Шлиссельбург: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8
Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8.1
50 юл: 50 юл:
* «Сәтләүек» ҡәлғәһе — Санкт-Петербург тарихы музейы филиалы
* «Сәтләүек» ҡәлғәһе — Санкт-Петербург тарихы музейы филиалы
* Тыуған яҡты өйрәнеү музейы
* Тыуған яҡты өйрәнеү музейы
* «Бөйөк һуғыш шаңдауы» хәрби-техник музей экспозицияһы<ref>[http://lenww2.ru/index.php/region01/area09?id=879 Книга памяти. Кировский район — 09037 г. Шлиссельбург, корабельные артиллерийские орудия]</ref>
* «Бөйөк һуғыш шаңдауы» хәрби-техник музей экспозицияһы<ref>[http://lenww2.ru/index.php/region01/area09?id=879 Книга памяти. Кировский район — 09037 г. Шлиссельбург, корабельные артиллерийские орудия] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20201001195050/http://lenww2.ru/index.php/region01/area09?id=879 |date=2020-10-01 }}</ref>
* [[Пётр I]] һәйкәле
* [[Пётр I]] һәйкәле
* Благовещен соборы
* Благовещен соборы

15:54, 5 октябрь 2021 өлгөһө

Шлиссельбург
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы 1323
Рәсем
Рәсми атамаһы Шлиссельбург
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Городское поселение Шлиссельбургское[d][1]
Административ-территориаль берәмек Городское поселение Шлиссельбургское[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Ладога
Халыҡ һаны 14 763 кеше (2017)[2]
Ир-егеттәр 3102[3]
Ҡатын-ҡыҙҙар 2183[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 15 метр
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d]
Майҙан 16 км²
Почта индексы 187320
Рәсми сайт moshlisselburg.ru
Урындағы телефон коды 81362
Карта
 Шлиссельбург Викимилектә

Шлиссельбург (нем. Schlüsselburg— «асҡыс-ҡала») — Ленинград өлкәһенең Киров районындағы ҡала (1780 йылдан) Шлиссельбург ҡала биләмәһен барлыҡҡа килтерә

1323 йылда Новгородтың Сәтләүек ҡәлғәһе булараҡ барлыҡҡа килә[⇨]; хәҙер Санкт-Петербург тарих музейы филиалы[⇨]

Этимологияһы

Ҡалаға Новгород кенәзе Юрий Данилович 1323 йылда Сәтләүек утрауында ағас ҡәлғәгә нигеҙ һала (бында урман сәтләүеге күп үҫә). Утрау уның исеме менән атала. 1613 йылда ҡәлғәне шведтар баҫып ала (швед. nõt — «сәтләүек», borg — «ҡәлғә») һәм рус Орешек атамаһы Нотебургҡа әйләнә. 1702 йылда рус ғәскәрҙәре ҡәлғәне азат итә һәм шул саҡта Шлиссельбург һүҙмә — һүҙ - «асҡыс-ҡәлғә» тип үҙгәртелә (нем. Schlüssel — «асҡыс», Burg — «ҡәлғә»);. 1944 йылда немец атамаһын бөтөрөү маҡсатында исеме Петрокрепость тип үҙгәртелә, 1992 йылда тарихи Шлиссельбург исеме кире ҡайтарыла [4].

Тарихы

1323 йылда ҡалаға нигеҙ һалына[⇨], ә 1353 йылда новгородлылар таш ҡәлғәгә нигеҙ һала, ҡәлғә диуарҙары һәм башняларын төҙөй.

Шведтар Сәтләүекте күп тапҡыр ҡамауҙа тота, Новгород республикаһын диңгеҙҙән ҡыҫырыҡлап сығарырға маташа һәм ул бер нисә тапҡыр ҡулдан ҡулға күсә. 1613 йылда, швед интервенцияһы ваҡытында шведтар ҡәлғәне баҫып ала. Уны Нотебург (швед. Nöteborg, Нетеборг булған швед. nöt, юҡ = сәтләүек, швед. borg, борг — ҡәлғә, ҡала) тип атайҙар. 1656 йылдың июнендә Рус-швед һуғышы (1656-1658) барышында воевода П.И. Потемкин отрядтарына 1613 йылда юғалған Водская пятина ерҙәрен яуларға һәм шведтарҙы ҡәлғәне блокадаларға мөмкин була, әммә ҡәлғәнең үҙен, Ниеншанцтан айырмалы рәүештә, яулап алып булмай[5]. 1702 йылда Петр Беренсе шведтарҙан ҡәлғәне яулап ала һәм әлеге исемен бирә. (башҡа атамаһы - Шлюсенбург, ябай халыҡ телендә - Шлюшин, шулай уҡ Шлюшенбург вариантф ла осрай) 1780 йылда Нева йылғаһының һул ярында посад Санкт-Петербург губернаһының Шлиссельбург өйәҙ ҡалаһы итеп үҙгәртелә

