Автомобиль: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
80 юл: 80 юл:


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{иҫкәрмәләр|2}}


== Әҙәбиәт ==
== Әҙәбиәт ==

12:10, 30 ноябрь 2021 өлгөһө


Benz Velo — Беренсе автомобилдәрҙәң береһе
Cadillac (1959 йылғы модель) — XX б. уртаһында автомобиль символы
Заман автомобиле Volkswagen Scirocco

Автомоби́ль ( бор. грек. αὐτο — үҙе һәм лат. mobilis — хәрәкәт итеүсе), автомаши́на, автотранспорт сараһы, дөйөм алғанда автотехника — моторлы, рельсһыҙ, кәмендә дүрт тәгәрмәсле юл транспорты. Төрҙәргә бүленеше: еңел автомобиль, йөк автомобиле, автобус, троллейбус, бронетранспортёр. Ауыл хужалығы машиналары һәм мотоциклдар автомобиль булып иҫәпләнмәй. Ябай телмәрҙә автомобиль һүҙе урынына башлыса машина тип әйтәләр.

Механик транспорт сараһы, ғәҙәттә юлдарҙа кеше йәки йөк ташыу йәки ошо транспорт сараларын юлдарҙа тартып барыу өсөн ҡулланыла. Был термин тролейбустарҙы, йәғни электр үткәргестәре менән тоташтырылған рельсһыҙ транспорт сараларын үҙ эсенә ала; әммә ауыл хужалығы машиналары был иҫәпкә инмәй, сөнки улар өсөн кеше һәм йөк ташыу ярҙамсы эшмәкәрлек кенә булып тора.

— Ст. 1, Юл хәрәкәте конвенцияһы (Вена, 8 ноябрь 1968 йыл)

Ғәҙәттә кеше һәм йөк ташыу йәки транспорт сараларын юлдарҙан буксирлау өсөн ҡулланылған төрлө механик үҙйөрөшлө транспорт саралары,; ул иҫәпкә ауыл хужалығы тракторҙары инмәй.

— Ст. 1, Халыҡ-ара йөк ташыу менән шөғөлләнгән транспорт саралары экипаждары эшенә ҡағылышлы Европа килешеүе, (ЕСТР) Женева, 1970 йылдың 1 июле

Ҡоро ер транспорт саралары — үҙ көсө менән йөрөгән; төрлө һыҙаттан хәрәкәт иткән кәмендә дүрт тәгәрмәсле (улар ергә тейеп торорға тейеш) , идара ителеше һәм хәрәкәте лә кәмендә ике тәгәрмәс менән тәьмин ителергә тейешле транспорт сараһы

— Халыҡ-ара спорт кодексы ФИА, ст. 13


Классификациялау

BMW 315 еңел автомобиле
Йөк автомобиле — КрАЗ-256 (йөк ташыусы)
Lamborghini Gallardo — спорт автомобиле
Volkswagen Dune Buggy — багги
«Газель» автофургоны


