Ғафури Зөһрә Камалетдин ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
{{Ук}}
{{Ук}}
'''Ғафури (Насырова) Зөһрә Камалетдин ҡыҙы''' ([[1892]]—[[1938]]) — [[Башҡортостан]]дың тәүге Халыҡ яҙыусыһы [[Мәжит Ғафури]]ҙың ҡатыны, алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙ, уҡытыусы, тегенсе<ref>[https://ufa.bezformata.com/listnews/muza-mazhita-gafuri/9490712/ К 120-летию Зухры Гафури]</ref>.
'''Ғафури (Насырова) Зөһрә Камалетдин ҡыҙы''' ([[1892]]—[[1938]]) — [[Башҡортостан]]дың халыҡ шағиры [[Мәжит Ғафури]]ҙың ҡатыны, алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙ, уҡытыусы, тегенсе<ref>[https://ufa.bezformata.com/listnews/muza-mazhita-gafuri/9490712/ К 120-летию Зухры Гафури]</ref>.


== Биографияһы ==
== Биографияһы ==

11:32, 24 июль 2021 өлгөһө

Ғафури Зөһрә Камалетдин ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1892
Тыуған урыны Килем, Бүздәк районы, СССР
Вафат булған көнө 1938
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы

Ғафури (Насырова) Зөһрә Камалетдин ҡыҙы (18921938) — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ҡатыны, алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙ, уҡытыусы, тегенсе[1].

Биографияһы

Зөһрә Камалетдин ҡыҙы Насырова-Ғафури Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) Килем ауылында тыуып үҫкән. Ата-әсәһе байға тегенсе булып хеҙмәт иткән.

Алпауыт ҡатыны Суфия Тәвкилева-Йәнтүрина ҡурсалауы аҫтында заманаһына ҡарата бик һәйбәт белем һәм тәрбиә ала.

Зөһрәнең ата-әсәһе оҫта тегенсе була, атаһы ир-ат өсөн, әсәһе — ҡатын-ҡыҙ кейеме тегә. Улар Тәвкилевтәрҙең зиннәтле һарайына яҡын ғына, йылға буйында урынлашҡан кескәй генә йортта йәшәгән. Һөнәрселек менән аҡса эшләгәнлектән, ер биләмәләре булмай. Балалары: Тәүфиҡә, Мәликә, Зәкиә, Зөһрә, Нуретдин һәм Имаметдин. Ата-әсәһе вафат булғас, Тәүфиҡә апаһы ире менән Килемдә ҡала, ә ҡалған балаларҙы бояр Тәвкилев үҙенең Өфөләге имениеһына килтерә. Имаметдин менән Нуретдинде миллионер Кәримовтың магазинына эшкә урынлаштыра. Ҡыҙҙар гимназияла уҡый.

Зөһрә теремек, зирәк, яңғырауыҡ тауышлы, шаярып һөйләшергә яратҡан һәм ихлас аралаша белгән мөләйем кеше була[2].

Танышыуҙары

Мәжит Ғафури менән Зөһрә Камалетдин ҡыҙы 1909 йылда осраша.

Зөһрә Ғафуриға кейем тегә. Һәм шул ваҡытта танышалар. «…Етем үҫеп, үҙенең ҡул көсө менән тегеү тегеп, үҙен тәрбиә иткән эшсән был ҡыҙ шул замандың үҙенә күрә айыҡ фекерле һәм арыу ғына уҡыған кешеһе ине. Уның эшсән һәм шундай аңлы булыуы минең иғтибарымды йәлеп итте», тип яҙған Зөһрә тураһында иҫтәлектәрендә Мәжит Ғафури.

Мәжит Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейы фондында һаҡланған хатында:

« ...Бына һеҙгә беренсе ҡат һөйөклө ханым, тип әйтәм. Тәүге ҡат мөхәббәтемде аңлатам...

Һеҙҙе бик күптән бирле яратам, йөрөшөгөҙҙө, холҡоғоҙҙо тикшерә торған инем. Тикшергән һайын һеҙҙе яратыуым артты...

Әгәр ҙә һеҙ беҙҙе үҙегеҙгә бергә йәшәй торған мәңгелек иптәш итеп ҡабул итһәгеҙ, мин һеҙҙе шатлыҡ-хәсрәттәремде уртаҡлаша торған, мәңгелек иптәш итергә риза булып, быны бик ҙур сәғәҙәтем тип белер инем. Үҙегеҙ беләһегеҙ: мин төҫкә матур, мөһабәт түгел. Минең бары һиммәтем менән ғилемгә мөхәббәтем бар: мин ҡәләм яҙыу арҡаһында ғына йәшәй торған бер яҙыусы...[3]

»

тигән юлдар бар.

