Краков: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Вики-Һаҡлағыстың CommonsDelinker ҡатнашыусыһы "Flag_of_Krakow.svg" рәсеме урынына Flag_of_Kraków.svg рәсеме күсерҙе. Ҡатнашыусы яҙған сәбәп: File renamed: [[:c:COM:FR#FR6|Criteri
6 юл: 6 юл:
|страна = Польша
|страна = Польша
|герб = POL Kraków COA.svg
|герб = POL Kraków COA.svg
|флаг = Flag of Krakow.svg{{!}}border
|флаг = Flag of Kraków.svg{{!}}border
|ширина герба =
|ширина герба =
|ширина флага =
|ширина флага =

20:00, 9 ноябрь 2021 өлгөһө

Ҡала
Краков
пол. Kraków
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Польша

Воеводство

Малополь

Координаталар

50°04′ с. ш. 19°57′ в. д.HGЯO

Мэр

Яцек Майхровский

Беренсе мәртәбә телгә алынған

965 год

Элекке исеме

Krakau

Ҡала с

1257

Майҙаны

326,8 км²

Бейеклеге

219 м

Рәсми теле

поляк

Халҡы

759 131 кеше (2012)

Тығыҙлығы

2325,6 кеше/км²

Агломерация

1,2 млн

Конфессиональ составы

католиктар (90 %-тан күберәк)

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+48 12

Почта индексы

30-024 до 31-962

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

KR

Рәсми сайт

krakow.pl
 (пол.) (инг.) (нем.) (фр.) (рус.)

Награды
Краков (Польша)
Краков
Краков

Кра́ков (пол. Kraków ), тулы рәсми атамаһы — Краков короллек баш ҡалаһы (пол. Stołeczne Królewskie Miasto Kraków, лат. Cracovia, нем. Krakau) — Висланың һул яр буйында урынлашҡан Польша ҡалаһы.

Халҡы — 760 мең кеше (2004), ҡала-тирәһе менән — 1,2 млн. Халыҡ һаны буйынса Польшала Варшаванан һуң икенсе урында. Малополь воеводствоһының административ үҙәге.

XIV—XVII быуаттарҙа — Польшаның баш ҡалаһы, XVIII быуатҡа ҡәҙәр — поляк королдәрен тәхеткә ултырытыу урыны. Тарихи иҫтәлекле урындарға бай, ҡаланың үҙәге ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттарының исемлегенә индерелгән. Польшаның иң ҙур фәнни, мәҙәни һәм иҡтисади үҙәктәренең береһе.

2000 йылда «Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» була.

Тарих

Краковтың тарихи үҙәге
Ягеллон университеты
Изге Йозеф сиркәүе
Ягайло һәм Ядвигаға һәйкәл

Риүәйәттәргә ярашлы Краковҡа славян ҡәбиләһе берҙәм булған осорҙа нигеҙ һалына. 1000 йылда король Болеслав I Ҡаһарман Краковта епископ кафедраһын нигеҙләй. XIV быуаттан Краков әкренләп күтәрелә башлай. 1311 йылда ҡалаға килеп ултырған немецтар король Владислав Тәпәшәк (Локоток)ҡа ҡаршы фетнә күтәрә, фетнәселәрҙе тынысландырғандан һуң Польша короле (Гнезно урынына) Краковта үҙенең резиденцияһын ойоштора һәм 1319 йылда бында тәхеткә ултыра. Король Казимир III Бөйөк ҡаланы яңы ҡоролмалар менән биҙәй һәм һөнәрселек һәм сауҙа үҫешенә булышлыҡ итә. 1386 йылдың 14 февралендә Краковта Бөйөк Литва кенәзе Ягайло суҡындырыла һәм уның менән Польша королеваһы Ядвиганың никахлаша. Ягеллондар осоронда Краковтың әһәмиәте тағы ла арта; ҡала байый, халыҡ һаны 100 меңгә барып етә. 1610 йылан королдәрҙең резиденцияһы Варшаваға күсерелә, әммә поляк королдәре Краковта тәхеткә ултырыу традицияһын дауам итә. Дошмандарҙың йыш һөжүvдәре Краковтың именлегенә һәм иҡтисадына ҙур зыян килтерә; 1787 йылда ҡалала 9,5 мең кеше йәшәгән.

1795 йылғы Речь Посполитаяны 3-сөгә бүлеүҙән һуң Краков Австрия империяһына ҡушыла; ә Наполеон һуғыштары осоронда, 1809—1815 йылдарҙа — Варшава герцоглығы ҡарамағында була.

1815 йылғы Вена трактатына ярашлы Краков ирекле ҡала тип таныла. Краков ирекле ҡалаһы бойондороҡһоҙ нейтраль республикаһының территорияһы 1220 км², халҡы — 140 мең кеше тәшкил итә. Краков иреккә ынтылыусы поляктар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була, йыш ҡына ихтилалдарҙың үҙәге булып тора. 1846 йылдың 6 ноябрендә Пруссия, Рәсәй Һәм Австрия империялары хөкүмәттәренең килеүшеүҙәренә ярашлы Краков йәнә Австрия составына индерелә. XIX быуат аҙағында ҡалала 74 593 кеше (1890) йәшәй. 1918 йылда ҡала Австро-Венгрия составынан сығарылып, Польша Республикаһы составына керетелә. Илдәге сәйәси һәм иҡтисади көрсөк арҡаһында 1923 йылда Краковта ихтилал тоҡана.

1939—1945 йылдарҙа Германия тарафынан окуппациялана һәм Польша генерал-губернаһының баш ҡалаһы була. 1945 йылдың 19 ғинуарында Краков совет ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә[1].

Социалистик Польшала Краковтың сәнәғәт әһәмиәте көсәйә, бер нисә заводтар төҙөлә, ХХ быуаттың икенсе яртыһында ҡала халҡының һаны 4 тапҡырға арта.

XIXбыуат: ирекле ҡала, Австрия ҡулы аҫтында

Польшаны өсөнсө тапҡыр бүлгәндән һуң (1795) Краков Австрия ҡулында ҡала; 1809 −1815 йылдарҙа ул Варшава герцоглығында була (Наполеон булдырған дәүләт).

1815 йылғы Вена трактаты буйынса Краков ирекле ҡалаға әйләнә ( бойондороҡһоҙ, нейтраль республика Ирекле Краков дәүләте; биләмәһе бңмайҙаны- 1220 км², 140мең кеше). Был ҡала өсөн бик файҙалы була: Краков электән ҡалған ауыр мираҫтан ҡотола башлай. Закондар сығарыу власы халыҡ йыйылышы ҡулында, башҡарма власть—сенат ҡулында була. Бойондороҡһоҙ Краковҡа Польшаның сит илдәр ҡулы аҫтында ҡалған өлөштренән поляктар килә башлай. 1830—1831 йылдарҙа Краков ихтилалға ҡушыла һәм унда ваҡытлыса рус ғәскәрҙәре инә. 1833 йылғы реформаларға ҡарамаҫтан, Краковҡа тағы ике тапҡыр сит ил ғәскәре инә. 1846 йылда Польшаның бөтә өлкәләрендә лә баш күтәреү планлаштырылһа ла, Краков Галициялағы операция өсөн тәғәйенләнә. Был уй барып сыҡмай, ләкин Пруссия, Рәсәй һәм Австрия Краковтың бойондороҡһоҙлоғо күп мәшәҡәт тыуҙырғанға күрә, протесты Англия менән Францияның ҡаршы сығыуына ҡарамаҫтан, 1846 йылдың 6 ноябрь Вена килешеүе буйынса, ҡала Австрия биләмәһенә индерелә.

1850 йылда янғын сығып, ҡала бик ныҡ зыян күрә, 160 бина юҡҡа сыға (10 % яҡын).

XIX быуат аҙағында Краковта 74 593 кеше (1890), уның өстән бер өлөшө тиерлек йәһүдтәр була. Ҡалала икмәк, ағас, тоҙ менән сауҙа уңышлы бара, айырыуса йомортҡа һәм май менән сауҙа; ҡалала машиналар, буҫтау эшләп сығарыла, тире эшкәртелә. Ҡала ҡәлғә булараҡ хәрби әһәмиәткә лә эйә була.

XX—XXI быуаттар

1918 йылда Польша бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәс, Краков яңы дәүләттең иң әһәмиәтле ҡалаларының береһенә әйләнә. 1923 йылда ҡалала сәйәси һәм иҡтисади көрсөккә бәйле ихтилал башлана.

1939—1945 йылдарҙа нацистик Германия тарафынан баҫып алына . Генерал-губернаторлыҡ баш ҡалаһы була (Польша биләмәһендәге колониаль власть, бында "Krakauer Zeitung" гәзите сыға). Нацистар 128 Краков ғалимын администрация менән осрашыуға саҡыра һәм уларҙы концлагергә ебәрә. Ҡалала Краков геттоһы булдырыла, унда ҡалала, башлыса Казимеж районында йәшәгән йәһүдтәр бикләнә. Йәһүдтәрҙе ҡалалағы Плашов концлагерендә һәм Краковтан 70 км алыҫлыҡтағы Освенцим концлагерендә юҡ итәләр.

1945 йылдың 18 ғинуарында ҡалаға 1-се Украина фронты инә. Краков һуғыш ваҡытында бөтөнләй зыян күрмәй тиергә була (Висла аша бер нисә күпер генә шартлатыла)[2]. Польша Халыҡ Республикаһы осоронда Совет армияһы[3] һәм поляктарҙың Армия крайова ғәскәренең тырышлығы менән немецтар ҡасҡан саҡта Краковты шартлатырға тигән бойороҡто үтәп өлгөрмәй тигән мәғлүмәт бар. Был тарихты «Майор „Вихрь“» (СССР, 1967) һәм «Сохранить город» (пол. Ocalić miasto, Польша-СССР, 1976) фильмдарында күрһәтәләр, ләкин социалистик лагерь тарҡалғас, Польшала был ваҡиғала шикләнеүселәр табыла[4]. 1945 йылдың 11 авгусында Краковта поляктарҙың йәһүдтәргә ҡаршы сығышы була[5]. Был ваҡиға һәм антисемиттар ойошторған кампания (айырыуса 1968 йылғы сәйәси көрсөк ваҡытындағы), Холокост ваҡытында иҫән ҡалған бик күп йәһүдтәрҙе Польшаны ташлап китергә мәжбүр итә.

Социалистик Польшала Краковта сәнәғәт үҫешә , бер нисә завод төҙөлә, XX быуаттың икенсе яртыһында ҡала халҡы дүрт тапҡырға арта. Һуғыштан һуң «интеллигентлыҡты әҙәйтеү өсөн» Краков ситендә Нова-Хута металлургия комбинаты төҙөлө, шул уҡ исемдәге ҡала барлыҡҡа килә (һуңыраҡ Краков составына инә).

1989 йылда социалистик ҡоролош бөтөрөлөү менән коммунизмға бәйле атамаларҙы үҙгәртеү башлана. 1991 һәм 1993 йылдарҙа ҡалала Вышеград төркөмө саммиттары үтә.

Польша Сенатының 2006 йылдың 3 авгусында ҡабул иткән ҡарары буйынса 2007 йыл Краков йылы тип иғлан ителә.

2014 йылдың 25 майында үткән референдумда ҡала халҡы метрополитен төҙөү (55,11 % ыңғай), видеокүҙәтеү системаһы булдырыу (69,73 % ыңғай), яңы велосипед юлдары (85,2 % ыңғай) һәм Краковта 2022 йылда Ҡышҡы Олимпия уйындары үткәреүгә заявка биреү буйынса (69,72 %) тауыш бирә[6].

2016 йылдың июлендә Краковта Рим папаһы Франциск ҡатнашлығында Бөтә донъя католик йәштәре көнө үтә.

2017 июлендә ҡалала ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы комитетының 41-се сессияһы үтә[7].

Административ бүленеше

1991 йылдың 27 мартында Краков 18 үҙаллы идара ителеүсе районға бүленә, улар Рим һандары менән билдәләнә. 2002 йылда ҡала властары һандарҙан һуң бығаса рәсми ҡулланылмаған исемдәрен рәсми өҫтәү тураһында ҡарар ҡабул итә Һуңғы тапҡыр ҡала райондары 2014 йылдың 12 мартында үҙгәртелә[8].

