Камаева Рәфиҙә Ғилметдин ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
9 юл: 9 юл:


Ауыр йылдар була, өлкәндәр менән балалар ҙа ҙур һынау үтә.
Ауыр йылдар була, өлкәндәр менән балалар ҙа ҙур һынау үтә.
<blockquote>Акрам ағайым Дыуан районындағы Ярославка ауылында механизаторға уҡыны. Унан йәйәү өс көнләп ҡайта торғайны. Шунан тағы бер ҡыҙғаныс ваҡиға иҫтә ҡалған: Шәһиҙә менән Фәймә апайым ҡыш көнө урманға утынға бара. Уларҙы урман ҡарауылсыһы тотоп ала ла, утындарын тартып алып, сананы балта менән саҡылай. Үкереп илап ҡайтып йығылдылар</blockquote> тип һөйләй Рәфиҙә апай.
<blockquote>Акрам ағайым Дыуан районындағы Ярославка ауылында механизаторға уҡыны. Унан йәйәү өс көнләп ҡайта торғайны. Шунан тағы бер ҡыҙғаныс ваҡиға иҫтә ҡалған: Шәһиҙә менән Фәймә апайым ҡыш көнө урманға утынға бара. Уларҙы урман ҡарауылсыһы тотоп ала ла, утындарын тартып алып, сананы балта менән сапҡылай. Үкереп илап ҡайтып йығылдылар</blockquote> тип һөйләй Рәфиҙә апай.


Сүрәкәйҙә башланғыс класты тамамлағандан һуң, Рәфиҙә Ҡалмаҡҡол һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә 7 класҡа тиклем уҡый. 8 класты алдынғыраҡ һаналған Боксит урта мәктәбендә тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһындағы финанс техникумына уҡырға инә. Уҡыу йортон ҡыҙыл диплом менән тамамлай.
Сүрәкәйҙә башланғыс класты тамамлағандан һуң, Рәфиҙә Ҡалмаҡҡол һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә 7 класҡа тиклем уҡый. 8 класты алдынғыраҡ һаналған Боксит урта мәктәбендә тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһындағы финанс техникумына уҡырға инә. Уҡыу йортон ҡыҙыл диплом менән тамамлай.

10:00, 24 июль 2021 өлгөһө

Камаева Рәфиҙә Ғилметдин ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө апрель 1940
Тыуған урыны Яңы Сүрәкәй ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө бухгалтер

Камаева Рәфиҙә Ғилметдин ҡыҙы (1940 йылдың апрелендә Салауат районы Яңы Сүрәкәй ауылында ишле ғаиләлә тыуған) — уҡытыусы, иҡтисадсы, баш бухгалтер. Мәскәү финанс-иҡтисад институтын отличие менән тамамлай[1].

Биографияһы

Рәфиҙә Ғилметдин ҡыҙы Хәйретдинова-Камаева 1940 йылдың апрелендә Салауат районы Яңы Сүрәкәй ауылында Хәйретдинов Ғилметдин (1895-1965) менән Баныуҙың ишле ғаиләһендә тыуған. Әсәһе 12 бала тыуҙыра, шуларҙың 6-һы сабый саҡта уҡ төрлө сирҙәрҙән вафат була.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, эшсе синыфын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү маҡсатында, әҙерләү пункттарына һыйыр аҫыраған һәр крәҫтиән хужалығынан 240 л һөт, 40 кг ит, 100 дана йомортҡа тапшырылырға тейеш була. Бер һыйыр ғына тоторға рөхсәт ителгән.

Ауыр йылдар була, өлкәндәр менән балалар ҙа ҙур һынау үтә.

Акрам ағайым Дыуан районындағы Ярославка ауылында механизаторға уҡыны. Унан йәйәү өс көнләп ҡайта торғайны. Шунан тағы бер ҡыҙғаныс ваҡиға иҫтә ҡалған: Шәһиҙә менән Фәймә апайым ҡыш көнө урманға утынға бара. Уларҙы урман ҡарауылсыһы тотоп ала ла, утындарын тартып алып, сананы балта менән сапҡылай. Үкереп илап ҡайтып йығылдылар

тип һөйләй Рәфиҙә апай.

Сүрәкәйҙә башланғыс класты тамамлағандан һуң, Рәфиҙә Ҡалмаҡҡол һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә 7 класҡа тиклем уҡый. 8 класты алдынғыраҡ һаналған Боксит урта мәктәбендә тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһындағы финанс техникумына уҡырға инә. Уҡыу йортон ҡыҙыл диплом менән тамамлай.

Хеҙмәт ҡаҙаныштары

1960 йылда Дыуан районына баш бухгалтер итеп эшкә йүнәлтелә. Әммә Рухтин ауылы мәктәбендә математика дәрестәрен уҡыта.

1962 йылда, биш районды бергә ҡушып, Салауат районы булдырыла, Мәсәғүт район үҙәге итеп тәғәйенләнә.

Рәфиҙә Ғилметдин ҡыҙы Дүшәмбикә егете Камаев Фильсон Ғаяз улына кейәүгә сыға.

1962 йылда тормош иптәшен Иҫке Мөхәммәт ауылындағы «Йондоҙ» колхозына рәйес итеп ҡуялар. Рәфиҙә Мөхәммәт мәктәбендә математика уҡыта.

1966 йылда Мәскәү фиананс-иҡтисад институтын тик «5» билдәләренә тамамлап, иҡтисадсы һөнәренә эйә була.

1965 йылдан Салауат районы башҡарма комитетының райплан бүлегенә иҡтисадсы итеп саҡыралар, ә инде 1966 йылдан райплан бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. Идара органдарында 30 йыл эшләй[2].

Ғаиләһе

Тормош иптәше Камаев Фильсон Ғаяз улы 1969 йылда Өфө ауыл хужалығы институтының зоотехния факультетын тамамлай. Һуңғараҡ Фильсон Ғаяз улы «Урал» һәм «Рәсәй» колхоздарының баш зоотехнигы, колхоз рәйесе була. Дыуан районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы була. Колхоздар тарҡалғандан һуң, фермер хужалығында тырышып хеҙмәт итә. Өфөлә мәҙрәсәлә уҡый, Мәсәғүт ауылында мәсет төҙөй, имам итеп тәғәйенләнә.

Ҡыҙҙары Гүзәл Өфө сәнғәт училищеһының фортепиано бүлеген тамамлай. Мәсәғүт музыка мәктәбендә эшләй. Һамар сәнғәт институтының музыка факультетын тамамлай. РФ мәктәптәренең почётлы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ.

Ҡыҙҙары Индира Мәскәү инженер-төҙөлөш институтының иҡтисад факультетын тамамлай. Мәскәүҙә йәшәй, иҡтисадсы.

Улдары Марат Камаев 1971 йылғы. Екатеринбург ҡалаһында юғары белем ала. Өфөлә йәшәй[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары
  • Дыуан районы хакимиәтенең Маҡтау грамоталары

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Камаева Р. Г. Хәйретдин балалары, 2015
  2. Камаева Р. Г. Хәйретдин балалары, 2015
  3. Камаева Р. Г. Хәйретдин балалары, 2015

Сығанаҡтар

  • Камаева Р. Г. Хәйретдин балалары, Өфө, 2015

Һылтанмалар