Таба: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai → баш.башкирская-энциклопедия.рф using AWB
Rescuing 1 sources and tagging 1 as dead.) #IABot (v2.0.8
 
6 юл: 6 юл:
Тарихтан күренеүенсә, табаны башҡа материалдарҙан да эшләгәндәр. Мәҫәлән, грузиндарҙың кэци ({{lang-ka|კეცზე}}) тип аталған табаһы балсыҡтан йә таштан (талькохлорита) яһалған.
Тарихтан күренеүенсә, табаны башҡа материалдарҙан да эшләгәндәр. Мәҫәлән, грузиндарҙың кэци ({{lang-ka|კეცზე}}) тип аталған табаһы балсыҡтан йә таштан (талькохлорита) яһалған.


Башҡорттар таба икмәге бешергәндәр (тәбикмәк), ҡурмас ҡурғандар<ref>http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/4945-ikm-k</ref>.
Башҡорттар таба икмәге бешергәндәр (тәбикмәк), ҡурмас ҡурғандар<ref>http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/4945-ikm-k{{Недоступная ссылка|date=August 2021 |bot=InternetArchiveBot |fix-attempted=yes }}</ref>.


Таба шулай уҡ үлсәү берәмеге булараҡ та ҡулланылған. Мәҫәлән, ''бер таба ҡурмас'', ''өс таба балыҡ'', ''бер оло таба ҡурған бәрәңге''<ref name="ReferenceA">Башҡорт теленең һүҙлеге. — Мәскәү, 1993, 2-се том, 290-сы бит</ref>.
Таба шулай уҡ үлсәү берәмеге булараҡ та ҡулланылған. Мәҫәлән, ''бер таба ҡурмас'', ''өс таба балыҡ'', ''бер оло таба ҡурған бәрәңге''<ref name="ReferenceA">Башҡорт теленең һүҙлеге. — Мәскәү, 1993, 2-се том, 290-сы бит</ref>.
15 юл: 15 юл:


=== Ҡурғыс ===
=== Ҡурғыс ===
Ҡурғыс — киң төплө, ике тотҡосло таба, ул мейестә (духовкала), плитә өҫтөндә бешереүгә лә яраҡлы<ref>[http://skovorodok.net/stati/76-kak-vybrat-zharovnyu.html/ Как выбрать жаровню] // Skovorodok.net</ref>. Ғәҙәттә [[тутыҡмаҫ ҡорос]]тан яһала, төбө йылылыҡты тигеҙ бүлә. Тотҡостары утта ҡыҙмай. Ит, балыҡ, йәшелсә быҡтырыу, ҡурыу өсөн ҡулланыла, тотҡостары бәләкәй булғанлыҡтан, ҙур булмаған духовкаға ла һыя.
Ҡурғыс — киң төплө, ике тотҡосло таба, ул мейестә (духовкала), плитә өҫтөндә бешереүгә лә яраҡлы<ref>[http://skovorodok.net/stati/76-kak-vybrat-zharovnyu.html/ Как выбрать жаровню] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20130204072845/http://skovorodok.net/stati/76-kak-vybrat-zharovnyu.html/ |date=2013-02-04 }} // Skovorodok.net</ref>. Ғәҙәттә [[тутыҡмаҫ ҡорос]]тан яһала, төбө йылылыҡты тигеҙ бүлә. Тотҡостары утта ҡыҙмай. Ит, балыҡ, йәшелсә быҡтырыу, ҡурыу өсөн ҡулланыла, тотҡостары бәләкәй булғанлыҡтан, ҙур булмаған духовкаға ла һыя.


=== Быҡтырғыс (Сотейник) ===
=== Быҡтырғыс (Сотейник) ===

15:26, 11 август 2021, ағымдағы өлгө

Ҡорос таба
Таба
Аҙыҡ көймәй торған таба

Таба — ризыҡ ҡурыу, ҡыҙҙырыу өсөн тәғәйенләнгән һауыт. Ғәҙәттә түңәрәк була. Һаплы, бер-йәки ике тотҡосло булыуы мөмкин. Суйындан, тутыҡмаҫ ҡоростан йәки эмаль менән ҡапланған ҡоростан, алюминийҙан, керамиканан һ.б. материалдарҙан эшләнә. Төрлө материалдарҙан, ҡурған саҡта май сәсрәмәһен өсөн селтәрләп эшләнгән ҡапҡастары ла була. Һуңғы йылдарҙа быяла ҡапҡастар киң ҡулланыла.

