Лех Валенса: өлгөләр араһындағы айырма
92 юл: | 92 юл: | ||
* [[Орден Восточной Республики Уругвай]] |
* [[Орден Восточной Республики Уругвай]] |
||
* Кавалер Большой ленты Хашимитского и Королевского Ордена Жемчужины ([[Сулу (султанат)|Султанат Сулу]], [[Филиппины]]) |
* Кавалер Большой ленты Хашимитского и Королевского Ордена Жемчужины ([[Сулу (султанат)|Султанат Сулу]], [[Филиппины]]) |
||
== Исемен мәңгеләштереү == |
|||
[[2004 йыл]]да [[Гданьский аэропорт имени Леха Валенсы|Гданьск аэропортына]] Лех Валенса исеме бирелә. |
|||
== Иҫкәрмәләр == |
== Иҫкәрмәләр == |
15:24, 25 апрель 2021 өлгөһө
Лех Валенса (пол. Lech Wałęsa, [ˈlɛx vaˈwɛ̃sa]; 1943 йылдың 27 сентябрендә/һарысайында Польшаның Тлухово гминаһы Попово ҡасабаһында тыуған) — поляк дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, кеше хоҡуҡтарын әүҙем яҡлаусы активист, "Теләктәшлек" (пол. Solidarność) профсоюз ойошмаһы етәксеһе, 1990—1995 йылдарҙа Польша Президенты, 1983 йылғы Тыныслыҡ өсөн Нобель Премияһы Лауреаты, һөнәре буйынса электрик.
Биографияһы
Атаһы
1943 йылдың 29 сентябрендә Попово ауылында балта оҫтаһы ғаиләһендә тыуа, аннексированного нацистской Германией Помор воеводаһы территорияһында тыуа. Атаһы Болеслав Валенса немец оккупацион ғәскәрҙәре тарафынан тотоп алына һәм Лех тыуғансы уҡ холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына оҙатыла. Һуғыш бөтөүгә бер ни тиклем ваҡыт ҡалғас (1945 йылдың апрель башында) Болеслав ҡаты сирле килеш йортона ҡайта һәм 1945 йылдың 16 июнендә вафат була.
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Белем алыуы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге
1961 йылда профессиональ училищены тамамлай. 1961 йылдан 1965 йылға тиклем автомеханик булып эшләй, 1967 йылдың июленән Гданьск судоверфендә электрик булып эшләй. 1980 йылда Көнсығыш Европала беренсе булып ирекле, дәүләт контролендә булмаған — Теләктәшлек профсоюзын ойоштора.
«Теләктәшлек»
Әүҙем профсоюз эшмәкәрлеге өсөн Валенсаны эштән сығарыу менән рәттән 1980 һәм 1981 йылдарҙа аҙыҡ-түлектең етешмәүе һәм хаҡтарҙың арта барыуы забастовкаларға килтерә, йәмғиәттең төрлө ҡатламдарында «Теләктәшлек» киң хуплау таба һәм хөкүмәттең бер нисә ташлама яһауына, шул иҫәптән эшселәргә профсоюздарҙы ирекле рәүештә ойоштороу хоҡуғын биреүгә килтерә. Августа Валенса Завод-ара забастовка комитетына етәкселек итә һәм вице-премьер Ягельский менән Гданьск килешеүенә ҡул ҡуя.
1981 йылдың 13 декабренә ҡарай төндә Польша Халыҡ Республикаһының Министрҙар Советы рәйесе, Польша Республикаһы Партия Ойошмаһы Үҙәк Комитетының Беренсе секретары, генерал Войцех Ярузельский хәрби хәл индерә һәм «Теләктәшлекте» закондар тыш тип иғлан итә. Хәрби хәл индерелеүҙең тәүге көндәрендә үк Валенса менән бергә 3 меңдән ашыу активисты тотоп ябалар һәм сит илгә сығарыу үҙәктәренә ебәрәләр. 1982 йылдың 14 ноябрендә Валенса тотолған активистарҙың күбеһе менән бергә иреккә сығарыла.
