Бәрәңге: өлгөләр араһындағы айырма
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
4 юл: | 4 юл: | ||
| image descr = Үҫемлектең дөйөм күренеше |
| image descr = Үҫемлектең дөйөм күренеше |
||
| image title = ''Картуф'' |
| image title = ''Картуф'' |
||
| regnum = |
| regnum = Үҫемлектәр |
||
| divisio = [[Ябыҡ орлоҡлолар]] |
| divisio = [[Ябыҡ орлоҡлолар]] |
||
| classis = [[ике өлөшлөләр]] |
| classis = [[ике өлөшлөләр]] |
||
51 юл: | 51 юл: | ||
* [[2000]] йылда [[Минск(ҡала)|Минск]] ҡалаһында картуфҡа һәйкәл ҡуялар. |
* [[2000]] йылда [[Минск(ҡала)|Минск]] ҡалаһында картуфҡа һәйкәл ҡуялар. |
||
* [[Берләшкән Милләттәр ойошмаһы]] ([[БМО]]) [[2008]] йылды халыҡ-ара картуф йылы тип иғлан итте. |
* [[Берләшкән Милләттәр ойошмаһы]] ([[БМО]]) [[2008]] йылды халыҡ-ара картуф йылы тип иғлан итте. |
||
[[Категория:Алфавит буйынса үҫемлектәр]] |
[[Категория:Алфавит буйынса үҫемлектәр]] |
||
[[Категория:Үҫемлектәр]] |
[[Категория:Үҫемлектәр]] |
07:06, 4 февраль 2012 өлгөһө
Картуф, бәрәңге | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Solanum tuberosum L. | ||||||||||||||||
|
Картуф (шулай уҡ бәрәңге, лат. Solanum tuberosum) — күп йыллыҡ, тамырындағы бүлбеләренән (бәрәңгеләренән) үҫә тоған культуралы үҫемлек.
Үҫемлектең тарихы
Был үҫемлекте Көньяҡ Америка индеецтары бынан ун дурт мең йыл элек уҡ белгәндәр. 1565 йылда ул Испанияға килтерәләр. Һуңыраҡ инглиз моряктары уны Бөйөк Британияға алып ҡайталар. 1740 йыл тирәһендә «икенсе икмәгебеҙ» Германияла, Италияля, Бельгияла, Францияла күренә башлай. Шулай за яңы, ят культура үҙенә юлды тиҙ генә таба алмай әле. Ҡатын-ҡыҙҙар уның сәскәһен биҙәнеү өсөн сәстәренә ҡаҙаған. Күп кенә илдәрҙә уны «шайтан алмаһы» тип тә йөрөткәндәр. Уны үҫтереү гонаһ тип һаналған.
Францияла аптекарь Пармантье «ер алмаһы»н үҫтереүгә күп көс һала. 1785 йылдың авгусында ул Людовик ХVI-ға картуфтың сәскә аткан һабағынан яһалған гөлләмәне һәм бер кәрзин өлгөргән уңышты бүләк итә. Картуфты шул ук көндө бешереп, королдең өҫтәленә ҡуялар. Шул мәлдән инде был ризыҡҡа ҡараш үҙгәрә. Ул табындарҙа ныҡлы урын ала. Рәсәйҙә картуф үҫтерә башлау Петр I исеме менән бәйле. Ул Голландияла сағында Рәсәйгә бер тоҡ картуф ебәрә. Әммә Петр I заманында картуф киң таралмай. 1765 йылда Екатерина II сит илдән картуф һатып алыу һәм Рәсәйҙә таратыу тураһында указ сығара. Рәсәйҙә картуф тиҙ генә таралмай, халыҡ картуфтың алмаһын ашап күпләп ағыулана.
Картуфты үҫтереү
Картуфты үҫтереү өсөн шытып сыҡҡан бүлбеләрен ер 18-20 градусҡаса йылынғас ултырталар. Шытҡыларҙан оҙон аҡ тамыр үҫеп сыға, аҡ тамырҙың осонда яңы бүлбеләр барлыҡҡа килә. Селекционерҙар картуфты үҫтереү өсөн картуф алмаһының емешен файҙалана.
-
Картуф алмаһы (емеше)
Картуфтан әҙерләнгән ризыҡтар
Хәҙер халыҡ уны «икенсе икмәк» тип йөрөтә. Картуфтан 300-ҙән ашыу төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин.
Картуфтың ҡоротҡостары
Картуфтың иң ҡурҡыныс ҡоротҡостары булып колорадо ҡуңғыҙы һанала. Ул картуфтың йәшел япрағын һәм бәрәңгеһен ашай. Шулай уҡ киң таралған вирус ауырыуы — фитофтороз. Был ваҡытта картуфтың һабағы ҡарайып кибә.
Ҡыҙыҡлы фактар
- Бельгияла картуф музейы бар. Уның экспонаттары — картуф тарихына бәйле почта маркалары, картиналар һ.б.
- Ҡайһы бер тропик утрауҙарҙа картуф аҡса берәмеге урынына йөрөй.
- Картуфҡа бағышланған шиғырҙар һәм балладалар бар.
- Исланлияла картуфтан араҡы етештерәләр.
- 2000 йылда Минск ҡалаһында картуфҡа һәйкәл ҡуялар.
- Берләшкән Милләттәр ойошмаһы (БМО) 2008 йылды халыҡ-ара картуф йылы тип иғлан итте.