Аҙыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
83 юл: 83 юл:
* аҙыҡ ҡушылмалары
* аҙыҡ ҡушылмалары


=== Аҙыҡ-түлек етештереү һәм табыу ===
=== Производство и добыча пищевых продуктов ===
Аҙыҡ-түлек етештереү:
Добыча пищевых продуктов:
* [[Ауыл хужалығы]] агросәнәғәт комплексы составына инә һәм түбәндәге төп тармаҡтарҙы үҙ эсенә ала:
* [[Сельское хозяйство]] входит в состав [[агропромышленный комплекс|агропромышленного комплекса]] и включает в себя следующие основные отрасли:
** [[Үҫемлекселек]]
** [[Растениеводство]]
** [[Малсылыҡ]]
** [[Животноводство]]
* [[Рыболовство]]
* [[Балыҡсылыҡ]]
* Тоҙ ҡайнатыу
* [[Солеварение]]
* Һунар
* [[Охота]]
* Емеш-еләк йыйыу
* [[Собирательство]]
* Химик синтез — яһалма синтезланған ҡайһы бер матдәләр ашарға ҡулланылырға мөмкин
* [[Химический синтез]] — ряд искусственно синтезированных веществ может употребляться в пищу


=== Переработка пищевых продуктов ===
=== Переработка пищевых продуктов ===

07:08, 30 ноябрь 2021 өлгөһө

Аҙыҡ

Аҙыҡ-түлек — туҡланыуға файҙаланылған ашарға яраҡлы матдә; ашамлыҡ, ризыҡ[1]; ул тере организмдар тарафынан ашау һәм эсеү ярҙамында энергия һәм матдәләр алмашыныуы химик реакцияларының нормаль барыуын тәьмин итеүсе ингредиенттар: аҡһым, май, углеводтар, витаминдар, минералдар һәм микроэлементтарҙың запасын тулыландырыу өсөн ҡулланыла[2].

Туҡлыҡлы матдәләр тере организмға эләгә, унда улар энергия йыйыу һәм етештереү, йәшәү эшмәкәрлеген һаҡлау, шулай уҡ үҫеш процесстарын һәм өлгөрөүҙе тәьмин итеү маҡсатында күҙәнәктәр тарафынан һеңдерелә. Ғәҙәттә ризыҡ килеп сығышы яғынан үҫемлек һәм хайуан төрөнә бүленә. Йорт хайуандарын ашатыуға ҡарата ем, аҙыҡ атамаһы таралған һәм ҡулланыла. Ризыҡ әҙерләү менән бәйле кеше эшмәкәрлеге өлкәһе кулинария (аш-һыу әҙерләү һөнәре) тип атала. Ризыҡтың төп тәғәйенләнеше — энергия сығанағы, яңыртыла торған матдәләр (мәҫәлән, һыу) һәм организм өсөн «төҙөлөш материалы» булыуы тора, әммә кешенең туҡланыуында аҙыҡтан ҡәнәғәтлек тойғоһо (асығыуҙы баҫыу) алыу факторы ла мөһим. Тарихтан күренеүенсә, кешеләр үҙҙәренә аҙыҡ туплауҙы бер нисә юл: һунар, емеш-еләк йыйыу һәм ауыл хужалығы — менән тәьмин иткәндәр. Бөгөнгө көндә ер йөҙөндә аҙыҡтан булған ихтыяждың күп өлөшө аҙыҡ сәнәғәте аша ҡәнәғәтләндерелә.

Тере организмдарҙың аҙығы

Террин — француз кухняһы ашамлығы
Һыуытҡыс аҙыҡты һаҡларға ярҙам итә

Тереклек итеү процесында ҡулланылған аҙыҡ характерына ҡарап бар тере организмдар автотроф, гетеротроф, миксотрофтарға бүленә. Бер нисә өлөштән торған органик булмаған ҡушмалар — CO2, H2O һәм башҡа — автотроф организмдар (күпселек үҫемлектәр) өсөн төп аҙыҡ булып хеҙмәт итә һәм үҙ сиратында фотосинтез һәм хемосинтез юлы менән уларҙан органик матдәләр гетеротроф организмдарҙың аҙығын тәшкил иткән: аҡһым, май, углеводтар синтезлайҙар. Аҡһым, май, углеводтарҙан тыш гетеротроф организмдарға витаминдар, нуклеин кислотаһы һәм микроэлементтар мөһим. Хайуандарҙы улән ашаған (мәҫәлән, һыйыр, фил), ит менән туйыныусы йыртҡыс һәм үләкһә менән туҡланыусылар (мәҫәлән, бүре, арыҫлан), күп нәмәне һәм бөтә нәмәне ашаусыларға (мәҫәлән, айыу һәм кеше) бүләләр. Хайуандар өсөн аҙыҡ йыш ҡына яһалма рәүештә әҙерләнгән хайуандар организмы өсөн мөһим булған матдәләр тупланған комплекс ул, мәҫәлән, ҡушма аҙыҡ, эт, бесәй аҙыҡтары йәки аквариум балыҡтары өсөн ем.

Аҙыҡты эшкәртеү

Аҙыҡты эшкәртеү — организмда аҙыҡтың эшкәртелеүен һәм күҙәнәктәр тарафынан һеңдерелеүен тәьмин иткән ҡатмарлы физиологик процесс. Аҙыҡ эшкәртелеү барышында аҙыҡ макромолекулаларының вағыраҡ молекулаларға әүерелеүе бара. Аҙыҡ биополимерҙары мономерҙарға ваҡлана. Был процесс аҙыҡ эшкәртеү ферменттары тарафынан башҡарыла. Аҙыҡ эшкәртеү процесы организмда төрлө көйһөҙләнеү менән оҙатылыуы бар, уларҙы булдырмау йәһәтенән төрлө диеталар ҡулланылыуы мөмкин.

Аҙыҡтың химик составы

Йыш осраҡта аҙыҡта төрлө компоненттар ҡушылмаһы осрай, әммә бер генә компоненттан торған, йәки ул компонент өҫтөнлөк алған аҙыҡ төрҙәре лә була, мәҫәлән, углеводлы аҙыҡ.

Аҡһымдар

Аҡһымдар — пептид бәйләнеше менән сылбырға йыйылған альфа-аминокислоталарынан торған юғары молекуляр органик матдәләр. Тере организмдарҙа аҡһымдарҙың аминокислота составы генетик код менән билдәләнә, синтез ваҡытында күп осраҡта 20 стандарт аминокислота ҡулланыла. Уларҙың комбинациялары күплеге аҡһым молекулалары үҙенсәлегенең төрлөлөгөн бирә.

Кеше тормошонда аҙыҡ

Аҙыҡ продукттары

Аҙыҡ — организмдың йәшәү эшмәкәрлеге өсөн энергия сығанағы булараҡ кешеләр тормошонда нигеҙҙәрҙең береһе булып тора (кеше көнөнә 1-ҙән 5-кә тиклем тапҡыр туҡланырға тейеш). Тулы ҡиммәтле туҡланыу (туҡланыу рационы) аҙыҡтың бөтә үтә кәрәкле элементтарын — кеше организмының нормаль эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн аҙыҡ индерергә тейеш элементтарҙы үҙ эсенә ала. Кеше алыштырғыһыҙ элементты бөтөнләй синтезламай, йәки уны организм һаулығын һаҡлау өсөн етерлек булмаған күләмдә синтезлай (мәҫәлән, ниацин, холин), шуға күрә уны аҙыҡ менән алырға тейеш.

Диетологтарҙың сәләмәт туҡланыу рационын төҙөү буйынса дөйөм тәҡдимдәре туҡланыу пирамидаларында йыйыла (Шулай уҡ ҡарағыҙ. Суточная потребность человека в биологически активных веществах).

Аҙыҡ-түлек

Аҙыҡ-түлек — кеше ашаған тәбиғи йәки эшкәртелгән аҙыҡ (шул иҫәптән балалар ризығы, диетик туҡланыу аҙығы), шешәләрҙәге эсәр һыу, спиртлы һәм алкоголһеҙ эсемлектәр, һағыҙ, шулай уҡ аҙыҡ сеймалы, аҙыҡ өҫтәмәләре һәм биологик актив өҫтәмәләр.

