Миңлеғәлиев Шаһийән Миңлеғәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
38 юл: 38 юл:
* {{мәҡәлә |автор= |заглавие=На родине краеведа Шагияна Минигалиева в его память открыли мемориальную доску |ссылка=https://www.bashinform.ru/news/culture/2021-11-12/na-rodine-kraeveda-shagiyana-minigalieva-v-ego-pamyat-otkryli-memorialnuyu-dosku-2581652 |язык= |издание=ИА «Башинформ»|тип= |год= 2021|том= |номер= |страницы= |doi= |issn=}}

* {{мәҡәлә |автор= |заглавие=Солтанбәктәр үҙҙәренең асылына тоғро |ссылка=https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2021-11-12/soltanb-kt-r-rene-asylyna-to-ro-2580832 |язык= |издание=«Башҡортостан» гәзите|тип= |год= 2021|том= |номер= |страницы= |doi= |issn=}}

* {{мәҡәлә |автор= |заглавие=Миңлеғәлиевтар көслө, төплө нәҫел|ссылка=https://yantiyak.ru/news/oroltay-ulyshy/2021-11-12/mi-le-lievtar-k-sl-t-pl-n-el-2581192 |язык= |издание=«Йәнтөйәк» гәзите|тип= |год= 2021|том= |номер= |страницы= |doi= |issn=}}
* {{мәҡәлә |автор= |заглавие=Миңлеғәлиевтар — көслө, төплө нәҫел|ссылка=https://yantiyak.ru/news/oroltay-ulyshy/2021-11-12/mi-le-lievtar-k-sl-t-pl-n-el-2581192 |язык= |издание=«Йәнтөйәк» гәзите|тип= |год= 2021|том= |номер= |страницы= |doi= |issn=}}
* {{мәҡәлә |автор= |заглавие=Солтанбәктәр асылына тоғро|ссылка=https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-11-12/soltanb-kt-r-asylyna-to-ro-2581631 |язык= |издание=«Йәшлек» гәзите|тип= |год= 2021|том= |номер= |страницы= |doi= |issn=}}

[[Категория:Иркутск юғары хәрби авиация инженерҙары училищеһын тамамлаусылар]]
[[Категория:Иркутск юғары хәрби авиация инженерҙары училищеһын тамамлаусылар]]

17:21, 14 ноябрь 2021 өлгөһө

Викидатала элемент тултырылмаған

Миңлеғәлиев Шаһийән Миңлеғәли улы (рус. Минигалиев Шагиян Минигалеевич; 5 ноябрь 1931 йыл — 2 август 1998 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡорттарҙың балыҡсы ырыуы шәжәрәһен төҙөүсе.

Биографияһы

«Миңә, Асҡын районы башҡортона, халҡымдың күҙ алдында юҡҡа сығыуын күреүе бик ауыр. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарҙың, исмаһам, ҡалған өлөшөн булһа ла һаҡлап ҡалыу өсөн хөкүмәтебеҙ ашығыс саралар күрһә ине»[1]

Шаһийән Миңлеғәли улы Миңлеғәлиев

Шаһийән Миңлеғәли улы Миңлеғәлиев 1931 йылдың 5 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Асҡын районы Солтанбәк ауылында Тутыя һәм Миңлеғәли Ғәбдрәшитовтар ғаиләһендә тыуған. Унан башҡа ғаиләлә Маҙһар (1923 йылда тыуған), Әҡсән (1927), Фәниә (1936), Мәснәүи (1942) исемле балалар үҫә.

1953 йылда Иркутск авиация-техник училищеһына уҡырға инә һәм уны 1956 йылда тамамлай.

Һуңынан Украина ССР-ы Чернигов өлкәһе Прилуки ҡалаһында ТУ-22 бомбардировщиктарын хеҙмәтләндерә.

Артабан Калуга өлкәһе Козельск ҡалаһына хәрби-төҙөлөш часына күсерелә. Бында баллистик ракеталарҙы эшләтеп ебәреү комплексын төҙөүҙә ҡатнаша.

1978 йылда отставкаға китә. Калуга ҡалаһында йәшәй һәм трикотаж фабрикаһында тәьмин итеү өлкәһендә эшләй. 1988 йылда Өфө ҡалаһына ҡайта. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалында именлек хеҙмәтендә эшләй. Башҡорттарҙың тарихы менән ҡыҙыҡһынып, тыуған яҡты өйрәнеү менән шөғөлләнә. Башҡорт ауылдары тарихын өйрәнә, архив материалдарына нигеҙләнеп балыҡсы ырыуының шәжәрәһен төҙөй. Мәҡәләләре республика һәм район ваҡытлы баҫмаларында, «Теле барҙың — иле бар» (Өфө, «Китап», 1995) һәм Һөйәнтүҙ фажиғәһенең 260 йыллығына арналған брошюраларында донъя күрә.

1998 йылдың 2 авгусында вафат булған.

Ғаиләһе

Ҡатыны — Ғәлиә Ахунйән ҡыҙы Ахунова (1976 йылда вафат булған), сығышы менән Урмияҙ ауылынан, мәктәп уҡытыусыһы. Улы — Олег (1958 йылғы), хәрби төҙөүсе, отставкалағы подполковник.

Хәтер

2021 йылдың 12 ноябрендә Солтанбәк ауылында уға иҫтәлекле таҡтаташ асылды.

Иҫкәрмәләр

  1. «Йәшлек» гәзите, 1992 йылдың 24 декабре.

Һылтанмалар