Ҡаҙҙар: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
71 юл: 71 юл:
* [http://static.video.yandex.ru/lite/zusha-kwas/ae50rtdoek.303 Ҡаҙҙар тураһында фильм]
* [http://static.video.yandex.ru/lite/zusha-kwas/ae50rtdoek.303 Ҡаҙҙар тураһында фильм]



{{Ornitology-stub}}
[[Категория:Ҡаҙҙар]]
[[Категория:Ҡаҙҙар]]
[[Категория:Өйрәктәр]]
[[Категория:Өйрәктәр]]

02:18, 24 декабрь 2021 өлгөһө

Ҡаҙҙар
Йорт ҡаҙы
Йорт ҡаҙы
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Anser Brisson, 1760


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  175019
NCBI  8842
EOL  2822279

Ҡыр ҡаҙы(Ала ҡаҙ, урыҫ. гуси)− ҡаҙ һымаҡтар отрядына ҡараған оҙон моронло эре һыу ҡоштары ырыуы.

Ҡыр ҡаҙы

Үҙенсәлектәре

Ҡаҙ томшоғо төп яғында бейеклеге киңлегенә ҡарағанда ҙурыраҡ була һәм уның ос яғында үткер нәҙек тырнаҡ кеүек нәмә була.

Томшоғоноң ситтәре буйлап ваҡ тештәр теҙелеп киткән. Ҡаҙҙарҙың муйыны уртаса оҙолоҡта (өйрәктәргә ҡарағанда оҙонораҡ, әммә аҡҡоштарға ҡарағанда ҡыҫҡараҡ), сағыштырмаса оҙон тәпәйҙәре (аяҡтары) өйрәктекенә ҡарағанда тәненең уртаһына яҡыныраҡ, ә ҡанаты бөгөлгән ерҙә ҡалҡып торған ҡаты төйөн (шпора) була.

Ҡауырһын һәм мамығының сифаты яҡшы. Ата ҡаҙ инә ҡаҙҙан айырылмай тиерлек — ата ҡаҙҙың томшоғонда көмөрөһө була, бынан тыш ата ҡаҙ инә ҡаҙҙан кәүҙәгә ҙурыраҡ була.

Ҡаҙҙарҙың күбеһе, хәүеф янағанда йәки ярһығанда, ҡаңҡылдай, мыңғырҙай һәм ыҫылдай.

Ҡаҙҙар нисек йәшәй

Ҡаҙҙар болон һәм һаҙлыҡлы урындарҙа, ҡайһы берҙәре диңгеҙ ярҙарында йәшәй. Улар яҡшы йөрөй һәм йүгерә, тиҙ оса, әммә өйрәктәрҙән насарыраҡ йөҙә, һыуға сума. Ғүмерҙәренең күп өлөшөн ҡоро ерҙә үткәрәләр, өйрәктәргә һәм аҡҡоштарға ҡарағанда һыуҙа аҙыраҡ булалар. Ҡаҙҙар ҡышҡылыҡҡа йылы яҡтарға ғәҙәттә төндә бик бейектә һәм тиҙ оса.

Нисек үрсей

Ҡаҙҙар парлашып йәшәй, осош алдынан ҙур көтөүҙәргә йыйылалар. Һаҙлыҡтарҙа, ҡайһы берҙәре ағастарҙа оя ҡора, ғәҙәттә 6—12 йомортҡа һалалар. Ата ҡаҙ йомортҡаларҙы баҫышмай, инә ҡаҙҙы һаҡлай, ә бәпкәләр сыҡҡас, бөтә ғаиләне һаҡлап, уларҙың янында йөрөй.

Төрҙәре

Ауыл ҡаҙҙары

Халыҡ-ара орнитологтар союзы сайтында бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, 2020 йылдың авгусына ҡаҙҙар 11 төргә бүленә[1]:

  • Аҡ маңғайлы ҡаҙ (Anser albifrons)[2]
  • Аҡ ҡаҙ (Anser caerulescens)
  • Көнсығыш тундра ҡаҙы (Anser serrirostris)
  • Тау ҡаҙы (Anser indicus)
  • Гуменник (Anser fabalis)
  • Аҡ муйынлы ҡаҙ (Anser canagicus)
  • Ҡыҫҡа томшоҡло гуменник (Anser brachyrhynchus)

Сәңкелдәк ҡаҙ (Anser erythropus)

Һоро ҡаҙ (Anser anser)

Ҡоро томшоҡ, йәки ҡороморон (Anser cygnoides)

Һылтанмалар

  1. Gill, F. and Donsker, D. (Eds). Screamers, ducks, geese & swans (ингл.). IOC World Bird List (v 6.3). (2016). DOI:10.14344/IOC.ML.6.3(Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2020).
  2. Коблик Е. А., Архипов В. Ю., Редькин Я. А. Список птиц Российской Федерации. — Litres, 2018. — С. 91. — ISBN 5041251479. — ISBN 9785041251475.