Ғәйнизаров Зәбих Әхмәҙи улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1 юл: 1 юл:
{{Ук}}
{{Ук}}
'''Ғәйнизаров Зәбих Әхмәҙи улы''' ({{lang-ru|Гайнизаров Забих Ахмадиевич}}) (8 [[май]] [[1923 йыл]] — [[29 ғинуар]] [[1997 йыл]]) — [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. [[112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы]]ның 275-се кавалерия полкы яугиры, пулеметсы<ref name="Башкавдивизия">[http://112bkd.ru/index.php/component/content/article/11-lichnyj-sostav-divizii/bukva-b/380-gaynizarov-zabich-achmadeevich?Itemid=104 Гайнизаров Забих Ахмадиевич. Шаймуратовцы]</ref>. [[Ватан һуғышы ордены|II дәрәжә Ватан һуғышы]] ордены (1985), «Двадцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941-1945гг (СССР)|«1941-1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 20 йыл», «Тридцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941-1945гг (СССР)|«1941-1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 30 йыл» «Пятьдесят лет победы в Великой Отечественной войне 1941-1945гг (СССР)|«1941-1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл», Хеҙмәт ветераны миҙалдары (1965)<ref>[https://pamyat-naroda.ru/heroes/podvig-chelovek_kartoteka1504641584/?backurl=%2Fheroes%2F%3Fstatic_hash%3D22295e49c88ad3e5eb4d8e759d765a0av1%26last_name%3D%D0%91%D0%B0%D0%B8%D0%BC%D0%BE%D0%B2%26first_name%3D%D0%9D%D1%83%D1%80%D0%BC%D1%83%D1%85%D0%B0%D0%BC%D0%B5%D1%82%26middle_name%3D%D0%98%D1%81%D0%BB%D0%B0%D0%BC%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D1%87%26group%3Dall%26types%3Dpamyat_commander%3Anagrady_nagrad_doc%3Anagrady_uchet_kartoteka%3Anagrady_ubilein_kartoteka%3Apdv_kart_in%3Apdv_kart_in_inostranec%3Apamyat_voenkomat%3Apotery_vpp%3Apamyat_zsp_parts%3Akld_ran%3Akld_bolezn%3Akld_polit%3Akld_upk%3Akld_vmf%3Apotery_doneseniya_o_poteryah%3Apotery_gospitali%3Apotery_utochenie_poter%3Apotery_spiski_zahoroneniy%3Apotery_voennoplen%3Apotery_iskluchenie_iz_spiskov%3Apotery_kartoteki%3Apotery_rvk_extra%3Apotery_isp_extra%3Asame_doroga%26page%3D1%26grouppersons%3D1&search_view_id=podvigchelovek_nagrazhdenie80265703 Документы о награждении]</ref> кавалеры.

== Биографияһы ==
== Биографияһы ==

14:59, 30 июнь 2021 өлгөһө

Ғәйнизаров Зәбих Әхмәҙи улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 8 май 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Муйнаҡ ауыл Советы, Ейәнсура районы
Вафат булған көнө 28 ғинуар 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Кемдә уҡыған мәктәп уҡытыусыһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғәйнизаров Зәбих Әхмәҙи улы (рус. Гайнизаров Забих Ахмадиевич) (8 май 1923 йыл — 29 ғинуар 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы яугиры, пулеметсы[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985), «Двадцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941-1945гг (СССР)|«1941-1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 20 йыл», «Тридцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941-1945гг (СССР)|«1941-1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 30 йыл» «Пятьдесят лет победы в Великой Отечественной войне 1941-1945гг (СССР)|«1941-1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл», Хеҙмәт ветераны миҙалдары (1965)[2] кавалеры.

Биографияһы

Ғәйнизаров Зәбих Әхмәҙи улы 1923 йылдың 8 майында Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһе мал көткән һәм иген, йәшелсә сәсеү менән шөғөлләнгән. Зәбих Әхмәҙи улы 1931 йылда Муйнаҡ ете йыллыҡ мәктәбенең беренсе синыфына уҡырға инә. Был мәктәпте тамамлағандан һуң, 1941 йылда тыуған районының Абзан урта мәктәбендә 10 класты тамамлай.

1941 йылдың көҙөндә Ғәйнизаров Зәбих Әхмәҙи улын Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә саҡыралар. Бөйөк Ватан һуғышы барышында Зәбих Әхмәҙи улы генерал Шайморатов командалыҡ иткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се полкында пулеметсы булып хеҙмәт итә.

Курск, Тула, Липецк ҡалалары өсөн барған ҡаты алыштарҙа ҡавтнаша. 1942 йылдың октябрендәге бер алышта уң аяғы ҡаты йәрәхәтләнә. Ул 1943 йылдың авгусына тиклем хәрби госпиталдәрҙә дауалана. Һуғышта алған ҡаты йәрәхәтенән терелгәндән һуң, ул һаулығы буйынса демобилизациялана.

Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас, башта магазинда һатыусы булып эшләй. 1944 йылда Ырымбур педагогия институтының география факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм тыуған Муйнаҡ ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай.

Зәбих Әхмәҙи улының барлыҡ хеҙмәт юлы ошо мәктәп менән бәйле: ул башта ябай уҡытыусы, артабан уҡытыу бүлеге мөдире һәм мәктәп директоры булып эшләй.

Тыуған ауылының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.

1951 йылда КПСС сафына инә, бер нисә тапҡыр Муйнаҡ ауыл Советына депутат итеп һайлана. Ошо арала ете балаһын уҡытып, ҙур тормошҡа аяҡ баҫтырта.

Намыҫлы фиҙәкәр хеҙмәте өсөн бик күп орден һәм миҙалдар, БАССР КПСС һәм ВЦСПС өлкә комитетының Маҡтау Грамоталары менән бүләкләнә.

1978 йылда хаҡлы ялға сыға. Тыуған иле алдындағы ҙур хеҙмәттәре өсөн, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ, уға 1989 йылда БАССР-ҙың Салауат ҡалаһында бер бүлмәле фатир бирелә.

Зәбих Әхмәҙи улы ошо фатирында үҙенең вафатына тиклем йәшәй. 1997 йылдың 29 ғинуарында Салауат ҡалаһында вафат була. Артабан Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы тыуған Үрге Муйнаҡ ауылы зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

— II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) — юбилей миҙалдары — Жуков миҙалы — "Хеҙмәт ветераны" миҙалы

  1. Гайнизаров Забих Ахмадиевич. Шаймуратовцы
  2. Документы о награждении