Липидтар: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
39 юл: 39 юл:


=== Ябай липидтар ===
=== Ябай липидтар ===
'''Ябай липидтар''' — углеродты (С), водородты (H), кислородты (О) үҙ эсенә алған липидтар.
'''- Ябай липидтар''' — углеродты (С), водородты (H), кислородты (О) үҙ эсенә алған липидтар.


'''Май кислоталары миҫалдары:''' миристин (туйындырылған май кислотаһы) һәм миристолеин (монотуйынмаған кислота) 14 углеродлы атомға эйә
'''- Май кислоталары миҫалдары:''' миристин (туйындырылған май кислотаһы) һәм миристолеин (монотуйынмаған кислота) 14 углеродлы атомға эйә


'''Май кислоталары''' — асыҡ сылбырлы бер нигҙле алифатик карбон кислоталары (туңмайҙарҙа, майҙарҙа, үҫемлек һәм хайуандар сығышлы балауыҙҙарҙа була)
'''- Май кислоталары''' — асыҡ сылбырлы бер нигҙле алифатик карбон кислоталары (туңмайҙарҙа, майҙарҙа, үҫемлек һәм хайуандар сығышлы балауыҙҙарҙа була)


'''Майлы альдегидтар''' — юғары молекуляр альдегидтар, молекулала углерод атомдары һаны 12-нән юғары.
'''- Майлы альдегидтар''' — юғары молекуляр альдегидтар, молекулала углерод атомдары һаны 12-нән юғары.


'''Майлы спирттар''' — 1-3 гидроксил төркөмлө юғары молекуляр спирттар.
'''- Майлы спирттар''' — 1-3 гидроксил төркөмлө юғары молекуляр спирттар.


'''Оҙон алифатик сылбырлы туйынған углеводородтар'''
'''- Оҙон алифатик сылбырлы туйынған углеводородтар'''


'''Сфингозин нигеҙҙәр.'''
'''- Сфингозин нигеҙҙәр.'''


'''Балауыҙҙар''' — юғары май кислоталары һәм юғары молекуляр спирттарҙан торған ҡатмарлы эфирҙар .
'''- Балауыҙҙар''' — юғары май кислоталары һәм юғары молекуляр спирттарҙан торған ҡатмарлы эфирҙар .


'''Триглицеридтар (майҙар)'''.
'''- Триглицеридтар (майҙар)'''.


=== Ҡатмарлы липидтар ===
=== Ҡатмарлы липидтар ===
62 юл: 62 юл:
Йышыраҡ: фосфор (P), көкөрт (S), азот (N) инә.
Йышыраҡ: фосфор (P), көкөрт (S), азот (N) инә.


==== Поляр липидтар ====
==== ''Поляр липидтар'' ====
'''Фосфолипидтар''' — күп атомлы спирттар менән составында фосфор кислотаһы ҡалдыҡтары булған юғары төҙөлөшөлө май кислоталары төҙөгән ҡатмарлы эфирҙар. Шулай уҡ составтарында төрлө химик характерҙағы өҫтәмә атомдар төркөмө бар.
'''- Фосфолипидтар''' — күп атомлы спирттар менән составында фосфор кислотаһы ҡалдыҡтары булған юғары төҙөлөшөлө май кислоталары төҙөгән ҡатмарлы эфирҙар. Шулай уҡ составтарында төрлө химик характерҙағы өҫтәмә атомдар төркөмө бар.


'''Гликолипидтар''' — липидтарҙың углеводтар менән ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡатмарлы липидтар.
'''- Гликолипидтар''' — липидтарҙың углеводтар менән ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡатмарлы липидтар.


'''Фосфогликолипидтар'''
'''- Фосфогликолипидтар'''


'''Сфинголипидтар''' — алифатик аминоспирттарҙың сығарылмаларына ҡараған липидтар класы.
'''- Сфинголипидтар''' — алифатик аминоспирттарҙың сығарылмаларына ҡараған липидтар класы.


'''Мышьяклылипидтар.'''
'''- Мышьяклылипидтар.'''


==== Нейтраль липидтар ====
==== ''Нейтраль липидтар'' ====
'''Акилглицеридтар'''
'''- Акилглицеридтар'''


'''Диглицеридтар'''
'''-Диглицеридтар'''


'''Моноглицеридтар'''
'''-Моноглицеридтар'''


'''Церамидтар'''
'''- Церамидтар'''


'''Стерин эфирҙары'''
'''- Стерин эфирҙары'''


'''N-ацетилэтаноламидтар'''
'''- N-ацетилэтаноламидтар'''


==== Оксилипидтар ====
==== ''Оксилипидтар'' ====
'''Липоксигеназ оксилипидтар'''
'''- Липоксигеназ оксилипидтар'''


'''Циклооксигенас оксилипидтар'''
'''- Циклооксигенас оксилипидтар'''


== Липидтарҙың биологик әһәмиәте ==
== Липидтарҙың биологик әһәмиәте ==

18:04, 30 ноябрь 2021 өлгөһө

Липидтар
Растворимость 0 g/100 g[1]
 Липидтар Викимилектә

Липидтар (бор. грек. λίπος — туңмай) — тәбиғи органик матдәләрҙең ҙур бер төркөмө. Майҙар һәм май һымаҡ матдәләрҙе үҙ эсенә ала.