Краков райондары:
Административно-территориальное Кракова

I район (Старе-Място) (пол. Dzielnica I Stare Miasto)
II район (Гжегужки) (пол. Dzielnica II Grzegórzki)
III район (Прондник-Червоны) (пол. Dzielnica III Prądnik Czerwony)
IV район (Прондник-Бялы) (пол. Dzielnica IV Prądnik Biały)
V район (Кроводжа) (пол. Dzielnica V Krowodrza)
VI район (Броновице) (пол. Dzielnica VI Bronowice)
VII район (Звежинец) (пол. Dzielnica VII Zwierzyniec)
VIII район (Дембники) (пол. Dzielnica VIII Dębniki)
IX район (Лагевники — Борек-Фаленцкий) (пол. Dzielnica IX Łagiewniki-Borek Fałęcki)
X район (Свошовице) (пол. Dzielnica X Swoszowice)
XI район (Подгуже-Духацке) (пол. Dzielnica XI Podgórze Duchackie)
XII район (Бежанув — Прокоцим) (пол. Dzielnica XII Bieżanów-Prokocim)
XIII район (Подгуже) (пол. Dzielnica XIII Podgórze)
XIV район (Чижины) (пол. Dzielnica XIV Czyżyny)
XV район (Мистшеёвице) (пол. Dzielnica XV Mistrzejowice)
XVI район (Беньчице) (пол. Dzielnica XVI Bieńczyce)
XVII район (Взгужа-Кшеславицке) (пол. Dzielnica XVII Wzgórza Krzesławickie)
XVIII район (Нова-Хута) (пол. Dzielnica XVIII Nowa Huta)

Бынан тыш ҡаланың тарихи 1951—1975 йылдарҙағы 6 административ районға бүленеше лә һаҡлана: Старе Място (Старый Город, пол. Stare Miasto), Звежинец (пол. Zwierzyniec), Гжегужки (пол. Grzegórzki), Подгуже (пол. Podgórze), Нова-Хута (пол. Nowa Huta), тағы ла 1975 йылдан һуң 4 район өҫтәлә: Срудмесьце (пол. Śródmieście), Подгуже, Кроводжа (пол. Krowodrza), Нова-Хута.

Краков райондары элек был урында булған биҫтә, тораҡтар атамаларынан алынған. Улар бер нисә быуат эсендә әкренләп ҡала сиктәренә инә барған.

2017 йылда Краковта 2712 урам булған (38 аллея һәм 8 бульвар) һәм 47 майҙан (уларҙың 6-һында «баҙар» һүҙе бар, пол. rynek)[9].

Климат

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 15,0 19,4 23,0 30,0 32,6 33,7 35,5 35,4 30,2 27,1 20,5 19,3 35,5
Уртаса максимум, °C 1,0 2,5 7,5 14,0 19,4 21,9 24,2 23,7 18,4 13,6 6,5 1,8 12,9
Уртаса температура, °C −2 −0,6 3,3 8,8 14,4 17,0 19,2 18,4 13,8 9,1 3,4 −0,7 8,7
Уртаса минимум, °C −4,9 −4 −0,6 3,9 8,8 11,9 13,7 13,2 9,3 4,8 0,3 −3,6 4,4
Абсолют минимум, °C −29,6 −27 −17 −7 −4 −3,8 3,0 4,0 −2 −7,4 −17 −24,8 −29,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 39 33 39 47 82 90 85 74 61 41 41 38 670
Сығанаҡ: «Погода и климат»

Туризм

Вавель замогы ихатаһы
Чарторыйскийҙар музейында Леонардо да Винчиның «Аҫ менән ханым» картинаһы

2010 йылда ҡалаға 8,1 миллион, шул иҫәптән сит илдән 2 миллион турист килгән[10]

Туристик иҫтәлекле урындары

Краков эске ҡаланан һәм 7 биҫтәнән тора. Краковта XV быуат ҡәлғәһенең ҡалдыҡтары һаҡланған; 39 костёлдар, күп часовнялар, 25 монастырь, 7 синагога бар. Улар араһында Изге Станислав һәм Вацлав соборы (XIV б.); поляк королдәре, епископтары һәм ҡаһармандары төрбәһе (Вавель); Изге Мария костёлы (XIII б.); Изге Анна костёлы; поляк королдәре замогы (XIII б.); архиепископ һарайы киң билдәле.

Ягеллон университеты бинаһында шулай уҡ фәндәр академияһы ла урынлашҡан. Университет китапханаһында яҡынса 300000 том һәм 5000 ҡулъяҙмалар һаҡлана.