1909 йылдың 16 авгусында улар өйләнешә.

Ғафуриҙар ғаиләһендәге мөнәсәбәттәр

Зөһрә шағирҙы ижадҡа илһамландыра, тормошонда лайыҡлы юлдашы була. Ул шағирҙың әҫәрҙәренең тәүге тыңлаусыһы була. Мәжит Ғафури уның менән үҙенең шатлығын һәм хәсрәтен бүлешә. Ғаилә тормошонда, шағирға яҙыу шарттарын тыуҙырыуҙа, иренең фекерҙәштәрен яғымлы мөғәмәлә менән ҡаршылау яғынан да ҡатыны Зөһрә Камалетдин ҡыҙы ифрат тырыш һәм аңлаусан була. Ул яҙыусының яҡын дуҫы, серҙәше, ышаныслы ярҙамсыһы.

Шағир Зариф Бәшири иҫтәлектәрендә бвна нимә тип яҙҙы:

« Зөһрәнең Мәжитте аңлауын уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре аша беләм. Зөһрә - Мәжиттең ысын дуҫы, уның ижадын аңлаған эскерһеҙ ярҙамсыһы ине. Ул Мәжитте хөрмәт итә, яҡшы ҡарай, ижад ҡомарын һүрелтерлек ваҡ-төйәк һорауҙар менән албырғатмай, барын тота белә, еткерә. Мин ҡатынынан шулай уңған башҡа... яҙыусыны белмәйем.[4] »

Мәжит Ғафури ижадында ғына ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын яҡлап ҡалмай, тормошта ла Зөһрә ханымдың йәмәғәт эшмәкәрлеген хуплай. Сәйфи Ҡудаш хәтерләгәнсә, Өфөлә Февраль революцияһынан һуң төрлө митинг, йыйылыштар күбәйә. Йәйге Веденеевский (хәҙер — Луначарский) баҡсаһында башына аҡ ҡалфаҡ, өҫтөнә аҡ шәл ябынған Зөһрә Камалетдин ҡыҙы үҙенең сығышында йыйылышта ҡатын-ҡыҙҙар булмауы тураһында ризаһыҙлыҡ белдерә.

Зөһрә ханым йәки Ғафуриса әйткәндә, Зөһрәкәй, 1911 йылдан бирле халыҡ бәхете өсөн көрәшкә ҡушылған һәм полиция күҙәтеүе аҫтында йәшәүсе иренең барлыҡ хәүеф-көйөнөстәрен күреп, уға таяныс булып йәшәй. Һәм шағирҙың күп кенә әҫәрҙәре ҡатынына, музаһы Зөһрәгә, бағышланыуы осраҡлы түгел.

Ғафуриҙарҙың ике улы — Әнүәр (1910—1977) һәм Хәлит (1919—1935) тыуа. Зөһрә ханым балаларына өй шарттарында бынамын тигән башланғыс белем бирә[5].

Зөһрә Камалетдин ҡыҙы Ғафури-Насырова 1938 йылда вафат була. Мосолман зыяратында ерләнә.

Хеҙмәт юлы

Октябрь революцияһына тиклем Зөһрә Камалетдин ҡыҙы хәҙерге Благовар районындағы Ҡарғалы ауылында уҡытыусы булып эшләй, артабан меценат Мәрйәм Солтанова ҡыҙҙар гимназияһыда этика, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен уҡыта. Ғафури фонды архивында Зөһрәнең гимназист ҡыҙҙар араһында төшкән фотоһы һаҡлана.

1917 йылдың 20 майына тиклем ике класлы урыҫ-башҡорт мәктәбендә туған тел дәрестәре, 1919 йылда урыҫ мәктәбендә уҡыта, 1921 йылдың йәйенән политпросвет уны Ҡыҙылармеецтар мәктәбендә уҡытырға саҡыра.

Зөһрә Камалетдин ҡыҙы ире тере саҡта Мәжит Ғафуриҙың архивын системалаштыра һәм тәртиптә тота. Әммә башлаған эшен ахырын еткерә алмай.

Зөһрә Ғафури яҙып ҡалдырған хәтирәләре уның әҙәби ижадҡа һәләте барлығын дәлилләй[6].

Яратҡан шөғөлдәре

Зөһрә ханым оҫта ҡуллы ҡатын була. Кейем тегә, селтәр бәйләй, ҡайыу-сигеү эшен дә яҡшы белә.