  • Еңел автомобиль — Кеше (бер кешенән ете кешегә тиклем; йөрөтөүсе иҫәпләнмәй) һәм йөк ташыу өсөн. Дөйөм массаһы 3500 кг артыҡ булмаҫҡа тейеш. Еңел автомобилдәр ябыҡ кузов менән эшләнә(седан, лимузин, купе, хетчбэк, универсаль һәм фургон) һәм өҫтө алына торған кузов менән (кабриолет, родстер, ландо һәм фаэтон).
  • Йөк автомобиле — йөк ташыу өсөн автомобиль. Шулай уҡ йөк шассийы ҡуйылған махсус автомобилдәр сығаралар.
  • Бик ауыр йөк күтәрә алған автомобиль, күсәренә 12О кН-нан ( 12 тонна көс) артыҡ көс төшкән, ә киңлеге буйынса габариты 2,5 м артыҡ фура — автомобиль, автопоезд йә икенсе төрлө автотранспорт саралары.
  • Бөтә ерҙән дә үтә алыусы автомобиль — бер нисә күсәргә (йә төп күсәре бер, әммә дифференциалын блокировҡаға күсерергә мөмкин булған) идара итер приводлы еңел йә йөк автомобиле. Юлһыҙ урындарҙан йөрөргә ҡулайлаштырылған.
Автофургон «Газель»
  • Бөтә юлдан йөрөй алыусы машина — бөтә төр, шул иҫәптән ҡаты өҫлөгө булмаған (тупраҡлы һәм баҫыу) юлдарҙа хәрәкәт итеү өсөн яраҡлаштырылған автомобиль. Бөтә төр юлдан йөрөүсе машиналар, ҡағиҙә булараҡ, бөтә тәгәрмәстәргә лә приводы булыуы, юғары клиренс менән ҡылыҡһырланалар.
  • Багги — бөтә юлдан йөрөүсе еңел машина. Ғәҙәттә асыҡ каркаслы конструкцияға эйә булалар.
  • Пикап — асыҡ платформалы артҡы асылмалы бортлы еңел автомобиль йәки бөтә ерҙән дә үтә алыусы автомобиль нигеҙендә йөк-пассажирҙар модификацияһы. Йөк күтәреүсәнлеге 150кг-дан 4500 кг-ға тиклем.
  • Йөҙөүсе автомобиль (Машина-амфибия)
  • Осоусы автомобиль
Автомобиль-амфибия ЛуАЗ-967
  • Спорт автомобиле — юғары тиҙлекле сифаттарға эйә, двигателенең ҡеүәте юғары һәм кузовы түбән булған автомобиль.
  • Уҙышсы автомобиль — махсус рәүештә спорт ярыштары өсөн булдырылған автомобиль.
  • Рекордлы-уҙыш автомобиле — автомобилдәр өсөн рекорд ҡуйыу өсөн махсус булдырылған автомобиль (ғәҙәттә махсус трассала, көнәркәшеүсе автомобилдәрһеҙ, фәҡәт секундомер буйынса).
Янғын һүндереүсе автомобиль
  • Автобус — троллейбус булмаған, 8-ҙән күберәк пассажир йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән автомобиль.
  • Троллейбус — 8-ҙән күберәк пассажир йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән, тышҡы контактлы электр үткәргестән электр энергияһы алып хәрәкәт иткән автомобиль.
Автоцистерна
Контейнер йөрөтөүсе

Двигателенең төрө буйынса:

Махсус тәғәйенләнешле автомобилдәр (колёсные):

  • граждандар тәғәйенләнешендә
    • йөк тракторы
    • Тиҙ ярҙам автомобиле
    • катафалк
    • ҡар таҙартҡыс
    • автокран
    • автовышка
    • сүп йыйыу машинаһы
    • янғын машинаһы
    • полиция машинаһы
  • хәрби тәғәйенләнештә
    • бронялы машина
    • тәгәрмәсле бронетранспортёр
    • хәрби тәғәйенләнештәге автомобиль техникаһы

Махсуслаштырылған автомобилдәр (колёсные):

  • граждандар тәғәйенләнешендәге
    • авторефрижератор (һыуытҡыслы автомобиль) - һыуытҡыс ҡоролмалар менән йыһазланған машина
    • цистерналы автомобиль

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Малкин В. С. Основы эксплуатации и ремонта автомобилей. — Ростов н/Д: Феникс, 2007. — 431 с. — ISBN 978-5-222-12045-3.
  • Власов В. М., Жанказиев С. В., Круглов С. М. Техническое обслуживание и ремонт автомобилей. — М: Академия, 2007. — 480 с. — ISBN 978-5-7695-4564-1.
  • Афанасьев Л. Л. Автомобильные перевозки. — М: Транспорт, 1965. — 351 с.

Һылтанмалар

Ҡалып:Автомобильный дизайн Ҡалып:Двигатели Ҡалып:Автомобильная промышленность