Дилмөхәмәтов Әхнәф Мөҙәрис улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1 юл: 1 юл:
{{Ук}}
'''Дилмөхәмәтов Әхнәф Мөҙәрис улы''' (1941—2012) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре кандидаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры<ref name="Российская газета">[https://www.bashinform.ru/news/427761-ne-stalo-akhnafa-dilmukhametova/ Не стало Ахнафа Дильмухаметова]</ref>.
'''Дилмөхәмәтов Әхнәф Мөҙәрис улы''' (1941—2012) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре кандидаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры<ref name="Российская газета">[https://www.bashinform.ru/news/427761-ne-stalo-akhnafa-dilmukhametova/ Не стало Ахнафа Дильмухаметова]</ref>.



08:56, 28 сентябрь 2021 өлгөһө

Дилмөхәмәтов Әхнәф Мөҙәрис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1941
Тыуған урыны Мырҙағол, Ҡыҙыл ауыл Советы (Әлшәй районы), Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2012
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар дуҫлығы ордены

Дилмөхәмәтов Әхнәф Мөҙәрис улы (1941—2012) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре кандидаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры[1].

Биографияһы

Дилмөхәмәтов Әхнәф Мөҙәрис улы 1941 йылда Башҡорт АССР-ы Әлшәй районының бәләкәй генә башҡорт ауылы Мырҙағолда тыуа. Бик иртә етем ҡала, атаһы фронтта һәләк була, ағалары ла һуғыштан әйләнеп ҡайтмай, әсәһе вафат булғанда малайға ун йәш тә тулмай ҡала. Аслыҡ йылдарын, балалар йорттарын үтергә тура килә уға[2]. Урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, 1959 йылда М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә. КПСС Үҙәк комитеты ҡарамғындағы ижтимағи фәндәр академияһының аспирантураһында уҡый[3] Әхнәф Мөҙәрис улы оҙаҡ йылдар партия һәм комсомол органдарында эшләй, ВЛКСМ-дың район һәм ҡала комитеттарын етәкләй, КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров райкомында беренсе секретарь булып эшләй, һуңынан мөғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе партияның Башҡорт өлкә комитеты секретары һәм бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә. Һуңғараҡ бер нисә йыл рәттән «Нефтегазстрой» акционерҙар фирмаһын уңышлы етәкләй, Өфөнөң Киров районы буйынса Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе, Өфө энергетика колледжы директоры була[2].

Әхнәф Дилмөхәмәтов — гражданлыҡ йәмғиәтен формалаштырыу һәм тергеҙеү, милләт-ара мөнәсәбәттәр, йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү мәсьәләләре буйынса фәнни баҫмалар һәм публицистик мәҡәләләр авторы[1]. Бер нисә саҡырылыштың Өфө ҡала һәм Киров районы Советтарының депутаты була, республиканың ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана[1].

Ҡатыны Әҙилә менән 46 йыл ғүмер итә, ҡыҙ һәм ул үҫтерә.

Әхнәф Мөҙәрис улы 2012 йылда 71-се йәшендә Өфөлә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Халыҡтар дуҫлығы ордены[3]
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы энергетигы[3]
  • миҙалдар[3]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар