Николай Коперник: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.2+) (робот өҫтәне: vep:Nikolai Kopernik
FoxBot (фекер алышыу | өлөш)
ә r2.6.5) (робот үҙгәртте: jbo:.nikolaus.kopernikus
97 юл: 97 юл:
[[Категория:Астрономия]]
[[Категория:Астрономия]]
[[Категория:Ғалимдар һәм уйлап табыусылар]]
[[Категория:Ғалимдар һәм уйлап табыусылар]]

[[vep:Nikolai Kopernik]]


[[af:Nicolaas Copernicus]]
[[af:Nicolaas Copernicus]]
144 юл: 146 юл:
[[it:Niccolò Copernico]]
[[it:Niccolò Copernico]]
[[ja:ニコラウス・コペルニクス]]
[[ja:ニコラウス・コペルニクス]]
[[jbo:nikolaus.kopernikus]]
[[jbo:.nikolaus.kopernikus]]
[[jv:Nicolaus Copernicus]]
[[jv:Nicolaus Copernicus]]
[[ka:ნიკოლოზ კოპერნიკი]]
[[ka:ნიკოლოზ კოპერნიკი]]
207 юл: 209 юл:
[[uk:Миколай Коперник]]
[[uk:Миколай Коперник]]
[[ur:نکولس کوپرنیکس]]
[[ur:نکولس کوپرنیکس]]
[[vep:Nikolai Kopernik]]
[[vi:Nicolaus Copernicus]]
[[vi:Nicolaus Copernicus]]
[[vo:Nicolaus Copernicus]]
[[vo:Nicolaus Copernicus]]

08:42, 5 февраль 2012 өлгөһө

Никола́й Копе́рник (нем. Nikolas Koppernigk, пол. Mikołaj Kopernik, лат. Nicolaus Copernicus; 1473 йылдың 19 феврале, Торунь1543 йылдың 24 майы, Фромборк) — Польша астрономы, математигы, экономисы, канонигы. Ғаләмдең гелиоцентрик системаһының авторы һәм фәнни-техник революцияға нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле.

Биографияһы

Бала сағы

Польшаның төнъяғындағы Торун ҡалаһында тыуа, бала саҡта ата-әсәһеҙ ҡала. Коперниктың милләтен билдәләү тураһында бәхәстәрөмөтһөҙ булып ҡала.[1]. Уның әсәһе - немка[2] (Barbara Watzenrode[3]), атаһының милләте билдәле түгел. Коперник немец, йәки яртылаш немец булғанмы, ул үҙен (терреториаль һәм политик сығышы буйынса) поляк тип иҫәпләй. Атаһы бик иртә үлгәс, ул әсәһенең немец ғаиләһендә тәрбиәләнә, шуға латинса һәм немецсә яҙа, полякса уҙ ҡулдары менән яҙған бер генә документа табылмай. Коперник ғаиләһендә Николайҙан башҡа тағы өс бала була: Андрей, Барбара һәм Катерина.

Коперник 1491 йылда Краков университетына уҡырға килә. Математика, медицина, дини фәндәрҙән башҡа астрономия үҙенә йәлеп итә. 1494 йылда университеты бөтөп ғимли дәрәжә ала алмай. Ғаиләлә дини вазифала үҫәсәк тигән һығымтаға киләләр. Уның ағаһы епископ дәрәжәһендә булыуы быға төплө дәлил була.

Уҡыуын дауам итеү өсөн Коперник Италиялаға Болон университетына (1497) уҡырға килә. Бында дини фәндәр, хоҡуҡ, боронғо телдәрҙән башҡа астрономия менән шөғөлләнергә мөмкинлек асыла.

1500 йылда Коперник диплом һәм ғилми дәрәжә алмайынса университеты ташлап Римгә күсеп килә. Һуңынан Падуа университетында медицина буйынса уҡыуын дауам итә.

