Түбәләҫ: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Rescuing 2 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8.1
47 юл: 47 юл:
«П.- С. Паллас әйтеп үткән селитра табыу һәм дары эшләү факты үҙе үк көкөрттөң дә сығарылыуы хаҡында раҫлай. Сөнки дарыны көкөртһөҙ эшләп булмай. Биктуған ауылы тирә-яғы саф көкөрт ятҡылыҡтарына мул булғандыр. Көкөрт бында эзбиз таштарҙа һәм гипстарҙа, айырыуса улар эргәләш ятҡан урындарҙа осрай. Ҙур ятҡылыҡтар унда юҡ, әммә XVIII быуатта башҡорттар бында үҙҙәренә дары яһау өсөн етерлек көкөрт сығарғандар, әлбиттә… Шулай итеп, Һикеяҙ тамағындағы мәмерйә селитраһын башҡорттарҙың фәҡәт дары өсөн ҡулланыуҙарына шик булырға мөмкин түгел. Бында дарыны 1736—1740 йылдарҙағы ихтилал ваҡытында етештереүҙәре лә, бәлки, иртәрәк файҙалана башлауҙары ла ихтимал»-, тип яҙған беҙҙең ата-бабалар тураһында Диҡҡәт Бураҡаев<ref>Диҡҡәт Бураҡаев. Боронғо башҡорттарҙа дары яһау</ref>. 1740 йылдағы ихтилалдан һуң яндырылған ауылдар араһында Мишәр ауылы булһа, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң Биктуған ауылы ла яндырылған.
«П.- С. Паллас әйтеп үткән селитра табыу һәм дары эшләү факты үҙе үк көкөрттөң дә сығарылыуы хаҡында раҫлай. Сөнки дарыны көкөртһөҙ эшләп булмай. Биктуған ауылы тирә-яғы саф көкөрт ятҡылыҡтарына мул булғандыр. Көкөрт бында эзбиз таштарҙа һәм гипстарҙа, айырыуса улар эргәләш ятҡан урындарҙа осрай. Ҙур ятҡылыҡтар унда юҡ, әммә XVIII быуатта башҡорттар бында үҙҙәренә дары яһау өсөн етерлек көкөрт сығарғандар, әлбиттә… Шулай итеп, Һикеяҙ тамағындағы мәмерйә селитраһын башҡорттарҙың фәҡәт дары өсөн ҡулланыуҙарына шик булырға мөмкин түгел. Бында дарыны 1736—1740 йылдарҙағы ихтилал ваҡытында етештереүҙәре лә, бәлки, иртәрәк файҙалана башлауҙары ла ихтимал»-, тип яҙған беҙҙең ата-бабалар тураһында Диҡҡәт Бураҡаев<ref>Диҡҡәт Бураҡаев. Боронғо башҡорттарҙа дары яһау</ref>. 1740 йылдағы ихтилалдан һуң яндырылған ауылдар араһында Мишәр ауылы булһа, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң Биктуған ауылы ла яндырылған.


Нисек кенә булһа ла, Ҡыуаҡанға ҡараған Ҡырғөйлө һәм Түбәләҫ ырыуҙары [[Йүрүҙән]] һәм [[Әй]] йылғаларының урта ағымында сағыштырмаса компакт ултырып йәшәүен дауам иткән. Түбәләҫ ырыуы өлөшләтә Әйле ерҙәрендә ултырғанлыҡтан, XVIII быуаттың күп кенә исемлектәрендә уларҙы Әйле ырыуҙарына индереп ебәргәндәр. Хатта ғалимдар Тажетдин Ялсығол да, Әхмәтзәки Вәлиди ҙә Түбәләҫтәрҙе, ошо мәғлүмәттәргә таянған өсөндөр, Әйле ырыуҙар берләшмәһенә ҡарай, тип яҙғандар<ref>https://bashkirica.com/books/istoriya-bashkirskikh-rodov/istoriya-bashkirskikh-rodov-tom-25-1-ayle-tyrnakly-tubalyas/ Айле. Тырнаклы. Тубаляс. Уфа, 2017 ISBN 978-5-295-06778-5 (т. 25, ч. 1)</ref>.
Нисек кенә булһа ла, Ҡыуаҡанға ҡараған Ҡырғөйлө һәм Түбәләҫ ырыуҙары [[Йүрүҙән]] һәм [[Әй]] йылғаларының урта ағымында сағыштырмаса компакт ултырып йәшәүен дауам иткән. Түбәләҫ ырыуы өлөшләтә Әйле ерҙәрендә ултырғанлыҡтан, XVIII быуаттың күп кенә исемлектәрендә уларҙы Әйле ырыуҙарына индереп ебәргәндәр. Хатта ғалимдар Тажетдин Ялсығол да, Әхмәтзәки Вәлиди ҙә Түбәләҫтәрҙе, ошо мәғлүмәттәргә таянған өсөндөр, Әйле ырыуҙар берләшмәһенә ҡарай, тип яҙғандар<ref>https://bashkirica.com/books/istoriya-bashkirskikh-rodov/istoriya-bashkirskikh-rodov-tom-25-1-ayle-tyrnakly-tubalyas/ {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20210227063936/https://bashkirica.com/books/istoriya-bashkirskikh-rodov/istoriya-bashkirskikh-rodov-tom-25-1-ayle-tyrnakly-tubalyas/ |date=2021-02-27 }} Айле. Тырнаклы. Тубаляс. Уфа, 2017 ISBN 978-5-295-06778-5 (т. 25, ч. 1)</ref>.


Көнгөр бургомистры Юхнев төҙөгән [[Себер даруғаһы]] башҡорт улустары исемлегендә 97 йорттан торған Түбәләҫ улусы урын алған. П. И. Рычков Әйле улусының 13 түбәһе араһында Түбәләҫ түбәһен билдәләгән<ref>https://uraloved.ru/biblioteka/richkov-zhurnal-ili-dnevnye-zapiski</ref>.
Көнгөр бургомистры Юхнев төҙөгән [[Себер даруғаһы]] башҡорт улустары исемлегендә 97 йорттан торған Түбәләҫ улусы урын алған. П. И. Рычков Әйле улусының 13 түбәһе араһында Түбәләҫ түбәһен билдәләгән<ref>https://uraloved.ru/biblioteka/richkov-zhurnal-ili-dnevnye-zapiski</ref>.
95 юл: 95 юл:
* {{БЭ2013|index.php/component/content/article/8-statya/8107-yua-an|автор=[[Йәнғужин Рим Зәйниғәбит улы|Йәнғужин Р. З.]]}}
* {{БЭ2013|index.php/component/content/article/8-statya/8107-yua-an|автор=[[Йәнғужин Рим Зәйниғәбит улы|Йәнғужин Р. З.]]}}
* [http://www.rgo-rb.ru/2019/11/bashkirskij-etap-akademicheskoj-ekspeditsii-petra-simona-pallasa-marshrut-1770-goda-iyun/ С. Палластың сәйәхәте, XVIII быуат — Көҙәй, Ҡаратаулы, Мырҙалар, Тырнаҡлы, Түбәләҫ ерҙәре буйлап (Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләре янынан) үткән. Тирмән ауыл ул саҡта Йосоп ауыл тип йөрөтөлгән] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20201130062024/http://www.rgo-rb.ru/2019/11/bashkirskij-etap-akademicheskoj-ekspeditsii-petra-simona-pallasa-marshrut-1770-goda-iyun/ |date=2020-11-30 }}
* [http://www.rgo-rb.ru/2019/11/bashkirskij-etap-akademicheskoj-ekspeditsii-petra-simona-pallasa-marshrut-1770-goda-iyun/ С. Палластың сәйәхәте, XVIII быуат — Көҙәй, Ҡаратаулы, Мырҙалар, Тырнаҡлы, Түбәләҫ ерҙәре буйлап (Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләре янынан) үткән. Тирмән ауыл ул саҡта Йосоп ауыл тип йөрөтөлгән] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20201130062024/http://www.rgo-rb.ru/2019/11/bashkirskij-etap-akademicheskoj-ekspeditsii-petra-simona-pallasa-marshrut-1770-goda-iyun/ |date=2020-11-30 }}
* [https://bashkirica.com/books/istoriya-bashkirskikh-rodov/istoriya-bashkirskikh-rodov-tom-25-1-ayle-tyrnakly-tubalyas/ Айле. Тырнаклы. Тубаляс. Уфа, 2017 ISBN 978-5-295-06778-5 (т. 25, ч. 1)]
* [https://bashkirica.com/books/istoriya-bashkirskikh-rodov/istoriya-bashkirskikh-rodov-tom-25-1-ayle-tyrnakly-tubalyas/ Айле. Тырнаклы. Тубаляс. Уфа, 2017 ISBN 978-5-295-06778-5 (т. 25, ч. 1)] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20210227063936/https://bashkirica.com/books/istoriya-bashkirskikh-rodov/istoriya-bashkirskikh-rodov-tom-25-1-ayle-tyrnakly-tubalyas/ |date=2021-02-27 }}
* [https://uraloved.ru/biblioteka/richkov-zhurnal-ili-dnevnye-zapiski Николай Петрович Рычков. Рычков Н.П. Журнал или дневные записки капитана Рычкова по разным провинциям российского государства, 1769 и 1770 году]
* [https://uraloved.ru/biblioteka/richkov-zhurnal-ili-dnevnye-zapiski Николай Петрович Рычков. Рычков Н.П. Журнал или дневные записки капитана Рычкова по разным провинциям российского государства, 1769 и 1770 году]
* [http://chel-portal.ru/enc/tyubelyas Силәбе өлкәһе порталы]
* [http://chel-portal.ru/enc/tyubelyas Силәбе өлкәһе порталы]

