Хәҙис: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Rescuing 5 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8
Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8.1
72 юл: 72 юл:


== Һылтанмалар ==
== Һылтанмалар ==
* [http://xadis.ru/books/namaz_post_hadisy/hadis.html Хадисы для скачивания]
* [http://xadis.ru/books/namaz_post_hadisy/hadis.html Хадисы для скачивания] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20110621021825/http://xadis.ru/books/namaz_post_hadisy/hadis.html |date=2011-06-21 }}
* [http://al-islam.spb.ru/kutub/hadith.htm Хадисы и термины] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20090925112740/http://al-islam.spb.ru/kutub/hadith.htm |date=2009-09-25 }}
* [http://al-islam.spb.ru/kutub/hadith.htm Хадисы и термины] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20090925112740/http://al-islam.spb.ru/kutub/hadith.htm |date=2009-09-25 }}
* [http://www.imam.ru/hadis.html Хадисы]
* [http://www.imam.ru/hadis.html Хадисы]

11:29, 5 октябрь 2021 өлгөһө

Хәҙис
Рәсем
ХФА-лағы транскрицияһы ħa.diːθ
Әһәмиәтле кеше Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)
Ҡайҙа өйрәнелә Хәҙис ғилеме
Яуаплы WikiProject Hadith[d]
 Хәҙис Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хәҙистәр —— Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Ҡөрьәнде аңлатып биргән үҙ һүҙҙәре, дини йолалар хаҡында әйткәндәре, тапҡыр һүҙҙәре.

Мөхәммәт пәйғәмбәр вафат булғас, ислам ғалимдары был һүҙҙәрҙе яҙып алғандар, хәҙистәр тип ҡулъяҙма китаптар рәүешендә таратҡандар, уларға аңлатма биргәндәр. Шулай итеп, изге Ҡөрьән китабынан ҡала, ислам дине тәғлимәтен аңлатҡан Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең төплө, изгелекле һәм хикмәтле һүҙҙәре хәҙистәр исемендә иң әһәмиәтле китапҡа, дин өйрәтмәләренә әйләнгән.

Хәҙистең нигеҙ өлөштәре

Хәҙис ике төп нигеҙ өлөшөнән тора:сәнәд һәм мәтен.

  1. Иснәд (ғәр. اٍسْنادٌ‎) – Мөхәммәт ғәләйһиссәләм һүҙҙәрен (ғәмәлен, хуплауын) бер-бер артлы тапшырыусылар сылбыры. Иснәд Пәйғәмбәрҙән (салаллаһу сғс) йәки сәхәбәнән йәки тәбиғиндән һбашланып, хәҙистәр йыйынтығын төҙөүсе ғалимгә тиклем теҙелеп килә. Иснәдтең беҙгә яҡынырак өлөшө – башы, ә Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә яҡыныраҡ өлөшө аҙағы тип атала. Иснәдтә телгә алынған кешене равий тип атайҙар. Иснәд – хәҙисте тапшырыусы бөтә равийҙарҙың исемлеге. Бер равийҙың икенсе равийға хәҙис тапшырыуы риүәйәт тип, ә хәҙис үҙе мәрүи тип атала.
  1. Мәтен (ғәр. مَتْنٌ‎) – Мөхәммәт (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) әйткән һүҙ (эшләгән эш). Мәтен хәҙистең төп өлөшө булып тора. Ә иснәд мәтендең Пәйғәмбәргә (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) йәки сәхәбәгә ҡағылғанлығын раҫлай. Мәтен иснәдтән һуң килә.

Йыйынтыҡтар

Хәҙистәрҙең беренсе йыйынтығы – Муватта – Имам Мәлик, һижри буйынса йыл 93-179 йылдарҙа Мәҙинәлә тыуған һәм йәшәгән ҙур ғалим, тарафынан йыйыла. Был китап Мәлик Уваттаһы исемен ала. Ғалим унда теүәл иснәдте бирә һәм хәҙистәрҙе темалар буйынса бүлә. Был китап хәҙистәрҙе генә түгел, ә ислам хоҡуғы буйынса мәғлүмәтте ла тапшырғанға, унда Имам Мәликтең теге йәки был һорау буйынса фекерҙәрен дә осратырға мөмкин.

Муватта төҙөлгәндән һуң, ваҡыт үтеү менән, хәҙистәр буйынса иң ышаныслы хеҙмәттәр булып һаналыусы тағы алты йыйнтыҡ барлыҡҡа килә: Имам Бохари (һижри 194-256 йылдар) Сәхихе; Имам Мөслим (һ. 202-261 йылдар); Әбү Дауыт (һ. 202-275 йылдар) Сөнәне; Әт-Тирмизи (һ. 279 йылда үлә) Сөнәне; Ән-Нәсаи (һ. 215-303) Сөнәне; Ибн Мәжи (һ. 209-273) Сөнәне.

Мүтәватир хәҙистәр

Күп кешеләр тарафынан тапшырылған хәҙистәр. Был уларҙың ялған булыу мөмкинлегенә юл ҡуймай.

Мүтәватир хәҙистәрҙең шарттары

1 — тапшырыусылар кәмендә ундан да аҙыраҡ булырға тейеш түгел, ләкин шул уҡ ваҡытта улар төрлө милләттән, мәҙһәбтән һ.б. булырға тейеш.

2 — Фальсификация маҡсаты менән үҙ-ара килешкәнлектәренә шик булмаҫҡа тейеш.

Мүтәватир хәҙистәр ҡәнәғәтләндерергә тейеш булған башҡа шарттар ҙа бар.

Ҡудси Хәҙис

Иснәде Аллаһы тәғәләгә тиклем еткән, Мөхәммәт ғәләйһиссәләм тарафынан тапшырылған хәҙис.

Ҡудси Хәҙистең Ҡөрьәндән айырмаһы

1 — Ҡөрьән мәғәнәһе яғынан да, рәүеше яғынан да Аллаһынан, ә ҡудси хәҙис – мәғәнәһе буйынса Аллаһынан, ә рәүеше буйынса Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән.

2 — Ҡөрьән уҡыу Аллаһыға ғибәҙәт булып һанала, ә ҡудси хәҙистәрҙе уҡыу – юҡ.

Ҡудси Хәҙистең Ҡөрьән шәрифтән айырмалығының башҡа, - оло һәм бәләкәй билдәләре лә бар.

Хәҙис йыйынтыҡтары

Сөнни йыйынтыҡтар

  • Имам Бохари «әл-Йәмиғ әс-Сәхих»е
  • Имам Мөслим «әл-Йәмиғ әс-Сәхих»е
  • Имам Әбү Дауыт «Китаб әс-Сөнән»е
  • Имам Әт-Тирмизи «әл-Йәмиғ әл-Кәбир»е
  • Имам ән - Нәсәғи «Китаб әс-Сөнән әл-Ҡубра»һы
  • Имам Ибн Мәжи «Китаб ас-Сөнән»е
  • Имам әл-Байхаҡи «әс-Сөнән әл-Ҡубра»һы
  • Имам Әхмәт «өл-Мөснәд»е

Шиғый йыйынтыҡтар

  • «әл-Ҡаф», Ҡулани
  • «Әхзәб әл-әхкәм», шәйех Туси
  • «әл-Итибар», шәйех Туси
  • «Имеш-мимеш тә йәр әл-фәҡих», шәйех Садок
  • «әл-Ғәмәли», шәйех Мул
  • «Бихар әл-Әнвәр», Ғәлләм Мәжлисе
  • «Васил аш-Шиғ», Хур Амели
  • «әл-Мудрак», Нури Мухандис

Ғибаҙи йыйынтыҡтар

  • «Муснәд», Раби бин Хәбиб

Шулай уҡ ҡарағыҙ


Һылтанмалар