Татарҙар: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.2) (робот өҫтәне: xmf:თათარეფი
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: my:တာတာလူမျိုး
97 юл: 97 юл:
[[ml:ടാട്ടർ]]
[[ml:ടാട്ടർ]]
[[mn:Татар]]
[[mn:Татар]]
[[my:တာတာလူမျိုး]]
[[myv:Печкаст]]
[[myv:Печкаст]]
[[nl:Tataren]]
[[nl:Tataren]]

16:42, 12 февраль 2012 өлгөһө

Татарҙар — Иҙел-Урал буйында йәшәгән төрки халыҡ. Күпселек өлөшө Татарстанда һәм Башҡортостанда, шаҡтай өлөшө Рәсәйҙең башҡа өлкәләрендә (күберәк Мәскәүҙә һәм Себерҙә) йәшәй.

Халыҡ төркөмө

Татар халҡы 3 төп төркөмгә бүленә.

  • Иҙел-Урал татарҙары
    • Ҡазан татарҙары
    • Ҡасим татарҙары
    • Мишәрҙәр
    • Типтәрҙэр
  • Себер татарҙары
  • Хажитархан татарҙары
  • Ҡырым татарҙары
  • Нуғайҙар

Польша-Литва татарҙары төркөмө лә бар. Иҙел-Урал төбәге төркөиә иң ҙурыһы, унда 4 млн. артыҡ татар иҫәпләнә.

Дин

Татарҙарҙың күпселеге мосолман-сөнниҙәр. Татар милләтен көсләп суҡындырылған өлөшөлә бар: керәшен татарҙары, нағайбаҡтар. Бал халыҡтар көсләп суҡындырылмаған, электән христиан динен ҡабул иткән тигән ҡарашта бар. Татарҙарҙың хәҙерге дин үҙәктәре: Ҡазан, Мәскәү, Өфө, Ырымбур, Төмән һэм башҡа ҡалаларҙы мөфтиәттәр бар, шул иҫәптән Польша-Литва таратҙарыныңда дини ойошмалары бар.

Милләт сығышы

Татар халҡының килеп сығышы тураһында фәндә 3 төп концепция йәшәй.

Иҙел-Урал концепцияһы

Уның буйынса татарҙың килеп сығышының төп нигеҙе — Булғарҙар һәм төркиләшкән ерле Фин-Уғыр халҡы. Ә. Вәлиди, Х. Ғәбәши, М. Зәки, Ф. Урмансы х.б. ғәлимдәр Болғарҙарҙың килеп сығышында иң боронғо осарҙан билдәле күсмә Скиф, Сармат, Алан һәм башҡаларҙың ҡатнашы бар тип иҫәпләйҙәр.

Татар-Монгол концепцияһы

Был концепция Көнсығыш Европаға Татар-Монгол ҡәбиләләре менән бергә күсеп килеп, ерле ҡыпсаҡтар менән ҡушылып һэм Алтын Урҙа дәүләтендә Ислам динен ҡабул итеп татар мәҙәниәтен һәм дәүләтселеген барлыҡҡа килтергәндәр тигән ҡарашҡа нигеҙләнә. Был ҡараш ҡайһы бер урыс, башҡорт, сыуаш ғәлимдәре Н.А.Мәзитов, В.Ф. Кахавский, В.Д. Дмитриев, Н.И. Егоров, М.Р. Федотов һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрендә сығылыш таба.

Төрки-Татар концепцияһы

Был концепция татар халҡының килеп сығышында Булғарҙар менән бергә Ҡыпсаҡ дәүләте берләшмәләренә кергән халыҡтар ҡатнашыуына ҙур урын бирә.

Татар халҡының Милли тарихының төп үҫеш дәүере Алтын Урҙа осорона тура килә. Шул осорҙа ерле Болғар һәм Ҡыпсаҡтар менән Төрки ҡэбиләләргә ҡушыла. Төрки нигеҙҙә уртаҡ әҙәби тел барлыҡҡа килә.

Тормош һәм көнкүреш

Татарҙарҙың тормош һәм көнкүрештә иң мөһим урын тотҡан тотҡан шөғөлдәре: игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ һәм һунарсылыҡ.

Диаспора

Хәҙерге көндә татарҙар бөтә донъяла йәшәй тип була. Алманияла, Финляндияла, Польшала, Литвала, Эстонала, Мәскәүҙә татарҙар бик күп.

Был биттең сығанағы Tatarça - Татарса |http://tt.wikipedia.org/wiki/%D0%A2%D0%B0%D1%82%D0%B0%D1%80_%D1%85%D0%B0%D0%BB%D0%BA%D1%8B"