Революциянан алдағы йылдарҙа Сәтләүек утрауындағы ҡәлғәлә төрмә урынлаша, унда сәйәси тотҡондар һәм енәйәтселәр тотолған. Февраль революцияһынан һуң улар иреккә сыға. Улар иҫәбендә коммунист-анархист Иустин Жук та була, ул Шлиссеьбург дары заводына слесарь булып эшкә инә һәм хеҙмәт коммунаһының лидеры булып китә[6]. Шлиссельбургта Жук эшсе балалары өсөн интенат ойоштора. Аҙыҡ-түлек буйынса өйәҙ комиссары булараҡ, ул йыш ҡына аҙыҡ-түлек мәсьәләһе буйынса тыуған яғына Украинаға бара. Шлиссельбург коммунаһы Петроград революционерҙарын шартлатҡыстар менән тәьмин итә, ә ҡыҙылгвардеецтар Жук етәкселегендә Ҡышҡы һарайҙы штурмлауҙа һәм Ю.Эльфенгрен етәкселеге аҫтында Төньяҡ -Ингерманланд полкының һөжүмен кире ҡағыуҙа. Жук 1919 йылдың 25 октябрендә Грузино ауылы районында һәләк була[7], хәҙер Шлиссельбургтың үҙәк урамдарының береһе уның исемен йөрөтә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡала оккупациялана (1941 йылдың 8 сентябре), шул уҡ ваҡытта ҡәлғә үҙе 500 көн дауамында героик оборона тота, немец ғәскәрҙәренә Неваның уң ярына сығырға мөмкинлек бирмәй. 1941 йылдың 25 сентябрендә ҡала районында Ладога хәрби флотилияһы караптары Шлиссельбург десантын төшөрә, ул һәләк була. 1943 йылдың 18 ғинуарында «Усаҡ» операцияһы барышында ҡала азат ителә. Шунда уҡ Нева аша ваҡытлыса тимер юл төҙөлә башлай. Был ваҡытта ул немецтарҙың даими уты аҫтында төҙөлә. Һуңыраҡ Нева аша ағастан бейек сваялы күпер төҙөлә[8]. Аҙыҡ-түлек менән беренсе состав Ленинградҡа 1943 йылдың инде 7 февралендә килә, төн эсендә күпер буйлап 20-25 поезд, һуңғараҡ — 35 поезға тиклем килә[9].

1944 йылдан 1992 йылға тиклем ҡала Петрокрепость исемен йөрөтә. 1996 йылда Киров районы составынан сыға һәм үҙаллы муниципаль берәмек була. 2006 йылдың 1 ғинуарынан яңынан Киров районына ҡала булараҡ инә

2010 йылға тиклем Шлиссельбург тарихи биләмә статусына эйә була, әммә 2010 йылдың 29 июлендә Мәҙәниәт министрлығы һәм Төбәктәр үҫеше министрлығының берлектәге 418/339 һанлы бойороғо менән ҡала был статустан мәхрүм ителә[10].

Географияһы

Ҡала райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Неваның һул ярында Ладога күленең башында урынлашҡан

Ҡаланан 41К-128 автомобиль юлдары (Шлиссельбург ҡалаһына) һәм 41К-127 (Шлиссельбург — Назия) башлана.

Район үҙәгенә тиклем ара — 6 км.

Санкт-Петербургҡа тиклем алыҫлыҡ — 50 км[11].

Халҡы

1825 буйынса алып 2019 йылдың үҙгәреүе (мең кеше)[12][13][14][15][16][17][18][19][20][21][22][23][24][25][26][27][28][29][30]:2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 802 Рәсәй Федерацияһының 1112[31] ҡалаһы араһында [32] 375-се урында була

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ иҫәбе буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһы араһында 793-сө урында тора.

Иҡтисады

Ҡаланың төп предприятиеһы — Нева карап-суднолар ремонтлау заводы — 1913 йылда нигеҙ һалынған. Предприятиеның эшмәкәрлек йүнәлештәре — төҙөлөш, ремонт һәм флотты техник хеҙмәтләндереү

Транспорт

Санкт-Петербург менән Шлиссельбургты автобус маршруттары бәйләй

  • № 440 Рыбацкое метро станцияһына тиклем
  • № 575 Метро станцияһына тиклем (Дыбенко урамы)

Сәтләүек ҡәлғәһенә һәм Морозов исемендәге ҡасабаға тиклем һыу юлы эшләй

Иҫтәлекле урындар

  • «Ленинград блокадаһын өҙөү» музей-ҡурсаулығы
  • «Сәтләүек» ҡәлғәһе — Санкт-Петербург тарихы музейы филиалы
  • Тыуған яҡты өйрәнеү музейы
  • «Бөйөк һуғыш шаңдауы» хәрби-техник музей экспозицияһы[33]
  • Пётр I һәйкәле
  • Благовещен соборы
  • Никола сиркәүе
  • Иҫке Ладога каналы

Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 20 февралендә сыҡҡан «Федераль тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекттары исемлеген (рәсәй) раҫлау тураһында» № 176 Указы менән  архитектура һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы индерелә:

  • Ҡыҙыл майҙан ансамбле, XVIII—XIX быуат:
    • Благовещен соборы, 1764—1818 йй.
    • Никола сиркәүе, 1770—1853 йй.
    • Сиркәү, 1864 й.

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 1,2 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
  2. http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  3. 3,0 3,1 Рихтер Д. И. Шлиссельбург (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1903. — Т. XXXIXа. — С. 706—709.
  4. Поспелов, 2008
  5. Нераскушенный орех воеводы Петра Потёмкина. www.ladoga-news.ru. Дата обращения: 6 марта 2018.
  6. Отечественная Документалистика.Шлиссельбург. Крепость Орешек (2008) (16 сентября 2016).Дата обращения: 6 марта 2018.
  7. М.Моршанская. Иустин Жук. — Ленинград: Прибой, 1927.
  8. Андрей Мартьянов. Как строили в 43-м (20170202T1506+0300Z). 12 март 2018 тикшерелгән.
  9. Шлиссельбургская трасса - железная Дорога жизни в блокадный Ленинград - Уморно.Ру. Дата обращения: 12 март 2018.
  10. Приказ Министерства культуры Российской Федерации, Министерства регионального развития Российской Федерации от 29 июля 2010 г. № 418/339 г. Москва «Об утверждении перечня исторических поселений»
  11. АвтоТрансИнфо. Расчет расстояний. СПб — Шлиссельбург.
  12. Статистическое изображение городов и посадов Российской империи по 1825 год. Сост. из офиц. сведений по руководством директора Департамента полиции исполнительной Штера. — СПб., 1829.
  13. Статистические таблицы о состоянии городов Российской империи. Сост. в Стат. отд. Совета МВД. — СПб., 1840.
  14. Статистические таблицы о состоянии городов Российской империи [по 1 мая 1847 года]. Сост. в Стат. отд. Совета МВД. — СПб., 1852.
  15. Статистические таблицы Российской империи, составленные и изданные по распоряжению министра внутренних дел Стат. отделом Центрального статистического комитета. [Вып. 1]. За 1856-й год. — СПб., 1858.
  16. Статистический временник Российской империи. Серия 1. Вып. 1. — СПб., 1866.
  17. Статистический временник Российской империи. Серия 2. Вып. 1. — Спб., 1871. — С. 182.
  18. Статистический временник Российской империи. Серия 2. Вып. 10. — СПб., 1875. — С. 99.
  19. Статистика Российской империи. 1: Сборник сведений по России за 1884—1885 гг. — СПб., 1887. — С. 25.
  20. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г.
  21. Города России в 1910 г. — СПб., 1914.
  22. Города Союза ССР / НКВД РСФСР, Стат. отдел — М., 1927. — С. 44—45.
  23. Всесоюзная перепись населения 1926 года = Recensement de la population de L’U.R.S.S. 1926 / Центральное статистическое управление СССР; Отд. переписи. Северный район. Ленинградско-Карельский район: народность, родной язык, возраст, грамотность. — М.: Изд. ЦСУ СССР, 1928. — С. 106.
  24. Административно-территориальное деление Ленинградской области. — Л., 1933. — С. 93.
  25. Административно-экономический справочник по Ленинградской области. — Л., 1936. — С. 20.
  26. РГАЭ, ф. 1562, оп. 336, д. 1248, лл. 83—96.
  27. Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу
  28. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населенных пунктов — райцентров и сельских населенных пунктов с населением 3 тысячи и более человек
  29. Численность населения Ленинградской области в разрезе муниципальных образований по состоянию на 1 января 2018 года. Дата обращения: 28 октябрь 2019. Архивировано 19 июнь 2018 года. 2018 йыл 19 июнь архивланған.
  30. Численность постоянного населения Ленинградской области в разрезе муниципальных образований по состоянию на 1 января 2019 года(недоступная ссылка)
  31. с учётом городов Крыма
  32. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  33. Книга памяти. Кировский район — 09037 г. Шлиссельбург, корабельные артиллерийские орудия 2020 йыл 1 октябрь архивланған.