Үҫемлек сығышлы

Үҫемлек аҙыҡтар

Хайуандарҙан алынған аҙыҡ-түлектәр

Ит һәм ҡош ите
Балыҡ
  • Хайуан ите (тәүге ике төркөм шулай уҡ йорт хайуандарының итенә һәм ҡыр йәнлектәре итенә бүленә)
    • Һөтимәрҙәр: һыйыр ите, сусҡа ите, һарыҡ ите, ҡуян ите һәм башҡалар, шулай уҡ эс-бауырҙар
    • ҡош ите: тауыҡ ите, өйрәк ите, ҡаҙ ите, күркә ите, дөйәғош ите, күгәрсен ите һәм башҡалар
    • һөйрәлеүселәр һәм ер-һыу хайуандары : тәлмәрйендәр, йыландар, гөбөргәйелдәр һәм башҡалар
  • хайуандарҙың йәшәү эшмәкәрлегенән алынған (үлтеремәйенсә) Һөт һәм һөт продукттары: кефир, һөт өҫтө, эремсек, сыр, май, ҡаймаҡ һәм башҡалар
  • Йомортҡалар һәм ыуылдырыҡ: ҡош йомортҡаһы, ҡыҙыл һәм ҡара балыҡ ыуылдырығы, ҡусҡарҙарҙың аҡ ыуылдырығы һәм башҡалар
  • Балыҡ
  • Моллюскалар (устрицалар, кальмарҙар, ҡусҡарҙар һәм башҡалар) һәм ҡыҫала һымаҡтар (ҡыҫалалар, креветкалар, крабтар, лангустар һәм башҡалар) — уларҙың диңгеҙҙә йәшәгәндәре диңгеҙ аҙыҡтары тип аталалар
  • Бөжәктәр һәм үрмәксе һымаҡтар: саранча, тарантулдар (бөйө), сиңерткәләр һәм башҡалар.

Башҡа органик ашамлыҡтар

Бәшмәктәр һәм еләктәр
  • Бәшмәктәр
  • Сүпрәләр
  • Ылымыҡтар
  • Үҫемлектәр йәки хайуандар ярҙамында алынған ашамлыҡтар: желатин, шәкәр, бал, аш һеркәһе.

Генетик модификацияланған аҙыҡтар

Генетик модификацияланған организм (ГМО) — ген инженерияһы ысулдарын ҡулланып гены яһалма рәүештә үҙгәртеп ҡоролған тере организм. Бындай үҙгәрештәр, ҡағиҙә булараҡ, фәнни йә иҡтисади маҡсаттарҙа башҡарылалар. Генетик модификация организм генотипында тәбиғи һәм яһалма мутагенезға хас, атап әйткәндә селекция ваҡытында барған, осраҡлы үҙгәрештәрҙән айырмалы рәүештә маҡсатлы локалләштерелгән үҙгәрештәр менән ҡылыҡһырлана.

Органик булмаған ашамлыҡтар

  • тоҙ
  • аҙыҡ ҡушылмалары

Аҙыҡ-түлек етештереү һәм табыу

Аҙыҡ-түлек етештереү:

  • Ауыл хужалығы агросәнәғәт комплексы составына инә һәм түбәндәге төп тармаҡтарҙы үҙ эсенә ала:
  • Балыҡсылыҡ
  • Тоҙ ҡайнатыу
  • Һунар
  • Емеш-еләк йыйыу
  • Химик синтез — яһалма синтезланған ҡайһы бер матдәләр ашарға ҡулланылырға мөмкин

Переработка пищевых продуктов

Холодильник помогает сохранить продукты свежими

Виды переработки: очистка, разделка, измельчение, варка, высушивание, засолка, вяление, жарка, маринование, консервирование и, наконец, расфасовка и упаковка.

После переработки натуральных продуктов получают пищевые изделия:

Из других растений: шоколад, кофе, растительное масло, томатная паста и другие.

Пищевые изделия обычно пригодны для продолжительного хранения. Это не относится к необработанным продуктам, срок годности которых, как правило, ограничен.

Приготовление пищи

Перед употреблением в пищу пищевые изделия обычно готовят — доводят сырые продукты до состояния, наиболее благоприятного для пищеварения. Практикуется также сыроедение, то есть употребление пищи без какой-либо предварительной температурной обработки. Набор продуктов, приёмов и способов приготовления людей определённого круга, региона или национальности называется кухней (см. Категория:Национальные кухни).

Наиболее распространены такие виды приготовления пищи, как варка, жарка, тушение, запекание.

Примеры приготовленной пищи: суп, гарнир, салат, соус, рагу, пюре, жаркое, пудинг и другие.

Виды кулинарной обработки пищи

Термическая обработка
варка, жарка, тушение, запекание, пассерование, бланширование
Холодная обработка
соление, квашение, вымачивание, сушка, маринование и так далее, также консервирование приготовленных таким образом продуктов.


Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. .Encyclopædia Britannica definition

Әҙәбиәт