Зөфәр (исем): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
{{Ук}}
'''Зөфәр''' — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.
'''Зөфәр''' — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.



13:41, 17 сентябрь 2021 өлгөһө

Викидатала элемент юҡ

Зөфәр — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.

Этимологияһы

Зөфәр исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм еңеусе тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр

Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы (4 март 1951 йыл) — рус. Еникеев Зуфар Иргалиевич — дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Юридик фәндәр докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011).

Тимербулатов Зөфәр Мөхтәр улы (3 сентябрь 1951 йыл) — журналист, ғалим, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендә Матбуғат министры (1991—1994, 2000—2004). «Китап» нәшриәте (2005—2012) һәм Дәүләт китап палатаһы директоры. Философия фәндәре кандидаты (2006). Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2004). Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2009).

Мортазин Зөфәр Йәдкәр улы (30 ғинуар 1951 йыл) — дәүләт эшмәкәре, табип, ғалим, медицина фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1999). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1989). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры (1995—1999).

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