17:36, 4 октябрь 2021 өлгөһө

Түбәләҫ
Дәүләт  Рәсәй

Түбәләҫ — Ҡыуаҡан ҡәбиләһе башҡорттары составына ингән ырыу[1].

Ырыу составы

Ырыу бүлексәләре (нәҫел аралары): аҡтамаҡ-ҡыуаҡан, ҡалмаҡ, күҙәй, ҡырғыҙ, һунбыҡ, мангул, аҡбалта, өрөстән, сөмәй, һун сөмәй, түштүк, сөсәй, бараҡ, тәүеш, үзбәк, ҡыуыҡ, һарүҙәк, йәнурыҫ, йомай, талаҡ, ҡыртмыш, ҡалмаҡ, ҡаһаш, ишембәт, әжембәт, баҙраҡ, туҫтаҡ, намаҙбай, тимерәк, асытҡын, туғыҙ, намаҙбай)[2].

Түбәләҫ ырыуы легендаһы

Урал артында бер егет көтөү көткән. Уның йәшәгән ҡыуышы эргәһенән хажға китеп барыусы бер мосафир үтеп барған. Ул егеттән эсергә һыу һораған. Егет, һыу ғына түгел, сәй тәҡдим иткән. Сәй эскән арала һөйләшеп киткәндәр.

— Был йылҡы үҙеңдекеме? — Юҡ, хужаныҡы, -тип яуаплай егет. — Үҙең маллы бул. Йәшһең, донъя көт, кәләш ал… Урал буйлап төньяҡҡараҡ барһаң, өйөр-өйөр ҡырағай йылҡы йөрөй. Шуларға хужа бул.

Мосафирҙың һүҙҙәре егетте ҡанатландырып ебәрә. Көндәрҙең бер көнө ул, эйәрен, арҡанын, ҡороғон ала ла, китә сығып. Килә-килә, тауҙар үренә артыла, туғай, үҙәндәрҙе үтә. Хәҙерге Олойөр йылғаһы (Ҡалмаҡҡол һәм Тирмән ауылдары эргәһендә) буйына килеп сыға. Бында ҡырағай аттар өйөрөнә тап була, әкренләп аттарҙы үҙенә эйәләштерә.

Ләкин күңеле болоҡһой егеттең. Һәр ир-егеткә был донъяла йәр кәрәк, бала тыуҙырыр, өҫ-баш ҡарар, тамаҡҡа ашатыр, бергә ултырып кәңәш ҡорор тормош иптәше кәрәк. Уйланып йөрөй-йөрөй ҙә , тыуған яғына кире ҡайта. Байҙың һылыу, шәм кеүек зифа буйлы, оҙон сәсле, аҡ йөҙлө сибәр ҡыҙы менән күптән бер-береһен яратып йөрөгән була улар. Алдан һүҙ ҡуйышалар ҙа, шишмәгә һыуға килгән еренән, һөйгәнен урлап алып ҡаса егет.(Боронораҡ егет менән ҡыҙҙың исемен дә әйтеп һөйләгәндәр).

Әлбиттә, уларҙы ҡыуа сығалар. Етә-етә киләләр икән. Ҡайһының аты арый, ҡайһы үҙе артыҡ ныҡышмал булмайҙыр, ҡыуып килеүселәр һаны кәмегәндәй-кәмей. Ләкин бер һыбайлы бигерәк әрһеҙ булып сыға, ҡалмай баҫтыра икән. Шул саҡ көтөүсе егет: «Эй, ҡорҙаш! Һин атланған бейәнең эсендә толпар ята, ҡыума шул хәтлем. Ҡолон ташлатаһың бит!»-тип ҡысҡырған. Ат тигәндә әллә ниҙәр бирергә әҙер торған башҡорт егетенә был һүҙҙәр көслө тәьҫир иткәндер, күрәһең, — һуңғы сапҡын да артта тороп ҡала.

