Марс: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: or:ମଙ୍ଗଳ
FoxBot (фекер алышыу | өлөш)
ә r2.6.5) (робот үҙгәртте: ilo:Márte
137 юл: 137 юл:
[[id:Mars]]
[[id:Mars]]
[[ie:Mars]]
[[ie:Mars]]
[[ilo:Mars (planeta)]]
[[ilo:Márte]]
[[io:Marso]]
[[io:Marso]]
[[is:Mars (reikistjarna)]]
[[is:Mars (reikistjarna)]]

18:26, 30 ғинуар 2012 өлгөһө

Ҡалып:Infobox күк есеме МарсҠояш системаһында дүртенсе планета, ҙурлығы буйынса етенсе планета. Был планета Боронғо Рим һүғыш аллаһы Марс хөрмәтенә аталған. Марсты, өҫтө ҡыҙыл тимер окисы (III) менән ҡапланған өсөн, ҡайһы берҙә «Ҡыҙыл планета» тип атайҙар.

Дөйөм мәғлүмәт

Марс — һирәк атмосфералы Ер группаһында планета. Марс планетаһының үҙенсәлектәре: Айҙағы кеүек үҙәндәр, вулкандар, бәрелеүҙән барлыҡҡа килгән кратерҙар; Ерҙәге кеүек сүллек, поляр шапкалар бар. Олимп тауы исемле һүнгән вулкан — Ҡояш системаһындағы иң бейек тау, ә Маринер үҙәне иң тәрән каньон. Ер группаһына оҡшашлығына өҫтәп әйтергә була, Марстың әләнеү периоды Ерҙеке кеүек, тип уның климаты һалҡын һәм ҡоро.

Маринер-4 (ингл. «Mariner 4») космос аппараты Марсҡа төшкәнгә тиклем тикшереүселәр планетала шыйыҡ хәлдә һыу бар тип иҫәпләй ине. Был фекер планетала яҡты урындар ҡараңғы урындар менән алышыныуы менән нигеҙләнгән ине. Поляр киңлектә континент һәм диңгеҙҙәр кеүек күренә ине. Планета өҫтөндәге бураҙналар һүғарыу каналдары кеүек күренә ине. Һуңыраҡ бындай каналдар бөтөнлә булмауы иҫбат ителде. Һауа баҫымы бик түбән булғанға һыу ирекле хәлдә булыуы мөмкин түгел.

Марстың ике тәбиғи юлдашы Фобос һәм Деймос (боронғо грек мифологияһындағы Арестың улдары исеменән, «ҡурҡыныс» һәм «ҡот осҡос» тигәнде аңлата).

Атмосфера һәм климат

Экваторҙа температура төш ваҡытында +30 °C тирәһе, төн уртаһында -80 °C. Полюстарға яҡын -123 °C тиклем төшә. Марс атмосфераһы углекислый газдан тора һәм бик һирәк. Атмосфера баҫымы Ерҙәгенән 160 тапҡыр түбәнерәк, уртаса 6,1 мбар. Ҡасандыр, бик күптән, Марс атмосфераһы тығыҙ, ә климаты йылы һәм дымлы булған, планетала шыйыҡ хәлдә һыу булған һәм ямғырҙар яуған, тигән фекерҙәр бар. Атмосфера 95% углекислый газдан, 2,7% азоттан, 1,6% аргондан, 0,13% кислородтан, 0,1% һыу парынан, 0,07% угар газдан тора. Марс ионосфераһы 110 — 130 км бейеклеккә етә.

«Марс экспресс» космос аппараты тикшереүе буйынса атмосферала метан булыуы асылған. Марс шарттарында был газ бик тиҙ тарҡала, шуға күрә даими газ сығанағы булырға тейеш. Был сығанаҡ вулкандан, йәки бактериялар эшмәкәрлегенән.