Миләүшә: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
15 юл: 15 юл:

Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова — билдәле шағирә һәм яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты. Сығышы менән Бөрйән районынан. Тәүҙә ул халыҡҡа «Нағыш», «Нур усағы» тип аталған шиғри йыйынтыҡтары аша танылды. Һуңғы осорҙа уның «Күңелем йылы теләй» һәм «Бетерә шаршылары» исемле сәсмә әҫәрҙәр китабы донъя күрҙе. Үҙ мәлендә ул Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын етәкләне, төрлө әҙәби конкурстарҙа еңеүсе булды. Әле ул «Киске Өфө» гәзитендә эшләй<ref>[https://kulturarb.ru/ba/news/bild%D3%99le-sha%D2%93ir%D3%99-mil%D3%99%D2%AFsh%D3%99-%D2%A1a%D2%BBarmanova-sh%D3%99%D2%BBit-ho%D2%99ajbir%D2%99in-isemend%D3%99ge-h%D3%A9k%D2%AFm%D3%99t-premiya%D2%BByna-lajy%D2%A1-buldy Миләүшә Ҡаһарманова]</ref>.

== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==

27 юл: 25 юл:
- Миләүшә төҫ, шәмәхә фиолетовый цвет.
- Миләүшә төҫ, шәмәхә фиолетовый цвет.

Миләүшә (фиалка, сенполия) – сәскә, бүмә гөлө, мәңгелек мөхәббәт символы һаналған гөл, бер-береһен яратҡан кешеләрҙе тыныс бу лыр ға, әрләшмәҫкә, аңларға өйрәтә.
Миләүшә (фиалка, сенполия) – сәскә, бүмә гөлө, мәңгелек мөхәббәт символы һаналған гөл, бер-береһен яратҡан кешеләрҙе тыныс булырға, әрләшмәҫкә, аңларға өйрәтә.

== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==

17:40, 17 сентябрь 2021 өлгөһө

Миләүшә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Этимологияһы

Миләүшә исеме башҡорт теленә фарсы теленән килеп ингән. Мәғәнәһе миләүшә сәскәһендәй нәфис, нәзәҡәтле тигәнде аңлата.

Билдәле шәхестәр

Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы (27 май 1926 йыл) — вокал буйынса педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1990). РСФСР‑ҙың (1983) һәм Башҡорт АССР‑ының (1967) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) һәм , Салауат Юлаев (2011) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.

Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы (28 декабрь 1961 йыл) — музыка белгесе, журналист, педагог. Сәнғәт ғилеме кандидаты (2014). Журналистар союзы (2002), Композиторҙар союзы (2006) ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006).

Ҡолмөхәмәтова Миләүшә (Годбодь Миләүшә) — журналист, Чехияла йәшәй, Ишәй ауылы ҡыҙы[1].

Ғиниәтуллина Миләүшә Хизбулла ҡыҙы (1955), ғалим-химик, хужалыҡ эшмәкәре. 1980 йылдан «Сода» йәмғиәтенең үҙәк лабораторияһы инженеры, 1987 йылдан — йәмғиәттең фәнни-технологик үҙәк лабораторияһы етәксеһе. Техник фәндәр кандидаты (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Тимерәк ауылынан[2].

Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова — билдәле шағирә һәм яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты. Сығышы менән Бөрйән районынан. Тәүҙә ул халыҡҡа «Нағыш», «Нур усағы» тип аталған шиғри йыйынтыҡтары аша танылды. Һуңғы осорҙа уның «Күңелем йылы теләй» һәм «Бетерә шаршылары» исемле сәсмә әҫәрҙәр китабы донъя күрҙе. Үҙ мәлендә ул Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын етәкләне, төрлө әҙәби конкурстарҙа еңеүсе булды. Әле ул «Киске Өфө» гәзитендә эшләй[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

- «Миләш-Миләүшә» Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург Нәжиб Асанбаевтың шул уҡ исемле пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакле (режиссеры К.Нәҙершин, 1987й.).

- Ала миләүшә (рус. Фиа́лка трёхцве́тная, Аню́тины гла́зки, лат. Víola trícolor) — миләүшәләр үҫемлектәр ғаиләһенә ҡараған ҡыҫҡа һабаҡлы, ялтыр яҫы япраҡлы, көрән, аҡ йәки төрлө төҫтәге сәскәле бер йыллыҡ, һирәк осраҡта ике йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үҫемлек.

- «Миләүшә сәскәһе» Әмир Гәрәевтың хикәйәһе.

- Миләүшә төҫ, шәмәхә фиолетовый цвет.

Миләүшә (фиалка, сенполия) – сәскә, бүмә гөлө, мәңгелек мөхәббәт символы һаналған гөл, бер-береһен яратҡан кешеләрҙе тыныс булырға, әрләшмәҫкә, аңларға өйрәтә.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