Зарипов Ғәбделхәй Әхәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә З. ӘЙЛЕ Зарипов Ғәбделхай Әхәт улы битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Зарипов Ғәбделхәй Әхәт улы: хаталы яҙылыштан төҙәтелде
7 юл: 7 юл:
== Хәрби хеҙмәте ==
== Хәрби хеҙмәте ==
Ғәбделхәй Зарипов Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың авгусында Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла<ref>[http://112bkd.ru/index.php/component/content/article/17-lichnyj-sostav-divizii/bukva-z/1388-zaripov-gabdulkhaj-akhatovich?Itemid=104 Зарипов Габдулхай Ахатович.112bkd]</ref><ref name="Зарипов" />. Башта район үҙәге Мишкәлә уларҙы өс көн тоталар: һуғыш режимына, винтовканан атырға, сетерекле хәлдәрҙән сығырға өйрәтәләр.
Ғәбделхәй Зарипов Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың авгусында Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла<ref>[http://112bkd.ru/index.php/component/content/article/17-lichnyj-sostav-divizii/bukva-z/1388-zaripov-gabdulkhaj-akhatovich?Itemid=104 Зарипов Габдулхай Ахатович.112bkd]</ref><ref name="Зарипов" />. Башта район үҙәге Мишкәлә уларҙы өс көн тоталар: һуғыш режимына, винтовканан атырға, сетерекле хәлдәрҙән сығырға өйрәтәләр.
Ғәбделхай Әхәт улы һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Десантсылар полкында ул разведчик була. Мәскәү тирәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың йәйендә һауа-десант дивизияһын 41-се уҡсы гвардия дивизияһына ҡушып, Сталинград ҡалаһы биләмәһенә ебәрәләр<ref>https://www.bashinform.ru/news/1417547-orden-shaymuratova-vruchen-veteranu-vov-kotoryy-posle-raneniya-voshel-v-sostav-bashkavdivizii/</ref>. Шулай бер разведка барышында Ғәбделхәй Зариповтың отряды фашистарға эләгә. 28 һалдаттың һигеҙе генә әйләнеп ҡайта ала. Ғәбделхәй Әүхәт улы ҡаты яралар менән госпиталгә эләгә. Ун һигеҙе лә тулып өлгөрмәгән егетте өйгә артабан дауаланырға ҡайтаралар. Бар ир-егет фронт һыҙығында булғанда Ғәбделхәй Зариповҡа өйҙә ятыу тынғылыҡ бирмәй. Ул тағы ла военкомат юлын тапай башлай. Шулай итеп, 1943 йылда уны Туймазы станцияһына данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының запас полкына ебәрәләр. Һигеҙ ай хеҙмәттән һуң егет сапер батальоны составында фронтҡа оҙатыла. Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Ғәбделхәй Әхәт улы Белоруссия, Польша, Варшаваны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Бранденбург, Белград, Трептов, Каммин, Гюльцов, Плате, Берлин тирәһендәге яуҙарҙа батырлыҡ күрһәтә. Шулай уҡ Висла, Одер, Варта, Көньяҡ Буг йылғаларын, Освенцим концлагерын азат итеүҙә ҡатнаша. Күп тапҡыр хәрби операцияларҙа була<ref>[https://askinskajanov-b.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75-yyl/Shaymoratov-vari-i-259709/?sphrase_id=104620 Йәнтөйәк газетаһы]</ref>.
Ғәбделхай Әхәт улы һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Десантсылар полкында ул разведчик була. Мәскәү тирәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың йәйендә һауа-десант дивизияһын 41-се уҡсы гвардия дивизияһына ҡушып, Сталинград ҡалаһы биләмәһенә ебәрәләр<ref>https://www.bashinform.ru/news/1417547-orden-shaymuratova-vruchen-veteranu-vov-kotoryy-posle-raneniya-voshel-v-sostav-bashkavdivizii/</ref>. Шулай бер разведка барышында Ғәбделхәй Зариповтың отряды фашистарға эләгә. 28 һалдаттың һигеҙе генә әйләнеп ҡайта ала. Ғәбделхәй Әүхәт улы ҡаты яралар менән госпиталгә эләгә. Ун һигеҙе лә тулып өлгөрмәгән егетте дауаланырға тыуған яғына ҡайтаралар. Әммә өйҙә ятыу уға тынғылыҡ бирмәй, ул тағы ла военкомат юлын тапай. 1943 йылда уны данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Туймазы станцияһындағы запас полкына ебәрәләр. Һигеҙ айҙан егет сапер батальоны составында фронтҡа ебәрелә. Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Ғәбделхәй Әхәт улы Белоруссия, Польша, Варшаваны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Бранденбург, Белград, Трептов, Каммин, Гюльцов, Плате, Берлин тирәһендәге яуҙарҙа батырлыҡ күрһәтә. Шулай уҡ Висла, Одер, Варта, Көньяҡ Буг йылғаларын, Освенцим концлагерын азат итеүҙә ҡатнаша. Күп тапҡыр хәрби операцияларҙа була<ref>[https://askinskajanov-b.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75-yyl/Shaymoratov-vari-i-259709/?sphrase_id=104620 Йәнтөйәк газетаһы]</ref>.


== Наградалары ==
== Наградалары ==

04:52, 19 июнь 2021 өлгөһө

Зарипов Ғәбделхәй Әхәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 27 август 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Татарбай, Мишкә районы
Вафат булған көнө 24 апрель 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (96 йәш)
Вафат булған урыны Кесе Нәкәрәк, Мишкә районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө экспедитор
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы генерал Шайморатов ордены

Зарипов Ғәбделхай Әхәт улы (27 август 1923 йыл — 24 апрель 2020 йыл)— 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец[1][2].

Биографияһы

1923 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Татарбай ауылында игенсе ғаиләһендә тыуа. Ғаиләлә улар биш бала тәрбиәләнә. 1930 йылда Татарбай башланғыс мәктәбенең 1-се класына уҡырға төшә. Һуғыш тураһында хәбәрҙе уларға район Һабантуйында еткерәләр. Шул минуттарҙа уҡ ул фронтҡа китергә хәл итә. Әммә 17 йәшлектәрҙе бер кем дә һуғышҡа алмаясаҡ, тиһәләр ҙә, ныҡышып фронтҡа китә йәш егет[3].

Хәрби хеҙмәте

Ғәбделхәй Зарипов Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың авгусында Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[4][1]. Башта район үҙәге Мишкәлә уларҙы өс көн тоталар: һуғыш режимына, винтовканан атырға, сетерекле хәлдәрҙән сығырға өйрәтәләр. Ғәбделхай Әхәт улы һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Десантсылар полкында ул разведчик була. Мәскәү тирәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың йәйендә һауа-десант дивизияһын 41-се уҡсы гвардия дивизияһына ҡушып, Сталинград ҡалаһы биләмәһенә ебәрәләр[5]. Шулай бер разведка барышында Ғәбделхәй Зариповтың отряды фашистарға эләгә. 28 һалдаттың һигеҙе генә әйләнеп ҡайта ала. Ғәбделхәй Әүхәт улы ҡаты яралар менән госпиталгә эләгә. Ун һигеҙе лә тулып өлгөрмәгән егетте дауаланырға тыуған яғына ҡайтаралар. Әммә өйҙә ятыу уға тынғылыҡ бирмәй, ул тағы ла военкомат юлын тапай. 1943 йылда уны данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Туймазы станцияһындағы запас полкына ебәрәләр. Һигеҙ айҙан егет сапер батальоны составында фронтҡа ебәрелә. Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Ғәбделхәй Әхәт улы Белоруссия, Польша, Варшаваны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Бранденбург, Белград, Трептов, Каммин, Гюльцов, Плате, Берлин тирәһендәге яуҙарҙа батырлыҡ күрһәтә. Шулай уҡ Висла, Одер, Варта, Көньяҡ Буг йылғаларын, Освенцим концлагерын азат итеүҙә ҡатнаша. Күп тапҡыр хәрби операцияларҙа була[6].

Наградалары

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
  • «Хәрби уңыштары өсөн» миҙалы
  • «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы
  • «Берлинды алған өсөн» миҙалы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[1][7]
  • генерал Шайморатов ордены (23 февраль 2020 йыл)[8][9][10].

Һуғыштан һуңғы тормошо

Һуғышты ул Берлиндың үҙендә тамамлай. 1947 йылда ғына тыуған яғына ҡайта. «Рәфәнде» совхозында экспедитор булып эшләй.

Ғаилә хәле

Ғәбделхәй Зарипов һуғыштан ҡайтҡас ғаилә ҡора. 1965 йылдан Зариповтар ғаиләһе Кесе Нәкәрәк ауылында йәшәй. Тормош иптәше менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр[11]

Видео

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

  1. 1,0 1,1 1,2 Зарипов Габдулхай Ахатович
  2. Зарипов Габдулхай Бесмертный полк
  3. https://resbash.ru/articles/cotsium/Ushyol-voevat-desantnikom-vernulsya-verhom-na-kone-135698/
  4. Зарипов Габдулхай Ахатович.112bkd
  5. https://www.bashinform.ru/news/1417547-orden-shaymuratova-vruchen-veteranu-vov-kotoryy-posle-raneniya-voshel-v-sostav-bashkavdivizii/
  6. Йәнтөйәк газетаһы
  7. Зарипов Габдулхай Ахатович Бесмертный полк
  8. Орден Шаймуратова вручен ветерану, который после ранения вошел в состав Башкавдивизии
  9. Радий Хабиров вручил первые ордена генерала Шаймуратова
  10. https://www.moypolk.ru/soldier/zaripov-gabdulhay-ahatovich
  11. Шайморатов вариҫы