Бисярин Василий Григорьевич: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Rescuing 0 sources and tagging 1 as dead.) #IABot (v2.0.8
34 юл: 34 юл:
== Һылтанмалар ==
== Һылтанмалар ==
* [http://www.gasrb.ru/uf/file/putev_sekrbashobkomakp.pdf КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарҙары]
* [http://www.gasrb.ru/uf/file/putev_sekrbashobkomakp.pdf КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарҙары]
* [http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/2712-bisyarin-vasilij-grigorevich Башҡортостан энциклопедияһында мәҡәлә]{{Ref-ba}}(баш.)
* [http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/2712-bisyarin-vasilij-grigorevich Башҡортостан энциклопедияһында мәҡәлә]{{Недоступная ссылка|date=August 2021 |bot=InternetArchiveBot |fix-attempted=yes }}{{Ref-ba}}(баш.)
[[Категория:КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарҙары]]
[[Категория:КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарҙары]]
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]

10:20, 9 август 2021 өлгөһө

Бисярин Василий Григорьевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1893
Тыуған урыны Ҡытау-Ивановск, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 13 апрель 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы РКП(б)-ның XI съезы[d]

Бисярин Василий Григорьевич (18931949) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. РКП(б)-ның Өфө өлкә комитетының, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының һәм ВКП(б-ның Новгород өлкә комитетының яуаплы секретары. Коммунистар партияһының XI, XIII, XV һәм XVI съездары делегаты.

Биографияһы

Бисярин Василий Григорьевич 1893 йылда Өфө губернаһының Ҡытау- Ивановкск ҡалаһында тыуған

Фармацевтика курсты тамамлағандан һуң Өфөлә дарыуханала эшләй башлай[1].

1914 йылда РСДРП(б)-ға инә. 1916 йылда партия йәшерен эшмәкәрлеге өсөн Златоуст ҡалаһында ҡулға алына һәм Турғай өлкәһенә һөрөлә.

1917-1918 йылдарҙа РСДРП(б)-ның Златоуст комитетының секретары була[2].

1919 йылдың февраль — март айҙарында — РКП(б)-ның Өфө губерна комитетының секретары.

1919 йылдың июленән — РККА-ның 5-се армияһы 27-се уҡсылар дивизияһының хәрби комиссары, 1919 йылдың октябренән декабренә тиклем — 27-се уҡсылар дивизияһының хәрби комиссары.

1920 йылда Алыҫ Көнсығыш республикаһының Халыҡ-революцион армияһы командир ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.

1921 йылдың июленән 1922 йылдың декабренә тиклем — РКП(б)-ның Өфө губерна комитетының секретары.

1922 йылдың июленән сентябренә тиклем, А. И. Жеханов менән берлектә , РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының ике яуаплы секретарының береһе була[3].

1923-1925 йылдарҙа РКП(б)/ВКП(б)-ның Үҙәк комитетында эшләй. 1925-1930 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Новгород өлкә комитетының секретары.

Артабан Ленинград ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире була.

1932 йылдан алып — Мәскәү ҡала советы рәйесе урынбаҫары, 1934 йылдан — Мәскәү өлкә халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1936 йылдан алып — Мәскәү өлкә сәнғәт эштәре буйынса идаралығы начальнигы.

1942 йылдан алып Баш дарыухана склады идарасыһы була, 1945-1947 йылдарҙа — СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының дауахана идаралығы начальнигы.

Иҫкәрмәләр

  1. Статья в энциклопедии Челябинск
  2. Справочник по истории КПСС
  3. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 197. — 468 с.

Һылтанмалар