Бәрәңге: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.5.2) (робот юйҙы: roa-rup:Brambory
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
53 юл: 53 юл:
[[Категория:Алфавит буйынса үҫемлектәр]]
[[Категория:Алфавит буйынса үҫемлектәр]]
[[Категория:Үҫемлектәр]]
[[Категория:Үҫемлектәр]]
[[Категория:Аҙыҡ-түлек]]
[[Категория:Аҙыҡ-түлек]][[Категория:Эт ҡарағаты һымаҡтар]]


[[ab:Акартош]]
[[ab:Акартош]]

07:01, 4 февраль 2012 өлгөһө

Картуф, бәрәңге
Картуф
Үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Батшалыҡ:
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: ике өлөшлөләр
Отряд: эт ҡарағаты сәскәлерәр
Ғаилә: эт ҡарағаты һымаҡтар
Суб-ғаилә: Solanoideae
Ырыу: эт ҡарағаты
Төр: Бәрәңге
Латинса исеме
Solanum tuberosum L.
ITIS 505272
NCBI 4113

[[Категория:алфавит буйынса Үҫемлектәр ]] Картуф (шулай уҡ бәрәңге, лат. Solanum tuberosum) — күп йыллыҡ, тамырындағы бүлбеләренән (бәрәңгеләренән) үҫә тоған культуралы үҫемлек.

Сәскә атҡан бәрәңге

Үҫемлектең тарихы

Бәрәңге алмаһы (емеше) ағыулы

Был үҫемлекте Көньяҡ Америка индеецтары бынан ун дурт мең йыл элек уҡ белгәндәр. 1565 йылда ул Испанияға килтерәләр. Һуңыраҡ инглиз моряктары уны Бөйөк Британияға алып ҡайталар. 1740 йыл тирәһендә «икенсе икмәгебеҙ» Германияла, Италияля, Бельгияла, Францияла күренә башлай. Шулай за яңы, ят культура үҙенә юлды тиҙ генә таба алмай әле. Ҡатын-ҡыҙҙар уның сәскәһен биҙәнеү өсөн сәстәренә ҡаҙаған. Күп кенә илдәрҙә уны «шайтан алмаһы» тип тә йөрөткәндәр. Уны үҫтереү гонаһ тип һаналған.

Францияла аптекарь Пармантье «ер алмаһы»н үҫтереүгә күп көс һала. 1785 йылдың авгусында ул Людовик ХVI-ға картуфтың сәскә аткан һабағынан яһалған гөлләмәне һәм бер кәрзин өлгөргән уңышты бүләк итә. Картуфты шул ук көндө бешереп, королдең өҫтәленә ҡуялар. Шул мәлдән инде был ризыҡҡа ҡараш үҙгәрә. Ул табындарҙа ныҡлы урын ала. Рәсәйҙә картуф үҫтерә башлау Петр I исеме менән бәйле. Ул Голландияла сағында Рәсәйгә бер тоҡ картуф ебәрә. Әммә Петр I заманында картуф киң таралмай. 1765 йылда Екатерина II сит илдән картуф һатып алыу һәм Рәсәйҙә таратыу тураһында указ сығара. Рәсәйҙә картуф тиҙ генә таралмай, халыҡ картуфтың алмаһын ашап күпләп ағыулана.


Картуфты үҫтереү

Картуфты үҫтереү өсөн шытып сыҡҡан бүлбеләрен ер 18-20 градусҡаса йылынғас ултырталар. Шытҡыларҙан оҙон аҡ тамыр үҫеп сыға, аҡ тамырҙың осонда яңы бүлбеләр барлыҡҡа килә. Селекционерҙар картуфты үҫтереү өсөн картуф алмаһының емешен файҙалана.

Картуфтан әҙерләнгән ризыҡтар

Хәҙер халыҡ уны «икенсе икмәк» тип йөрөтә. Картуфтан 300-ҙән ашыу төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин.

Картуфтан әҙерләнгән ризыҡтар

Картуфтың ҡоротҡостары

Картуфтың иң ҡурҡыныс ҡоротҡостары булып колорадо ҡуңғыҙы һанала. Ул картуфтың йәшел япрағын һәм бәрәңгеһен ашай. Шулай уҡ киң таралған вирус ауырыуы — фитофтороз. Был ваҡытта картуфтың һабағы ҡарайып кибә.

Ҡыҙыҡлы фактар

  • Бельгияла картуф музейы бар. Уның экспонаттары — картуф тарихына бәйле почта маркалары, картиналар һ.б.
  • Ҡайһы бер тропик утрауҙарҙа картуф аҡса берәмеге урынына йөрөй.
  • Картуфҡа бағышланған шиғырҙар һәм балладалар бар.
  • Исланлияла картуфтан араҡы етештерәләр.
  • 2000 йылда Минск ҡалаһында картуфҡа һәйкәл ҡуялар.
  • Берләшкән Милләттәр ойошмаһы (БМО) 2008 йылды халыҡ-ара картуф йылы тип иғлан итте.