Һарыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: tr:Evcil koyun
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: bn:ভেড়া
53 юл: 53 юл:
[[bg:Домашна овца]]
[[bg:Домашна овца]]
[[bm:Saga]]
[[bm:Saga]]
[[bn:ভেড়া]]
[[bo:ལུག]]
[[bo:ལུག]]
[[br:Dañvad]]
[[br:Dañvad]]

08:11, 8 февраль 2012 өлгөһө

Йорт һарығы
Һарыҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Инфракласс: Плаценталылар
Отряд: Айры тояҡлылар
Подотряд: Көйшәүселәр
Ғаилә: Ҡыуыш мөгөҙлөләр
Суб-ғаилә: Кәзәләр
Ырыу: Тәкәләр
Төр: Һарыҡ
Латинса исеме
Ovis aries
(Linnaeus, 1758)
ITIS 552475
NCBI 9940

Һарыҡ (лат. Ovis aries) -- ҡыуыш мөгөҙлөләр ғаиләһе, ҡуш тояҡлылар төрөндәге һөт имеҙеүсе хайуан. Был хайуан, ҡуйы йөнө һәм ашарға яраҡлы ите булған өсөн, бик боронғо замандан уҡ йортҡа эйәлештерелгән. Хәҙерге заманда йөнө алынған һарыҡ тиреһе (руно) башҡа йәнлек тиреһенә ҡарағанда йышыраҡ ҡулланыла. Һарыҡ ите күп илдәрҙә төп аҙыҡ. Ит һәм йөн алыуҙан башҡа һарыҡты һөт (брынза), кулинар май, тире етештереү өсөн үрсетәләр.

Һәм ниһәйәт, һарыҡты фәнни эксперименттарҙа файҙаланалар. Шуларҙың иң билдәлеһе — Долли исемле һарыҡ; ул Бөйөк Британияла 1996 йылда клонлаштырылған тәүге һөт имеҙеүсе хайуан.

Һарыҡсылыҡ — күп илдәрҙең иҡтисадында ҙур өлөш алған малсылыҡ тармағы. Хәҙерге көндә Ҡытай, Австралия, Бөйөк Британия, Яңы Зеландия илдәрендә ныҡ үҫешкән.

Башҡортса атамалары

Бәрәс

Башҡорт телендә һарыҡты төрөнә һәм йәшенә ҡарап төрлөсә атайҙар.

  • Бәрән — һарыҡ имеҙеүҙән туҡтағас икенсе тапҡыр бәрәсләгәнсе.
  • Шешәк һарыҡ — икенсе тапҡыр бәрәсләгәс өсөнсө бәрәсләгәнгә ҡәҙәр
  • Тыу һарыҡ — бер тапҡыр ҙа бәрәсләмәгән.
  • Ҡуй — оса майы мендәр кеүек айырым бер һарыҡ төрө.

Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA