Паралимпия уйындары: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Вики-Һаҡлағыстың CommonsDelinker ҡатнашыусыһы "Logo_of_the_International_Paralympic_Committee_2019.svg" рәсеме урынына IPC_logo_(2019).svg рәсеме күсерҙе. Ҡатнашыусы яҙған сәбәп: [[:c:COM:FR|
 
1 юл: 1 юл:
[[Файл:Logo of the International Paralympic Committee 2019.svg|300px|thumb|Паралимпия уйындары эмблемаһы]]
[[Файл:IPC logo (2019).svg|300px|thumb|Паралимпия уйындары эмблемаһы]]
[[Файл:Osaka07 D8A MWCRace.jpg|300px|thumb|right| Ғәрип-спортсыларҙың коляскаларында ярышы]]
[[Файл:Osaka07 D8A MWCRace.jpg|300px|thumb|right| Ғәрип-спортсыларҙың коляскаларында ярышы]]
[[Файл:Paralympics Opening Ceremony.jpg|300px|thumb| [[2004 йыл]]да Афиналағы паралимпия уйындарын асыу тантанаһы]]
[[Файл:Paralympics Opening Ceremony.jpg|300px|thumb| [[2004 йыл]]да Афиналағы паралимпия уйындарын асыу тантанаһы]]

19:34, 11 сентябрь 2021, ағымдағы өлгө

Паралимпия уйындары эмблемаһы
Ғәрип-спортсыларҙың коляскаларында ярышы
2004 йылда Афиналағы паралимпия уйындарын асыу тантанаһы
Церемония открытия Паралимпийских игр 2014 года в Сочи

Паралимпия уйындары (параолимпия уйындары)[1] — мөмкинселектәре сикләнгән кешеләрҙең халыҡ-ара спорт ярыштары. Традиция буйынса ул Олимпия уйындарынан һуң ткәрелә. 1988 йылда уҙғарылған йәйге паралимпия уйындарынан алып олимпия үткәрелгән объекттарҙа уҙғарыла. 2001 йылда бөтә донъя олимпиада комитеты — БДОК һәм Халыҡ-ара паралимпия уйындары -ХПУ тарафынан килешеү менән нығытылған. Йәйге олимпиадалар йәйгеләре менән 1960 йылдан алып, ҡышҡы олимпиадалар ҡышҡылары менән бер-бер артлы 1976 йылдан алып уҙғарыла.

Мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҡатнашҡан спорт төрҙәрен булдырыу инглиз нейрохирургы Людвиг Гуттман менән бәйле. Ул умыртҡа һөйәге менән ауырыусылар, физик һәләттәре булмағандар өсөн быуаттар буйына һуҙылған ҡаршылыҡтарҙы аша атлап, уларҙы реабилитациялау маҡсатында спорт төрҙәре индерә. Ул был тәжрибәһе менән физик яҡтан кәмселектәре булғандар өсөн уңышлы йәшәйешкә шарттар тыуҙыра, һәм спорт сәләмәтлек өсөн икәнен иҫбатлай. Спорт сәләмәтлекте генә нығытып ҡына ҡалмай, физик кәмселектәрҙе тергеҙә, писхикаһын нығыта, ғәриптәр арбалары менән хәрәкәтләнеүгә физик көс өҫтәй, тулы сифатлы йәшәйешкә алып ҡайта.

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙылышы Рус орфография һүҙлегендә «параолимпийский», «параолимпия» тип яҙылған. [2] шулай уҡ башҡа һүҙлектәрҙә лә шулай теркәлгән.


Иң тәүҙә «Параолимпия уйындары» рәсми рәүештә ҡулланылмаған. 1960 йылда уҙғарылған «Туғыҙынсы Халыҡ-ара Сток-мандевиль уйындары» тип атала. 1984 йылда ғына Параолимпия уйындары тип атала башлай. Шулай ҙа 1964 йылға уйындар ваҡытында параолтмпия уйындары тип әйтеп кителә. 1980 йылғаса «Ғәриптәр өсөн олимпия уйындары» тип йөрөтөлә. 1984 йылдан Халыҡ -ара инвалидтар уйындары тип аталған. 1988 йылдан башлап ҡына тулыһынса «параолимпия уйындар» тигән исем тулыһынса рәсмиләштерелә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паралимпия спорты быуаттан ашыу тарихҡа бәйле. Спорттың кеше организымына ыңғай тәьҫире тураһында XVIII—XIX быуаттарҙа уҡ билдәле булған. Шул ваҡыттарҙан бирле ғәриптәр спортын үҫтереүгә йүнәлеш алған ойшмалар тергеҙелә башлай. 1988 йылда Берлин ҡалаһынжа суҡраҡтар өсөн спорт клубы ойошторола.


Беренсе һәм икенсе донъя һуғышлары миллионлап кешене ғәрип яһай.

ХХ быуатта был спорт төрөн ғәриптәрҙе дауалау сараһы булараҡ ҡабул итәләр. Шул уҡ ваҡытта улар өсөн ял итеү, буш ваҡыттарын уҙғарыу сараһы булараҡ та ҡабул ителә. Спорт менән шөғөлләнеүһәм ярышыу теләге әүҙемләшә.

1948 йылда Бөйөк Британияның Лондон ҡалаһында уҙғарылған Олимпия уйындары барышында олимпияға бағышланып Сток-Мандевиль уйындары (ингл. Stoke Mandeville Games) уҙғарыла. Был сарала инвалид арбаларында йөрөүсе спортсылар ҙа ҡатнаша. Был сараны Сток-Мандевиль дауаханаһы эшсеһе Гутман ойоштора. 1952 йылда Стоук уйындары тағы ла уҙғарылыуында британиялыларҙан башҡа Нидерландиянан да ғәрип спортсылар саҡырыла. Был инде халыҡ -ара спорт ярышына әүерелеүе тураһында һөйләй.

Уйындарның рәсми атамаһы — Халыҡ-ара инвалид арбаларҙа йөрөүсе спортсылар уйындары (World Wheelchair Games). Әлеге уйындар Паралимпия уйындарын прообразы ролен башҡара.

1989 йылда Халыҡ-ара Паралимпия комитеты (ингл. International Paralympic Committee (IPC)) төҙөлә.

Беренсе Паралимпия уйындары 1960 йылда Римдә уҙа. Ул сарала 23 илдән килгән 400 спортсы ҡатнаша. Сағыштырыу өсөн: Сидней 2000: 123 илдән 4 меңгә яҡын спортсы.

1976 йылда Швецияла беренсе ҡышҡы Паралимпия уйындары уҙғарыла.


Ярыштарның бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы спортсыларҙың төрлөсә ғәриплектәренә бәйле ярыштар алты төп категорияға бүленгән:

  • ампутация кисергән спортсылар өсөн,
  • церебраль паралич ауырыулылар өсөн,
  • инвалид арбаларында йөрөүселәр өсөн,
  • күҙ ауырыуҙарына бәйле мөмкинселектәре сикләнгән спортсылар өсөн,
  • Les Autres — башҡа төр ауырыуҙар (кәрләләр, склероз, тыумыштан ғәрип һ.б.) спортсылар өсөн.

Спорт төрөнә ҡарап был категориялар өҫтәмә рәүештә тағы ла бер рисә төргә бүленә. Был бүленеү спортсыларҙың допинг ҡулланыуға сик ҡуйыу маҡсаты менән дә ҡулланылына.

Ярыш төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

йәйге спорт төрҙәре
ҡышҡы спорт төрҙәре


Паралимпия уйындары уҙғарылған урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ел Йәйге Паралимпия уйындары Ҡышҡы Паралимпия уйындары
Һандар Урындар Һандар Урындар
1960 I Йәйге Паралимпия уйындары Италия Рим, Италия
1964 II Йәйге Паралимпия уйындары Япония Токио, Япония
1968 III Йәйге Паралимпия уйындары Израиль Тель-Авив, Израиль
1972 IV Йәйге Паралимпия уйындары Германия Гейдельберг, Германия
1976 V Йәйге Паралимпия уйындары Канада Toronto, Канада I Ҡышҡы Паралимпия уйындары Швеция Орнсколдсвик, Швеция
1980 VI Йәйге Паралимпия уйындары Нидерланд Арнем, Нидерландлар II Ҡышҡы Паралимпия уйындары Норвегия Гейло, Норвегия
1984 VI Йәйге Паралимпия уйындары Бөйөк Британия Сток-Мандевиль, Бөек Британия
Америка Ҡушма Штаттары Нью-Йорк, АҠШ
III Ҡышҡы Паралимпия уйындары Австрия Инсбрук, Австрия
1988 VIII Йәйге Паралимпия уйындары Корея Республикаһы Сеул, Корея Республикаһы IV Ҡышҡы Паралимпия уйындары Австрия Инсбрук, Австрия
1992 IX Йәйге Паралимпия уйындары Испания Барселона, Испания V Ҡышҡы Паралимпия уйындары Франция Альбервиле, Франция
1994 VI Ҡышҡы Паралимпия уйындары Норвегия Лиллехаммер, Норвегия
1996 X Йәйге Паралимпия уйындары Америка Ҡушма Штаттары Атланта, АҠШ
1998 VII Ҡышҡы Паралимпия уйындары Япония Нагано, Япония
2000 XI Йәйге Паралимпия уйындары Австралия Сидней, Австралия
2002 VIII Ҡышҡы Паралимпия уйындары Америка Ҡушма Штаттары Солт-Лейк-Сити, АҠШ
2004 XII Йәйге Паралимпия уйындары Греция Афина, Греция
2006 IX Ҡышҡы Паралимпия уйындары Италия Турин, Италия
2008 XIII Йәйге Паралимпия уйындары Ҡытай Пекин, Ҡытай
2010 X Ҡышҡы Паралимпия уйындары Канада Ванкувер, Канада
2012 XIV Йәйге Паралимпия уйындары Бөйөк Британия Лондон, Бөйөк Британия
2014 XI Ҡышҡы Паралимпия уйындары Рәсәй Федерацияһы Сочи, Рәсәй
2016 XV Йәйге Паралимпия уйындары Бразилия Рио-де-Жанейро, Бразилия
2018 XII Ҡышҡы Паралимпия уйындары Корея Республикаһы Пхёнчхан
2020 XVI Йәйге Паралимпия уйындары Әлегә билдәһеҙ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Согласно правилам русской орфографии, название пишется через «о», однако официально зарегистрировано для соответствия международному термину название «паралимпийские игры», см.: Почему слово «Паралимпиада» пишут без «о»? Аргументы и факты (16 декабрь 2013). Дата обращения: 16 декабрь 2013.
  2. Русский орфографический словарь / отв. ред. В.В. Лопатин. — 2-е, испр. и доп.. — М.: Институт русского языка им. В.В. Виноградова РАН, 2005. — 945 с. — ISBN 5-88744-052-X.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Страны на Паралимпийских играх Ҡалып:Летние Паралимпийские игры Ҡалып:Зимние Паралимпийские игры