Тарихтан күренеүенсә, табаны башҡа материалдарҙан да эшләгәндәр. Мәҫәлән, грузиндарҙың кэци (груз. კეცზე) тип аталған табаһы балсыҡтан йә таштан (талькохлорита) яһалған.

Башҡорттар таба икмәге бешергәндәр (тәбикмәк), ҡурмас ҡурғандар[1].

Таба шулай уҡ үлсәү берәмеге булараҡ та ҡулланылған. Мәҫәлән, бер таба ҡурмас, өс таба балыҡ, бер оло таба ҡурған бәрәңге[2].

Хәҙерге заман табалары йыш ҡына политетрафторэтилен («тефлон») менән ҡапланған була, ул ризыҡты көйөп китеүҙән һаҡлай тип һанала, тик был һәр саҡта ла дөрөҫлөккә тап килмәй.

Таба төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурғыс[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурғыс — киң төплө, ике тотҡосло таба, ул мейестә (духовкала), плитә өҫтөндә бешереүгә лә яраҡлы[3]. Ғәҙәттә тутыҡмаҫ ҡоростан яһала, төбө йылылыҡты тигеҙ бүлә. Тотҡостары утта ҡыҙмай. Ит, балыҡ, йәшелсә быҡтырыу, ҡурыу өсөн ҡулланыла, тотҡостары бәләкәй булғанлыҡтан, ҙур булмаған духовкаға ла һыя.

Быҡтырғыс (Сотейник)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Быҡтырғыс — кәстрүл урынына ла, таба урынына ла тотонола ала торған һауыт. Уның ярҙамында төрлө ризыҡ әҙерләп була. Ғәҙәттә, ризыҡты һутлы итеп әҙерләгәргә кәрәк булғанда файҙаланалар. Төбө лә, ҡыры ла ярайһы ҡалын була, шуның өсөн аҙыҡ тигеҙ генә бешә. Быҡтырғыстар бар төр мейестәргә, духовкаларға ла яраҡлы[4].

Вок-таба (Соҡор таба)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азия аш-һыуы көнкүрешебеҙгә ныҡлап инә барғанлыҡтан, ҡытай милли табаһы ла ҡулланыла башланы. Ярайһы тәрән, сөм соҡор төплө түңәрәк таба. Уның ярҙамында бар төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин: быҡтырырға, бешерергә, ҡурырға, элмәле рәшәткәһе ярҙамында хатта быуҙа ла бешерергә була. Вок табала бешергәндә туҡтауһыҙ болғатып торорға кәрәк, аҙыҡ һәр саҡ ут иң ҡыҙыу тейгән ергә, соҡорға йыйылып ҡына бара. Табаның төп тәғәйенләнеше — төрлө ҡушылмаларҙы тиҙ генә ҡурып алыу. Ҡытайҙар унда башлыса дөгө йәки йәшелсә, ит, диңгеҙ ризыҡтары ҡушылған туҡмас әҙерләй.

Ҡоймаҡ табаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡоймаҡлыҡ — ҡамырҙы тимер көрәксектәр ярҙамында тиҙ генә тигеҙләп ебәреп була торған таба. Ҡоймаҡ табаларының сите тәпәшәк (1 см тирәһе) була, ҡул бешмәһен өсөн һабын оҙон итеп эшләйҙәр. Ҡоймаҡ тигеҙ бешһен өсөн төбө ҡалын итеп эшләнә.

Таба менән бәйле һүҙҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таба икмәге (тәбикмәк); таба һөрткөс; таба тотҡос; табағас.

Таба фольклорҙа һәм әҫәрҙәрҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡоймаҡ тәмле тип табаны ялап булмай (мәҡәл).
  • Айбулат… бер таба сөсө икмәк алып китте — Һ. Дәүләтшина, «Ырғыҙ» романы[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/4945-ikm-k(недоступная ссылка)
  2. 2,0 2,1 Башҡорт теленең һүҙлеге. — Мәскәү, 1993, 2-се том, 290-сы бит
  3. Как выбрать жаровню 2013 йыл 4 февраль архивланған. // Skovorodok.net
  4. Кухонный арсенал // Goodhouse.ru