…Егетебеҙ, оҡшаған ерҙә нигеҙләнеп, һөйгәне менән тормош көтә башлай (хәҙер Иҫке Ҡыштау, тип йөрөтөлгән ерҙә, Һабайылға буйында)

Ҡыҙын урлап алып киткәне өсөн атай кеше ҡаты үс ала, эҙләп килә һәм кейәүен уҡ-һаҙаҡтан атып үлтерә. Атаһы алып ҡайтып китергә уйлаһа ла, ҡыҙы ризалашмай. «Мин ғомандымын, атай. Был ер баламдың тыуған ере булһын»,-ти.

Ир бала донъяға килә, ошо улдан артабан алты ул тыуа: Илсеғол, Тирмәнғол, Ҡалмаҡҡол, Урманғол, Сурағол, Ҡарағол[3]|Крайҙы өйрәнеүсе Абдуллина М. Ф. яҙып алды — информаторҙар Фәтхетдинов Фәссәхетдин Фәтхетдин улы (1886—1971), Бәҙретдинов Сәхәүетдин Фәхретдин улы (1918—2000)}}

Этник тарихы

Ҡыуаҡан һәм Һырҙы ҡәбиләләренең этник тарихы Ҡаратабын ҡәбиләһе менән тығыҙ бәйләнгән. Был турала тулыһынса тап килгән тамғалар, риүәйәттәр, генеалогия һөйләй. Ҡыуаҡандар риүәйәттәре ата-бабаларҙың «Алтайҙан», «Байҡал күленән» килгәнен бәйән итә. Ҡыуаҡан ҡәбиләһенә ҡараған Түбәләҫ ырыуы (С. Мираҫов буйынса -түбәс) башҡорттары үҙҙәренең ата-бабаһы тип «Алтай тауҙарында» ерҙәре булған Таймаҫ бейҙе атайҙар. Ошо риүәйәттәрҙән билдәле: XIX быуатта ла Түбәләҫ-Ҡыуаҡандарҙың Алтайҙағы туған-тыумасалары уларҙы һаман «Тыуған илгә кире ҡайтырға» өндәгәндәр.[4]. Риүәйәттәр сағыу этнонимия менән тулыландырыла. Ҡыуаҡандарҙың Ҡырғөйлө, Ҡырҡтар ырыу берәмектәренең Алтай шалғандарында аналогияһы бар. Ҡыуаҡандарҙа монгол (манғул) этнонимы ла теркәлгән. Түбәләҫ ырыуының ике араһында Һунн (гунн) атамаһының һаҡланғанлығы иҫ киткес. Мәғлүмәт биреүсе ҡарттар шул саҡта «беҙҙең ырыуыбыҙ һундарҙан» тип ғорурланып әйткәндәр.

Ҡыуаҡандарҙың этник сығанаҡтарын өйрәнгәндә, күп кенә тикшеренеүселәр «аҡҡош» мәғәнәһендәге төрөк һүҙе «ку»ға айырым иғтибар биргән[5]. Ку (ҡыу) — Төньяҡ Алтайҙағы Аҡҡош йылғаһының боронғо төрөк атамаһы; ку-кши, куу-кижи -«Аҡҡош йылғаһы кешеләре»- Төньяҡ Алтайҙағы «аҡҡошлолар» йәиһә челканлыларҙың атамаһы. Куу һәм куулар ырыу төркөмдәре туваларҙа ла бар. Ҡыуаҡан башҡорттары риүәйәттәре Йүрүҙән үренә тәүгеләрҙән булып ике һунарсы егеттең килеүе тураһында һөйләй. Улар, ырыуҙаштарын күсереп килтерер өсөн, күңелдәренә ятҡан ер һайларға сыҡҡан булалар. Был урын уларға бик оҡшаған, һәм иң ҙур ике тауға улар Күкши-тау һәм Башыташ-тау (Башташ тауының иң бейек нөктәһен Түбәләҫтәр Аҡҡашҡа тип йөрөтәләр) тип исем биргәндәр. Ҡыуаҡандарҙың, ғөмүмән, Табындарҙың, Алтайҙар менән матди мәҙәниәттә лә, һынлы сәнғәттә лә, туғанлыҡ системаһында ла бик күп дөйөм һыҙаттары бар.