Дөйөм мәғлүмәттәр

Май кислоталарының миҫалы: миристин (туйынған май кислотаһы) һәм миристолеин (туйынмаған монокислота) кислоталар, составтарында 14 углерод атомы
Фосфолипидтарҙың дөйөм төҙөлөшө
R1 и R² — май кислоталарҙың ҡалдығы, X-ың ҡиммәте фосфолипидтың тибына бәйле.

Липидтар — һыуҙа эремәгән, әммә бензинда, эфирҙа, ацетонда эреүсән органик матдәләр. Уларҙы ябай һәм ҡатмарлы липидтарға бүлеп йөрөтәләр.

Ябай липидтар спирт һәм май кислоталарынан төҙөлгән. Атомар составтары: углерод(С), водород(H) һәм кислород(O).

Ҡатмарлы липидтарҙы барлыҡҡа килтереүсе компоненттар булып спирт, юғары молекуляр төҙөлөшлө майҙар һәм башҡа матдәләр тора. Атомар составтары: углерод (С), водорода (H) һәм кислородтан (О) тыш башҡа химик элементтарҙа инә. Күберәк осраҡта: фосфор (Р), көкөрт(S), азот (N).

Липидтар барлыҡ күҙәнәктәрҙең дә состав өлөшөнә инәләр.

Биологик мембраналарҙың төп компоненты булараҡ, липидтар күҙәнәктәрҙең мөхит менән матдәләр алмашыуында ҙур роль уйнайҙар. Мембрана ферменттарының әүҙемлеген көйләүҙә ҡатнашалар. Нервы импульсын тапшырыуҙа, мускулдар ҡыҫҡарыуҙа, күҙәнәк-ара контакт булдырыуҙа, иммун процесстарында мөһим урын алып торалар.

Липидтар күҙәнәктең, организмдың энергетик резервы. Һыу үткәрмәҫ һәм йылы изоляциялаусы япма барлыҡҡа килтерәләр. Ағзаларҙы механик тәьҫирҙәрҙән һаҡлайҙар.

Липидтарға составында май кислоталары булмаған матдәләрҙән терпендар һәм стериндарҙы ла индерәләр. Күп липидтар аҙыҡ булып торалар. Сәнәғәттә һәм медицина өлкәһендә сеймал булып торалар.

Липидтар гидрофоб органик матдәләр. Органик эретмәләрҙә генә эрейҙәр.

Липидтар хайуан һәм үҫемлектәрҙең бөтә күҙәнәктәре составында бар. Улар күп күҙәнәкле структуралар составына ла инә.

Липидтарҙың иң киң таралғандары — майҙар. Майҙар күҙәнәктә, ғәҙәттә, күп түгел: 5—10 % (ҡоро матдәләрҙән).

Әммә ҡайһы бер күҙәнәктәрҙең 90%-ын майҙар тәшкил итә. Хайуандарҙа бындай күҙәнәктәр тире аҫтында, күкрәк биҙҙәрендә, ҡаҙылыҡтарҙа урынлашҡан, һөтимәр хайуандарҙың бөтәһенең һөтөндә лә май бар.

Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең, мәҫәлән көнбағыштың, етендең, грек сәтләүегенең, орлоҡтары һәм емештәрендә ҙур күләмдә май тупланған.

Күҙәнәктә, майҙарҙан тыш, башҡа липидтар, мәҫәлән лецитин, холестерин бар. Липидтарға ҡайһы бер витаминдар (А, Д) һәм гормондар (мәҫәлән, енес гормондары) инә.

Липидтарҙы классификациялау

Липидтарҙы, шулай уҡ биологик тәбиғәттең башҡа берләшмәләрен классификациялағандағы кеүек бик бәхәсле һәм проблемалы процесс булып тора.

Түбәндә тәҡдим ителгән классификация, липидологияла киң таралған булһа ла, берҙән-бер классификация түгел.

Тәү сиратта төрлө липид төркөмдәренең структур һәм биосинтетик үҙенсәлектәренә нигеҙләнгән.

Ябай липидтар

- Ябай липидтар — углеродты (С), водородты (H), кислородты (О) үҙ эсенә алған липидтар.

