Ғафаров Халиҡ Әбдрафиҡ улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
71 юл: 71 юл:
* [https://pamyat-naroda.su/awards/anniversaries/1512461135 Награждение юбилейным орденом Отечественной войны I степени]
* [https://pamyat-naroda.su/awards/anniversaries/1512461135 Награждение юбилейным орденом Отечественной войны I степени]
* [https://www.nashapobeda.lv/2089.html Гафаров Х. А.]
* [https://www.nashapobeda.lv/2089.html Гафаров Х. А.]
* [https://ru.wikipedia.org/wiki/44-%D1%8F_%D1%81%D1%82%D1%80%D0%B5%D0%BB%D0%BA%D0%BE%D0%B2%D0%B0%D1%8F_%D0%B4%D0%B8%D0%B2%D0%B8%D0%B7%D0%B8%D1%8F]
* [https://ru.wikipedia.org/wiki/44-%D1%8F_%D1%81%D1%82%D1%80%D0%B5%D0%BB%D0%BA%D0%BE%D0%B2%D0%B0%D1%8F_%D0%B4%D0%B8%D0%B2%D0%B8%D0%B7%D0%B8%D1%8F Википедия материалы.]
* [https://ok.ru/group/57688550604842 Гафаров Хатмулла Абдуллович]
* [https://ok.ru/group/57688550604842 Гафаров Хатмулла Абдуллович]



12:45, 22 июнь 2021 өлгөһө

Ғафаров Халиҡ Әбдрафиҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 21 июнь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы
Вафат булған көнө 2004
Вафат булған урыны Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание кесе сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d] һәм стрелковая дивизия РККА[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Халиҡ Әбдрафиҡ улы Ғафаров (19262004) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, I төркөм һуғыш инвалиды[1], күп балалы атай.

Биографияһы

Ғафаров Халиҡ Әбдрафиҡ улы 1926 йылдың 21 июнендә Автономлы Башҡорт ССР-ы, Мәсәғүт кантоны, Ҡалмаҡҡол улусы (хәҙер — Салауат районы), Илсекәй ауылында кәрҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында алған, Тирмән ете йыллыҡ мәктәбендә уҡып башлаһа ла, тамамлап ҡуя алмай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға яңы 15 йәш кенә тулған була.

1943 йылдың 22 ноябрендә Салауат районы хәрби комиссариаты уны Ҡыҙыл Армия сафына саҡыра. Күнекмәләрҙе Тәүеш нәҫеле туғаны Ғафаров Хатмулла Абдулла улы менән бергә Өфө полк мәктәбендә алалар.

Икеһе ике фронтҡа оҙатыла: 1944 йылдың апреленән ҡыҙылармеец Хатмулла Ғафаров II Белоруссия фронтының 3-сө бригадаһы 32-се уҡсылар полкы составына, Халиҡ Ғафаров II Балтиҡ буйы фронтының I удар армияһы 44-се уҡсылар дивизияһы 305-се уҡсылар полкы сафына[2].

1944 йылдың апрель айынан башлап 44-се Чудов Ҡыҙыл Байраҡлы дивизия яугиры Халиҡ Ғафаров фронттың алғы һыҙығында батырҙарса алыша[3].

Тарихи белешмә 1944 йылдың 22 июнендә, Островтың төньяҡ-көнбайышында торғанда, ике штурм отряды дошмандың 32-се пехота дивизияһы участкаһында Стомино — Боровицы районында һуғыша-һуғыша разведка үткәрә. 1944 йылдың 17 июленән башлап Псков-Остров һөжүм операцияһы барышында, оборонаны йырып үтеп, дивизия 1944 йылдың 21 июлендә Остров ҡалаһына һөжүм итә һәм дәһшәтле урам һуғыштары менән ҡалаға инә. Дивизия дөйөм йүнәлештә Лаураға һөжүмен дауам итә. 1944 йылдың 30 июленә дивизия Веретье районына етә, һәм көн аҙағына Угарево һәм Олухово-Невское ауылдары янында Псков — Рига шоссе юлын киҫә, дошмандың 23-сө һәм 30-сы пехота дивизияларының арьергардтарына һөжүм итә, ләкин атака һәм, хатта бөтә фронттың һөжүме, «Мариенбург» оборона һыҙығы алдында көслө ут аҫтына эләгеп, туҡтап ҡалырға мәжбүр була.

Тарту һөжүм операцияһы барышында дивизия Лаура янындағы участканан Валга йүнәлешендә һөжүм башлай, ҡыҙыу рәүештә алға бара, августың икенсе декадаһы аҙағында фашистарҙың Анстл янындағы контратакаларын кире ҡаға һәм Валгаға яҡыная. 1944 йылдың сентябренән башлап, Валга эргәһендәге оборонаны йырып сығып, 305-се уҡсылар полкы 1-се удар армия составында Рига һөжүм операцияһында ҡатнаша. 1944 йылдың 19 сентябрендә Валга ҡалаһын азат итә, артабан Валмиера аша һөжүм итеп, 1944 йылдың сентябрь аҙағына Цесистан көнбайыштараҡ урынлашҡан нығытылған «Сигулда» сигенә килеп сыға.

1944 йылдың 13-15 октябрендә 123-сө уҡсылар корпусының бер өлөш ғәскәри көстәре менән Рига ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша, шунан Тукумс янына яҡынлаша, һәм шул ваҡыттан алып, 1945 йылдың майында гитлерсыларҙың Курлянд группировкаһы ҡорал һалғанға тиклем, Тукумс янындағы оборона һыҙығын штурмлай.

1944 йылдың ноябренән 112-се уҡсылар корпусы составында, 31 декабрҙән — II Балтиҡ буйы фронтының I удар армияһы 119-сы уҡсылар корпусы составында Тукумс йүнәлешендә Джукстэ районында Курлянд группировкаһы менән йән аямай алыша.

Бына ошо ҡаты алыштарҙың береһендә, 1945 йылдың 5 ғинуарынан 6 ғинуарына ҡаршы төндә, 19-сы йәше менән барған кесе сержант Халиҡ Ғафаровтың ике аяғы ла аяныс йәрәхәтләнә.

Рига һәм Киров ҡалаларыныда, барлығы 13 ай, госпиталдәрҙә дауалана егет, хәле үлем менән йәшәү араһында була. Уның күңелендә өмөт һәм күтәрә алмаҫлыҡ хәсрәт көрәшә. Һул аяғы аҡрынлап яҙыла, ә уң аяғын ампутациялайҙар.

Күрһәткән батырлығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы орденын госпиталдә командиры тапшыра[4].

Тарихи белешмә 1945 йылдың апреленән 44-се уҡсылар дивизияһы Ленинград фронты Курлянд ғәскәрҙәре төркөмө 1-се удар армияһы 112-се уҡсылар корпусы 67-се армия составында һуғышты тамамлай. 44-се Чудов Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар дивизияһы 1946 йылда таратыла.

1946 йылдың 22 ғинуарында шәфҡәт туташы Халиҡ Ғафаровты тыуған йортона тиклем оҙатып килә.

Оло ихтыяр көсөн йыйып, артабан йәшәргә ҡарар итә егет.

Һыңар аяҡлы булһа ла, Халиҡ Әбдрәфиҡ улы етеш донъя көттө. Ул яҡшы балта оҫтаһы ине. Йорт-ҡураһы һәр саҡ төҙөк булды, төрлө емеш-еләге, йәшелсәһе, бигерәк тә кәбеҫтә менән картуфы ишелеп уңды. Үҙе оҫта умартасы ине, өҫтәлдәренән бал өҙөлмәне.

Шуның өҫтәүенә, Халиҡ Ғафаров солоҡсо, мәргән һунарсы, шәп балыҡсы ла булды.

Ғаиләһе

Ғафаров Халиҡ Әбдрафиҡ улы — 14 бала атаһы. Өлкән ҡатыны Гөлзифанан — 10 бала: Әҡлимә, Фәйрүзә, Әбдрәхим, Сәлих, Гөлнур, Ибәтулла, Гөлсинә, Вәсил, Фәүзиә, Хәлил. Кесе ҡатыны Әҙибәнән — 4 бала: Нәбиһә, Тәнзилә, Әсләм, Рәмилә.

Ул бер ваҡытта ла тормошона зарланманы. Хәтере һәйбәт, телмәре бай булды. Тура һүҙле, намыҫлы, йор һүҙле ир-егет ине. Хәҙерге көндә Халиҡ Ғафаровтың алты балаһы Илсекәйҙә үҙ йортонда донъя көтә. Һәр бер балаһы тулы урта белем алды, төрлө өлкәлә тырышып эшләнеләр һәм эшләйҙәр. Ике тиҫтәнән артыҡ ейән-ейәнсәрҙәре, бик күп бүлә-бүләсәрҙәре илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә таралған. Ғафаров Халиҡ Әбдрәфиҡ улы 2003 йылдың 14 июнендә вафат булды. Илсекәй ауылы зыяратына ерләнгән.

Ейәнсәре Алина Йәһүҙина: "Олатайыбыҙ — беҙҙең ғаилә геройы. Ниндәйҙер яуаплы эшкә тотонғанда, омош боролоштарында беҙ һәр беребеҙ эске күңел менән «Атайым, олатайым нисек эшләр ине был осраҡта, нимә тиер ине» тип, уның яҡты рухына мөрәжәғәт итәбеҙ.

Наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. [1]
  2. Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015, 28 с.
  3. [2]
  4. [3]

Әҙәбиәт

  • Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
  • Йәһүҙина Алина. Яугир олатайым. «Йүрүҙән» гәзите, № 38- 39, 7 май, 2005

Һылтанмалар