Ваҡыт табып, заказ буйынса кейем тегә, һәм был ғаилә бюджетына һиҙелерлек файҙа килтерә. Зөһрә ханымдың «Зингер» машинаһы Гоголь урамындағы 28-се йортта урынлашҡан Мәжит Ғафури Мемориаль йорт-музейында һаҡлана.

Туғандары

Зөһрәнең өлкән апаһы Тәүфиҡә грамоталы була, ҡыҙҙарға белем бирә. Мәликә сауҙагәр Ғилметдин Кальметьевҡа тормошҡа сыға. Революциянан һуң Мәликәнең ике улы Төркиәгә китә. Ғилметдин тире-күн фабрикаһында ябай эшсе булып эшләй. Шишмә урамында йорт һала. Салауат Юлаев һәйкәлен ҡорғанда, уларҙың йорто алына, һәм Блюхер урамында фатир бирелә. Өлкән ҡыҙҙары Ташкентта тәржемәсе, кесеһе Фәриҙә бухгалтер булып эшләй. Зәкиә апаһы уҡытыусы була, революциянан һуң Ташкентҡа китә. Нуретдин ҡатыны Кәримә менән Гоголь урамында Ғафуриҙарға ҡаршы йортта йәшәй. Ул ябай эшсе була, йәшниктәр яһай. Зөһрәнең өлкән ағаһы Имаметдин Ташкентҡа китә, унда ҙур магазин ойоштора.

Хәтер

2007 йылдың 22 декабрендә Зөһрә ханымдың тыуған ауылы Килемдә 115 йәшен тантаналы билдәләгәндә, БДУ профессоры Сафуанов Суфиян Ғаяз улы «Ҙур шағирҙың ҡатыны булыу еңелме?» тип аталған сығышында Мәжит Ғафури ғүмерендә Зөһрә ханымдың ҙур роле һәм әһәмиәте тураһында һөйләне.

«М.Ғафури — БР 21 быуат» мәҙәни фонды рәйесе Л. Камаева М. Ғафури менән Зөһрә ханым тормошоноң аҙ билдәле мәғлүмәте менән таныштырҙы. Уларҙың балалары һәм ейәндәре хаҡында һөйләне.

Улдары Әнүәр Ғафуров Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, хәрби наградаға эйә була. СССР Журналистар союзы ағзаһы, радио һәм телевидениела әүҙем хеҙмәт итә.

Ейәне Рәиф Әнүәр улы Ғафури — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлай, техник фәндәре докторы, профессор. Астрофизика өлкәһендә эшләй. Икенсе ейәне Хәлит Әнүәр улы — профессиональ массажист һәм балалар өсөн шиғырҙар һәм хикәйәләр авторы.

2012 йылдың 31 ғинуарында Башҡортостан йәмәғәтселеге Мәжит Ғафуриҙың тормош иптәше Зөһрә ханым Камалетдин ҡыҙының 120 йәше билдәләнде.

Был сара үҙенә ҡарата уникаль — уны Башҡортостан халыҡтарының Дуҫлыҡ йорто ярҙамында, Мәжит Ғафури исемендәге төбәк-ара мәҙәниәт фонды, Башҡортостан татарҙары Тарихи-мәҙәни үҙәге һәм Бүздәк районы администрацияһы ойошторҙо.

Мәжит Ғафури лайыҡ булған тарихи баһаға, әлбиттә, уның музаһы һәм йондоҙо Зөһрә ханым да лайыҡ.

Ғафури династияһын Халыҡ шағирының бүләһе, Хәлиттең улы - Мирсәйет дауам итә[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

  • Әнүәр Ғафури. Атайым (Мәжит Ғафури тураһында хәтирәләр). — Өфө: «Китап», 2001. — 175 бит.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. К 120-летию Зухры Гафури
  2. Муза народного поэта
  3. Әнүәр Ғафури. Атайым (Мәжит Ғафури тураһында хәтирәләр). — Өфө: «Китап», 2001. — 175 бит
  4. Әнүәр Ғафури. Атайым (Мәжит Ғафури тураһында хәтирәләр). — Өфө: «Китап», 2001. — 175 бит.
  5. Әнүәр Ғафури. Атайым (Мәжит Ғафури тураһында хәтирәләр). — Өфө: «Китап», 2001. — 175 бит.
  6. Әнүәр Ғафури. Атайым (Мәжит Ғафури тураһында хәтирәләр). — Өфө: «Китап», 2001. — 175 бит.
  7. Муза народного поэта