1983 йылда Нобель Тыныслыҡ премияһын, миҙал ала, миҙалын Ченстоховтағы Ясна Гура монастыренә тапшыра[1]
1986 йылдың 30 сентябрендә Валенса рәйеслегендә «Теләктәшлектең» Ваҡытлы советы булдырыла. Төбәк профсоюз үҙәктәрен ҡайтанан тергеҙеү башлана. Властар формаль рәүештә «Теләктәшлекте» легелләштереүгә рөхсәт бирмәй, ләкин дөйөм алғанда ҡаршылыҡтар ҙа тыуҙырмай. 1987 йылдың 25 октябрендә активистар төркөмө «Теләктәшлектең» Милли башҡарма комитетын ойоштора. Уға Валенса етәкселек итә. Был структура оппозицияның властар менән һөйләшеүҙәр алып барыуға әҙер булған өлөшөн бергә туплай. Ул ваҡытта күп кенә активистар «Көрәшеүсе Теләктәшлек» яҡлы була һәм режим менән бер ниндәй компромиссһыҙ көрәшеү өсөн сығыш яһай.
1988 йылдың яҙы-йәйендәге күләмле забастовка хәрәкәте һөҙөмтәһендә Польша етәкселеге «Теләктәшлек» менән килешеүҙәргә табан курс алырға мәжбүр була. 1988 йылдың 25 авгусында эске эштәр министры Чеслав Кищак Польша епископаты вәкиле аббат Алоизий Оршулик алдында Валенса менән осраша. 1988 (Магдаленкала әңгәмәләр) һәм 1989 (Түңәрәк өҫтәл) йылдарҙа хөкүмәт менән һөйләшеүҙәрҙә Валенса төп ролде уйнай. Был һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәһе — «Теләктәшлекте» легалләштереү һәм 1989 йылдың июнендә ярымирекле парламент һайлауҙарын үткәреү, уларҙа «Теләктәшлек» Сенаттағы 100 урындың 99-ын яулай.
Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса коммунистар власты тулыһынса юғалтмаһа ла (президент булып Ярузельский ҡала, көс министрлыҡтары Польша Республикаһы Партия Ойошмаһы ҡулында ҡала), уларға оппозицияға властың байтаҡ өлөшөн бирергә тура килә, йәмғиәт һайлауҙарҙы режимдың еңелеүе тип ҡабул итә. 1989 йылдың 7 авгусында Валенса «Теләктәшлектең» хөкүмәткә етәкселекте үҙ ҡулдарына алырға әҙер булыуы тураһында белдерә. Валенсаның Берләшкән крәҫтиән һәм Демократик партияларҙың (күп йылдар буйы коммунистик режим яҡлылар) етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барыуы килеп тыуған хәлдә уларҙың «Теләктәшлекте» хупларға мәжбүр булыуына килтерә. 7 сентябрҙә Польшала беренсе тапҡыр власҡа «Теләктәшлек» вәкиле Валенсаның кәңәшсеһе Тадеуш Мазовецкий етәкселекгендәге коммунистик булмаған хөкүмәт килә.
Президентлыҡ
1990 йылдың президент һайлауҙарында Валенса ышаныслы еңеү яулай, икенсе турҙа Польша президенты итеп һайлана (74,25 % тауыш менән). Уның алдына сәйәси тотороҡһоҙлоҡтоң һәм Польшаның ирекле баҙар иҡтисадына күсеүенең ғәйәт ауыр проблемалары килеп баҫа.
1995 йылда Валенса һайлауҙарҙа Александр Квасьневскийҙан еңелә. Беренсе турҙа ул, 33,1 процент йыйып, икенсе урынға сыға, ә икенсе турҙа, 48,3 процент йыйып, еңелә.
Президентлыҡтан һуң
2000 йылғы президент һайлауҙарында Валенса 1,4 % тауыш йыя.
2006 йылдың 29 сентябрендә Лех Валенса сәйәсәткә кире ҡайтырға һәм яңы партия ойошторорға йыйыныуы тураһында иғлан итә. Ул түбәндәгене белдерә: «Ҡасандыр Польшаның бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән кешеләр әлеге ваҡытта илдә барған хәл менән килешмәй. Беҙ Качиньский, Леппер йәки Гертых кеүектәр өсөн көрәшмәнек».
Ғаиләһе
Ҡатыны Данута менән 8 бала — 4 ул һәм 4 ҡыҙ тәрбиәләй. 2017 йылдың 9 ғинуарында Валенсаның өсөнсө улы 43 йәшлек Пшемыслав үҙенең Гданскиҙағы фатирында үлгән килеш табыла[2].
Әйтелгән фекерҙәре
Лех Валенсаның ҡайһы бер тапҡыр һүҙҙәре халыҡ араһында киң ҡулланыла, һәм улар йыйылма рәүештә «валенсизмдар» тип йөрөтөлә.
- 2013 йылдың 1 мартында TVN 24 телеканалына биргән интервьюһында Лех Валенса, гомосексуалдар парламентта башҡа депутаттарҙан айырым, хатта стена артында ултырырға тейеш, тип белдерә. Был һүҙҙәре өсөн уны Сеймдың ҡайһы бер депутатттары тәнҡитләй[3][4].