Һәм ниһәйәт, 1503 йылда уҡыуын тамамлай, Феррарала имтихан тапшырып ҡулына диплом һәм дини хоҡуҡ докторы исемен ала. Артабанғы өс йылда Падуала медицина менән шөғөлләнә.

1506 йылда ағаһының сирләүе тураһында хәбәр ала һәм Италиянан тыуған иленә ҡайта. Артабанғы 6 йылда Гейльсберг һарайында епископ булып хеҙмәт итә, астромомик күҙәтеүҙәр алып бара һәм Краковта үкыта.

Үҫеше

1512 йыдда уның епископ ағаһы вафат була. Коперник Висла ҡултығындағы Фромборг ҡалаһына күсеп килә һәм дини вазифала эшмәкәрлеген башлай. Фәнни эшмәкәрлеген ташламай, ҡаланың төньяҡ-көнбайышындағы башня уның обсерватирияһына әйләнә.

1500 йылда уҡ ул донъяның астрономик күренешен күҙ алдына асыҡ килтерә [4]. Ул ғаләмдең төҙөлөшө тураһында китап яҙа башлай. Үҙенең уй-фекерҙәре менән иптәштәре менән уртаҡлаша, улар араһында фекерҙәштәр ҙә табыла.

Ошо йылдарҙа (15031512) Коперник иптәштәре араһында «Күк есемдәренең хәрәкәтенә арналған гипотезаға ҡыҫҡаса аңлатма»һын тарата. Ә уның уҡыусыһы Ретик 1539 йылда гелиоцентризм тураһында тәғлимәтте баҫтырып сғара. Яңы тәғлимәт тураһында 1520 йылда уҡ киң билдәле була. Был хеҙмәт өҫтөндә Коперник 40 йылға яҡын эшләй, һэр ваҡыт төҙәтмәләр индерә, яңы таблицалар әҙерләй.

Коперник ҡулъяҙмаһында күк көмбәҙе
Ҡыҫҡа аңлатманың («De revolutionibus orbium coelestium») тәүге бите

Атаҡлы астроном тураһында хәбәр Европала тиҙ тарала. Папа Лев X Коперникты календарь реформаһын әҙерләүҙә ҡатнашырға саҡыра, ләкин ул баш тарта. Ул ваҡытта католик сиркәү Реформация менән көрәштә мәшғул була, баштараҡ яңы астрономияға бик ихтибар бирмәй. Әммә протестант башлыҡтары (Мартин Лютер, Меланхон) яңы астрономияға ҡаршы сыға. Папа Климент VII киң күңеллелек менән гелиоцентризм тураһында лекция тыңлай. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер епископтар гелиоцентризм аллаға ҡаршы хәүефле ересь тигән ғәйрәтле тәнҡит менән сығыш яһый.

Копериканлыҡты дөйөм тыйыу XVII быуатта башлана.

Ул ваҡытта Коперник көсөн ғәмәли эшкә бағышлай: уның проекты буйынса Польшала яңы аҡса системаһы булдырыла, Фромборгта һыу менән тәьмин итеүсе башня эшләнә. Табиб булараҡ чума эпидемияһы менән көрәштә мәшғул була.

=Үлеме

1531 йылда 60 йәшлек Коперник бөтә эштәрен ташлай. Бөтә көсөн китапты тамамлауға йүнәлтә. Шул уҡ ваҡытта медицина менән шөғөлләнә. Тоғро уҡыусыһы Ретик китапты тиҙ арала нәшер итеүҙе хәстәрләй, әммә эштәр бик әкрен бара.

1542 йылда һаулығы ныҡ ҡаҡшай, уң яҡ кәүҙәһен паралич ала. Коперник 1542 йылдың 24 майында 70 йәшендә инсульттан вафат була. Ҡайһы бер биографияһын өйрәнеүселәр үҙенең әҫәре менән танышҡан тип әйтә, ҡайһы берәүҙәр ул ваҡытта иҫһеҙ кома хәлендә ятҡан тип әйтә.