- Май кислоталары миҫалдары: миристин (туйындырылған май кислотаһы) һәм миристолеин (монотуйынмаған кислота) 14 углеродлы атомға эйә

- Май кислоталары — асыҡ сылбырлы бер нигҙле алифатик карбон кислоталары (туңмайҙарҙа, майҙарҙа, үҫемлек һәм хайуандар сығышлы балауыҙҙарҙа була)

- Майлы альдегидтар — юғары молекуляр альдегидтар, молекулала углерод атомдары һаны 12-нән юғары.

- Майлы спирттар — 1-3 гидроксил төркөмлө юғары молекуляр спирттар.

- Оҙон алифатик сылбырлы туйынған углеводородтар

- Сфингозин нигеҙҙәр.

- Балауыҙҙар — юғары май кислоталары һәм юғары молекуляр спирттарҙан торған ҡатмарлы эфирҙар .

- Триглицеридтар (майҙар).

Ҡатмарлы липидтар

Ҡатмарлы липидтар — уларҙың составына углерод (С), водород (H) һәм кислород (О) башҡа химик элементтар ингән липидтар.

Йышыраҡ: фосфор (P), көкөрт (S), азот (N) инә.

Поляр липидтар

- Фосфолипидтар — күп атомлы спирттар менән составында фосфор кислотаһы ҡалдыҡтары булған юғары төҙөлөшөлө май кислоталары төҙөгән ҡатмарлы эфирҙар. Шулай уҡ составтарында төрлө химик характерҙағы өҫтәмә атомдар төркөмө бар.

- Гликолипидтар — липидтарҙың углеводтар менән ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡатмарлы липидтар.

- Фосфогликолипидтар

- Сфинголипидтар — алифатик аминоспирттарҙың сығарылмаларына ҡараған липидтар класы.

- Мышьяклылипидтар.

Нейтраль липидтар

- Акилглицеридтар

-Диглицеридтар

-Моноглицеридтар

- Церамидтар

- Стерин эфирҙары

- N-ацетилэтаноламидтар

Оксилипидтар

- Липоксигеназ оксилипидтар

- Циклооксигенас оксилипидтар

Липидтарҙың биологик әһәмиәте

Фосфолипидтар: сферик липосома, мицеллалар һәм липид бислой

Липидтарҙың биологик әһәмиәте ифрат ҙур һәм күп төрлө.

  • Төҙөү функцияһы. Липидтар — гидрофобтар. Был матдәләрҙең йоҡа ғына ҡатламы күҙәнәк мембраналары составына инә.
  • Энергетик функцияһы. Иң киң таралған липидтарҙың—майҙарҙың — энергия сығанағы булараҡ әһәмиәте ифрат ҙур. Күҙәнәктә майҙар углерод оксиды (IV) һәм һыуға ҡәҙәр окисланыуға һәләтле. Майҙар тарҡалған ваҡытта энергия углеводтар тарҡалғандағыға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк бүленеп сыға.
  • Запаслау функцияһы. Хайуан һәм үҫемлектәр майҙы һаҡлыҡҡа һалып ҡуялар һәм уны тереклек процесында тотоналар. Орлоҡта майҙарҙың юғары кимәле, үҫенде үҙ аллы туҡлана башлағансы, уның үҫеп сығыу энергияһын тәьмин итә.
  • Һыу сығанағы. Окисланған саҡта 1 кг майҙан 1, 1 кг тирәһе һыу барлыҡҡа килә. Был ҡайһы бер хайуандарҙың нисек итеп оҙаҡ ваҡыт һыуһыҙ йәшәй алыуын аңлата. Дөйәләр, мәҫәлән, һыуһыҙ сүллектәрҙә юл үткәндә 10—12 көн буйы һыу эсмәйенсә сыҙай ала. Айыуҙар, байбаҡтар һәм йоҡоға талған башҡа хайуандар ике айҙан ашыу һыу эсмәй. Тереклек өсөн кәрәк булған һыуҙы был хайуандар майҙың окисланыуынан ала.
  • Һаҡлау функцияһы. Май йылыны насар үткәрә. Ул тире аҫтында туплана, ҡайһы бер хайуандарҙа ярайһы уҡ күп йыйылып китә. Мәҫәлән, киттарҙың тире аҫтындағы май ҡатламы 1 м-ға етә, һәм был хайуанға поляр диңгеҙҙәрҙең һалҡын һыуында йәшәргә мөмкинлек бирә.Шулай уҡ, эске ағзаларҙы механик бәрелеүҙәрҙән һаҡлай.
  • Көйләү функцияһы. Липидтарға ҡайһы бер витаминдар (А, Д) һәм гормондар (мәҫәлән, енес гормондары) инә.

Иҫкәрмәләр

  1. H.-D. Belitz, Grosch W., Schieberle P., Belitz H. Food Chemistry (ингл.) — 3 — 2004. — doi:10.1007/978-3-662-07279-0

Һылтанмалар

Һылтанмалар