Ҡаратабын, һырҙы һәм ҡыуаҡандар менән Көньяҡ Уралға күсеп килеп, Йүрүҙән һәм Әй йылғаларының таулы-урманлы биләмәләрендә урынлашҡандар. Түбәләҫ һәм ҡыуаҡандар, моғайын, табын ҡәбиләһенә тулыһынса буйһонған була, шул сәбәпле, бәлки, Таймаҫ бейҙе (Шәһимов) үҙенең ата-бабаһы тип һанайҙыр. XVII—XVIII быуаттарҙа түбәләҫтәр, ҡыуаҡандар, табындар менән бергә, Әйлеләр яғынан даими һөжүмгә дусар ителгән.

П.-С. Паллас "Көндәлек яҙмалары"нда Һатҡы заводына китеп барышлай, Олөйөр йылғаһын кисеп, юлдаштары менән «Әйле ырыуының өлөшө булған…Түбәләк хакимы йәшәгән ҙур ғына ауылда төн ҡундыҡ» тип яҙған. Урындағы башҡорттар «селитралы ерҙе күп таба һәм шунан дары яһай»[6].

Ҡыуаҡандарҙың Түбәләҫ ырыуы биләмәләре хәҙерге Һилейә (Сулея) ҡасабаһынан алып көнбайышҡа Йүрүҙән йылғаһына тиклем һуҙылған. Көньяҡ-көнсығышта Һатҡы-ҡыуаҡан ырыуҙары, төньяҡ-көнсығышта Әйле ырыуы (хәҙерге Әйле, Ҡолбаҡ ауылдары) биләгән ерҙәргә тиклем, төньяҡтан Тырнаҡлы һәм Ҡаратаулы башҡорттары ере менән сикләнгән. Көнбайыштан Ҡыр-Көҙәй ырыуы (Яхъя, Мусабай, Миндеш ауылдары), көньяҡ-көнбайышта Төркмән-Көҙәй ырыуы (хәҙерге Йүрүҙән, Оло Ҡытау (Катав-Ивановск), Ҡытаутамаҡ (Усть-Катав) ерҙәре менән сикләнгән.

Хәҙерге заман топонимикаһы менән күрһәткәндә, Түбәләҫ башҡорттарының биләмәләре Өфө-Силәбе автомобиль трассаһы буйлап Йүрүҙән күперенән Бакал ҡалаһына тиклем, унан Һилейә станцияһы, Межевой ҡасабаһы, Һәүәләй, Башташ тауҙары, Тырнаҡлы һәм Ҡаратаулы башҡорттары ерҙәре сиктәрендә урынлашҡан. Ҡарамалы йылғаһы, Вязовая станцияһы Көҙәй башҡорттары биләмәләренең сиге булып тора[7].

Түбәләҫ ырыуы ерҙәре үҙенең йәмлелеге, байлығы менән күсмә халыҡты арбаған, йәлеп иткән. Мал йөрөтөү өсөн яландар йәйрәп ята, урмандары төрлө йәнлектәргә, һунар ҡоштарына бай, бал ҡорттары солоҡтарға бал йыя. Әй, Йүрүҙән, Һилейә, Олөйөр йылғаларында мыжғып балыҡ үрсегән.

Ҡыуаҡан ерҙәре үҙенең мәғдән байлыҡтары менән рус промышленниктарын йәлеп иткән. «Түбәләҫ ерҙәрен Белорет заводы хужалары Твердышев һәм Мясниковҡа һатыу тураһындағы документҡа 21 кеше ҡул ҡуйған: Түбәләҫ улусы старшинаһы Иштуған Мишәров исеменән Таҡый Мишәров, йөҙ башы Булат Илтебаев һ. б. Ошо биләмәләрҙе „һатып“ алған өсөн завод хужалары 100 һум аҡса биргән. Күреүебеҙсә, Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең яртыһынан күберәген урыҫтар „законлаштырып“ тартып алған. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттарҙың көтөүлектәре кәмей, халыҡ бөлгөнлөккә төшә»[8].

Хәҙер Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең күпселек өлөшө Силәбе өлкәһенә инә, тик 10-15 проценты ғына аҫабалар ҡулында ҡалған.

1770 йылдың 27 майында Паллас Шихан йылғаһының Әйгә ҡойған ерендә урынлашҡан Биктуған тигән башҡорт ауылына яҡын ғына үткән. «Әй янындағы Олойөр (йылға) ҡултығында Биктуған ауылының ҡайһы бер башҡорттары бик күп селитралы ер алалар һәм унан дары яһайҙар. Ләкин уларҙың береһе лә был ерҙе күрһәтергә теләмәне» тип яҙған ул[9].

