Ишморатова Рауза Ғарифйән ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
4 юл: 4 юл:


== Биографияһы ==
== Биографияһы ==
Рауза Ғарифйән ҡыҙы-Ишморатова [[1957]] йылдың 1 февралендә [[Салауат районы]] [[Яңы Сүрәкәй]] ауылында күп балалы ғаиләлә икенсе бала булып тыуған.
Рауза Ғарифйән ҡыҙы Ишморатова [[1957]] йылдың 1 февралендә [[Салауат районы]] [[Яңы Сүрәкәй]] ауылында күп балалы ғаиләлә икенсе бала булып тыуған.
Ҡалмаҡҡол урта мәктәбенән һуң Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә.
Ҡалмаҡҡол урта мәктәбенән һуң Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә.


1976 йылда педучилищены тамамлағандан һуң, урта һөнәри белем менән генә сикләнмәй ҡыҙ, Өфө дәүләт педпгогия институтының (хәҙер — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге дәүләт педагогия университетының) физика-математик факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә<ref>''Алсу Адиятуллина'' Тепло души дарит ученикам — «На земле Салавата», 2012, 1 февраля</ref>.
1976 йылда педучилищены тамамлағандан һуң, урта һөнәри белем менән генә сикләнмәй ҡыҙ, Өфө дәүләт педпгогия институты (хәҙер — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге дәүләт педагогия университетының) физика-математика факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә<ref>''Алсу Адиятуллина'' Тепло души дарит ученикам — «На земле Салавата», 2012, 1 февраля</ref>.


== Хеҙмәт ҡаҙаныштары ==
== Хеҙмәт ҡаҙаныштары ==

09:55, 24 июль 2021 өлгөһө

Ишморатова Рауза Ғарифйән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 1 февраль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы

Ишморатова Рауза Ғарифйән ҡыҙы (1957 йылдың 1 феврале Салауат районы Яңы Сүрәкәй ауылы) — юғары категориялы физика һәм математика уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы[1].

Биографияһы

Рауза Ғарифйән ҡыҙы Ишморатова 1957 йылдың 1 февралендә Салауат районы Яңы Сүрәкәй ауылында күп балалы ғаиләлә икенсе бала булып тыуған. Ҡалмаҡҡол урта мәктәбенән һуң Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә.

1976 йылда педучилищены тамамлағандан һуң, урта һөнәри белем менән генә сикләнмәй ҡыҙ, Өфө дәүләт педпгогия институты (хәҙер — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге дәүләт педагогия университетының) физика-математика факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә[2].

Хеҙмәт ҡаҙаныштары

Тәүге эш урыны — Салауат районы Илсекәй төп мәктәбе булды. Йәш уҡытыусы математика фәне серҙәрен уҡыусыларына еткерҙе.

Башҡорт Илсекәйе ауылы егете Марс Исрафил улы Ишморатовҡа тормошҡа сыға.

Мөрсәлим урта мәктәбендә күп йылдар хеҙмәт итә. Башланғыс кластар буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да намыҫ менән башҡара.

Рауза Ғарифйән ҡыҙы һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылды, математика фәнен тәрнәйтеп өйрәнеү буйынса махсус кластарҙа эшләне. Уҡыусыларын эҙләнеү оҫталығына күнектерҙе, уларҙың интеллектуаль кимәлен күтәреүҙе, ижади потенциалын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Яңы технологияларҙы урынлы һәм аныҡ ҡулланды.

Уның уҡыусылары техник һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттарын тамамланы: иҡтисадсы, бухгалтер булып хеҙмәт итә[3].

Әлеге көндә Өфөлә йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләй[4].

Ғаиләһе

Тормош иптәше Ишморатов Марс Исрафил ул (1957-2014 менән улы Маратты тәрбиәләп, белем алырға ярҙам итә улар. Марат Ҡытаутамаҡ ҡалаһында механика техникумын һәм Ырымбур дәүләт университетының аҙыҡ-түлек технологияһы факультетының һыуытҡыстар технологияһы бүлеген тамамлай[5].

Ейәне Тимур, ейәнсәрҙәре Анна менән Диана - игеҙәктәр.

Мәрхүмә һеңлеһенең ике ҡыҙын аяҡҡа баҫтырҙы, белем алырға, үҙ аллы тормош ҡорорға ярҙам итте.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • 2010 - Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы
  • Хеҙмәт ветераны[6]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Камаева Р. Г. Хәйретдин балалары, Өфө, 2015
  2. Алсу Адиятуллина Тепло души дарит ученикам — «На земле Салавата», 2012, 1 февраля
  3. Елена Миляускас На ее уроках детям не скучно — «На земле Салавата», 2007
  4. Камаева Р. Г. Хәйретдин балалары, Өфө, 2015
  5. Бәйләнештә Роза Ишмуратова
  6. Камаева Р. Г. Хәйретдин балалары, Өфө, 2015

Сығанаҡтар

  • Елена Миляускас На ее уроках детям не скучно — «На земле Салавата», 2007
  • Алсу Адиятуллина Тепло души дарит ученикам — «На земле Салавата», 2012, 1 февраля
  • Гөлшат Байрамова Уңыштарыбыҙға ҡыуанабыҙ — «Йүрүҙән», 2013, 25 май, 42-се һан
  • Камаева Р. Г. Хәйретдин балалары, Өфө, 2015

Һылтанмалар