Сэн Катаяма: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
54 юл: 54 юл:
[[Категория:Коминтерн башҡарма комитеты ағзалары]]
[[Категория:Коминтерн башҡарма комитеты ағзалары]]
[[Категория:Япония журналистары]]
[[Категория:Япония журналистары]]
[[Категория:И. В. Сталин исемендәге Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетын тамамлаусылар]]
[[Категория:Йель университетын тамамлаусылар]]
[[Категория:Йель университетын тамамлаусылар]]

17:40, 22 ноябрь 2021, ағымдағы өлгө

Сэн Катаяма
япон. 片山潜
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Япония
Кана әлифбаһында исеме かたやま せん
Тыуған көнө 26 декабрь 1859({{padleft:1859|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1]
Тыуған урыны Куменан[d], Кумё[d], Окаяма (префектура)[d], Япония
Вафат булған көнө 5 ноябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][2] (73 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d][3]
Яҙма әҫәрҙәр теле Япон теле
Һөнәр төрө журналист, хоҡуҡ яҡлаусы, уҡытыусы, профсоюз эшмәкәре, фермер, сәйәсмән
Эш урыны Коммунистик интернационал
Уҡыу йорто Гринелл колледжы[d]
Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты
Йельская богословская школа[d]
Йель университеты[d]
Мэривиллский колледж[d]
Әүҙемлек урыны Токио, Хьюстон[d] һәм Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Япония коммунистар партияһы[d] һәм АҠШ коммунистар партияһы[d]
 Сэн Катаяма Викимилектә

Сэн Катаяма (япон. 片山 潜, тыуғанда исеме Сугаторо Ябуки, 26 декабрь 1859 йыл — 5 ноябрь 1933 йыл) — Япония коммунисы, Коммунистик интернационал эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сугаторо Ябуки 1859 йылдың 26 декабрендә Японияның Мимасака провинцияһы Хадеги ауылында (хәҙер Окаяма провинцияһы Кумитё өйәҙе юга ҡасабаһының бер өлөшө) Кунидзо һәм Кити Ябуки крәҫтиән ғаиләһендә икенсе улдары булып донъяға килгән. Атаһы әсәһен ҡалдырып киткәндән һуң, 19 йәшендә ул Катаяма ғаиләһе тарафынан уллыҡҡа алынған һәм Сэн исемен ҡабул иткән. Уллыҡҡа алыныу уға армияға саҡырылмаҫҡа мөмкинлек биргән. 1876 йылда Катаяма Токиоға юлланған. Бында ул Мицубиси компанияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһенең ҡустыһы Ивасаки Сейкити менән дуҫлашҡан. Бай ғаиләгә ҡараған Ивасаки АҠШ-ҡа уҡырға барырға йыйынған һәм инглиз телен өйрәнгән. Был Сэнды ла Америка Ҡушма Штаттарында белем алырға барырға этәргән.

1884 йылда Катаяма АҠШ-ҡа килә, бында 1892 йылда Гринэлл колледжын (ингл. Grinnell College) тамамлай. Катаяма христианлыҡ динен ҡабул итә һәм артабан Андовер мәктәбендә, һуңынан Йель университетында белем ала. Шул уҡ ваҡытта Катаяма социалист булып китә.

1896 йылда Японияға ҡайта. Социалистик һәм эшселәр хәрәкәтен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. 1897 йылда Японияла тәүге профсоюз — Металлистар союзы һәм профсоюз ойошмаһын, 1898 йылда социализмды өйрәнеү буйынса йәмғиәт булдырыусыларҙың береһе була.

1901 йылда Япония социал-демократик партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була, тиҙҙән был партия хөкүмәт тарафынан тарҡалған. 1903—1904 йылдарҙа «Хэймин симбун» гәзитендә әүҙем хеҙмәттәшлек итә. 1900 йылда ситтән тороп Социалистик Интернационал Башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана.

1904 йылда Рус-япон һуғышы ваҡытында үткән Социалистик Интернационалдың Амстердам конгресы эшендә ҡатнаша. Инеш тантанаһынан һуң, конгресс рәйесе делегаттарҙы уның урынбаҫарҙары итеп ике һуғышыусы илдәрҙең социалистары вәкилдәре — рус Георгий Плеханов һәм япон Сэн Катаяма һайланыуына иғтибар итте. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә Плеханов менән Катаяма бер-береһенә Рәсәй һәм Японияның эшселәренең туғандаш дуҫлығы билдәһенә итеп ҡул бирешкәндәр.

1904 йылда Чикаголағы Америка Социалистик партияһы съезында лә ҡатнаша. Шунан һуң өс йыл самаһы Техаста дөгө үҫтереү менән шөғөлләнгән. 1906 йылда Японияға кире ҡайта. 1911 йылда Катаямға Токио трамвайсыларының стачкаларын ойоштороуы өсөн 9 айға төрмәгә ябылған. 1914 йылда полиция репрессиялары һөҙөмтәһендә АҠШ-ҡа китә, бында Америка социалистик хәрәкәтенә ҡушыла. 1918 йылда АҠШ-та япон эшселәренән иң тәүге коммунистик төркөмдәр булдыра.

Сэн Катаяма (1859—1933). СССР почтаһы маркаһы, 1967

1918 йылда Мексика аша Совет Рәсәйенә күсә, бында Коммунистик интернационалда эшләй. 1922 йылда Коммунистик Интернационал башҡарма комитетының ағзаһы итеп һайлана, һуңынан Коммунистик Интернационал башҡарма комитеты президиумының ағзаһы була. 1922 йылда Япония Коммунистар партияһын булдырыусыларының береһе була. 1927 йылда Брюсселдә һәм 1929 йылда Майндағы Франкфуртта антиимпериалистик конгрестарҙа, шулай уҡ 1932 йылда Амстердамда һуғышҡа ҡаршы барған конгреста ҡатнаша. 1927 йылда рәссам А. Д. Гончаров (1903—1979) Сен Катаяманың портреты өҫтөндә эшләй.

Мәскәүҙә Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университетын тамамлай.

1933 йылдың 5 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була. Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Кремль стенаһы янында ерләнгән.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе ҡатыны Фуденан (1903 йылда вафат булған) ике балаһы була. 1907 йылда никахлашҡан икенсе ҡатыны Хари Таманан бер ҡыҙы донъяға килә.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Япония и Америка. — М.: Литиздат НКИД, 1925.
  • Статьи и мемуары (К столетию со дня рождения). — М., 1959.
  • Воспоминания. — М., 1964.
  • Катаяма Сэн. Японский милитаризм и война // К вопросу о зарождении и развитии марксизма в Японии. М.: Госполитиздат, 1960. Вып. 33.С. 35-46.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Отец пролетарского движения в Японии, с. 607—633 // Жизнь, отданная борьбе. Под. ред. И. В. Милованова, Л. Н. Чернова — М.: Наука, 1964.
  • Из воспоминаний С.Катаямы «Три года революции в России» // Исторический архив. № 6 2006, № 4 2007.
  • Философская энциклопедия. М., 1962. Т. 2. C. 471—472.
  • История философии. Т.5. М., 1961. С. 839—842, 883.
  • Язовская О. В. Японский марксизм 1930-х годов: критика государственной идеологии // Сибирский философский журнал. 2019. Т. 17. № 2. С. 50-62.


Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]