«П.- С. Паллас әйтеп үткән селитра табыу һәм дары эшләү факты үҙе үк көкөрттөң дә сығарылыуы хаҡында раҫлай. Сөнки дарыны көкөртһөҙ эшләп булмай. Биктуған ауылы тирә-яғы саф көкөрт ятҡылыҡтарына мул булғандыр. Көкөрт бында эзбиз таштарҙа һәм гипстарҙа, айырыуса улар эргәләш ятҡан урындарҙа осрай. Ҙур ятҡылыҡтар унда юҡ, әммә XVIII быуатта башҡорттар бында үҙҙәренә дары яһау өсөн етерлек көкөрт сығарғандар, әлбиттә… Шулай итеп, Һикеяҙ тамағындағы мәмерйә селитраһын башҡорттарҙың фәҡәт дары өсөн ҡулланыуҙарына шик булырға мөмкин түгел. Бында дарыны 1736—1740 йылдарҙағы ихтилал ваҡытында етештереүҙәре лә, бәлки, иртәрәк файҙалана башлауҙары ла ихтимал»-, тип яҙған беҙҙең ата-бабалар тураһында Диҡҡәт Бураҡаев[10]. 1740 йылдағы ихтилалдан һуң яндырылған ауылдар араһында Мишәр ауылы булһа, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң Биктуған ауылы ла яндырылған.

Нисек кенә булһа ла, Ҡыуаҡанға ҡараған Ҡырғөйлө һәм Түбәләҫ ырыуҙары Йүрүҙән һәм Әй йылғаларының урта ағымында сағыштырмаса компакт ултырып йәшәүен дауам иткән. Түбәләҫ ырыуы өлөшләтә Әйле ерҙәрендә ултырғанлыҡтан, XVIII быуаттың күп кенә исемлектәрендә уларҙы Әйле ырыуҙарына индереп ебәргәндәр. Хатта ғалимдар Тажетдин Ялсығол да, Әхмәтзәки Вәлиди ҙә Түбәләҫтәрҙе, ошо мәғлүмәттәргә таянған өсөндөр, Әйле ырыуҙар берләшмәһенә ҡарай, тип яҙғандар[11].

Көнгөр бургомистры Юхнев төҙөгән Себер даруғаһы башҡорт улустары исемлегендә 97 йорттан торған Түбәләҫ улусы урын алған. П. И. Рычков Әйле улусының 13 түбәһе араһында Түбәләҫ түбәһен билдәләгән[12].

Илсекәйҙә (Илсеғол, Баш-Илсекәй, Башташ, 1757) Старшина Илсекәй Биктуғанов исеме менән аталған) — 110 йән; Урмансыла (1795) — 175. Сүрәкәйҙә (Нуғай, 1765) — 158; Тирмәндә (Тирмән-Ауыл, 1786) — 248 кеше. Барлығы Троицк өйәҙе Түбәләҫ улусының 5 ауылында аҫаба ерҙәрендә 817 кеше йәшәгән. Өфө өйәҙе Түбәләҫ улусының берҙән-бер ауылы — Ҡарағолда (Түбәләҫ Арҡауылы) 96 кеше йәшәгән[13].

Троицкий өйәҙе түбәләҫтәре йәйләүгә сыҡҡан, Ҡарағол ауылы башҡорттары даими рәүештә үҙҙәренең өйҙәрендә йәшәгән.

Хәҙерге көндә Түбәләҫтәр Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Ҡарағол (Түбәләҫ Арҡауылы), Башҡорт Илсекәйе (Башташ), Мөрсәлим (Ҡалмаҡол), Яңы Сүрәкәй (Нуғай), Тирмән (Салауат районы), Урмансы ауылдарында йәшәй. Түбәләҫ улусының төп ауылы атамаһы Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡала округы составындағы Түбәләҫ ауылы топонимында һаҡланып ҡалған[14].

Түбәләҫ ырыуы халҡының азатлыҡ көрәше

1726 йылда Түбәләҫ улусының 57 хужалығында (йорт) 171 ир-егет теркәлгән. 1816 йылда 359 ир-ат йән башына 41596 дисәтинә ер (шуның эсендә һөрөнтө ерҙәр — 517, бесәнлектәр — 8000, урман — 30196, уңайһыҙ ерҙәр — 1867 дисәтинә) тура килгән. Уларҙың аҫаба ерҙәрендә керҙәштәр (припущенник) булмаған.

1735-1740 йылдарҙағы баш күтәреүҙәрҙең әүҙем юлбашсыһы Ҡыуаҡан улусы старшинаһы Аҙнабай Ҡарағужин булған. Уның атаһы Ҡарағужа Аҡаев (Аҡаҡов), олатаһы - Аҡай Ҡамаҡаев (30-сы йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡан), ҡарт олатаһы - Ҡамаҡай Биҡҡолов.

1735 йылдың авгусында Барын-Табын ырыуы батыры Йосоп Арыҡов менән Түбәләҫ ырыуы батыры Байрас Йәнурыҫов Верхнеурал (Үрге Яйыҡ) нығытмаһынан 30 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Орск нығытмаһына китеп барған йөктө туҡтаталар. Баш күтәреүселәр обозды ла, Яйыҡ нығытмаһын да ҡамауҙа тоталар. Тик Себерҙән драгун полкы һәм Кирилловтан махсус хәрби отрядтар килгәс кенә ҡамауҙы өҙәләр[15]

1737—1738 йылдарҙа Ҡыуаҡан ырыуы батыры Бәпәнәй Төрөпбирҙин, башҡа ырыу батырҙары менән, ихтилалды дауам иткән. Уны ошо ихтилалдың идеологы тип тә беләбеҙ. Бәпәнәйҙең «Беҙҙең башҡа барыр еребеҙ юҡ» тигән һүҙҙәре әлеге көндә лә актуаллеген юғалтмаған.

1773—1775 йылдарҙағы Салауат Юлаев етәкселегендәге көрәшкә Илсекәй ауылынан Ғәбдеш Таҡил, Аҡһары Йосопов, Илсекәй Биктуғанов, Тимәт Иштуғанов, Ҡалмаҡ Көҫәпәев (Күсәбаев) (Һунбыҡ нәҫеленән), Наҙарғол Балтасов, Сәфәр Смаҡов, Күсәш Мишәров, Монас Биктуғанов, Биҡҡол Тәүешев (Тәүеш нәҫеленән), Сүрәкәй ауылынан Ҡалмаҡҡол Килтәков, Арыҫланғол Собханғолов, Ҡарағол ауылынан Ишембәт Иҫәк(н)әев ҡушыла. Улар бөтәһе лә С. Юлаев һәм уның атаһы Ю.Аҙналиндан һорау алғанда шаһит булараҡ тарихҡа инеп ҡалған. Ошо шаһиттар Эҫем заводын яндырыу, Йүрүҙән, Ҡатау-Иван заводтарын ҡамауҙа тотоу тураһында мәғлүмәт бирәләр. Әммә С. Юлаевтың һәм Ю. Аҙналиндың кеше үлтереүе тураһындағы һорауға: «Беҙ уларҙың кеше үлтергәнен күрмәнек»,- тип яуап бирәләр. Был мөмкин тиклем ихтилал етәкселәрен яҡларға тырышыу тураһында һөйләй[16].

Урындағы риүәйәттәрҙә әйтелгәнсә, үҫмер Салауат Түбәләҫ һабантуйҙарына килеп (ул ваҡытта Йүрүҙәнде хәҙерге Иҙрис ауылы янында кисеп сығып, Башташ тауы итәге буйлап 17 саҡрым оҙонлоғондағы араны һыбай үтерлек тура юл булған), Урмансынан Мырҙаш батыр менән көрәшеп йөрөгән. Был турала уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе Абдуллина «Салауат батыр ир ине» тигән тамаша сценарийы ла яҙҙы[17].

1765 йылдан бирле Себер юлы Түбәләҫ ырыуының старшинаһы вазифаһын башҡарған Собханғол Килтәков (1720—1774) командаһында 1773 йылда 91 йорт булған. «Салауат Юлаев» энциклопедияһында Собханғол Килтәков Пугачёв ихтилалында ҡатнашыусы, полковник, тигән аңлатма бирелә. 1773 йылда ул, улустың батыр йөрәкле ирҙәрен йыйып, Һатҡы заводына һөжүм иткән[18]. Килтәков Көнгөрҙә язалап үлтерелгәндән һуң, улус старшинаһы вазифаһын Юлай Аҙналин менән бергә һуғышҡан Илсекәй Биктуғанов башҡара. Биктуғанов 1774 йылдың 11 ноябрендә Силәбе ҡәлғәһенә ғәйебен танырға килә.

