булып эшләй. 1980 йылда Көнсығыш Европала беренсе булып ирекле, дәүләт контролендә булмаған — Теләктәшлек профсоюзын ойоштора.

«Теләктәшлек»

Забастовка комитеты рәйесе Лех Валенса 1980 йылдың авгусында Гданьск судоверфендә.

Әүҙем профсоюз эшмәкәрлеге өсөн Валенсаны эштән сығарыу менән рәттән 1980 һәм 1981 йылдарҙа аҙыҡ-түлектең етешмәүе һәм хаҡтарҙың арта барыуы забастовкаларға килтерә, йәмғиәттең төрлө ҡатламдарында «Теләктәшлек» киң хуплау таба һәм хөкүмәттең бер нисә ташлама яһауына, шул иҫәптән эшселәргә профсоюздарҙы ирекле рәүештә ойоштороу хоҡуғын биреүгә килтерә. Августа Валенса Завод-ара забастовка комитетына етәкселек итә һәм вице-премьер Ягельский менән Гданьск килешеүенә ҡул ҡуя.

1981 йылдың 13 декабренә ҡарай төндә Польша Халыҡ Республикаһының Министрҙар Советы рәйесе, Польша Республикаһы Партия Ойошмаһы Үҙәк Комитетының Беренсе секретары, генерал Войцех Ярузельский хәрби хәл индерә һәм «Теләктәшлекте» закондар тыш тип иғлан итә. Хәрби хәл индерелеүҙең тәүге көндәрендә үк Валенса менән бергә 3 меңдән ашыу активисты тотоп ябалар һәм сит илгә сығарыу үҙәктәренә ебәрәләр. 1982 йылдың 14 ноябрендә Валенса тотолған активистарҙың күбеһе менән бергә иреккә сығарыла.

1983 йылда Нобель Тыныслыҡ премияһын, миҙал ала, миҙалын Ченстоховтағы Ясна Гура монастыренә тапшыра[1]

1986 йылдың 30 сентябрендә Валенса рәйеслегендә «Теләктәшлектең» Ваҡытлы советы булдырыла. Төбәк профсоюз үҙәктәрен ҡайтанан тергеҙеү башлана. Властар формаль рәүештә «Теләктәшлекте» легелләштереүгә рөхсәт бирмәй, ләкин дөйөм алғанда ҡаршылыҡтар ҙа тыуҙырмай. 1987 йылдың 25 октябрендә активистар төркөмө «Теләктәшлектең» Милли башҡарма комитетын ойоштора. Уға Валенса етәкселек итә. Был структура оппозицияның властар менән һөйләшеүҙәр алып барыуға әҙер булған өлөшөн бергә туплай. Ул ваҡытта күп кенә активистар «Көрәшеүсе Теләктәшлек» яҡлы була һәм режим менән бер ниндәй компромиссһыҙ көрәшеү өсөн сығыш яһай.

1988 йылдың яҙы-йәйендәге күләмле забастовка хәрәкәте һөҙөмтәһендә Польша етәкселеге «Теләктәшлек» менән килешеүҙәргә табан курс алырға мәжбүр була. 1988 йылдың 25 авгусында эске эштәр министры Чеслав Кищак Польша епископаты вәкиле аббат Алоизий Оршулик алдында Валенса менән осраша. 1988 (Магдаленкала әңгәмәләр) һәм 1989 (Түңәрәк өҫтәл) йылдарҙа хөкүмәт менән һөйләшеүҙәрҙә Валенса төп ролде уйнай. Был һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәһе — «Теләктәшлекте» легалләштереү һәм 1989 йылдың июнендә ярымирекле парламент һайлауҙарын үткәреү, уларҙа «Теләктәшлек» Сенаттағы 100 урындың 99-ын яулай.

Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса коммунистар власты тулыһынса юғалтмаһа ла (президент булып Ярузельский ҡала, көс министрлыҡтары Польша Республикаһы Партия Ойошмаһы ҡулында ҡала), уларға оппозицияға властың байтаҡ өлөшөн бирергә тура килә, йәмғиәт һайлауҙарҙы режимдың еңелеүе тип ҡабул итә. 1989 йылдың 7 авгусында Валенса «Теләктәшлектең» хөкүмәткә етәкселекте үҙ ҡулдарына алырға әҙер булыуы тураһында белдерә. Валенсаның Берләшкән крәҫтиән һәм Демократик партияларҙың (күп йылдар буйы коммунистик режим яҡлылар) етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барыуы килеп тыуған хәлдә уларҙың «Теләктәшлекте» хупларға мәжбүр булыуына килтерә. 7 сентябрҙә Польшала беренсе тапҡыр власҡа «Теләктәшлек» вәкиле Валенсаның кәңәшсеһе Тадеуш Мазовецкий етәкселекгендәге коммунистик булмаған хөкүмәт килә.

Президентлыҡ

1990 йылдың президент һайлауҙарында Валенса ышаныслы еңеү яулай, икенсе турҙа Польша президенты итеп һайлана (74,25 % тауыш менән). Уның алдына сәйәси тотороҡһоҙлоҡтоң һәм Польшаның ирекле баҙар иҡтисадына күсеүенең ғәйәт ауыр проблемалары килеп баҫа.

1995 йылда Валенса һайлауҙарҙа Александр Квасьневскийҙан еңелә. Беренсе турҙа ул, 33,1 процент йыйып, икенсе урынға сыға, ә икенсе турҙа, 48,3 процент йыйып, еңелә.

Президентлыҡтан һуң

2000 йылғы президент һайлауҙарында Валенса 1,4 % тауыш йыя.

2006 йылдың 29 сентябрендә Лех Валенса сәйәсәткә кире ҡайтырға һәм яңы партия ойошторорға йыйыныуы тураһында иғлан итә. Ул түбәндәгене белдерә: «Ҡасандыр Польшаның бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән кешеләр әлеге ваҡытта илдә барған хәл менән килешмәй. Беҙ Качиньский, Леппер йәки Гертых кеүектәр өсөн көрәшмәнек».

Ғаиләһе

Ҡатыны Данута менән 8 бала — 4 ул һәм 4 ҡыҙ тәрбиәләй. 2017 йылдың 9 ғинуарында Валенсаның өсөнсө улы 43 йәшлек Пшемыслав үҙенең Гданскиҙағы фатирында үлгән килеш табыла[2].

Әйтелгән фекерҙәре

Некоторые высказывания Лех Валенсаның ҡайһы бер тапҡыр һүҙҙәре халыҡ араһында киң ҡулланыла, һәм улар йыйылма рәүештә «валенсизмдар» тип атала.

  • 2013 йылдың 1 мартында TVN 24 телеканалына биргән интервьюһында Лех Валенса, гомосексуалдар парламентта башҡа депутаттарҙан айырым, хатта стена артында ултырырға тейеш, тип белдерә. Был һүҙҙәре өсөн уны Сеймдың ҡайһы бер депутатттары тәнҡитләй[3][4].
  • 2014 йылдың 4 майында BBC-ға биргән интервьюһында түбәндәгеләрҙе әйтә:

Йәш сағымда, һин лидер булаһың һәм коммунизмды еңәһең, тип әйтһәләр, мин һис кенә лә ышанмаҫ инем. … Бына шуға күрә лә мин Галактикалағы иң бәхетле кеше.

«Lech Walesa:'My work here is done'»

Иҫкәрмәләр