Бәхтегәрәй (исем): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Бәхтегәрәй''' — башҡорт ир-ат исеме. == Этимология == Бәхтегәрәй ғәрәп теленән алынған. Бәхет (бәхетле) + гәрәй (фарсы теленән — эйәреүсе, дауам итеүсе; ир-ат исемдәре ялғауы булып та йөрөй) һүҙҙәре ҡушылып..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

05:59, 21 сентябрь 2021 өлгөһө

Бәхтегәрәйбашҡорт ир-ат исеме.

Этимология

Бәхтегәрәй ғәрәп теленән алынған. Бәхет (бәхетле) + гәрәй (фарсы теленән — эйәреүсе, дауам итеүсе; ир-ат исемдәре ялғауы булып та йөрөй) һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән исем[1].

Билдәле кешеләр

Шәфиев Бәхтегәрәй Әғзәм улы (5 февраль 1897 йыл — 19 август 1918 йыл) — Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы.

Зәйнәғәбдинов Бәхтегәрәй Йәләлетдин улы (1903 йыл, Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Подольск ауылы — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы

Фамилия

Бәхтегәрәев Хәким Бәхтегәрәй улы (1903 йыл — 10 июль 1942 йыл — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой, кавалерист , ҡылыссы.

Ауылдар

Бәхтегәрәй (Ишмөхәмәт ауыл Советы, Баймаҡ районы), Бәхтегәрәй (рус. Бахтигареево); шулай уҡ Манһыр (рус. Мансурово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 0 кеше. Почта индексы — 453660, ОКАТО коды — 80206838002.

Бәхтегәрәй (Мерәҫ ауыл Советы, Баймаҡ районы), Бәхтегәрәй (рус. Бахтигареево), икенсе исеме Әпек — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 90 кеше булған[1]. Почта индексы — 453660, ОКАТО коды — 80206838002.


Шулай уҡ ҡарағыҙ

«Бәхтегәрәй» —Әсғәт Мирзаһитовтың өс шаршаулыҡ драма әҫәре.

Сығанаҡтар


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр