Политеизм: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Вики-Һаҡлағыстың CommonsDelinker ҡатнашыусыһы "Gods.jpg" рәсеме урынына Jacques_Réattu_—_Les_dieux_du_Panthéon_grec.jpg рәсеме күсерҙе. Ҡатнашыусы яҙған сәбәп: [[:
1 юл: 1 юл:

{{Ук}}
{{Ук}}
[[Файл:Gods.jpg|thumb|справа|250px|Грек пантионы аллалары]]
[[Файл:Jacques Réattu — Les dieux du Panthéon grec.jpg|thumb|справа|250px|Грек пантионы аллалары]]
'''Политеи́зм''' ({{lang-el|πολύς}}, «''күп һанлы''» + {{lang-el|θεός}}, «''алла''» — «''күп аллалыҡ''»<ref name="НИЭ">Новая иллюстрированная энциклопедия. Кн. 14. Пе — Пр. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2002. — '''С.166'''. ISBN 5-85270-206-4 (Кн.14), ISBN 5-85270-218-8</ref>) — бер нисә аллағы ышаныуға нигеҙләнгән донъяға дини ҡараш, ғәҙәттә аллалар [[пантеон]]ға йыйылған була; күп аллаға ышаныусылыҡ<ref>Русско-башкирский словарь общественно-политических терминов. (Г. К. Кунафина, Т. Д. Ишкина, 2001)</ref>.
'''Политеи́зм''' ({{lang-el|πολύς}}, «''күп һанлы''» + {{lang-el|θεός}}, «''алла''» — «''күп аллалыҡ''»<ref name="НИЭ">Новая иллюстрированная энциклопедия. Кн. 14. Пе — Пр. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2002. — '''С.166'''. ISBN 5-85270-206-4 (Кн.14), ISBN 5-85270-218-8</ref>) — бер нисә аллағы ышаныуға нигеҙләнгән донъяға дини ҡараш, ғәҙәттә аллалар [[пантеон]]ға йыйылған була; күп аллаға ышаныусылыҡ<ref>Русско-башкирский словарь общественно-политических терминов. (Г. К. Кунафина, Т. Д. Ишкина, 2001)</ref>.



10:47, 2 июнь 2021 өлгөһө

Политеизм
Рәсем
Ҡапма-ҡаршыһы монотеизм
 Политеизм Викимилектә
Грек пантионы аллалары

Политеи́зм (грек. πολύς, «күп һанлы» + грек. θεός, «алла» — «күп аллалыҡ»[1]) — бер нисә аллағы ышаныуға нигеҙләнгән донъяға дини ҡараш, ғәҙәттә аллалар пантеонға йыйылған була; күп аллаға ышаныусылыҡ[2].

Политеизм дини система һәм теизм тибы булып тора, политеизм монотеизмға — бер аллаға ышаныуға, һәм атеизмға — алланың булыуын инҡар итеүгә ҡаршы тора.

Политеизм христиан, буддизм, ислам диндәрендә мәжүсилек(язычество) тип ҡабул ителә.

Терминдың килеп сығышы

Тәхеттәге Алиһә. Неолит, Чатал-Хююк

Был термин грек. πολύς («күп») һәм грек. θεός («илаһ») тигән һүҙҙәрҙән алынған, һәм тәүге булып уны йәһүд яҙыусыһы Александриянан Филон гректар менән дини бәхәс ваҡытында ҡуллана. Урта диңгеҙ һәм Европала христиан дине таралыу менән был термин урынына «мәжүсилек» терминын ҡуллана башлайҙар. Был терминды француз сәйәсмәне һәм философы Жан Боден «Гептапломерес» йәки «Ете ҡатнашыусы һөйләшеүе» тигән хеҙмәтендә яңынан ҡуллана, шунан башлап, ул тарала башлай.

Политеизм төрҙәре

Дели урамында «изге һыйыр»

Политеизмдың бер нисә төрө бар[3]:

  1. анимизм — әйберҙәрҙе йәнле тип ышаныу (культ), уны ниндәйҙер рухтар һәм иблистәрҙең кешеләр эшенә ҡыҫылыуы менән бәйләйҙәр;
  2. Дини фетишизм — ҡайһы-бер әйберҙәрҙе, предметтарҙы ғәҙәттән тыш көскә әйә тип ышаныу ;
  3. тотемизм — берәй ырыуҙың ниндәйҙер йәнлек, үҫемлек, йәки тәбиғәт күренеше менән туған булыуына ышаныу ;
  4. зоолатрия — хайуандарға табыныу;
  5. сабеизм — йондоҙҙар, планеталар һәм башҡа күк есемдәрен илаһ күреп табыныу, магия һәм астрология менән бәйле культ.
  6. хтоника илаһтары (хтоник йән эйәләре) — ер һәм тәбиәғәттең ҡөҙрәтенә ышаныуға, уларҙан ҡурҡыуға бәйле культ.
  7. ҡанбабалар культы — политеизмдың архаик формаларына хас культ, ҡанбабалар үҙ вариҫтары тормошонда тылсымлы рәүештә ҡатнаша тип ышаныу. Был тәүтормош кешеләренең дини ҡараштары бер-береһе менән тығыҙ бәйләнеп йәшәгән.



Иҫкәрмәләр

  1. Новая иллюстрированная энциклопедия. Кн. 14. Пе — Пр. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2002. — С.166. ISBN 5-85270-206-4 (Кн.14), ISBN 5-85270-218-8
  2. Русско-башкирский словарь общественно-политических терминов. (Г. К. Кунафина, Т. Д. Ишкина, 2001)
  3. ПолитеизмЭСБЭ


Был дин тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.