Ҡәбере

Коперниктың ҡәбере оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ була. 2008 йылда үткәрелгән ДНК анализы табылған мәйет Коперниктыҡы булыуын раҫлай[5][6][7].

Фәнни эшмәкәрлеге

Ғаләмдең Птоломей системаһы тураһында уйланып, уның ҡатмарлы һәм яһамла булыуана таң ҡала. Йыһандың уртаһында Ер түгел хәрәкәтһеҙ Ҡояш тора тигән йомғаҡ яһай. Ошо ҡағиҙә нигеҙендә, Ерҙән күҙәтеүсегә, планеталарҙың буталсыҡ хәрәкәт итеүен аңлатып бирә.

Астронимияла башҡа асыштары

Коперник беренсе булып бөтә донъя тартылыу көсө булыуы тураһында фекерен әйтә. Ныҡлы ышаныс менән, Айҙыҡы кеүек, Венераның, Марстың фазалары булыуын әйтә. Галилео Галилей телескоп уйлап тапҡас, был фараз дөрөҫләнә.

Иҡдисат

Тотороҡло аҡсаларҙы (мәҫәлән, алтынды) кешеләр һаҡлыҡҡа йыя бара, шуға әйләнештән сыға баралар. Уларҙы тотороҡһоҙ аҡсалар (мәҫәлән, баҡырҙан) алыштыралар. Был күренеш Коперник — Грешем законы исеме менән билдәле.

Әҫәрҙәре

Иҫкәртмәләр

  1. Ҡарағыҙ http://www.rkw.3w.pl/obida.htm
  2. Польша тарихсыһы К. Рудницкий хәбәр итә Коперникатың әсәһе немец булған («his mother a German woman»).
  3. Был документарҙа фамилия Watzenrode һәм Watzelrode тип яҙылған.
  4. Энгельгардт М. А. Николай Коперник.
  5. http://vz.ru/news/2008/11/20/231120.html
  6. MEMBRANA: Николай Коперниктың ҡәбере табылған.
  7. Коперник зәңгәр күҙле булған.

Әҙәбиәт

Әҫәрҙәр

Уның тураһында

  • Амбарцумян В. А. Коперник и современная астрономия. Доклад на Юбилейном заседании Общего собрания Академии наук СССР, посвященном 500-летию со дня рождения Н.Коперника, 6 марта 1973 г. «Вестник Академии наук СССР», № 5, 1973, стр. 46—56.
  • Ахутин А. В. Новация Коперника и коперниканская революция. В кн.: Ахутин А. В. Тяжба о бытии. М.: РФО, 1997, с. 181—243.
  • Белый Ю. А. Коперник, коперниканизм и развитие естествознания, ИАИ, Вып. XII, Стр. 15. Читать
  • Веселовский И. Н., Белый Ю. А. Коперник, 1473—1543. М.: Наука, 1974.
  • Герасименко М. П. Николай Коперник — выдающийся экономист эпохи раннего капитализма. Киев: Изд-во АН УССР, 1953.
  • Гребеников Е. А. Николай Коперник. М.: Наука, 1982.
  • Идельсон Н. И. Этюды по истории небесной механики. М.: Наука, 1975.
  • Левин А. Человек, который сдвинул Землю // Популярная механика. — 2009. — № 6.
  • Николай Коперник (1473—1543). К четырёхсотлетию со дня смерти. М.-Л.: Изд. АН СССР, 1947.
  • Энгельгардт М. А. Николай Коперник. В книге: Коперник. Галилей. Кеплер. Лаплас и Эйлер. Кетле. Биографические повествования (библиотека Ф. Павленкова, том 21). Челябинск, «Урал», 1997.

Торунда һәйкәлгә «Ҡояшты туҡтатып — Ерҙе әйләндереүсегә» тигән һүҙҙәр яҙылған.

Фотогалерея