1812 йылғы Ватан һуғышында түбәләҫ ырыуы ир-егеттәре 7-с Башҡорт полкы сафтарында һуғышҡан. 1836—1839 йылдарҙағы хәрби наградалар кавалерҙарын — һуғыш ветерандарын иҫәпкә алған ваҡытҡа—зауряд-сотник (йөҙбашы) III дәрәжә Изге Анна ордены һәм «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы менән бүләкләнгән Биктимер Аҡбалтин (Урмансы ауылы) ғына тере була тигән фараз бар[19].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с. (рус.)
  • Кузеев Р. Г. Историческая этнография башкирского народа. Уфа: Китап, 2009, с.165-167
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Уфа:"Академия наук РБ", с. 234-282
  • Ә. Әсфәндиәров. Олатайҙарҙың бар тарихы… — Өфө: Китап, 1996. — 224 бит. — ISBN 5-295-01672-2
  • А. А. Камалов, Ф. У. Камалова «Атайсал», Өфө, Китап, 2001, 285-се б.
  • Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
  • Салават Юлаев: Энциклопедия. «Бой Салавата батыра у моста Тубаляс», 70 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8

Һылтанмалар

Ваҡытлы матбуғат

  • Шәкүр Р. Алты ауыл Түбәләҫ — Башҡортостан, 16 февраль, 2000 йыл
  • Абдуллина А.Ф. Түбәләҫ ырыуы — Йүрүҙән, 2000, 68, 69-сы һандар, 19, 23 август
  • Абдуллина М.Ф. Илсекәй — боронғо ауыл — Йәшлек, 2001, 88, 89, 90-сы һандар, 4, 7, 9 август
  • Шәмсетдинов Я.М. Ырыуым — Түбәләҫ // Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172-178 бб.
  • Абдуллина М.Ф. Шайтан ғына өмөтһөҙ... (анкетаға яуап). - Киске Өфө, 2004, 24-30 ғинуар.
  • Сәйетғәлин Сафуан. Түбәләҫ ырыуы. Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем (ҡобайырҙар) — Йүрүҙән, 2006, 20-се һан, 11 март.

Иҫкәрмәләр

  1. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М., Наука, 1974
  2. А. А. Камалов, Ф. У. Камалова «Атайсал», Өфө, Китап, 2001, 285-се б., полевые записи краеведа М. Ф. Абдуллиной
  3. Записала краевед Абдуллина М. Ф. — информаторы-Фатхетдинов Фассахетдин Фатхетдинович (1886—1971), Бадретдинов Сахауетдин Фахретдинович (1918—2000)
  4. Научный архив БФАН СССР, ф.3, оп.11, д.6, стр.76-133
  5. (Radloff, 1884, стр.211-212; Аристов, 1897, стр.5; Грумм-Гржимайло, 1926, стр. 209)
  6. 2020 йыл 30 ноябрь [https://web.archive.org/web/20201130062024/http://www.rgo-rb.ru/2019/11/bashkirskij-etap-akademicheskoj-ekspeditsii-petra-simona-pallasa-marshrut-1770-goda-iyun/ архивланған. С. Палластың сәйәхәте, XVIII быуат — Көҙәй, Ҡаратаулы, Мырҙалар, Тырнаҡлы, Түбәләҫ ерҙәре буйлап (Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләре янынан) үткән. Тирмән ауыл ул саҡта Йосоп ауыл тип йөрөтөлгән икән
  7. Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым -Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һаны, 172—178 бб.
  8. Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым -Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һаны, 172—178 бб.
  9. Паллас П.-С. Путешествие по разным провинциям Российской империи. I_III ч. С.-П., 1773—1788
  10. Диҡҡәт Бураҡаев. Боронғо башҡорттарҙа дары яһау
  11. https://bashkirica.com/books/istoriya-bashkirskikh-rodov/istoriya-bashkirskikh-rodov-tom-25-1-ayle-tyrnakly-tubalyas/ 2021 йыл 27 февраль архивланған. Айле. Тырнаклы. Тубаляс. Уфа, 2017 ISBN 978-5-295-06778-5 (т. 25, ч. 1)
  12. https://uraloved.ru/biblioteka/richkov-zhurnal-ili-dnevnye-zapiski
  13. http://chel-portal.ru/enc/tyubelyas Силәбе өлкәһе порталы
  14. https://mursalimkino.ucoz.ru/index/istorija_i_ljudi/0-31 Мөрсәлим ауыл советы сайты. Тарих һәм кешеләр
  15. Мажитов Н.,Султанова А. М. История Башкортостана с древнейших времён до 60-х годов XIX в., 233 с.
  16. Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым -Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һаны, 172—178 бб.
  17. Абдуллина М. Ф. Салауат батыр ир ине. Тамаша, 2001, 3-сө һаны
  18. И. М. Гвоздикова. Салават Юлаев. Исследование документальных источников, 2-е издание. Уфа: Китап 1992
  19. Ә. Әсфәндиәров. Олатайҙарҙың бар тарихы… — Өфө: Китап, 1996. — 224 бит. — ISBN 5-295-01672-2