1978 йылда Краковтың тарихи үҙәге ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттарының исемлегенә индерелә.

Музейҙар

  • Археологик музейы («Muzeum Archeologiczne»)
  • Архидиоцезаль музейы
  • Вавелдә король замогы («Zamek Królewski na Wawelu»)
  • Епископ Эразм Цёлек һарайы («Pałac biskupa Erazma Ciołka»)
  • Станислав Выспянский йорто («Muzeum Stanisława Wyspiańskiego.»)
  • Ян Матейка йорто («Dom Jana Matejki»)
  • «Галиция» йәһүд музейы («Żydowskie Muzeum Galicja»)
  • Тарихи музей («Muzeum Historyczne»)
  • «Manggha» япон мәҙәниәте һәм техникаһы үҙәге («Centrum Sztuki i Techniki Japońskiej „Manggha“»)
  • Витраж музейы
  • Фотография тарихы музейы («Muzeum Historii Fotografii»)
  • Оскар Шиндлер музейы[11].
  • Польша авиацияһы музейы] («Muzeum Lotnictwa Polskiego»)
  • Хәҙерге сәнғәт музейы
  • Страховкалау музейы
  • Чарторыйскийҙар музейы («Muzeum Czartoryskich i Arsenał Muzeum Czartoryskich»)
  • Ягеллон университеты музейы («Muzeum Uniwersytetu Jagiellońskiego Collegium Maius»)
  • Краковтағы Милли музей («Muzeum Narodowe w Krakowie»)
  • Буҫтау теҙмәләре («Sukiennice»)
  • Этнография музейы («Muzeum Etnograficzne»)

Транспорт

  • Краков-Балице аэропорты
  • Висла буйындағы йылға порты

Башҡа ҡалалар менән хеҙмәттәшлек

Краков түбәндәге ҡалалар менән төрлө дәрәжәләге хеҙмәттәшлек урынлаштырылған[12]:

Туғандаш ҡалалар

Почётлы туғандаш ҡалалар

Партнер-ҡалалар

Рәсми килешеүһеҙ хеҙмәттәшлек

Иҫкәрмәләр

  1. СОБИРАТЕЛЬНЫЙ ВИХРЬ Русский курьер 2008 йыл 5 сентябрь архивланған.
  2. Forty CK Twierdzy Kraków // FORTYCK.PL (пол.)
  3. Сергей Гурченко. Собирательный Вихрь. // Русский курьер. Дата обращения: 15 май 2008. Архивировано из оригинала 5 сентябрь 2008 года. 2008 йыл 5 сентябрь архивланған.
  4. Mit ocalonego Krakowa legł w gruzach 2016 йыл 25 август архивланған. (пол.)
  5. Моисей Дорман. И было утро, и был вечер.
  6. REFERENDUM LOKALNE NIEDZIELA 25 MAJA 2014 R. (пол.). // Biuletyn Informacji Publicznej Miasta Krakowa. Дата обращения: 13 декабрь 2017.
  7. 41st session of the Committee (ингл.). // UNESCO. Дата обращения: 14 декабрь 2017.
  8. UCHWAŁA NR XCIX/1500/14 (пол.). Biuletyn Informacji Publicznej Miasta Krakowa. Дата обращения: 13 декабрь 2017.
  9. Rejestr TERYT (пол.).
  10. Краков принял рекордное число туристов / Польша : Туристический бизнес / Travel.Ru
  11. Фабрика Шиндлера - самый посещаемый музей Кракова  (рус.), Казахстанский агрегатор новостей (18 августа 2010). 13 февраль 2011 тикшерелгән. 2012 йыл 7 ноябрь архивланған.
  12. Współpraca międzynarodowa z miastami zagranicznymi (пол.). Biuletyn Informacji Publicznej - BIP MK. Архивировано 17 август 2012 года.

Әҙәбиәт

  • «Kodex dyplomatyczny miasta Krakowa 1257—1506» (1879-82);
  • Szujski, «Kraków aż do początków XV w.»;
  • Kalinka, «Galicya i Krakow pod panowaniem austryjackiem»;
  • Крыжановский, «Славянский Краков» («Древности», 1875, т. VI, в. I).
  • Много документов, выясняющих историю Кракова, в издании «Monumenta medii aevi» (выходили в Кракове при Академии Наук).

Һылтанмалар