- 2014 йылдың 4 майында BBC-ға биргән интервьюһында түбәндәгеләрҙе әйтә:
Йәш сағымда, һин лидер булаһың һәм коммунизмды еңәһең, тип әйтһәләр, мин һис кенә лә ышанмаҫ инем. … Бына шуға күрә лә мин Галактикалағы иң бәхетле кеше.
Оригинал текст (инг.)If somebody had told me [when I was younger] that I would be the leader to bring down communism... I never would have believed them. That is why I am the happiest man in the whole galaxy
Сәнғәттә
2013 йылда режиссёр Анджей Вайданың «Валенса. Өмөттән тыуған кеше» фильмы сыға, унда Лех Валенсаның сәйәси карьераһы һәм шәхси тормошо тураһында һөйләнелә. Валенсаның ролен Роберт Венцкевич башҡара.
Граждандар оборонаһы төркөмөнөң «Новая патриотическая» йырында ла уның исеме ьелгә алына.
Наградалары һәм премиялары
Польша наградалары
Польша Президенты булараҡ түбәндәге наградалар кавалеры:
Сит дәүләттәр наградалары
- 1983 — эшселәр хоҡуҡтарын яҡлауҙағы эшмәкәрлеге өсөнНобель Тыныслыҡ премияһы.
- 1989 — 1 класлы Франсиско Миранда Ордены
- 1991 — Большой крест ордена Бани (Великобритания)
- 1991 — Большой крест ордена Почётного легиона — (Франция)
- 1991 — Большой крест ордена За заслуги перед Итальянской Республикой — (Италия)
- 1993 — Орден Серафимов — (Швеция)
- 1993 — Орден Слона — (Дания)
- 1993 — Большой крест ордена Белой розы — (Финляндия)
- 1994 — Большой крест ордена Заслуг (Венгрия)[5]
- 1994 — Большая цепь ордена Инфанта дона Энрике — (Португалия)[6]
- 1995 — Большой крест ордена святого Олафа — (Норвегия)
- 1999 — Медаль Свободы «National Endowment for Democracy» — (Вашингтон, США)[5]
- 1999 — Международная премия Свободы — (Мемфис, США)[5]
- 1999 — Орден Белого льва — (Чехия)
- 2001 — Большой крест с золотой звездой ордена Христофора Колумба — (Доминиканская Республика)[5]
- 2005 — Орден князя Ярослава Мудрого II ст. (Украина, 31 августа 2005 года)[7]
- 2006 — Большой крест ордена Креста земли Марии — (Эстония)[8]
- 2011 год — Большой крест ордена Витаутаса Великого (Литва, 10 июня 2011 года)[9]
- Большой крест ордена Нидерландского льва — (Нидерланды)
- Большой крест ордена Леопольда I — (Бельгия)
- Орден Пия IX — (Ватикан)
- Особая степень ордена «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия»
- Орден Заслуг — (Чили)
- Большой крест ордена Южного креста — (Бразилия)
- Медаль Независимости (Турция)[5]
- Большой крест ордена Сантьяго и меча — (Португалия)
- Медаль ЮНЕСКО — (ООН)
- Орден Восточной Республики Уругвай
- Кавалер Большой ленты Хашимитского и Королевского Ордена Жемчужины (Султанат Сулу, Филиппины)
Исемен мәңгеләштереү
2004 йылда Гданьск аэропортына Лех Валенса исеме бирелә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Walesa Takes Nobel Medal To Polish Shrine - The New York Times
- ↑ Сын Леха Валенсы найден мертвым
- ↑ Вести. Ru: Экс-президент Польши Лех Валенса решил отгородиться от геев стеной
- ↑ Lenta.ru: Мир: Общество: Валенсу решили засудить за гомофобию
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Odznaczenia Lecha Wałęsy
- ↑ Cidadãos Estrangeiros Agraciados com Ordens Portuguesas . presidencia.pt. Дата обращения: 7 июнь 2011. Архивировано 9 февраль 2012 года. (порт.)
- ↑ Указ Президента України № 1218/2005 від 31 серпня 2005 року «Про нагородження Л. Валенси орденом князя Ярослава Мудрого» (укр.)
- ↑ Vabariigi President(недоступная ссылка)Ҡалып:Ref-ee
- ↑ Декрет Президента Литвы от 10 июня 2011 года № 1K-734 (Информация на официальном сайте Президента Литвы Архивная копия от 16 сентябрь 2009 на Wayback Machine) (лит.)